Дүрт һуғышты үткән яугир

Дүрт һуғышты үткән яугир

Граждандар һуғышынан ҡайтҡас, Иҫке Яҡуп ауылының боронғо зыяраты эргәһендәге ике аҡ таш янына һуғышта баштарын һалып, һәләк булған үҙенең хәрби хеҙмәттәштәре иҫтәлегенә 16 төп тирәк (өйәңке) ултыртҡан ул Әбхалиҡ ҡартатайыбыҙ. Ул тирәктәрҙе мин үҙем дә барып күргәнем булды.

 

Шуны әйтергә кәрәк, ҡартатайым бит ул әүлиәбеҙ Мөжәүир олатай менән дә ныҡ аралашып йәшәгән булған. Мөжәүир олатай ҡартатайым янына гел килеп йөрөр булған, ти. «Хатта Йылайырҙан төрмәнән ҡайтып барышлай, Мөжәүир олатай ҡартатайымдар йәшәгән Әтек утарына туҡтап, сәйҙәр эсеп, кәңәшләшеп, йорт-ил тураһында хәбәрләшеп, бер-ике көн ял итеп киткән», – тип хәтерләй, ҡартатаһы һөйләгәндәренән сығып, Нәсимә апай.

Шул тиклем егәрле кеше булды бит ул Әбхалиҡ ҡартатайыбыҙ. Хатта бер генә лә ултырып торманы, гел йүгереп йөрөр ине. Аҡ ҡына аты һәм оҙон ғына арбаһы була торғайны. Шуның менән малына бесән, урмандан утын әҙерләп, йәй буйы ташыр ҙа йөрөр ине. Үҙе килеп тороп йор һүҙле, торғаны менән хатта шаян ғына кеше була торғайны. Күҙҙәрен саҡ ҡына ҡыҫынҡырап, матур итеп, һирпеп кенә ҡарар ине ул кешегә. Берәй йомошҡа барһаң уларға, гел шаян һүҙҙәре менән көлдөрөп, бер аҙ әңгәмәләп алған булыр ине беҙҙе, ейән-ейәнсәрҙәрен. Элек бит ауылда кешелә мунса һирәк ине, ә ҡартатайымдарҙың үҙҙәренең ҡара мунсаһы булды. Шунда атын егеп, мискә менән Һаҡмар йылғаһынан һыу ташыр ине. Беҙ ҙә шул ҡартатайымдарҙың мунсаһын яғып төшөр инек. Тағансаҡ буйына татлы Аҡташ шишмәһенә эсәр һыуға барғанында, һәр ваҡыт беҙҙе лә ултыртып алып барыр ине. Ҡартатай кешене үткәрмә йәсин менән дауалай торғайны. Сынаяҡ йә тәрилкә аҫтына тултырып доғалар яҙып, эстәрендә бүһере (бүҫер) булған сабый балаларҙы имләп сығарыр ине. Өшкөрөү һәләте көслө ине уның. Шул хәтлем көслө энергиялы, зирәк һәм рухи яҡтан ныҡ кеше булды ул. Аҙаҡҡы осоро күрше Япарһаҙ ауылына, улы Хөрмәтулла ағай эргәһенә күсеп китте һәм ул ауылда ла малын өҙмәй, мал аҫырап ике йыллап йәшәне. Һаман булһа ла, шул атын егеп, сабынлығына барып, бесән сабып, кәбән ҡойоп йөрөгәнендә генә, ҡапыл ауырып китеп, 91 йәшендә булғанда баҡыйлыҡҡа күсте ҡартатайыбыҙ, тип хәтер йомғаҡтары менән уртаҡлашты Шәрипов Шәкирйән олатайҙың ҡыҙы, Әбхалиҡ олатайҙың ейәнсәре Роза һылыу Аблаева.

Шундай йор һүҙле, шаян олатайыбыҙ, инде лә һуғыштар тамамланып, илдә тыныслыҡ урынлашҡас, Иҫке Яҡуп ауылы мәсетендә указлы мулла булып, тыуған ауылы халҡына тоғро хеҙмәт итә. Дин тыйылған осорҙа ла әле ул һис кенә лә бер ҡасан да биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмаҫ ине. Балаларға исем ҡушырға тиһеңме, йәштәргә никах, мәрхүмдәргә аят уҡып, һуңғы юлға оҙатыуға ла һәр ваҡыт Әбхалиҡ олатайҙы саҡырырҙар ине.

Илленсе йылдарҙа әле, сәүит идараһы яҡлы кешеләр боронғо мәсеттең манараһын емергән ваҡытта, бөтә ауыл халҡы Әбхалиҡ олатай менән бергә мәсет эргәһенә йыйылышып, көслө доғалар уҡып, ғибрәттәр ҡылып, илашып ултырғандар. Ошо мәхшәрҙән һуң, Әбхалиҡ олатай манараны төшөргәндә ергә ҡаҙалып ҡалған айын тартып сығарып, Ҡөръәндәре менән бергә зыяратҡа алып барып ерләгән, тип һөйләнеләр миңә оло-оло инәйҙәр. Унда минең өләсәйем дә булған, ул да ошо тарихтарҙы беҙгә илай-илай һөйләй торғайны.

Бына ошондай ҙа сал һаҡаллы, боронғо, зирәк аҡыллы, иманлы олуғ шәхестәребеҙҙең иҫ китерлек уникаль тарихтарын ишетеп кенә түгел, ә уларҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, хатта улар менән аралашып һәм матур итеп бергә-бергә йәшәргә лә насип булды беҙгә, шөкөр!

Шуның менән дә беҙ бәхетлебеҙҙер, тим.

Эйе, тарихыбыҙҙы онотмайыҡ, уны һаҡлайыҡ һәм мөмкин тиклем күберәк итеп киләсәк быуындарыбыҙға тапшырырға булышлыҡ итәйек!

 

(Башы гәзиттең 5-се һанында)

 

 

Мәрйәм Закирйәнова, Өфө ҡалаһы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...