Һин байһың

Һин байһың

Һин байһың

Бер ваҡыт ярлы кеше аҡыл аҡыл эйәһен осрата һәм унан һорай:

− Әйт әле, аҡһаҡал, ни өсөн мин ярлы?

− Сөнки һин йомартлыҡ күрһәтмәйһең.

− Нисек мин йомартлыҡ күрһәтәйем, әгәр минең кешегә бирерлек бер нәмәм дә юҡ икән?

− Йомартлыҡ күрһәтеү өсөн һинең биш нәмәң бар, ләкин һин уларҙы файҙаланмайһың.

− Зинһар өсөн әйтегеҙ: ниндәй биш нәмә ул?

− Һин үҙеңдең йөҙөң менән кешеләргә йылмайыу бүләк итә алаһың. Тик һин быны эшләмәйһең.

Һин күҙҙәрең менән һәр бер ерҙә Аллаһу Тәғәләнең ғәжәйеп мөғжизәләрен күрә, уларға һоҡлана алаһың, шулай уҡ башҡаларға һөйөү һәм ҡайғыртыусан ҡараш менән баға алаһың, әммә һин быны эшләмәйһең.

Телең менән һин башҡаларға ниндәйҙер яҡшы һүҙ әйтә алаһың, ләкин быны эшләмәйһең.

Йөрәгең (күңелең) менән башҡаларға бәхет теләй алаһың, тик һин быны эшләмәйһең.

Һин үҙеңдең тәнең, әйтәйек, ҡулдарың менән, кешеләр өсөн нимәлер эшләй, ярҙам итә алаһың, әммә һин быны ла эшләмәйһең.

Һин үҙеңә күпме рөхсәт итәһең, шул ҡәҙәр байһың.

“Нур-ул Ислам” календарынан (2020 йыл)

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...