Ибраһимовтар нәҫеле

Насир Шамилов
Яңы Хәлил ауылына етәрәк, Тәндәк йылғаһынан йыраҡ түгел бер урынды “Мулла торобо” тип йөрөтәләр. Мөхәмәтзариф улы Шамил мулланың йәшәгән ере был. Ошонда ике ауылдың да ғорурлығы булған оло шәхес – легендар летчик Насир Шамилов тыуған.
Шакир туғанын юғалтыу һәм Закир туғаны менән бәйләнеш өҙөлөүе Шамил мулланы бик ныҡ тетрәндерә. “Бәлә яңғыҙ йөрөмәй”, – тиҙәр халыкта. Етмәһә, был ваҡиғаларҙан һуң, ҡобараһы осҡан Шамилдың ҡатыны, Насир улын атаһына ҡалдырып, ҡасып сығып китә. Былай ҙа таҙалығы ҡаҡшаған Шамилдың ауырыуы көсәйә: үҙен дә, улын да ҡарар хәлдә булмай.
Ҡарауһыҙ ҡалған ун йәштәрҙәге малай асҡа интегә. Хәле бик мөшкөл булғанлыҡтан, йылға буйлап ҡына Иҫке Хәлилгә килгеләй. Ләкин туғандар менән аралышыу тыйылғанлыҡтан, Закир ағаһына барып етә алмай йонсой. Һиҙгер күңелле, алсаҡ Фәхрибаныу еңгә Насирҙы күреп ҡалып, бер нисә тапҡыр ашатып-эсереп сығарған, тип һөйләйҙәр. Күпмелер ыҙа сиккәндән һуң малайҙы балалар йортона юллайҙар.
Насир Шамиловтың артабанғы тормошо тотош илебеҙҙә барған хәл-ваҡиғалар менән тығыҙ үрелгән.
1931 йылдың 16-26 ғинуарында Ленин комсомолының IX съезы үтә. Съезд бер тауыштан “СССР-ҙың һауа флотын шефҡа алырға” тигән ҡарар ҡабул итә. “Йәштәр һәм комсомолецтар – самолетҡа!” тигән оранға ҡолаҡ һалып, Насир ҙа 1931 йылдың уртаһында Ҡазанға килеп, Берләшкән татар-башҡорт мәктәбенә уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң, Хабаровск осоусылар мәктәбендә уҡый. Мәктәпте уҡып сыҡҡас, Киев хәрби округының хәрби һауа көстәре сафтарында хеҙмәт итә. 1941 йылда Полтавала тиҙләтелгән программа буйынса штурмандар әҙерләгән курстарҙа уҡып, икенсе һөнәргә лә эйә була.
Ҡәһәрле һуғыш башланыуға Насир Киев хәрби округында авиаэскадрилья штурманы булып хеҙмәт итә. Насир Шамилов летчик булараҡ ПО-2, Р-5, Р-6, Р-10, ТБ-3, ЛИ-2 самолеттарын үҙләштерә. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк Пе-2 (В.М.Петляков конструкцияһы) самолетының штурманы булып, дошмандың хәрби техникаһын, складтарын һәм шулай уҡ күперҙәрҙе шартлата. Дошман аэродромына һөжүм итеп, ҡыйыулыҡ күрһәтә.
Ут ҡамауы эсендә
1942 йылда көньяк-көнбайыш фронтта хәлдәр киҫкенләшә. Дошман Изюм – Барвенково районында ҙур күләмдә танк һәм артиллерия, шулай уҡ, күп һанлы ғәскәрен туплай. Бер нигә ҡарамай, гитлеровсыларҙы ошо йүнәлештә тотҡарларға кәрәк була. Ҡыйыу штурман етәкселек иткән полк беренсе ынтылыуҙа уҡ дошмандың ҡорал складтарын, өс самолетын, бик күп ғәскәрен һәм хәрби техникаһын юҡ итеп, заданиены үтәй. Немецтар пулеметтан ут яуҙыра башлай. Беҙҙең летчиктар оҫта маневрҙар эшләп, ҡамауҙан ҙур юғалтыуһыҙ сыға ала. Ләкин яндырғыс снаряд Насирҙың самолетына эләгә, ут ялҡыны кабинаны ялмап ала һәм уның комбинезоны, аяҡ кейеме яна башлай...
“Летчик самолетты ҡалдырырға команда бирҙе. Ләкин мин иҫемде юғалтҡанмын, – тип хәтерләй һуңынан летчик-штурмовик, – иҫемә килгәндә, мине үҙебеҙҙең һалдаттар янған ағастан ысҡындыралар ине. Парашюттың ҡайыштары ағасҡа эленгән булған. Летчик-капитан Соловьев менән радист Меланин һәләк булдылар”...
Рәйсә Закир ҡыҙы Татарстан республикаһынан килгән хатты күҙ ҡараһылай һаҡлай. Был хатты Ҡазандан ағаһының дуҫы –76 йәшлек авиация ветераны Радион Якубин ебәргән булған. Хаттың эстәлеге ошолай: “...патриотик рухта тәрбиәләнгән 30-40-сы йылдар комсомолецтары бер ҡасан да үҙҙәрен һынатманы. Илебеҙҙә барған төҙөлөштәрҙә булһынмы, һуғыш йылдарында булһынмы – улар ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтте”.
Насир Шамил улы һуғышта барлығы 345 хәрби осош яһаған. Күбеһенсә дошман истребителдәре ҡамауынан сығырға тура килгән. Һуғыштан һуң геройыбыҙ Ҡазан ҡалаһында С.П.Горбунов исемендәге заводҡа штурман-һынаусы булып эшкә керә һәм 1962 йылға тиклем шунда эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Насир Шамил улы күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Почет Билдәһе һәм туғыҙ миҙал менән бүләкләнә.
1961 йылда СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Ҡарары менән уға “СССР-ҙың атҡаҙанған штурман-һынаусыһы” тигән почетлы исем бирелә.
Дыуан районы Мөлкәт ауылында йәшәүсе Хәйерова Рәйсә Заҡир ҡыҙы ауылдаштарына район гәзите аша ошондай тәҡдим яһағайны:
- Мәсет урамында Еңеү паркы эшләйек;
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исемлеген яҙып, стела асайыҡ.
Мин дә был тәҡдимде хуплайым. Был эштәрҙе бойомға ашырыу йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләргә булышлыҡ итер ине.
Замандашым тураһында
Ибраһимовтар нәҫеленә ҡағылышлы бар мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәп бара Таңһылыу һәм Фирҙәүсә Хәмиҙулла ҡыҙҙары. Киләсәк быуын быларҙың барыһын да белергә тейеш, тип һанай улар. Фирҙәүсә апайҙың да тәҡдиренә һынау артынан һынау яҙылған була. Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылы егетенә кейәүгә сығып, балалар үҫтереп, матур ғына йәшәп ятҡанда, механизатор булып эшләп йөрөгән ире ауырып китә, тора-бара түшәккә йығыла. Балаларына ла, үҙенә бик ауырға төшә донъя көтөүе. Бирешмәй егәрле, сабыр ҡатын. Ун бер йыл ауырыу ирен тәрбиәләй. Шул уҡ ваҡытта дүрт балаһын матур итеп үҫтерә, һөнәрле итә. Атаһы донъя ҡуйғас, инәһе янына Иҫке Хәлилгә күсенеп ҡайта, уны ҡарай. Бала ҡайғыһын да кисерергә тура килә уға. Өсөнсө ҡыҙы мәрхүм булғас, ике ейәнсәрен ҡарап үҫтерә. Ауырлыҡтарға башын эймәй, балаларына ла, өлкән туғандарына ла ышаныслы терәк булып, тормоштан йәм табып йәшәй замандашыбыҙ.
Фирҙәүсә апайҙың күргән төшө лә бик мәғәнәле: “Атымдың дилбегәһен һиңә тотторам, ҡыҙым. Атты артыҡ ҡыума, үҙ яйы менән генә барыр ул”, –тип ҡыҙының ҡулына дилбегә тапшыра атаһы. Бөгөнгө көндә данлыҡлы Ибраһимовтарҙың ауылда йәшәгән бишенсе быуын вариҫы – Фирҙәүсә Хәмиҙулла ҡыҙына нәҫелдең быуындан-быуынға күскән рух ныҡлығын һаҡлап, яҙмышына күндәм булырға бер ишара түгелме ул уның был күргән төшө? Ысынлап та, халыҡ әйтмешләй, маңлайыңа яҙылған хаҡ яҙмышты ашыҡтырып-ҡыуып ҡына һис үҙгәртә алмайһың.
Йә Раббым, ғүмеребеҙҙең һәр көнөнә шөкөр итеп, сабырлыҡты юлдаш итеп йәшәргә яҙһын һәммәбеҙгә лә!
Сабырлыҡтың әж(е)рен белеп,
Сабыр ҡолдар сабыр итә.
Сабыр ҡол Йәннәт ишеген
Үҙ ҡулдары менән асыр, – тиелә мөнәжәттә лә.
Көслө рухлы Ибраһимовтар турһында яҙмабыҙ ошо урында тамам. Уларҙың фәһемле яҙмышы менән танышҡан ауылдаштарыбыҙ гүр эйәһе булған ошо изге йәндәрҙең рухтарын шатландырып торһон ине.