Дүрт һуғышты үткән яугир

Дүрт һуғышты үткән яугир

Мин Әбхалиҡ олатайҙы бала саҡтан күреп, белеп үҫтем. Ул ап-аҡ оҙон һаҡаллы, аҡтан ғына кейенеп йөрөгән, ҡаҡсараҡ ҡына, оҙон буйлы олатай ине.

 

Минең бала сағым Йылайыр районы, Иҫке Яҡуп ауылында, өләсәйем Вәлимә Исҡужина янында үтте. Әбхалиҡ олатайҙар хәҙерге клуб ултырған нигеҙҙә, өләсәйемә бер өй аша, күршеһендә генә йәшәне. Олатай өләсәйемдең ҡайныһы Йомағужа ҡартатайым яғынан беҙгә лә туған тейешле ине. Өләсәйем олатайға Әбхалиҡ ҡайнағам, тип өндәшер ине. Һәр иртәлә мин Әбхалиҡ олатайҙың илаһи бер моңло аҙан тауышына уянып китер инем. Хәтерләйем, өләсәйем аят ашына йә ҡунаҡҡа саҡырһа, улар Хәсбиямал инәй (әбейе) менән һәр ваҡыт бер сәғәт алданыраҡ килеп ултырырҙар ине. Ииих, сихри генә бер мәл бит ул, минең өсөн ул ғәмһеҙ бала саҡтарым...

Матур итеп, кешмир яулығын яҙып ябынған, ирәбе, мөләйем генә инәй менән, башына ыҡсым ғына һырылған түбәтәй, аҡтан оҙон күлдәк кейгән, ап-аҡ ҡына һаҡаллы хәҙрәт олатайҙы мин бер яҡ яурыныма сигелгән таҫтамал һалып, бер ҡулыма еҙ тас, икенсе ҡулыма еҙ ҡомған тотоп ишек алдында ҡаршы алыр инем. Ҡулдарҙы йыуғас, бисмиллалап күрешеп, өйгә инеп, доғаларын уҡып, матур турпышалар, төрлө төҫтән ҡоралған арҡыры һәм буй юрғандар түшәлгән, бүрәнә стенаға ваҡ-ваҡ яҫтыҡтар терәлеп ҡуйылған урындыҡтың (һике) иң түренән урын алып, өтәләнеп аш-һыу әҙерләп йөрөгән өләсәйем менән хәл-әхүәл белешеүгә күсерҙәр ине улар...

Ошо матур ҙа, илаһи ҙа күренештәр минең, ана шул өләсәйем янында өйөрөлөп-сөйөрөлөп кенә йөрөгән ҡыҙ баланың эскерһеҙ генә күңелендә мәңге онотолмаҫ бер сихри, әкиәти хәтирәһе булып уйылып тороп ҡалған...

Ә олатайҙы ауылда олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итеп, Әбхалиҡ олатай, Әбхалиҡ ҡартатай йә Әбхалиҡ ҡарт тип йөрөттөләр.

Әбхалиҡ – (Әбделхалиҡ) Муллагилде улы Йәнгилдин 1886 йылда тыуған һәм 1977 йылда баҡыйлыҡҡа күскән.

Олатай үҙе бик мәрәкә, шаян кеше ине бит ул. Һәр бер һүҙендә уның бер шаярыу ята торғайны. Йомаҡ менән йә лаҡап менән һуғарып, үҙенсә генә әңгәмәләп һөйләшер ине ул һәр ваҡытта. Шаршамбы, йома көндәре йә хәйер бирергә, йә аят ашына, йә ауыҙ асырға саҡырып, йә башҡа йомош менән булһынмы, өйҙәренә уларҙың йыш инеп йөрөргә тура килде миңә...

Шул өйҙөң эсендә иҫ киткес үҙенсәлекле генә, бер хатта һүҙ менән дә аңлата алмаҫлыҡ, әрем йәки башҡа еҫле үләндәр тыны һеңгән, боронғолоҡтоң айырыуса позитив аураһы һәм хушы бөркөлгән еҫе була торғайны. Боронғо сал бүрәнәләрҙән һалынған, үҙенә күрә боронғо ғына йыһазы булған, эсе тулы иман ҡото, иман нурына сорналған, Ҡөрьән китаптарының уҡылып ятҡан асыҡ биттәре һүрәтләнгән әкиәт илеләй күҙ алдымда тороп ҡалған минең өсөн уларҙың шул замандағы йорт эсе. Ә инде кәртә-ҡураһы яғына барһаң, уның кәртәһе һуҙылып киткән оҙон бер лабиринтты хәтерләтер ине. Бер ваҡытта ла малдан өҙөлмәне, мал аҫырап йәшәне ул һәм ғүмере буйы ат тотто олатай. Ауылдың ҡаршыһында ғына баҫып торған Таштуры ҡаяһының уң яҡ битендә, тау башында Әбхалиҡ олатайҙың ағастан уйылып эшләгән солоҡ умарталары торор ине. Әле һаман, апаруҡ оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул көн һайын шул бейеклеккә күтәрелеп, бал ҡорттарын ҡарап төшөр ине.

Ә бит уйлап ҡараһаң, ошо тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән, ҡаҡса ғына буйлы, аҡ һаҡаллы ошо ауыл ҡарты – Әбхалиҡ олатай бер түгел, хатта дүрт һуғышта ҡатнашҡан кеше булған.

Беренсе Донъя һуғышы, граждандар, фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашып, яулашып йөрөгән ул беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ.

Йәнгилденән тыуған Ибнийәмин, унан тыуған Муллагилде, унан тыуған Әбхалиҡ олатайҙар Түңгәүер ырыуының Ҡара Бүребай араһына ҡарайҙар.

 

 

 

Әбхалиҡ һәм Хәсбиямал Йәнгилдиндар

 

 

 

Әле Беренсе Донъя һуғышында уҡ башҡорт казак ғәскәрҙәре менән берлектә булған Әбхалиҡ олатай.

Һәм революция ваҡытында, граждандар һуғышы осоронда шул казачий ғәскәрҙәр менән бергә Себер яҡтарына сығып киткән.

«Ҡазан юлының Ырымбур өлкәһендә (ул ваҡытта губернаһы), Сафеевка тигән ауыл янында, ҡыҙылдар һәм аҡтар араһында иң көслө һәм ҡаты бәрелеш булды, тип һөйләгәне хәтеремдә уйылып ҡалған», – ти Әбхалиҡ олатайҙың ейәнсәре Ғибәтулла ҡыҙы Нәсимә апай Ғөбәйҙуллина.

Артабан улар башҡорт отрядтары менән генерал Колчак һәм Семёновтар ғәскәрҙәренә ҡушылып, Ҡытай һәм Япон илдәренә хәтлем барып еткәндәр. Әбхалиҡ олатайға хатта Ҡытайҙа, Сунган йылғаһы буйындағы Харбин ҡалаһы эргәһендә, аттарҙы һуғышҡа әҙерләп, хәрби күнекмәләргә өйрәтеп, ике йыл буйы йәшәргә лә тура килә.

«Аттарҙы ятырға, торорға һәм уларға дошмандан нисек итеп тиҙ арала йәшеренергә лә өйрәтә торғайныҡ. Шундай алымдар менән беҙ аттарҙы һуғышҡа, яуға әҙерләй инек. Аҙаҡ инде, тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтҡас та, миңә Йылайыр ауылы янындағы Йәнгилде аҡланында, Әтек башы утрауында йылҡы көтөп, уларҙы ла шул алымдарға күнектерергә һәм өйрәтергә насип булды. Тыуған илдән алыҫ, сит илдәрҙә хәрби походтарҙа йөрөгәндә, тыуып үҫкән ерҙәремде, сылтырап аҡҡан шишмәләремде, туғандарымды үлеп һағынып, һарғайып бөтә инем бит мин, балаҡайҙарым», – тип уйылып китеп гел һөйләр ине ул беҙгә.

Ниндәй аттар менән яуға сығып киткән булһам, шул пар аттарымды егеп, тулы обмундирование менән Башҡортостаныма кире әйләнеп ҡайтырға насип булды миңә.

«Оҙон-оҙаҡ юлда, яуҙан ҡайтып килгәндә, әллә ҡайҙан уҡ, Ырымбур далалары күренеү менән, бахыр аттар үҙҙәре үк тыуған яҡтың юлын танып, алға тартып, ярһып сабып алып ҡайттылар беҙҙе, байғош малҡайҙар», – тип һөйләр ине ул яҡындарына. Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас та ул Нәғимә исемле һылыуға өйләнә.

Нәғимә инәйебеҙ, дүртенсе балаһы – Раҡия исемле ҡыҙы тыуғанда, ҡапыл ауырып китеп, һауыға алмай, мәрхүм булып ҡала.

Әбхалиҡ ҡартатайыбыҙҙың дүрт балаһы була. Атайым Ғибәтулла, ағайым Хөрмәтулла, Зәйнәб һәм Ракия апайҙар улар. Шул әсәйһеҙ тороп ҡалған етем балаларҙы ҡартатайымдың икенсе ҡатыны Ғәлиә өләсәйебеҙ ҡарап, тәрбиәләп үҫтергән дә инде. Артабан ҡартатайым Хәсбиямал өләсәйгә өйләнеп, уның менән иңгә-иң терәп, матур ғына итеп донъя көтөп, һуңғы көнөнә тиклем бергә йәшәнеләр. Заманалар төрлө булған бит, төрлө яҡҡа үҙгәреп торған. Шул доньялар боларып торған заманда, граждандар һуғышынан ҡайтып килгәс, Изгиндар ғаиләһе һәм тағы ике-өс ғаилә менән Йылайыр эргәһендәге Йәнгилде аҡланында, Әтек башы тигән утрауҙа көн иткәндәр Әбхалиҡ олатайҙар. Ҙур яланда улар өйөр-өйөр йылҡы үрсетеп, шул йылҡыларҙы үҙе белгән төрлө хәрби алымдарға өйрәтеп, яуға әҙерләп, Бөйөк Ватан һуғышына оҙатҡан икәне күптәргә мәғлүм.

«Әбхалиҡ ҡартатайымдың бер түгел, хатта ике Георгий тәреһе бар ине. Үҙемдең дә ул наградаларҙы күргәнем һәм тотоп ҡарағаным булды», – тип бәйән итә бөгөнгө көндә Ауырғазы районында йәшәүсе Әбхалиҡ олатайҙың ейәнсәре Нәсимә апай.

Ә Георгий тәреһе бит ул бик һирәктәргә генә, шундай үтә лә ҡыйыу батырлыҡ күрһәткән, йылғырҙарҙан-йылғыр (безбашенный, отчаянный) һуғышсыларға ғына тапшырғандар. Яуҙа күрһәткән үтә ҡыйыу батырлыҡтары өсөн тәғәйенләнгән орденға тиң хәрби награда ул.

Тағы ла фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ла ҡатнашҡан тип һөйләй Әбхалиҡ олатай тураһында белгән, уның менән аралашҡан кешеләр.

 

(Дауамы бар)

 

 

Мәрйәм Закирйәнова, Өфө ҡалаһы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...