Йософ мәзин килене

Йософ мәзин килене

Ғәйшә Ризуанова 1910 йылдың 9 мартында Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында тыуған. Ата-әсәһе Ғайнауфа менән Миңлейәр Ғилмановтар бик уҡымышлы, дини кешеләр була. Ғәрәп, фарсы, латин телдәрен яҡшы белгәндәр.

 

Ғайнауфа өләсәй, бәйеттәр сығарып, гел шуларҙы көйләп йөрөр булған. Уларҙың өйөндә ғәрәп алфавиты менән яҙылған бик күп китап һаҡланған. Өләсәй хатта яман шеш, эпилепсия кеүек ауырыуҙарҙан да дауалаған. Миңлейәр ҡартатай ҙа төрлө сирҙән һауыҡтырыу ҡөҙрәтенә эйә булған. 11 йәшенә тиклем һөйләшмәгән баланы, һыу һалынған еҙ тасҡа табан балығын ебәреп, өшкөрөп, телен асҡан. Уның ере лә күп булған, 80 умарта тотҡан. Ғәйшә өләсәй иң яратҡан ҡыҙҙары була.

1930 йылдың 9 авгусында өләсәйебеҙ Сурай ауылына килен булып төшә. Ҡартатайыбыҙ Файзрахман Лотфрахман улы Ризуанов менән ете бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ғәйшә өләсәй колхозда ферма мөдире, бригадир вазифаларын башҡарҙы. Шулай уҡ иген урҙы, ырҙында бойҙай таҙартты, колхоз баҡсаһында ла, сөгөлдөр баҫыуында ла ал-ял белмәй эшләне. Иң күп көлтә бәйләүсе лә ул булды! Уның уңғанлығын данлап шиғыр, йыр, таҡмаҡ сығаралар һәм уларҙы стена гәзитендә баҫтырып торалар. Өләсәйебеҙ ауыл халҡының кендек инәйе лә, исем ҡушыусыһы ла, Ҡөрьән уҡыусыһы ла, балаҫ һуғыусыһы ла, мейес сығарыусыһы ла булды. Һуғыш осоронда балаларының тамағын туйҙырыр өсөн Әлшәй госпиталендәге яралыларға кейем-һалым, мендәр тыштары тегә. Бының өсөн он, кәрәсин, һабын, ярма бирәләр. Фронтҡа ебәрер өсөн бейәләй, ойоҡ бәйләй, туҡмас киҫеп киптерә.

Хәтерҙә, һуғыш осоронда ауыл халҡы танау ҡанау сиренән яфалана. Кеше ике-өс көн ята ла мәрхүм була. Үлем күҙгә күренеп арта. Ғәйшә өләсәйебеҙ, балаларының ауыҙынан өҙөп, сирле ауылдаштарына һөт өләшә һәм, шулай итеп, күптәрҙе үлем тырнағынан алып ҡала. Ә Файзрахман ҡартатай, һуғыштың тәүге көндәренән үк хәрби хеҙмәткә алынып, 1946 йылда ғына ауылға ҡайтып төшә.

Файзрахман ҡартатай данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә белем алған. Ҡөрьән сүрәләрен, шулай уҡ халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын яҡшы белгән. Балалары "Заятүләк менән Һыуһылыу" риүәйәтен яттан көйләп һөйләгәнен әле лә хәтерләй. Бының сәбәбе шунда: ул 13 йәшендә етем ҡалып, әсәй яғынан өләсәй-олатаһы – Йософ мәзин менән Миңлебикә абыстай – ҡулында тәрбиәләнә. Йософ мәзин уҡымышлы, ғилемле кеше була. Стәрлебаш мәҙрәсәһен тамамлап, Сурай ауылында ғүмеренең ахырына тиклем мәзин вазифаһын башҡара. Уның аҙан әйткәнен өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡармыш ауылы халҡы Дим буйына сығып тыңлаған. Йософ ҡартатай Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡығанда, уны бик уҡымышлы дин әһеле үҙенең эргәһенә саҡырып ала ла еләнен кейҙерә. Шунан: "Йә, нисек?" – тип һорай. "Еп-еңел, хатта кейгәнем дә һиҙелмәй", – тип яуаплай ҡартатайыбыҙ. "Ә хәҙер өҫтөңдән һал инде еләнде. Ошо юл менән һиңә бик күп ғилем һалынды", – ти остазы. Был мөғжизәле ваҡиға хаҡында Йософ мәзиндең Ҡармыш ауылында йәшәгән ейәнсәре Раҡия Хажиәхмәтова һөйләгәйне. Ул быны әсәһе Солтанбикә Йософ ҡыҙынан ишеткән.

Йософ мәзиндең кирамәт күрһәтеү оҫталығы ла булған. Бер ваҡыт, ҡап-ҡараңғы төндә, алыҫтан ҡайтып килгәндә, Аллаһу Тәғәләнән юлын яҡтыртыуын һорап доға ҡыла. "Тирә-яғым яп-яҡты булып китте, шуға ла имен-һау ғына ҡайтып еттем", – тип әйтә аҙаҡ яҡындарына. Ейәне Файзрахман Стәрлебашта уҡығанында эргәһендә гел бер ҡарғаның йөрөгәне тураһында һөйләй Йософ мәзингә. "Ҡурҡма, балам, ул бит һине һаҡлай", – ти ҡартатаһы. Йософ мәзин Сурай ауылында кешеләрҙе дауалау менән дә шөғөлләнгән һәм бер үк ваҡытта ябай аң кимәле етмәҫлек ысул менән кескәй ейәнен ҡурсалап торған. Бындай һәләттең (кирамәт) Аллаһу Тәғәләнең бик яҡындарына ғына бирелгәне дин ғилеменән дә мәғлүм. Тимәк, Йософ мәзин Аллаһу Тәғәләнең хаҡ юлынан барғаны өсөн уға мөғжизәләр насип ителгән. Йософ мәзингә дауаланыр өсөн тирә-яҡ ауылдарҙан да килгәндәр. Ул кемдең килерен, ниндәй уй менән инерен алдан белеп торған. "Ишек төбөндәге аяҡ кейемдәрен ситкәрәк алып ҡуйығыҙ, хәҙер ауырыуҙы алып инерҙәр", – тип өйҙәгеләрҙе иҫкәртеп ҡуйған. Үҙе йор һүҙле лә булған: "Ана, фәлән ауылда фәлән кеше аҡсаһын ваҡлата алмай өйҙән-өйгә йөрөй, миңә биш тин бирһәм − күп булыр, өс тин бирһәм − әҙ булыр, тип баш вата", – тип көлдөрөп тә алған.

Өләсәйебеҙ Ғәйшә Миңлейәр ҡыҙы ла ата-әсәһе, ҡайныһы кеүек өшкөрөп дауалау ҡөҙрәтенә эйә булды, намаҙ, Ҡөрьән уҡыны. Дин инҡар ителгән замандарҙа ла ейән-ейәнсәрҙәренең күңеленә иман орлоғо сәсергә тырышты. Пәйғәмбәрҙәр тарихын әкиәт итеп һөйләй торғайны. "Йософ ҡиссаһы"н, Әйүп пәйғәмбәр тарихын йотлоғоп тыңлағанымды әле лә хәтерләйем. Күҙ тейеүҙе өшкөрөү, ҡот ҡойоу, имләү кеүек бихисап алымдарҙы белде. Уға тирә-яҡтан, ярҙам һорап, күп кеше килде. Әлшәй халҡы уны әүлиә, ағинәй тип хөрмәт итте, ҙурланы. Үкенес, эргәбеҙҙә генә йәшәгән ҡәҙерлебеҙҙең ниндәй ҙур ҡөҙрәткә эйә булыуын белеп бөтмәгәнебеҙҙе йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнәбеҙ. Өләсәй мәрхүмә булғас, уның һандығында ҡәҙерләп һаҡланған яҙмалар әсәйем Әнисә Файзрахман ҡыҙына ҡомартҡы итеп тапшырыла. Бик күп ғилем һаҡлаған боронғо яҙмаларҙы әсәйем миңә бынан 12 йыл элек күрһәткәйне. Быйыл изге мәүлит көндәрендә, Аллаһҡа шөкөр, шуларҙы уҡып тәржемә ҡылырға насип булды.

 

"Әс-Сәләм" гәзите уҡыусылары иғтибарына изге ҡомартҡыларҙан бер өлгөнө тәҡдим итергә йөрьәт итәм.

Бисмилләhир-рахмәәнир-рахиим.

Рәсүлуллаһтан һорағандар:

"Ҡиәмәт көнө ҡасан етә? – тип, − Шуны беҙгә бәйән ит!" – тигәндәр.

Мөхәммәд Пәйғәмбәр яуабында әйткән:

"Бына hеҙгә бәйән ҡылам, – тигән, –

Донъяла йәм бөтөр,

Шунда халыҡ китер уңға, һулға.

Изге ғәмәл hис ҡылмаҫтар,

Ләкин мал күп булыр ҡулда.

Ата-әсәгә ғиззәт бөтөр,

Балаларҙан шәфҡәт китер,

Туғандарҙан рәхим китер,

Бына шундай заман етер.

Ирҙәрендә ғәйрәт бөтөр,

Ҡатындарҙан хая китер,

Әғүҙүбисмилләһ бөтөр,

Бына шундай заман етер.

Йоҡолары нәүбәт булыр,

Хеҙмәттәре сәғәт булыр,

Ризыҡтары үлсәү булыр,

Бына шундай заман етер.

Биналары бейек булыр,

Эсе тулы йыhаз булыр,

Тик донъяһы боҙоҡ булыр,

Бына шундай заман етер.

Ғалимдар ялғанды һөйләр,

Ҡарийҙары ғәйбәт һөйләр,

Донъянан туйып әҙәм үлер,

Бына шундай заман етер.

Көфөр кейеме кейерҙәр,

Мине күрһен, тиерҙәр.

Тәғәмде баҫып ашарҙар,

Бына шундай заман етер.

Ире, ҡатыны хәмер эсер,

Төрлө уйын ҡуйырҙар,

Ислам динен оноторҙар,

Ана шундай заман етер.

Кибеттәрҙә ризыҡ булыр,

Тик ямғырҙар һирәк яуыр.

Хәрәм ашауҙар йыш булыр,

Ана шундай заман етер.

Атаһыҙ балалар күп булыр,

Маллы кеше һаран булыр.

Мәсеттәрҙә мәжлес булыр,

Ана шундай заман етер.

Гонаhты ла һис белмәҫтәр,

Биш ваҡыт намаҙ ҡылмаҫтар,

Зәҡәт, фытыр ҙа бирмәҫтәр.

Ана шундай заман етер.

Балалары түрә булыр,

Ҡатындары солтан булыр,

Ә ирҙәре бер ҡол булыр,

Ана шундай заман етер.

Ғәйбәтте генә һөйләрҙәр,

Үҙҙәрен ҙурға ҡуйырҙар,

Уйҙарында тик аш булыр,

Шуның менән көн итерҙәр"...

 

 

Регина Камалова, Өфө ҡалаһы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...