Ах, Йылайыр, Йылайыр..

Ах, Йылайыр, Йылайыр..

Ах, Йылайыр, Йылайыр..

Яҙыусы Мөслим Әбсәләмовтың тыуыуына – 90 йыл

«Йылайыр», «завод», «баҙар» тигән серле һүҙҙәр ҡолағыма тәү мәртәбә салынғанда, яңы-яңы ғына иҫ белә башлағайным. Бәхетлеләрҙең: «Атайым завод баҙарынан апҡайтты», − тип, ваҡ-ваҡ ҡына ҡабып, йөҙҙәре ҡояштай балҡып, ояртыла ишелгән ап-аҡ ҡалас ашап ултырғаны хәҙер ҙә күҙ алдында. Ах, шул саҡта... уның бер тешләменә өҫтәге берҙән-бер күлдәкте сисеп бирерлек булаһың. Атайым етмешкә аяҡ баҫыр кәрһеҙ ҡарт ине, завод баҙарына йөрөмәне шикелле, шуға беҙ фәкирегеҙгә баҙар ҡаласын татырға тура килмәне.

Икенсе осраҡ былай булды. Ҡарагөрән йылғаһында конькиҙа шыуып йөрөй инем, апайым ыһылдап килеп етте лә, мине етәкләй-өҫтөрәй Аҫҡурам буйлатып алып китте. Йығылам-һөрөнәм, ә ул ыжлап та бирмәй, һөйрәкләүен белә. НКВД эргәһенә халыҡ йыйылған, әсәйем дә, һурәсәйем дә шунда. Ҡарттарҙы төрмәнән сығарып полуторка кузовына ултырттылар. Ике-өс көн элек уларҙы мәсеттәрен клуб итергә бирмәгән өсөн ҡулға алғайнылар.

«Ана, атайыңды Йылайырға әпкитәләр. Хушлаш», − тинеләр. Мин нисек хушлашырға ла белмәнем, ауыҙ асып текләп, мыршылдап тик торҙом. Машина Аҫҡурам буйлап барып, Һаҡмарҙы аша сығып, Ҡыҙбикә үренә күтәрелеп, тау артылды. Шунан ғына таралышты оҙатыусылар. «Йылайыр» тигән шомло һүҙ йөрәкте ҡанһыратып, ғүмергә хәтергә уйылды. Бына алтмыш йыл инде, сәнескеле тимер сыбыҡлы бейек стенаһы һаман һаҡланған ҡәһәрле йорт шул ярамды яңыртып тора.

«Нужа ҡалас ашата» тигәндәре раҫ икән, завод ҡаласын ауыҙ итергә барыбер насип булды. Ҡырҡ бишенсе йылдың май башы. Бәләкәй арбаға самауырыбыҙҙы тейәп, әсәм менән картуф орлоғо алырға Йылайырға киттек. Таң менән юлға сыҡҡан кешеләр ҡояш байыуға көскә барып етеп, баҙар майҙанындағы бер лавка ышығында төн уҙғарҙыҡ. Иртәгеһенә самауырҙы бер тоҡ картуфҡа алмаштырҙыҡ та ҡайтырға ашыҡтыҡ: ҡырҡ саҡрым юл үтәһе бар бит. Әсәйем «Тамаҡ ялғарбыҙ», − тип бер ҡалас та алды. Төкөрөгөмдө йота-йота, ул мәлдең тиҙерәк етеүен теләнем. Ахырҙа, Бараҡал буйында туҡтаныҡ. Уның күҙ йәшендәй саф һыуына манып, баяғы ҡаласты ашап алдыҡ. Аптыраным: күҙҙе ҡыҙҙырған ҡалас үҙәкте көйҙөрөп алып бара.

−Әсәй, ҡалай әсе был ҡалас тигәндәре.

− Имән сәтләүеге ҡушып бешерелгән бит, улым. Һуғышҡа тиклем һатылған ҡалас түгел инде.

Йылайыр ауылының бирьяҡ осона сыҡҡас, бер түмһәйеп ятҡан урында туҡтап, әсәйем доға уҡыны, әпәр итте.

− Ҡырҡ-иллеләп ҡорбан менән ошонда минең Шәрәфитдин ҡустым да ерләнгән. Һинең ағайың була инде, − тип аңлатты миңә. Был күп йылдарҙан һуң Бабич һәйкәле ҡуйылыр урын булып сыҡты.

Йәнә бер килке килгәс, телеграф бағаналары шикелле төп-төҙ ҡарағайлыҡҡа эйәк ҡаҡты: «Бына ошонда атҡандар, ти, уларҙы». Яҙып ябынған яулығының осо менән өҙлөкһөҙ күҙҙәрен һөрткөләне.

Шулайтып, ауыр хәтирәләрен яңыртып, мине лә тәрән ҡайғыға сумдырҙы әсәйем. Ах, Йылайыр, Йылайыр. Әллә һин ысынлап та «ила, ер» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡанһыңмы?

Был көндөң ҡаласы үҙәкте көйҙөрөп, әсәм хәсрәте үҙәкте өҙһә лә, шатлығы ифрат ҙур булды: юлда бөтә мир күҙ тилмертеп көткән «һуғыш бөткән» тигән хәбәрҙе ишеттек.

Йылдар үтә, Матрай районы бөтөрөлөп, Йылайыр ауылы беҙҙең дә район үҙәгенә әйләнде. Һәм яҙмыш мине Йылайырға нығытып бәйләне. Был саҡта мин уҡытыусы инем инде һәм ошо осорҙа ҡәләм дә тибрәтә башлағайным. Шулай итеп, педагогик хеҙмәт юлымдың башы ла, ижадым бөрөләнеүе лә һиндә ята, рәхмәтле Йылайыр. Шөкөр, һәр ике һөнәрем дә үкенерлек булманы. Айырата уҡытыу-тәрбиә өлкәһендә. Һәм хеҙмәтемде бик юғары баһаланылар. «РСФСР мәғариф отличнигы», «Уҡытыусы-методист», «Атҡаҙанған уҡытыусы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Ә Почет Грамоталарын кемдәр генә бирмәгән: БАССР министрлығы һәм Юғары Совет Президиумы, Комсомолдың Өлкә һәм Үҙәк комитеттары, Мәҙәниәт Министерствоһы, Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы, Рәсәй Федерацияһының «Белем» йәмғиәте, райком, райсовет, РАЙОНО, мәктәп дирекцияһы, редакцияларҙы әйтеп тораһы ла түгел. Һәр беренә нисаҡлы көс-ҡеүәт түгелһә, шуныса ҡыуаныс булып әйләнеп ҡайтҡан.

Оло рәхмәтемде мин айырата Йылайыр районының «Коммунизм өсөн» гәзите редакцияһына белдерер инем. Ул үҙенең Фурманов исемендәге премияһының лауреаты итеп шатландырыу өҫтөнә, арыумы-хөртмө, бар яҙғандарымды баҫып, мине дәртләндерҙе, күнектерҙе һәм, ахырҙа, яҙыусы итте. Бынан да ҙур ҡыуаныс булыуы мөмкинме ни: ауыл мөғәллиме һәм СССР Яҙыусылар союзы ағҙаһы. Йомарт булдың һин, Йылайыр, миңә ҡарата – ғүмергә һиңә булыслымын.

Йылайырға бәйле булған бер мәҙәк хәлде лә яҙмай китһәм, хәтирәләрем китек булыр төҫлө. Мәҙәк тип, хәҙер генә шулай тойола, ә ул саҡта ер тишегенә инеп китерлек оят булғайны. Бер саҡ шулай, үҙешмәкәр түңәрәк ағзалары концерт менән күрше районға – йәғни, Йылайыр ауылына – барҙыҡ. Тамашасыларҙың түҙемһеҙ алҡышына шаршау шар асылды. Юлдыбай клубы коллективы «Матрай» йырын башҡара. Юлдыбай урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Мөслим Әбсәләмов һүҙҙәре, музыка уҡытыусыһы Федор Стороженко көйө, − тип иғлан итте конферансье. Беҙ, һәүәҫкәр авторҙар, алғараҡ сығып баш эйәбеҙ. Эй, йырлайбыҙ, арыныҡ, ҡарлыҡтыҡ, буталабыҙ – осо-башына сығып булмай ҙа ҡуя бит. Репетицияла бер куплет һәм припевты йырлай ҙа ҡуя торғайныҡ. Сығырлыҡмы ни: ун ике куплет. Залдан хихылдаған, һыҙғырынған, «етер» тип ишаралаған сәпәкәй тауыштары ишетелә башланы... Ана шунан һуң мин, шиғыр яҙыуҙы ташламаһам да, йыр өсөн махсус һүҙҙәр яҙырға ҡулым барманы. Ғүмерлек һабаҡ бирҙе абзыйығыҙға Йылайыр сәхнәһе. Ә минең йөҙөмдө йыртҡан «Матрай» йырының припевы ғына иҫтә ҡалған:

Матрай.

Матрайҙа нурлы ҡояш, яҡты ай.

Хәҙерге бай,мул тормошҡа

Боронғолар аптырай.

Ғүмеремдең иң трагик көнө лә Йылайыр менән бәйләнгән. Ҡырҡ йәшемдә – тәжрибә лә, көс тә тулышҡан саҡта – туберкулез мине аяҡтан йығып, Йылайыр сирханаһының диспансерына алып барып һалды. Ах, шундағы янып-көйөүҙәр. Уны үҙ башына төшкәндәр генә аңлар. Аллаһу Тәғәләнән тағы ла ике йыл ғына ғүмер теләп ялбарып ятҡан көндәр. Бәхеткә күрә тиәйемме, ул ваҡытта фтизиатр булып мәшһүр табип А.А.Шестаков эшләй ине. Был фәҡирегеҙҙе ул аяҡҡа баҫтырып ҡына ҡуйманы, яратҡан профессиямды ҡабаттан дауам итер кимәлгә ҡайтарҙы. Ике йыл ғына түгел, яҡты донъяла шунан һуң егерме биш йыл йәшәп ятыла. Бына ниндәй бәхет бүләк итте миңә шифалы Йылайыр ере.

Бына шулай, районыбыҙ халҡы оло юбилейымды билдәләргә әҙерләнгәндә, аҡлы-ҡаралы сыбар уйҙар телгеләй күңелемде. Берсә ҡайғыларға тарытып хафаландырып, берсә түбәмде күккә тейҙереп ҡыуандырып, ғүмергә яҙмышыма үрелгәнһең һин, ҡырыҫ та, йомарт та, гүзәл дә Йылайыр.

Мөслим Әбсәләмов

12 август 98 йыл.

2026-04-01 (Шәүүәл, 1447 йыл.) №4.


Асығауыҙ

Кәрәк була: 230 г он 100 г ҡаймаҡ 70 г аҡ май 50 г шәкәр 1 йомортҡа 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) ванилин семтем тоҙ   Әҙерләү: Иләнгән онға ҡоро ингредиенттарҙы ҡушып болғатығыҙ. Һалҡын аҡ майҙы ҡырғыстан үткәрегеҙ ҙә он менән бер массаға ингәнсе ыуығыҙ....


Һөйәк һурпаһы

Һурпаны әҙерләү өсөн һөйәктәр, алма һеркәһе, ҡара борос, зәғферән (куркума) тамыры кәрәк. Дөрөҫ итеп әҙерләнгән һурпала коллаген, аминокислоталар, гликозаминогликандар, микроэлементтар (магний, фосфор, баҡыр, цинк, калий, тимер) күп була. Көтөүҙә йөрөгән, үлән ашаған малдың һөйәктәрен ҡулланырға...


Айҙы уртаға ярыу

Бер үк ваҡытта мөшриктәр һаман да Пәйғәмбәрҙән ﷺ мөғжизә (пәйғәмбәрлек билдәһе) күрһәтеүен талап итә: «Һин беҙгә, Аллаһтың бөтә илселәре лә халыҡҡа үҙҙәренең пәйғәмбәрлек билдәһен (мөғжизә) күрһәткән, тип һөйләнең. Муса пәйғәмбәрҙең таяғы булған, Сәлих пәйғәмбәрҙең − дөйәһе, Ғайса...


Шайтан яҙмалары

Ай-ай-ай Бөгөн минең менән ныҡ насар бер хәл килеп тыуҙы. Ай-ай-ай. Мин илайым, сөнки миңә бик ҡыйын. Нисек иламайһың инде? Ай-ай-ай. Бер ай элек, Мәхсә менән Мәрзиәнең араһын боҙор өсөн, ниҙәр генә эшләмәнем. Ул саҡта ҡыҙҙар тасма тас килеп ирешкәйне, ә бөгөн ҡабат дуҫлашып киткәндәр. Әйҙәгеҙ,...


Рабиға әл-Ғәдәүиә тураһында ҡисса

Аҡыл үә нәфсе кимәле Хорасан шәһәрендә бер егет бар ине. Үҙе бик ғалим ине. Рабиға тигән ҡатындың көндәрҙән бер көн ире вафат булып, ҡатын тол ҡалды. Был ғалим егет үҙе өсөн Рабиғаның өйөнә яусы булып барҙы һәм әйтте: – Йә, Рабиға! Мин һиңә үҙем өсөн яусылыҡҡа килдем, һин мине ҡабул...