Күргәндәре оноторлоҡ булмай!

Күргәндәре оноторлоҡ булмай!

Уҫман Динислам улы Динисламовты Сәфәр ауыл халҡы оло хөрмәт һәм ихирам менән иҫкә ала. Ул 1910 йылда Сәфәр ауылында ғаиләлә бишенсе бала булып тыуған. Бала сағы хәлле генә йәшәгән атаһының баҫыуҙарын ат һуҡаһы менән һөрөп, иген сәсеп, мал көтөп үтә. Баҫыуҙары хәҙерге Первомайка ауылы урынлашкан ерҙә була.

Ауылыбыҙҙа төрлө сетерекле хәл ваҡиғалар ҡалдырған, аҡтар менән ҡыҙылдарҙың ҡанлы алышын күреп, атай-әсәйҙәрҙең һөйләгәндәрен тыңлап, үҙ йөрәгенән кисереп үҫә. Ә кулактарҙы бөтөрөү кампанияһы башланғас, һигеҙ балалы ғаиләнең өйҙәрен, һарайҙарын, малдарын, ерҙәрен тартып алалар. Ишле ғаилә өҫтәренә кейгән кейемдәре менән генә тороп ҡала. Өйҙәрен яңы ойошторған Первомайка ауылына мәктәп итеп, һарайҙарын Әүзән яғынан күсеп килгән колхозсыларға барак итеп төҙөп ултырталар. Һуңынан ул иген келәте итеп файҙаланыла. Етмәһә, Уҫмандың яратҡан этен, хатта бесәйҙәрен күҙ алдында атып китәләр. Ә атаһы Динисламды, зарарһыҙ элемент, батрактары ла юҡ, ҡоротҡослоҡ менән шөғөлләнмәй тип, ситкә ебәрмәйҙәр. Бер ниһеҙ ҡалған ғаилә, күҙ йәштәренә күмелеп, Сәфәр ауылына килеп, землянка ҡаҙып шунда йәшәй башлай. Уҫман ғәрлегенән ауылдан сығып китергә уйлай, әммә уға справка кәрәк. Атаһының дуҫы уға: «Беҙзең түрә биргәнде ярата», − тип кәңәш бирә. Атаһы, өйҙәренә тентеү килерен ишетеп, үҙенең ҡәҙерләп кенә кейгән тунын йәшереп өлгөрә. Шуны алып ауыл түрәһенә бүләк итә һәм хаҡына « Динисламов Уҫман Динислам улы урта хәлле ғаиләнән» тигән белешмә яҙзырып ала. Хатта ағаһы Фәхрислам − офицер, аҡтар менән бәрелештә егеме дүрт йәшендә генә һәләк булды, − тигәнде лә яҙырға онотмайҙар. Шул ҡағыҙ менән Магнитогорскийҙа башланған яңы төҙөлөш компанияһына эшкә барып урынлаша. Ләкин унда оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Атаһына ныҡлы ярҙам кәрәк булғас, тыуған яғына ҡайтып, Ильинка приискыһында эш башлай. 1932 йылда Ҡыҙыл Армия хеҙмәтенә саҡырыла. Армия хеҙмәтенән һуң, алда эшләп киткән приискыла проходчик булып эшен дауам итә. Әммә Германияның беҙзең илебеҙгә баҫып инеүе һәм Бөйөк Ватан һуғышының башланып китеүе һәр кемде хафаға һала һәм бар халыҡтың тыныс тормошо, изге хыялдары юҡка сыға. Яңы ойошоп, аяҡҡа баҫа башлаған колхозсыларҙың алдағы саф, мауыҡтырғыс өмөт-хыялдары селпәрәмә килә. Уҫман Динислам улының ҡулында бронь булһа ла, үҙ теләге менән, өс балаһын ҡалдырып, фронтҡа китә. 1942 йылдың 16 ғинуарында ауыл халҡы өс ир уҙаманын: утыҙ ике йәшлек Уҫман Динисламовты, утыҙ өс йәшлек Закирйән Исламовты, ҡырҡ йәшлек Рәхимйән Дәүләтшинды фронтка оҙата. Уҫман менән Рәхимйәнде хәрби әҙерлек үткәс тә, 378-се запастағы уҡсылар полкына, ә Закирйәнде ботөнләй икенсе яҡҡа оҙаталар. Уҫман Динислам улы күп һөйләргә яратмай, бигерәк тә һуғыш тураһында, шулай ҙа ҡайһы берҙә асылып, йөрәге әрнеп:

− Ҡан ҡойошто, үлемде, күҙ йәштәрен, сәғәт эсендә һалдаттарҙың сәстәре үрә тороп, ағарып сыҡҡанын да, аҡылдан яҙғандарҙы ла күрергә тура килде, беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын, беҙ күргәндәр оноторлоҡ булманы, − тип әйтер була, ауыр көрһөнөп. Бигерәк тә ауылдашым Рәхимйәндең күҙ алдында, һуғышҡа яраҡһыҙ булып, уң ҡул башы ғәрипләнеп, ҡайтып китеүе, уның менән айырылышыу үтә лә ауыр булды, − тип хәтерләй ул.

1943 йылдың апрель айында Уҫман Динисламов үҙе лә ҡаты яралана. Алты ай госпиталдән госпиталгә күсеп дауаланғандан һуң, хужалык взводына күсерәләр. Тиҙҙән яралары төҙәлеп тә бөтмәгән яугирҙы, 208-се миномет полкына минометчик итеп ҡуялар. Уларҙың хеҙмәт иткән частары Висла-Одер операцияһында ҡатнаша. Уның награда ҡағыҙында: «Уҫман Динислам улы Динисламов Дебус районында, дошмандың оборона һыҙығын өҙөүҙә үҙен ҡурҡыу белмәгән, ҡыйыу, яугир итеп күрһәтте һәм 25 немец һалдатын юҡ итте. Бының өсөн ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлана», −тип яҙылған. Бынан алда өлкән сержант Уҫман Динисламов: «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнһә, күп тә үтмәй, уның күкрәген « Ҡыҙыл йондоҙ» ордены биҙәй.

Сәфәр ауылының ябай яугире артабан Польшаны гитлерсыларҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Варшаваны азат итеү өсөн барған ҡаты бәрелеш хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡала. Уҫман Динисламов Берлинғаса барып етә һәм уны штурмлауҙа ҡатнаша. Бында уға, тыныс тормошта мәргән һунарсы булған ир уҙаманына, снайперлыҡ бурысы йөкмәтелә. Был ғәскәри бурысты ла ул оҫталыҡ менән ҡыйыу башҡара. Уҫман ағай бер нисә тапҡыр яралана. Ғүмере буйы яраланған ҡулбашы менән аяғы һыҙлап ыҙалай. Аяғындағы ҡанлы һуғыш яланынан алып ҡайткан снаряд ярсығын үҙе менән мәңгелек доньяһына алып китә. Уны улы Юлайға күрһәтеп: «Был осло снаряд ярсығы һаман килеп сыҡмай ҙаһа», − тип ғәжәпләнер була. Миномет төркөмөндә хеҙмәт иткән сағында, ҡаты бәрелеш барғанда, көтмәгәндә Илсе ауылы егете Әхмәтхан Кәримов менән осраша, бер нисә ауыҙ һүҙ генә һөйләшеп өлгөрәләр. Нәҡ ошо мәлдә былар эргәһенә снаряд төшә. Икеһе ле контузия ала. Әхмәтхан иҫенә килә, әммә бер нәмә лә күрмәй. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер туғанға әйләнгән дуҫының да өнө-тыны беленмәй. Тауыш бирһә, үҙ тауышын үҙе ишетмәй. Шулай ҙа һәрмәнеп, абына-һөрөнә эҙләнергә тотона. Һәм йән-тәслимгә ҡыбырлап ятҡан аяҡты тоя. Әхмәтхан ергә күмелеп ҡалған Уҫманды үлемдән ҡотҡарып алып ҡала. Икеһен дә госпиталгә оҙаталар. Һуғыш яланында тыуған дуҫлыҡ ғүмерлеккә дауам итә. Әхмәтхан да игелекле, изгелекле балалар тәрбиәләй. Ул 1919 йылғы, сержант званияһында 1946 йылдың башында демобилизациялана. Өс тапҡыр яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Берлинды алған өсөн», « Германияны еңгән өсөн» һәм юбилей миҙалдары менән наградлана. Унан аҙ ғына алдараҡ ауылына ҡайтҡан Уҫман Илсе ауылына йыш барып йөрөй, дуҫынын ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтә. Әхмәтхан ҡайтҡас та, ҡатыны Сания менән икеһен ҡунаҡҡа саҡырып, ҡорбан салып, өс көн ҡайтармай ҡунаҡ итә. Һуғыштан һуң да осрашып, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып йәшәйҙәр. Уларҙың дуҫлығын балалары ла дауам итә.

Уҫман Динислам улына һуғыштан һуң өйҙә оҙаҡ ял итеп ятырға насип булмай. Уны колхозға бригадир итеп эшкә ҡушалар. Эшсе ҡулдар етешмәгән ауыр ваҡыттар. Һуғыштан яралары ла төҙәлеп бөтмәгән аяҡһыҙ-ҡулһыҙ яугирҙәр, төп колхозсылар булып, аслыктан эстәре көптәй булып ҡалған, ҡырҡ ямаулы кейем кейгән ыбыр-сыбыр бала-саға ла, төртһәң йығылырға торған, ҡатыраҡ һүҙ әйтһәң, күҙ йәштәренә күмелергә әҙер торған хәлһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро…

Ҡайҙа ҡарама, емереклек, арыҡ-турыҡ мал, һөрөлмәй ятҡан ерҙәр, ҡыйралған техника... Эш аттары бармаҡ менән һанарлыҡ, егенгә өйрәтелгән үгеҙҙәрҙең дә рәте самалы. Һуғыш ваҡытында утын урынына яғылып бөткән кәртә-ҡураһыҙ бәләкәй өйҙәр, йә ер иҙәнле, кәҫ башлы землянкалар. Ашарға етмәгән наҡыҫ заман, ә ярҙам көтөр ер юҡ. Ҙур бригадалағы эштәрҙе яйға һалыу өсөн Уҫман Динисламов байтаҡ тир түгә. Әлбиттә, йылдар үтеү менән, талапсан етәкселәрҙең эшмәкәрлегенән, ауырлыҡтарға бирешмәй, көндө-төнгә ялғап эшләгәндәрҙең фиҙакәрлегенән эш шарттары күпкә яҡшыра. Халыҡ эш хаҡына иген ала башлай, утын мәсьәләһе лә яйға һалына. Ойоштороу һәләтен, сыҙамлылыҡ талап ителгән бригадирлыҡ эшен Уҫман Динисламов оҙаҡ йылдар бар күңелен биреп башҡара. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены», «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдарына лайык була. 1957 йылда – Бөтә Союз, 1960 йылда республика халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша. Ул йәмәғәт тормошонда ла әүҙемлек күрһәтә, урындағы советҡа депутат итеп тә һайлана. Һабантуйҙарҙа бил бирмәҫ көрәшсе, тигән данлы исемгә лә лайыҡ була. Тормош иптәше Сафура инәй менән алты бала тәрбиәлеп үҫтерәләр. Өйләнешкәндә, егеткә ун алты булһа, ҡыҙға ун биш йәш кенә була. Икеһенең дә ата-әсәләре дини кешеләр булалар. Сафура инәй Илсе ауылының имамы, Зәйнулла ишандың яратҡан шәкерте Шаһикамалдың ҡыҙы була. Сафура инәй ҙә ғүмере буйына намаҙынан айырылмай, аяттар уҡып йәшәй. Динисламовтарҙың өлкән ҡыҙзары Минзаһира (мәрхүмә), колхоздың алдынғы һауынсыһы булды. Улдары Тамьян (мәрхүм) оҙаҡ йылдар колхоздың 3-сө бригадаһын етәкләй, профком рәйесе, хужалык етәксеһе була. Ҡыҙҙары Наилә һауынсы, клуб мөдире була, әле хаҡлы ялда. Улдары Юлай алдынғы водитель, атаһы кеүек көрәшсе. Атай-әсәһенең нигеҙен туҙзырмай, ҡатыны Рәүзифә менән ауылда өлгөлө ғаилә булып донъя көтә. Йәмилә − Дүртөйлөлә. Зәмбилә медицина университетын бөтөп, Сәфәр ауылында баш табип булып эшләне. Үкенескә ҡаршы ҡаты ауырыу уны иртә алып китте. Уҫман Динислам улы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Берлинды алған өсөн», “Германияны еңгән өсөн” һәм юбилей миҙалдары менән наградланған.

Уҫман Динислам улы Динисламов үҙенән яҡшы хәтирәләр ҡалдырып, 1994 йылдың 9 сентябрендә, 83 йәшендә мәңгелек донъяһына күсте. Ауыр тупраҡтары еңел булһын! Эшләгән изгелектәре ожмах түренә илтһен!

ӘҠЛИМӘ САФИНА

Учалы районы, Сәфәр ауылы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...