«Намаҙ уҡый белмәйем, тип әйтмәгеҙ!..»

«Намаҙ уҡый белмәйем, тип әйтмәгеҙ!..»

Яратып уҡыған «Әс-сәләм» гәзитенең һигеҙенсе һанында Фазылйән Һөйөндөков тураһындағы мәҡәләне уҡып сыҡҡандан һуң, беҙҙең яҡтарҙа билдәле диндар, һоҡланғыс шәхестәр тураһында йөрәгемдә һаҡланған яҡты хәтирәләремде бүлешкем килеп китте. Һүҙемде бала саҡ хәтирәләренән башлайым. Инәйем Ғәбиҙә, олатайым Баймырҙа Амантаевтар ғаиләһендә үҫтем. Ауылыбыҙ Юлдыбай ҙур ғына, Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан, юлға бай төбәк. Ауылымдың бай тарихлы икәнен бала саҡтан белдем.

 

Ололарға ололар килә. Осрашҡанда йыш ҡына аслыҡ ваҡыттарын, һуғыш афәттәрен, репрессия ғәләмәтен һөйләнеләр. Ярлылыҡ, һуғыштан һуңғы ауыр тормошто күреп үҫтем.

Ситтә йәшәнек, телевидение, радио, электр уты ла юҡ ине беҙҙең йортта. Мәсет булмағас, ауыл ҡарттары, күрше ауылдан килеп, Түштә – ҡарағастар үҫкән ерҙә йома намаҙына йыйылырҙар ине.

Ҡартатайым Шакирйән Биксәев элек мулла булған. Йома сәйе әҙерләп көтөп торабыҙ, беҙгә йышыраҡ Исҡужа ауылынан Фазылйән һәм Сабирйән олатайҙар, Һынташтан Рәхимйән Үтәғолов киләләр ине. Улар сәй эскәндә, ололарҙың ҡыҙыҡ хәбәрен ҡолағымды ҡарпайтып тыңлайым, күңелемә һеңдерәм.

Йылдар үтте, Фазылйән олатайҙың ҡыҙы Сәйҙә беҙҙең мәктәпкә 8-се класҡа уҡырға килде, беҙ уның менән дуҫлашып киттек. Сәйҙә мине әллә нисәмә тапҡыр ауылына алып ҡайтып, ҡунаҡ итте. Уларҙың матур тормошо, алма баҡсаһындағы умарталары, хәтфә үләнле ишек алды, инәй-олатайҙың мөләйем ҡараштары, хуш еҫле бал менән самауырҙан ҡойоп эскән сәй тәме әлегеләй хәтеремдә.

Йылдар үтте, беҙ БДУ-ны тамамлап, ауылға эшкә уҡытыусы булып ҡайттыҡ. Инәй һәм олатайым мәрхүм булғас, Фазылйән олатайым ерләште. Ҡайғылар кисергәс, сирләп тә алдым. Бер төндө бер ауаз ишетелде ҡолағыма: «Фазылйән олатайыңа бараһың», – тине, һәм шулай иттем дә, бәләкәс ҡыҙымды алып барҙым. Олатай шул көйө матур, мөләйем, Сабира инәй тәмле сәйен эсерҙе. Хәҙрәттең нурлы ҡарашы, яҡшы һүҙе, доғалары миңә еңеллек бирҙе, күҙҙәр асылғандай булды, тырышып йәшәргә көс бирҙе, ҡыҙымды ла өшкөрҙө. Ҡайтыу яғына ыңғайлағанда хәҙрәттән:

– Олатай, беҙ нисек йәшәрбеҙ икән, бер нәмә лә белмәйбеҙ бит, – тип һораным.

– Әлмира, «Ҡулһуаллаһ»ты беләһеңме?

– Эйе, олатай.

– Улай булғас, ҡыҙым, белерһең...

Аҙаҡ инде намаҙға баҫҡанда, бар кәрәк сүрәләрҙе яттан белеүемә ғәжәпләндем. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ: «Изгеләр, белемлеләр янында булығыҙ», – тигәнен һәр ваҡыт иҫтә тоттом.

Илдар улым донъя ҡуйғас, олатайҙы өйөбөҙгә аятҡа саҡырҙыҡ. Яңы магнитофон алған инек, хәҙрәттең тауышын яҙҙырырға 5-се класта уҡып йөрөгән Айҙар улым ярҙам итте. Матур һалмаҡ ҡына тауыш менән Ҡөрьән аяттарын уҡып, теләктәр теләне лә Фазылйән олатай: «Мин йәш ваҡытта Бабич шиғырҙарын йәшереп уҡып, ятлай торғайным, һөйләйемме?» – тине. Әлбиттә, аҡһаҡалыбыҙҙы ихлас тыңланыҡ, Ҡарамышев һәм башҡалар хаҡында иҫтәлектәрен тыңлап, уның зиһененә, аҡылына һоҡлана инем. Айҙар улым олатайҙы ныҡ оҡшатты. Йылдар үткәс, уйламағанда, шул изге йортҡа кейәү булды бит, Фазылйән мулланың ейәнсәре Альбина Сәлмән ҡыҙы – киленебеҙ, Аллаһҡа шөкөр!

Магнитофонға яҙҙырылған тауышын аҙаҡ Өфөгә килеп, компакт-дискыға күсереп, Сәйҙә әхирәтемдең 50 йәшенә бүләк иттем.

Йылдар үткәс кенә Фазылйән олатайҙың тормош юлы, ғаиләһе, балалары хаҡында яҡшыраҡ белә һәм аңлай башланыҡ, ни тиклем көслө, ипле, баҫалҡы кеше ине. Олатайҙы тирә-яҡта халыҡ ныҡ хөрмәт итте, уҡымышлығы, ябайлығы, ярҙамсыл булыуы өсөн яратты, өшкөрөүе барыһына ла килеште. Һатыусы булып эшләргә тура килә уға, хәрәм эсемлекте салғыйы менән тотоп һатҡан кешегә. Инвалид булғас, был эшкә зарураттан барған ул. Һигеҙ баланы кеше итергә кәрәк бит! Күп мал, ҡош-ҡорт ҡараны, йылҡы ла тотто, бер нисә умартаһы булды, шуға балдан өҙөлмәне.

Фазылйән олатайҙың балалары ла һынатманы, шәп кешеләр. Шамил ағай, Сәйҙә, Сәлмән ҡоҙа юғары белемле уҡытыусылар, Васил ағай, Ҡаһарман – зоотехник, Камил менән Хөснә – табиптар, Сәлимә – урта белемле эшсән. Һоҡланғыс ғаилә – барыһы ла тырыш, уңған, татыу, динлеләр. Ҡаһарман ауылда мулла, хаҡлы ялға сыҡҡас Камил ҡустыһы менән ауылға ҡайттылар, йорт һалып сыҡтылар. Фазылйән олатайҙың өс улы хәҙер ауылда. Сәлмән улы төп нигеҙҙә яңы өй һалып, балалар үҫтереп, ишле мал-тыуар, баҡса ҡарап йәшәй, туғандары менән мәсеткә йөрөй.

Олатай балаларына, күркәм тәрбиә генә түгел, яҙмыштарына ла оло фатихаһын биреп, хатта үҙе донъяла нисек йәшәргә өйрәтеп, «Васыятнамә» яҙып ҡалдырған. Унда ул шулай уҡ дин буйынса уны нисек дөрөҫ итеп ерләргә, дүрт мөйөшкә дүрт мулла ниндәй доға уҡыуы, шулай уҡ «намаҙ уҡый белмәйем, тип әйтмәгеҙ, донъя мәшәҡәте менән әлегә уҡымайым, тип әйтегеҙ, гонаһ эшләмәгеҙ, һәм башҡа шундай кәңәштәрен һәр балаһына исемләп яҙған. Иҫ китмәле матур шәхес ине!

Олатайҙың йөҙ йыллығын балалары матурлап, ҡорбан салып үткәрҙе, туған-тыумасаһын, ауылдаштарын саҡырып алып, мәжлесте тәбиғәт ҡосағында ойошторҙо, рәхмәт уларға. Исҡужа ауылына барған һайын, олатайҙың өйөнә инеп, аят бағышлайым, күңелгә тыныслыҡ, көс алам.

 

Эльмира Сараева, Өфө ҡалаһы

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...