Зәйнулла ишан күсере

Зәйнулла ишан күсере

Зәйнулла ишан күсере

Минең ҡартатайым Мөхәммәдинур Мөхәммәтгәрәй улын, балаларына ла, ауылдаштарына ла иғтибарлы һәм кәрәк урында ҡаты була белгән ғәҙел старостаны, халыҡ хөрмәт иткән. Улар Миңзада ҡартәнейем менән дүрт малай, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өсөнсө балалары, ябыҡ ҡына малай, Солтанғәлигә атаһы айырыуса иғтибарлы була. «Ниңә уның ашағаны тәненә йоҡмай?» – тип хафалана. Улы хужалыҡта ауыр эште булдыра алмаһа ла, уҡымышлы дини кеше булһа, юғалмаҫ, тип мәҙрәсәгә бирә.

 

Бер аҙҙан Солтанғәлиҙең малдарҙы, бигерәк тә йылҡы малын яратыуын, уларҙы тәрбиәләргә әүәҫлеген, башлаған эшен еренә еткереп эшләргә әүәҫлеген күреп, мал докторына уҡытырға ҡарар итә һәм мәҙрәсәнән алып Ҡара Яҡупта асылған земская школаға уҡырға урынлаштыра.

Йәйге каникулда малайҙар менән ҡасышлы уйнап йөрөгәндә Солтанғәли эсенең ауырыуына сыҙай алмай, хәле бөтөп, бөгәрләнеп сүгәләй. Бушанырға итә, әммә бер нисек тә бушанып бөтә алмай. Башҡа малайҙар артынан китәргә йыйынған дуҫы Нәғим Шәңгәрәйев, туҡтап: «Солтан, һинең бит эсәгең сыҡҡан, һелкенеп тора», – ти ҙә, китә башлай.

– Мине ташлап китмә, япраҡ менән тот та, тартып сығар. Һиңә аҡ күлдәгем менән салбарымды бирермен, – тип ялбара. Нәғим әрекмән япрағы менән тотоп, тартып сығарһа, бер аршин оҙонлоғо (80 см) эсәк йылан булып сыға. Таш менән башын төйөп үлтерәләр ҙә, әрекмән япрағына төрөп алып ҡайтып китәләр.

Солтан үҙе әйткән кейемдәрен алып, сығып барғанда атаһы: «Ҡайҙа барырға йыйынаһың?» – тип туҡтата. Малайҙар нимә булғанын һөйләп, әрекмән япрағындағы йыланды күрһәтәләр. Ә ул Нәғимгә көмөш аҡса бирә. Малай Солтандың әйберҙәрен ҡулына ала ла: «Мин быларҙы кейеп ҡайҙа барам, ә һиңә уҡырға кейеп барырға кәрәк», – тип кейемдәрҙе кире бирә.

Ошо ваҡиғанан һуң Солтан үҫеп, көрәйеп китә. Уларҙың дуҫлығы тағы ла нығый.

Бер ваҡыт Солтанғәлигә өс йәшлек айғырҙы үҙ ерҙәрендәге махсус ҡаҙыҡҡа бәйләргә ҡушалар. Тыуған ауылының тәбиғәт матурлығына һоҡланып китеп барған үҫмер малайҙы дуҫы туҡтата ла:

– Айғырығыҙ үлән ашап та туйыр, атҡа тигән икмәгеңдән һындырып ҡына булһа ла миңә лә өлөш сығарһаңсы, – ти. Солтан атының дилбегәһен биленә урап бәйләй ҙә, ҡапсыҡтағы икмәген алып, күпме бар, шул көйө бирә.

– Барыһы ла миңәме?! – тип дуҫы шатланып китә. Унда бит ярты икмәк!

– Эйе. Бөтөн булһа, бөтөн килеш тә бирер инем. Хәҙер һинән бер нимә лә йәл түгел! – ти Солтанғәли.

Әллә шатлыҡтан йүгереп киткән Нәғимдән, әллә унан ҡурҡып, пырылдап осҡан бүҙәнәнән өркөп, кинәт бер яҡҡа һикергән айғыр, Солтанғәлиҙе аяҡтан йығып, һөйрәп сабып сығып китә. Шунда уның уң янбашы сыға.

Айғыр үлән ашап туйғас, әпәй барҙыр тип, өйрәнгән ҡаҙыҡ янына килә. Шунда һөйрәлеп хәлдән тайған малай, бар көсөнә шыуышып, билендәге дилбегәне сисеп, ҡаҙыҡҡа урап бәйләп ҡуя. Бүтән ҡуҙғала алмай.

Кис була. Айғыр ҙа юҡ, малай ҙа юҡ... Эҙләп килһәләр, малай хәл эсендә ята, ә айғыр уның янында баҫып тора.

Икенсе көндө Мөхәмәдинур улын дауаханаға алып барырға йыйынып йөрөгәндә, малайының бәхе-тенә, Зәйнулла Рә-сүлев килеп керә. Ғөмүмән, Зәйнулла ишан уларға йыш килеп йөрөгән. Улар бер-береһен ихтирам итеп, ярҙамлашып йәшәгәндәр.

Ишан м алайға ҡарай ҙа: «Балаға ер зәхмәте ҡағылған, бер өшкөрөү менән генә аяҡҡа баҫмаҫ», – тип, алып китергә булған.

Зәйнулла ишан Солтанғәлиҙе алты ай өшкөрөп дауалай. Сыҡҡан янбашын ултырта, йөрөй ала башлағас,үҙенең күсере итеп, үҙе менән йөрөтә, өшкөрөп дауалауын да дауам итә. Ишан уны күсер генә тип кәмһетергә юл ҡуймай. Солтанғәлиҙе гел үҙе менән бергә йөрөтә: биш ваҡыт намаҙҙы ла бергә уҡыйҙар. Тән һаҡсыһы кеүек гел ишан янында була.

Бер саҡ ҡыш көнө, Мишкә районы Үръяҙы ауылынан ҡайтҡанда, буран сыға.

Боролмала сана салыулап китеп, ишан менән икеһе бергә осоп барып төшәләр. Солтанғәли тороп, ат артынан йүгерә башлағас, ат китмәҫ, бында кил, ти Зәйнулла ишан. Ысынлап та ат китмәгән. Толобона уралып, ҡуҙғала алмаҫлыҡ булып, көрткә сумған ишанды күтәреп торғоҙғанда, Солтанғәлиҙең янбашы тағы ла сыға, ныҡ ауырта. Тимәк тағы ла өшкөрөү, түшәк режимы, дауаланыуҙар көтә.

Төндә егет төш күрә. Имеш, йәйге матур көндә бер алмағас ҡып-ҡыҙыл алмаларынан һығылып ултыра. Үҫмер бала алма алырға, тип барһа, кинәт ел сығып, алманы осортоп алып китә. Ә ул, Солтанғәли, илап ебәрә.

«Солтанғәли, Солтанғәли, уян, үҙең бит атты йүнләп тотманың», – тип уята Зәйнулла ишан. Әммә был юлы, күпме өшкөрһә лә, күсере уң аяҡҡа бер аҙ эйелеберәк атлай башлай. Теле менән әйтеп бөтмәһә лә, күсеренең иғтибарһыҙлығы арҡаһында, йығылған саҡта, оло йәштәге кешенең үҙе лә ауыртынғандыр бит инде.

Ер йөҙөнөң барлыҡ мосолман илдәрендә танылған изге ишан Зәйнулла Рәсүлев менән тағы дүрт йыл бергә йөрөп, Солтанғәли шәриғәт ҡанундарын, ғәҙеллек, хәләл-харам, паклыҡ, йомартлыҡ, ярҙамсыллыҡ, һаҡсыллыҡ кеүек төшөнсәләрҙе үҙләштерә. Өшкөрөлә торғас, үҙаллы матур ғына итеп йөрөй ала башлай.

Хөкүмәт законына ярашлы рәүештә, 20 йәше тулып китһә лә, һалдатҡа ҡаралыу өсөн Солтанғәлиҙе тыуған ауылына Зәйнулла Рәсүлев үҙе ҡайтара.

Зәғифләнгән үҫмер баланы алып китеп, дауалап, дин әһеле булырлыҡ, ғилем биргән, тәрбиәләп, ир-егет итеп үҫтереп алып ҡайтҡан изге ишан хөрмәтенә Мөхәммәдинур, ҡорбан салып, ҙур Ҡөрьән мәжлесе үткәрә. Ҡунаҡтарға, балаларына ишандың вәғәзенән күңелдәренә ләззәтләнеү, ә үҙҙәренә ул уҡыған Ҡөрьән нуры менән хөрмәтләнеү мөмкинлеге бирә ауыл старостаһы.

 

Рәүиҙә Ғарипова, Шишмә районы

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Сит бала түгел

Ҡатыным беренсе иренән булған балаһына минән аҡса һорай. Мин бер нисә тапҡыр уға кейем алырға, мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттем, ләкин, шәриғәт буйынса, мин уны тулыһынса тәьмин итергә тейешменме?   Б., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.   Дин белгесе яуабы Ҡатынығыҙҙың беренсе никахтан булған...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...