Мәзин олатай

Мәзин олатай

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙ менән уны, Мәзин олатайыбыҙ, тип кенә йөрөттөк. Ғәлимйән Абдулла улы 1881 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Абдулла Аблаевтың өс улы: Ғәлимйән, Ахунйән, Хәкимйән һәм Кинйәбикә исемле ҡыҙы була. Уландары ла, аталарына оҡшап, дин юлын яҡын күрә. Ғәлимйәнгә лә атаһы кеүек Орск ҡалаһындағы мәҙрәсәлә белем алыу бәхете тейә.

 

Ул бала сағынан уҡ үҙендә ниндәйҙер тылсымлы көс, һиҙемләү барлығын белеп үҫә. Егет ҡорона еткәс тә, шул көс унда көсәйгәндән-көсәйә бара, әммә кешегә белгертмәҫкә тырыша. Ҡайһы саҡ үҙе менән бергә йөрөгән дуҫ-иштәре сирләп китһә, Ғәлимйән ҡулын шул кешенең ауыртҡан еренә баҫты ниһә, ауыртыуы һыпырып алғандай, ауырыу кеше, йүгереп-атлап, шәбәйә лә китә. Йәшмен бит әле, кеше бағырға иртәрәк әле миңә, өлкәнәйгәс кеше ҡарарға тотонормон, тип үҙенә-үҙе һүҙ бирә.

Бала саҡтан көтөү көтөп, бесән сабып, утын ҡырҡып, сынығып үҫкән егет, ниндәй эшкә ҡушһалар ҙа, бирешеп тормай, һынатмай. Төҫкә-башҡа бик матур була. Мәлихә исемле һылыу ҡыҙға өйләнә ул. Әбделғәлим исемле улдары, Вәлимә исемле ҡыҙҙары тыуа.

1921 йылда ҡатыны, ваба ауырыуын йоҡтороп, үлеп китә. Ғәлимйәнгә ике бала менән тол ҡалыуы ауырға тура килә. 1931 йылда, кулак тигән исем тағып, буштан бәлә яғып, Ғәлимйән менән Ахунйән ҡустыһын золомлоҡҡа алып, ун йылға Беломорканалға ебәрәләр. 1938 йылда амнистияға эләгеп, тыуған ауылы Аралбайға әйләнеп ҡайталар.

Һөргөнгә китмәҫ элек Ғәлимйән олатай ике балаһы менән тол ҡалған Нәғимә исемле ҡатынға өйләнә һәм уларҙың Ғәлимә исемле ҡыҙҙары тыуа. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Йәше өлкән булыу сәбәпле, Ғәлимйән олатайҙы һуғышҡа алмайҙар. Ир кешегә тылда ла эш етерлек була.

Мин Ғәлимйән олатайҙы бер ҡасан да эшһеҙ, урамда эскәмйәлә ҡул ҡаушырып ултырғанын күрмәнем, һәр ваҡыт ул хеҙмәттә булды. Иртәнсәк, Һаҡмар буйына төшөп, тәбиғәтте, донъяны байҡап йөрөп килер ине. Аҙ һүҙле, итәғәтле, мөләйем йөҙлө, ихлас, матур олатай булды бит ул! Ғәлимйән олатай икенсе ҡатыны Нәғимә инәй менән, ҡыҙы Ғәлимә лә, тыуған ауылдары Аралбайҙа йәшәнеләр.

Бик йыш ҡына Мөжәүир хәҙрәткә лә барып ҡайтыр булған Ғәлимйән олатай. Мөжәүир хәҙрәт ихлас күңел менән: «Әйҙә, Ғәлимйән хәҙрәт, түрҙән уҙ, тура ултырып сәй эсеп, һөйләшеп ҡайтырһың», – тип һамаҡлап ҡаршы алып, юлда йышыраҡ атыңды һуғарып алырға тырыш, тип оҙатып тороп ҡалыр булған уны. Ә Ғәлимйән олатай ҙа, йәш сағында әйткән үҙ һүҙенә тоғро булып, бик күп кешене дауаланы. Уның тураһында ишетеп ҡалып, хатта Ырымбур, Силәбе яҡтарынан һәм башҡа сит район-өлкәләрҙән дә, яҡын-тирә ауылдарҙан да килер булғандар уға бағынырға.

Килгән кешенең береһен дә кире бороп сығарманы Ғәлимйән олатай. Шуға ла уларҙың ҡапҡалары бер ҡасан да ябылманы һәм кеше өҙөлмәне. Бетеү ҙә яҙып биреп, йәсин дә сығыр булған ул килгән кешеләргә, өшкөрөүе лә ныҡ килешкән уның. Ҡуянсыҡ ауырыуы менән яфаланыусылар, ен ҡағылып, бер төрлө иҫкә ярымланып ауырыу-сылар, ҡото осоп, йоҡлай алмай интегеүселәр бер-ике өшкөрөүҙән һин дә мин шәбәйеп киткәндәр. Бер заман, бесән ваҡытында, Иҙрис исемле бер йәш егет, күтәрем өҫтөнә ятып, йоҡлап китә. Шундай һалҡын, таҙа һыуҙы йотлоғоп эсәм икән, тип уянып китһә, эсендә бер нәмә семетеп, сәнсеп болғанғанын тоя. Ҡоҫа башлай, эсен тотоп ауыртыуына сыҙай алмағас, көскә Ғәлимйән олатайға алып киләләр уны. Олатай эсен тотҡолап ҡарай ҙа: «Йылан йотҡан бит бала, ана шул-шул ерҙә ат өйөрө бар, шунда йүгереп бара һалып, шунда йөрөгән бер һарғылт төҫтәге бейә малының һейҙеген алып килә һалығыҙ тиҙ генә, тип бойороҡ бирә. Башҡа төҫтәге йылҡыныҡын ала күрмәгеҙ бер үк, түлкә шул мин әйткән бейәнекен алып килегеҙ», – тип тиҙләтә уларҙы. Бейәне тотоп бәйләп, апаруҡ ҡына көтөп ултырып, кесе ярауын алып ҡайтып бирәләр. Шуны өшкөрә һалып, егеткә эсереп ебәрә, шул арала еҙ тасҡа аҡтара ҡоҫоп та ебәрә теге егет. Артынса еҙ йылан килеп сыға.

Бесәнселәрҙе, йоҡлап китмәгеҙ, һаҡ булығыҙ, ауыҙығыҙға йылан инеп китер, тип һәр ваҡыт иҫкәртер булған. Йылан кешене тәүҙә арбай икән, шул ваҡыт кешенең шул хәтлем үлтереп йоҡоһо килер, тиҙәр бит.

Элек Ҡарағас йылғаһы тама-ғында мөлкөп ятҡан батҡаҡлыҡ бар ине. Беҙ шул ерҙән, йылға аша таштан-ташҡа һикереп, Үрге Ғәле ауылына уҡырға йөрөй инек, ул 1971-72 йылдар тирәһе булғандыр. Ғәлимйән олатай кешеләргә, шунда оҙаҡ йәшәгән аждаһа ята, тип аңғартҡан булған. Шулай, бер йәй көнө, май айҙарының аҙағында, кискә табан ҡапыл ғына әллә ҡайҙан бер ҡара болот килеп сығып, йәшенләп тороп, ныҡ итеп күк күкрәп, ҡойоп ямғыр яуып үтеп китте. Әсәйем мәрхүмә ул ваҡытта түбәнге аръяҡтағы фермала төнгө ҡарауылсы булып эшләй ине. Юлында Ғәлимйән олатай тап булып: «Ҡарындаш, баяғы ҡурҡыныс йәшен ғәләмәте теге аждаһаны килеп алып китте бит», – тигән. Ысынында, беҙ иртәнсәк уҡырға барғанда, шул батҡаҡлыҡ урынында ҙур тәрән соҡор ятып ҡалғанын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп инандыҡ. Ә Ғәлимйән олатай уны алдан белеп, һиҙеп йөрөгән булған.

Тағы ла бер тарих. Бер ҡыҙ бала еләк йыйып йөрөгәндә, ҡапыл ҡойон килеп сығып, өйрөлтөп-өйрөлтөп алып, ҡыҙҙы ҡолата һуғып китә. Эңер еткәс, ҡыҙҙың күҙенә теләһә нимә күренеп, сәсрәп, биреләнеп ауырып китә. Өйҙән йүгереп сығып, ҡасып китеп ҡаҡшатҡас, ҡыҙҙы хатта бәйләп һалып та ҡарайҙар. Ахырҙа, Ғәлимйән олатайға өшкөртөргә алып киләләр. Өс көн дауамында өшкөрә торғас, ҡыҙ үҙенең элекке хәленә ҡайта.

Әсәйем мәрхүмә һөйләгәндәрҙең береһе − Ғәлимйән олатай хатта бер йылан менән дә алыша. Был хәл былай була. Олатай үҙе Юлдыбайҙан Ҡәнифә юлы менән тура Ҡамыш-үҙәк ауылы аша Аралбайға ҡайтырға сыға. Убаға еткәс, боролоп, берләм генә юл буйлап, Аҡбай аша тура ҡайтырға була. Күк күл тәңгәленә еткәс, бер йылан башын ҡалҡытып, юл уртаһында ята, ти. Олатай шундуҡ һиҙеп ҡала, бының тигенгә түгел икәнлеген. Доғаларын уҡып, йыландың исемен һанай башлай. Ҡара тиргә төшә олатай. Инде лә әҡәл сиккә еттем тигәндә, «йәмкә» тип әйтеүе була, йылан шартлай. Йыландарҙың да исемдәре була бит ул, тип әйтә торғайны мәзин олатай, тип һөйләгәне иҫтә ҡалған әсәйемдең. Кешенең көнкүрештә тотона торған әйберҙәренән тора йыландарҙың исеме. Мәҫәлән, бер кешене йылан арбап юлдың уртаһына килеп ултыра икән. Аптырашынан, теге кеше бөтә өй эсендәге әйбер исемдәрен һанап бөтә лә: «Төймә!» – тип, төймәһен өҙөп ебәргән икән, йылан юҡҡа сыҡҡан.

Беҙ бала саҡта һәр өйҙә лә булғандыр олатайҙан өшкөртөп алынған тоҙ. Ауырып китһәк, йә ялата, йә тоҙҙо һыуға татытып, бит-ҡулыбыҙға һөртә торғайнылар. Ысынлап та, шифаһы тейә ине уның. Баш ауыртһа, теш, ҡолаҡ һыҙлаһа, бер өрөп баштан һыйпаһа, ауырыуҙы һыпырып ала ла ҡуя торғайны, тип һағынып иҫләрҙәр ине.

Мәзин олатай: «Аш-һыуығыҙҙы бисмилла итеп, ябып тотоғоҙ, яман ауырыуҙың шунан да сайпылыуы бар», – тип һәр саҡ иҫкәртеп ултырыр булған.

«Кешенән көнләшмәгеҙ, үҙегеҙҙе тыныс тоторға өйрәнегеҙ! Нахаҡ һүҙҙәрҙән тыйылығыҙ, һүҙ ташымағыҙ! Күрше-күлән менән татыу, хәлен белешеп йәшәгеҙ! Мин-минлектән тыйылығыҙ, ата-әсәйегеҙгә ауыр һүҙ әйтеүҙән тыйылығыҙ! Барына шөкөр итеп, юғына сабыр булып йәшәгеҙ, шул саҡта оҙон ғүмерле, бәхетле, һау-сәләмәт, иманлы булырһығыҙ. Биш ваҡыт намаҙ уҡый алмаһағыҙ ҙа, Аллаһу Тәғәләне онотмағыҙ, әруахтарға аяттар уҡып, белгән доғаларығыҙҙы ҡылып йөрөгөҙ! Йәнегеҙ-тәнегеҙ һау булһын өсөн, бар нәмәгә ҡәнәғәт булып, шөкөр итә белегеҙ! Ауыр һүҙҙәр әйтеп, кешене рәнйетмәгеҙ, ул һаулығығыҙ өсөн ағыу булып инер йәнегеҙгә, итәғәтле булығыҙ», – тип тә өйрәткән.

Мәзин олатайыбыҙ Ғәлимйән Абдулла улы Аблаев 1973 йылда 92 йәшендә әхирәткә күсте. Беҙҙең бер бәләкәй генә ауылыбыҙҙа шундай ҙа рухлы, белемле кеше – халыҡ табибы булғанына беҙ ныҡ ғорурланып йәшәйбеҙ һәм олатайҙы һәр ваҡыт иҫкә алабыҙ.

 

Нәйлә Сөләймәнова

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...