Аслыҡ ҡорбандарын онотмайыҡ!

Аслыҡ ҡорбандарын онотмайыҡ!

1921-1922 йылдарҙағы ҡот осҡос аслыҡ айырыуса беҙҙең халҡыбыҙға оло афәт килтерҙе. Быйыл ошо афәттең булыуына 100 йыл тула. Халҡыбыҙҙың һанын күпләп кәметеүгә килтергән был мәхшәрҙең эҙемтәләре әле һаман дауам итә. Бынан фәһем алып, рухыбыҙҙы нығытып, халҡыбыҙҙы ишәйтеп, киләсәккә ынтылып, ҙур өмөт менән йәшәргә яҙһын.

1921-1922 йылдарҙағы аслыҡтың халҡыбыҙға ни тиклем ҙур юғалтыуҙар, сәйәси, мораль, матди зыян килтереүен, уның эҙемтәләренең бөгөнгө көндәргә тиклем килеп етеүен Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантонының Таймаҫ улусы миҫалында ғына ла күреп була. Таймаҫ ауылында 966 кешенең 509-ы аслыҡтан вафат була.

Был ҡурҡыныс йылдарҙа байтаҡ малы булып та, юҡҡа сыҡҡан тиҫтәләгән ғаиләләр исемлеген бик күп дауам итергә булыр ине. Ишле мал тотоп та, кешеләрҙең өй эсе менән береһе лә иҫән ҡалмай ҡырылыуын аслыҡ ғәләмәте менән генә аңлатып буламы икән?

Минеңсә, халыҡтың ҡырылыуының төп сәбәбе хужалыҡтарҙың иҡтисади тигеҙһеҙлегендә генә түгел. Бының асылын нығыраҡ аңлау өсөн йотлоҡтоң шаһиты булған оло быуын кешеләренең һөйләгәндәренә күсәйек. Атайым, Ҡобағошов Миңләхмәт (1913 йылғы) шуларҙы һөйләгәйне: «Ямғыр яумағас, бөтә нәмә янып-көйөп бөттө. Мал, ашарлыҡ үлән ҡалмағас, йәй көнө үк ҡырыла башланы, иҫәндәре лә йонсоп, ҡабырғалары күренеп ябыҡты. Беҙ 7 гектар иген сәстек. Буйы ҡәләм оҙонлоғо ғына булды, ураҡҡа эләкмәне. 30 бот самаһы ашлыҡ алдыҡ. Атай әйтте, һаҡлап ашаһаҡ, ете кешегә етә тип. 7 баш йылҡы, 1-2 тана, 3-4 баш һарыҡ һуйҙыҡ. Иттең байтаҡ ҡына өлөшөн, баш-тояҡтарын күрше-тирәгә, мохтаж кешеләргә хәйер итеп таратып сыҡтыҡ. Ит түҙәме ни инде, картуф юҡ, уңманы. Көҙгә табан күп кешеләрҙең ашарына бөтөп, алабута, үлән, ағас ҡайыры, шаҡы-шоҡо ашап көн күрҙе. Хәйерселәр күбәйҙе, халыҡ күпләп ҡырыла башланы. Аслыҡ ҡына булһа бер хәл, ваба сире сыҡты. Ҡырғын ауылдың бер осонан килде, бер ғаилә ҡырылып бөткәс, күршеһенә күсте, улар өй эсе менән үлеп бөткәс, тағы икенсеһенә, өсөнсөһөнә... Әйтә торғайнылар: «Был ғиллә үлем кеше булып күҙгә күренеп килә икән, – тип. – Әҙер тор, иртәгә һине алып китәм, һинең сират», – тип әйтеп китә икән. Иртәгәһенә был һөйләгән кеше ысынлап та үлә. Шулай, алдан уҡ үлерен белеп, үлемде әйтергә килгән «кеше» тураһында күптәр һөйләп ҡалдырған. Ғибрәтле хәлдәр күп булды инде. Минехаят урынында Заһит ҡарт тора ине. Үҙе ғилләнән үлгәс, әбейе Зарифа бер бесәйгә, өс ҡандан эшләнгән колбасаға Гөлзаһира инәйгә өйөн һатып үлде. Быҙауын ашайым тип, мөрйәнән төшөп, бер ғаиләне һуйып та сығып киттеләр. Тирмәнсене лә мөрйәнән төшөп үлтерҙеләр. Аслыҡ йылы ниндәй генә он булһын инде тирмәндә. Беҙ ҙә өйҙөң тәҙрәһен яҡты саҡта уҡ ябып, эс яҡтан бикләп, малдарҙы таш һарайҙарға ябып, тимер ишекте йоҙаҡлап тота торғайныҡ. Атай йоҡламай, мөрйәнән төшә күрһәләр тип, балта тотоп ята торғайны. Һыйырҙы оло һыуға ҡыуып эсерә инек. Һыу буйындағы йортта бер әбей йәшәй ине. Шулай бер барғанымда, һыйырҙы эсерҙем дә, ҡайтып килһәм: «Миңләхмәт, кил әле, пирожки бирәм», – тип миңә табан килә. Күҙенән ҡурҡтым, ҡапыл мине һәрмәкләгәйне, һыйырҙың ҡойроғона йәбештем дә шыйыҡ сыбыҡ менән һуҡҡайным, елдереп сығып китте һыйыр, әбей арҡамдан һәрмәп, саҡ эләктермәй ҡалды. Ҡайттым да илайым. Әнәйем: «Ни тип баланы йөрөтәһең? Үҙең эсер!» – ти атайға. Ул: «Ә ул Гөлйөҙөм әбей, йүнһеҙ әбей ул», – ти. Ул саҡта әбейҙең ҡайһылай икәнлеген дә белмәй инек. Шул әбей аслыҡ йылы кеше ашап ятҡан, балаларҙы һуйып. Уның өйөн бер мулла һатып алғас, атайым өй боҙошорға барған. Баҙынан 5 баш килеп сыҡҡан, 3 ҡыҙ, 2 ир бала башы, Ул әбей 1933-34-се йылдарға тиклем йәшәне. Йөҙө ҡап-ҡара, йылтыр күҙҙәре бүре күҙе һымаҡ ине. Шул саҡта ла, сабыйҙар үлһә, зыяраттан барып ҡаҙып ашағылаған икән. Кеше итен ашаған әҙәм сыҙамай, ти, һағына икән әҙәм итен. Ана шул йылдары кешеләргә убыр күп күренә ине, мин үҙем дә күргеләнем бер-ике тапҡыр, 1938 йылдарҙа армиянан ҡайтҡас. Тынысһыҙ була башлағас, ҡарттар кәңәшләшеп, был әбейҙең ҡәберен асып ҡарарға булдылар. Асһаҡ, ерләгәненә бер нисә йыл үтһә лә, мәйет серемәй, ҡып-ҡыҙыл булып, сей көйө ята ине. Ҡарттар мәйетте йөҙ түбән әйләндереп, елкәһенә уҫаҡ ҡаҙыҡ ҡаҡтылар. Шунан һуң ғына тынысланып ҡалды убыр.

Тағы аслыҡ йылына ҡайтайыҡ. Беҙҙең урамда 2 келәт бар, ишек алдында тағы 2 таш келәт. Бер саҡ тәҙрәнән ҡарап торам. Кешеләрҙе туҡмап-туҡмап алып киләләр ҙә шул беҙҙең келәткә бикләйҙәр. Берәүҙе алып киләләр, ат урлаған икән. Ҡулын артҡа шаҡарып бәйләгәндәр, кәүҙәле генә кеше. Ауыҙына ат башын тешләткәндәр, ҡулдары бәйле, тибеп осоралар, һуғып йығалар, шулай итеп туҡмап үлтерҙеләр. Ҡайһыһын бер ус бойҙай, бер ҡаҙаҡ алабута оно өсөн дә туҡмайҙар, язалап үлтерәләр ине. Аслыктың эше насар. Аслыҡ – ас, бер-береһенә хас, тигән һүҙҙәр бар бит.

Аслыҡ йылы ашхана астылар халыҡ өсөн. Һауыт тотоп, ҙурыраҡтар барып ала, бәләкәйҙәр бара алмай, ҡурҡыныс. Шулай ҙа мин барғыланым, миңә ул саҡта һигеҙ йәш ине. Унда 5-6 кеше эшләне. Ҡыуандыҡов Шәрәфулла ҡарт, оло ғына йәштә, аҫтына тире йәйә лә, тубыҡланып утын киҫеп ултырыр ине. Уның улдары гел уҫал кешеләр, ҡайһыһы склад мөдире, ҡайһыһы шул Американан килгән кукуруз, маисты Ырымбурҙан килтертә, бер улы волисполком председателе, килендәре икмәк һала, аш бешерә.

Улус эргәһендә ике ҙур мөгәзәй бар ине. Мәйеттәрҙе шунда, утын урынына бер-береһенең өҫтөнә һалып, шыплап тултыра барҙылар. Ҡәбер ҡаҙырға ер туң, кешенең хәле юҡ, ас. Яҙ етеп, үләндәр ҡалҡа башлағас, иҫән ҡалғандар урман, яландарға барып, үлән ашап, ҡайһыныһы шешенеп, шунда ятып үлде. Ҡайһы берәүҙәр ярамаған үлән ашап, илереп, бер нәмә белмәй, сыр яланғас ауылға ҡайтып йығыла ине. Яҙ еткәс, хәле бар кешеләрҙе сығарып, зыяратта мәйеттәрҙе бер нисә урынға ерләнеләр. Бер урында – 150-ләп кеше, икенсе ерҙә – 74, тағы бер урында – 84, тағы ике урында йөҙләп кеше ерләнгән. Әле бына уйлап ултырам. Ишекте тире менән бөргәндәр, нисә йыл торғандыр, иҫкереп ҡатып бөткән. Тимербулат тигән кеше килгән: «Шуны бир әле, Ғимран ағай, бешереп ашайым», – ти. Тағы эт бар ине, шуны бирҙе атайым, йәлләп. Бөтөнөһө үлеп бөттө инде аслыҡ йылы. Беҙ тыуғандан бирле рәхәт ваҡыт булманы, восстание китте, унан аслыҡ, колхоз, саҡ ҡына тыныс торғайныҡ – һуғыш, ҡуй инде... Шулай булғас, халыҡ нисек үрсеһен?

1997 йылда Насир бабай Баязитовтан (1906 йылғы) шуларҙы ишеттем: «Аслыҡ йылы аты булған бер аҙ хәллерәктәрҙе Ырымбурға ылауға йөрөттөләр. Юл буйында ҡурҡыныс, һөжүм итәләр. Ҡайҙа барма – мәйет. Шунан шул эшкә лә ҡуштылар. Яҡын-тирәлә яланда, ауыл араларында мәйеттәрҙе, хәлһеҙ тәгәрәгән «мәйеттәрҙе» лә йыйып йөрөнөк ат менән. Көн һайын тиҫтәләгән мәйетте шул мөгәзәйгә килтереп тапшырҙыҡ. Ҡыш көнө мәйеттәрҙе туң көйө өйөп, ике мөгәзәй ҙә тулды. Яҙ, ер ирей башлағас, зыяратта һай ғына соҡор ҡаҙынылар, кешенең ерле хәле юҡ. Шунан, мәйеттәрҙе ике кеше ике яғынан тотоп шул соҡорға ырғыта, нисек барып төшһә лә төшә, тырым-тыраҡай, өҫтө-өҫтөнә. Күбеһенең ағзалары теүәл түгел ине, йә ҡулы юҡ, йә бото киҫеп алынған, һум ите, йә кәүҙәһе. Мөгәзәйҙә үк урлап ашағандар. Шулай ерләнек йөҙәрләбен, иллеләбен бер нисә урынға. Хәҙер шул урынды йүнләп белгән кеше юҡ. Ҡуй инде, бындай бәлә-ҡазаларҙы күрһәтмәһен инде балаларға», – тип һөйләгәндәрен дә яҙып алғайным.

Шулай итеп, 1921-1922 йылда Таймаҫта 92 йорт бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан, 24 фамилия бөткән!

Ваҡыт үтһә лә, был мәхшәрҙе кисергән быуын уны онота алмай. Оло кешеләр менән һөйләшкәндә, һәр береһе барыбер ошо ҡот осҡос афәт йылдары хәтирәһенә төшөп китә торғайны. Ләкин ундай ҡарттар ҙа, шаһиттар ҙа ҡалманы. Аслыҡ тураһында мин бәләкәйҙән үк атай-әсәйҙән ишетеп үҫтем. Бынан 10-15 йылдар элек атайым шул туғандар ҡәберлектәрен эҙләп табып күрһәтте. Селек, сейәлек баҫып бөткән уны. Зыяраттың майҙаны ла бик ҙур булғас, табыуы еңел булманы. «Ерле иғтибарға алмайҙар, хәҙер белеүсе кеше юҡ, бер кемгә лә лә бер нәмә кәрәкмәй», – тип зарланғайны ул. Шул ваҡыттарҙа миндә был урынға иҫтәлекле таш ҡуйырға тигән фекер уянды. Аллаға шөкөр, был уйымды 2003 йылда тормошҡа ашырҙым.

Эйе, ул замандарҙа кеше ғүмере себен урынына ла тормаған, уның һаулығы берәүҙе лә борсомаған. Ниһайәт, һуңғы йылдарҙа тарихыбыҙға йөҙ менән боролдоҡ. Республикабыҙҙа дәүләт кимәлендә кеше шәхесенә иғтибарҙы арттырыуға йүнәлтелгән төрлө саралар эҙмә-эҙлекле бойомға ашырыла. Быйыл 1921-1922 йылғы афәт ваҡиғаларына 100 йыл тула. Был дата билдәләнергә тейеш. Нисекме? Уныһын уйларға кәрәк. Мин, мәҫәлән, халҡыбыҙға иң күп юғалтыуҙар килтергән 1921-1922 йылғы аслыҡ ҡорбандары хөрмәтенә республика кимәлендә һәйкәл асылырға тейеш, тип иҫәпләйем.

Өлфәт Ҡобағошов скульптор

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...