Ҡурғаш хәрефтәр көсө

Ҡурғаш хәрефтәр көсө

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ҡыҙыл Армия сафтарында сығарылған дивизион гәзиттәрҙең дөйөм күләме 600- гә барып еткән. Башҡа газеталар менән сағыштырғанда дивизия баҫмалары айырыуса популяр һаналған. Сөнки армия, корпус, фронт гәзиттәре ил яңылыҡтарына, приказдарға, дөйөм мәсьәләләргә күберәк иғтибарын бүлгән, ә һалдаттарға үҙҙәре, дивизиялағы дуҫтары, тыл, фронт яңылыҡтары тураһында мәғлүмәттәрҙе уҡыу мөһим була. Быны тап дивизия гәзиттәре генә тәьмин иткән. Тағы ла, дивизияларҙа гәзиттәр бөтәһе 13 милли телдә (ҡаҙаҡ, әрмән, грузин, төркмән, азербайжан, татар, башҡорт, үзбәк, украин, таджик, фарсы һ.б.) сығыуы менән өҫтөн. Сөнки байтаҡ һалдаттар рус телен белмәү сәбәпле, башҡа баҫмаларҙы уҡый алмаған.

Хәрби әҙерлектәрҙән һәм ентекле тикшереүҙәрҙән һуң 1942 йылдың апрелендә фронтҡа юлланған 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының легендар юлын беренсе көндән алып «Ҡыҙыл атлылар» фронт гәзите яҡтыртып бара. Хәрби шарттарҙа гәзит сығарыу еңелдән түгел икәне асыҡ билдәле була. Шунлыҡтан бар көс редакция хеҙмәткәрҙәрен туплауға йүнәлтелә. Баҫманың мөхәррире итеп яҙыусы Али Карнайҙы (Имамғәли Мөхәммәтдин улы Зөлҡәрнәевты) билдәләйҙәр. Ул һуғыш башланғандың тәүге көндәрендә үк фронтҡа китеү теләген белдереп ғариза яҙа, әммә күҙҙәре насар күреү сәбәпле рөхсәт итмәйҙәр. Яҙыусы Хәким Ғиләжевтың «Онотолмаҫ хәтирә» (1984) исемле мәҡәләһендә тап ошо фронтҡа ебәрмәүҙәренә ҡарата Али Карнайҙың фекере сағылып ҡала: «Беҙ, Хәким туған, һуҡыр түгелдәрҙән дә нығыраҡ күреүселәр булырға тейеш. Ә һин... «негодный», имеш… Врачтарға үпкәләмә. Ҡулында ҡәләм булған кеше – негодный булмай ул. Яҙыусы – һәр ваҡыт годный, тик ысын яҙыусы була бел. Мин дә барыбер оҙаҡламай китәм. Фронтҡа».

Мөхәррир урынбаҫары итеп шағир, яҙыусы Әхтәм Ихсанды билдәләйҙәр. Ҡайһы саҡта 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының газетаһы тап уның яуаплығы аҫтында сыҡҡан. Редакцияның сәркәтибе – Шәкир Насыров. Сәркәтип вазифаһын шулай уҡ Мөхәмәт Йәмилев исемле кеше лә башҡара. Ул, журналист-ойоштороусы булараҡ, мөхәрририәт эсендә хәрби хәбәрселәр активы ойоштора. Был эш гәзитте популярлыҡ юлына илтә. Типографияның мөдире булып гвардияның өлкән сержанты Мейлах Шефир билдәләнә. Баҫманың наборщиктары вазифаһын быға тиклем «Ҡыҙыл Башҡортостан» газетаһында эшләүсе Хөршиҙә Хәирова менән Фәүзиә Фәткуллина үтәй. «Ҡыҙыл атлылар» баҫмаһының фотохәбәрсеһе Туймазы районының Үрмәкәй ауылы егете Мөхәммәт Ноғман улы Усманов була. Ул шулай уҡ дивизияның сәйәси бүлегендә лә хеҙмәт итә. «Ҡыҙыл атлылар» гәзитенең беренсе һаны 1942 йылдың апрель айында донъя күрә. Хөршиҙә Хәирова был көндө яҡшы хәтерләй: «...Тирә-яҡта тынлыҡ, һалдаттар шаяра-көлә йөрөй, беҙгә эшләргә мәшәҡәтләүсе юҡ. Шуға күрәлер, инде ул саҡта миңә дивизия гәзитенең типографияһында эшләү артабан да бына шулай еңел генә үҙ ыңғайына бара бирер төҫлө тойолғайны. Ошо тәүге һанды сығарыу өсөн хәрефтәр йыйған сағымда уҡ һәр бер бәләкәй генә ҡурғаш хәрефтең немец фашистары йөрәгенә пуля булып ҡаҙалыуын теләп эшләнем.

Артабан һәр һанды йыйған һайын миндә ошо теләк көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Бына беҙ фронттың алғы һыҙығында, Елецк ҡалаһы эргәһендә бер ауылда. Ҡала яна, тирә-яҡты һуғыш һөрөмө ҡаплап алған. Ошонда беҙ дивизия гәзитенең икенсе һанын сығарҙыҡ, һуғыш шарттарында гәзит сығарыуҙың ауырлыҡтарын мин тәүге тапҡыр ошонда татыным. Бынан һуң беҙ шундай ауырлыҡтар менән йөҙәрләгән һан гәзит, листовкалар сығарҙыҡ. Бармаҡтарым, хәрефтәр соҡоп, йөҙәрләгән тапҡыр ҡананы. Эшебеҙ бик күп – үҙебеҙ йыябыҙ, үҙебеҙ уҡып төҙәтәбеҙ, гәзит баҫа торған машинаны ла йыш ҡына үҙебеҙгә әйләндерергә тура килә. (Уны эшләтер өсөн фронтта электрҙы ҡайҙан алаһың?)» [Ҡыҙыл таң,1965]. А4 форматындағы «Ҡыҙыл атлылар» гәзитенең күләме ике бит була. График буйынса көн аша сығырға тейеш. Бигерәк тә бер туҡтауһыҙ һуғыш барған йә дивизия күскән мәлдәрҙә һанды ваҡытында өлгөртөп булмаған. Али Карнайҙың көндәлек дәфтәренән (Ағиҙел, 1965): «16 ноябрь. Беренсе эшелон Дондың аръяғындағы яр буйында емерелеп бөткән бер хуторҙа ултыра. Беҙ Йәмилев менән, әллә ни саҡлы мытарстволарға осрап, Слащевскийҙән машина менән килдек. 10/XI-ҙә булһа кәрәк, беренсе эшелонға килгәс, бомбежка аҫтында ҡалдыҡ. Соҡор эсендә иптәш баш командующийҙең приказын сығарып яттыҡ төн буйына. Беҙҙең машина эсе йылы. Коптилка яҡтыһында наборщицадарҙың береһе йыя, береһе «ауырып» йоҡлап ята. Тәҙрәләр маскировать ителгән. Ә тышта аяҙ төн, ҡоро һыуыҡ.

Тирә-яҡта бейек ярҙар. Юғарыла йондоҙҙар йымылдай һәм йыш ҡына дошман самолеттары оса. «Әгәр улар беҙҙең бында уларҙы ҡәһәрләп газета сығарып ятҡанды белһәләр, ваҡыттарын да, бомбаларын да ҡыҙғанмаҫтар ине» тип һөйләнәбеҙ». Ҡыйынлыҡтар күп осрай «Ҡыҙыл атлылар» хеҙмәткәрҙәренең юлында. Әммә улар бирешмәй. Һәр ваҡыт ауыр хәлдән сығыу ысулын табалар. Мәҫәлән, бер мәлдә гәзит сығарыу өсөн кәрәк булған типография материалдары – шрифтар, линейкалар, бабашкалар юғала. Билдәләнгән урынға барып еткәс «Ҡыҙыл атлылар» хеҙмәткәрҙәре, нисек итеп гәзит сығарабыҙ инде, тип аптырап ҡала. Бәхеттәренә күрә, разведчиктар, яҡында ғына немецтарҙың типография тейәлгән бер машинаһы ҡыйралып ятҡанын әйтәләр. Редакция хеҙмәткәрҙәре унда барып, байтаҡ техник материалдар йыйып алып ҡайта. Шул рәүешле, фашистарҙың ҡоралдары үҙҙәренә ҡаршы ҡулланыла. Ҡайһы бер саҡтарҙа байрам уңайы менән политотдел редакцияға 4 битлек гәзит сығарырға рөхсәт итә. Хеҙмәткәрҙәргә башҡа ваҡыттарға ҡарағанда нығыраҡ тырышырға тура килә. «Дүрт битте лә бер юлы йыйып баҫыу өсөн хәрефтәр етмәй ине. Уға ла ҡараманыҡ. Тәүҙә бер битте йыйып баҫабыҙ ҙа, хәрефтәрҙе таратып икенсе биткә тотонабыҙ. Ал-ял белгән юҡ. Ҡайһылай итһәк тә, иттек, йоҡламаныҡ, эш ваҡытында ары-бирле ҡапҡылап, арманһыҙ булып аяҡтан йығылыр хәлгә еткәнсе эшләнек, әммә иртәнсәккә ҡыҙыл хәрефтәр, ҡыҙыл биҙәктәр менән баҫылған гәзитте сығартып өлгөрттөк», – тип иҫкә ала Х. Хәирова. Фронтта редакция хеҙмәткәрҙәренә яҡшы материалдар туплау өсөн яу ҡырында йыш йөрөргә тура килә. Сөнки фашистарға ҡаршы һуғышҡан совет һалдаттары менән туранан тура аралашыу, бер блиндажда йәшәү, алыштарҙа ҡатнашыу күп мәҡәләләр, очерктар, һүрәтләмәләр яҙырға мөмкинселек биргән.

«Али Карнай һәр ваҡыт һалдаттар, һуғышсан командирҙар, политработниктар араһында булды, – тип яҙа иҫтәлектәрендә хәрби хәбәрсе Кирәй Мәргән. – Уның полевой сумкаһы һәр төрлө иҫтәлектәр, һуғышсан эпизодтарҙы сағылдырған яҙмалар менән тулы була торғайны. Көн һайын тиерлек ул яңы ҡуйын дәфтәре башлай». Мөхәррир бер ҡасан да яуҙан ситтә тороп ҡалырға тырышмай. Ысын яугир була ул. Кәрәк, тип һанай икән, дошмандар менән алышҡа үҙе сыға. Быны иҫбатлаған бер күренеш: «Дошман һалдаттарын ҡыйыу атакалаған ир-егеттәр, һөжүмде туҡтатып, ниңәлер кирегә боролдо һәм сигенә башланы. Паникаға бирелеп иң алдан ҡасып барыусы эскадрон командирына ҡаршы йәнфарман сабып барған Али Карнай, ярһыуынан сыҙай алмайынса:”Алға, тик ал-ға-а!” – тип постолетынан һауаға ата-ата сигенеп барған төркөмдө кирегә бороп, дошман ҡамауына эләккән атлыларға ярҙамға ташланды. Шул саҡ яҡында ғына мина төшөп ярылды. Али Карнайҙың саптары, сабыр барған уңайға, кинәт янтайҙы һәм баштүбән тәкмәсләне.

Өҙгөләнеп кешнәгән саптарын коноводына тапшырҙы ла, үҙе уның атына атланып, артабан елдерҙе... Ун биш минут самаһы барған алыш атлыларҙың еңеүе менән тамамланды. Бер аҙҙан 294-се кавполкка килгән М. Шайморатов, «Ҡыҙыл атлылар» газетаһы редакторы менән осрашҡас, асыуланды:”Кем рөхсәте менән керҙегеҙ утҡа?” Дивизия командирының шелтәлеүенән уңайһыҙланды Карнай, хатта йөҙөнә ҡыҙылыҡ йүгерҙе. Минут самаһы ваҡыт уҙғас ҡына, ул әрнеүле тауыш менән:«Һалдаттарҙы ҡаһарманлыҡҡа өндәп яҙып, шундай иң яуаплы мәлдә үҙем ҡасып ҡотолорға тейеш инемме, иптәш генерал?! – тине.– Миңә ундай рөхсәтте коммунист һәм яҙыусы хоҡуғы бирҙе!» Үҙ фекерле Али Карнай гел шулай алдынғы һыҙыҡтарҙа йөрөгән. Кемдәр нисек һуғышыуын, ниндәй батырлыҡтар күрһәтеүен үҙ күҙҙәре менән күрергә, кәрәк саҡта иптәштәргә ярҙам итергә тигән маҡсат ҡуйғандыр, күрәһең. Али Карнай мөхәррир вазифаһын 1943 йылдың июнь баштарына ғына тиклем башҡара: 16 июнь уның яҙмышы фажиғәле рәүештә өҙөлә. «Ҡыҙыл атлылар» гәзитенең популяр һәм уңышлы булыуы һис шикһеҙ баш мөхәррирҙең тырыш, талапсан булыуынан да торғандыр.

«Ҡыҙыл атлылар» редакцияһында эшләгән һәр әҙип, һәр хеҙмәткәр шулай уҡ гәзиттең үҫешенә ҙур көс һала. Тап уларҙың тырышлығы менән дивизион газета һуғыш йылдарында рухи ҡорал ролен үтәгән.

НАИЛӘ ӘХМӘТЙӘНОВА

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...