Атайымдың һуғыш хәтирәләре

Атайымдың һуғыш хәтирәләре

Атайым Ҡобағошов Миңләхмәт Ғимран улы (1913 − 1999) Ырымбур губернаһы һәм өйәҙе Таймаҫ улусы (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Таймаҫ ауылында тыуған. Ул боронғоно һаҡлаған, башҡорт халыҡ йырҙарын яҡшы белгән һәм башҡарған, зирәк, һәр нәмәгә иғтибарлы, бик хәтерле, хатта, феноменаль хәтерле, кеше ине.

Беҙҙең атай шул тиклем баҫалҡы булды. Үҙе тураһында беҙ ныҡышып һорағанға ғына һөйләр ине. Ул хатта боевой миҙалдарын: ике тапҡыр «За отвагу», «За боевые заслуги», «За советское Заполярье» таҡмаҫ ине. «Атай, ниңә таҡмайһың миҙалдарыңды? Исмаһам, байрам көнөндә булһа ла, тағыр инең», – тиһәк: «Уларҙы тағып, бер ерең артамы, ана абзыйың эшләтеп алып ҡайтҡан колодканы таҡһам, шул етә», – тиер ине. Ә бына немец һалдатын пленгә алыуы һәм шуның өсөн наградланыуы тураһында аҙаҡ ҡына, уның вафатынан һуң, документтарҙан уҡып белдек.

Шулай булһа ла, мин атайымдан магнитофон таҫмаһына күп нәмә яҙҙырып алып ҡалдым: ауылыбыҙҙың тарихы, боронғо йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, әүлиәләре һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы һәм ҡиммәтле мәғлүмәттәр ҡалдырҙы ул. Һуғыш хәтирәләре иһә уның нимәлер тураһында һөйләгәндә шуға ялғанып ҡына килеп сыға ине. Үҙенең һуғыштан иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын беҙҙең яҡтың данлыҡлы әүлиәһе Әхмәтвәли хәҙрәттең изгелегенә бәйләп һөйләр ине.

БЕРЕНСЕ ХӘТИРӘ

“Йәҡшембәт бабай (Әхмәтвәли хәҙрәтте ауылының исеме менән Йәҡшембәт әүлиә тип тә йөрөткәндәр. − Ө.Ҡ) һуғыштан алда, ала ҡар ваҡытында шулай бер килгәнендә тағы беҙгә һуғылды.. – Улым, – тине, – донъялар боларырға тора. Оҙаҡламай йәшел кейем кейәрһең. Унан, күп тә үтмәй, аҡ тун кейәрһең. Бына һиңә йәнһаҡлағыс бетеүе яҙып бирәм, ҙур түгел, бер ая яҫылығындай ғына, – тине. – Уны берәүгә лә күрһәтмә, гел иҙеүеңә генә ҡуйып йөрө. Яңы кейем алмаштырһаң да, шунда уҡ ала һалып тегеп ҡуй, онотма, – тине. – Өс хәтәрҙе үтәрһең. Әгәр мин әйткәнде эшләһәң, өс әжәлдән иҫән ҡалып, оҙон ғүмер итәрһең».

Шунан ике ай ярым самаһы ваҡыт үткәс, һуғыш сығып китте. Оҙаҡламай, мин дә фронтҡа киттем. Архангельск ҡалаһында бер нисә ай минометсылар курсында уҡығандан һуң, Полярный кругка, Мурманск яғына оҙаттылар. Йәшел кейем тигәне һәр кешегә лә аңлашылһа, «аҡ тун кейәрһең», тигәнде, ошонда килгәс, аңланым. Башҡа ерҙә һуғышҡандарға рядовой һалдатҡа тун бирелмәй, офицерҙар ғына кейә. Ә бында, бөтәһе лә: рядовойҙар ҙа, офицерҙар ҙа аҡ тун кейеп һуғыштыҡ. «Өс әжәлдән ҡалырһың», – тигәне лә Йәҡшембәт бабайҙың әүлиәлеге. Быларын да әйтмәй китмәй булмай. Хатта кешегә һөйләһәң дә, ышанмаҫлыҡ ерҙән иҫән ҡалғаным булды бит. Бына шул Полярный кругта һуғышып йөрөйбөҙ, мин минометсы ротала.

Мурманск туңмай торған берҙән-бер порт булғас, уның өсөн ныҡ ҡаты һуғыш бара. Күҙ алдына килтерегеҙ. Фронт һыҙығы, һыуыҡ ел. Бер генә көйө туң торһа, бер хәл. Йә ныҡ туңдыра, йә епшек ҡар. Оҙон поляр төн, ғүмер окопта, траншеяла үтә. Яҡын тирәлә – 50- 60 саҡрым тирәһе – һис ауыл юҡ. Бер йылыныр, һыйыныр ер юҡ. Бер ун кеше һыйырлыҡ ҡына бәләкәй генә землянкала тимер мейес, шунда йөҙәрләгән кеше, алмашлап, йылынып сыҡҡан булаһың инде. Уныһын да, бер ерҙә ҡаҙып нығына башлағас, йә ҡалдырырға тура килә, йә икенсе урынға күсәһең. Беҙҙе бер айға передовойға ебәргәйнеләр. Хәҙер шулай ай ярым булып бара, алмаш юҡ. «Алмаштырырға килә торған ғәскәр утҡа эләгеп, катерҙар диңгеҙ төбөнә киткән. Әлегә алмаш тиҙ генә булмаясаҡ», – тинеләр. Йонсоноҡ, бетләй башланыҡ, йыуынған юҡ. Хәҙер өс тәүлек ашаған юҡ, биш тәүлек ашарға килмәй, - 42 градусҡа етте. Саңғы менән төшөп йөрөп киләһең артҡараҡ, үҙебеҙҙең яҡҡа, туңып үләһе килмәй бит инде. Кешеләр ныҡ ҡырыла, кәмей башланы − пулянан түгел әле ул, өшөп, туңып, асҡа. Олораҡ башҡорт ағайҙары сало ашамай, өлөштәрен башҡаларға бирәләр.

Мин уларға: ”Ағайҙар, зарураттан ашағыҙ, балаларығыҙ, ҡатындарығыҙ, туғандарығыҙ хаҡына. Улар бит беҙҙең иҫән ҡайтыуыбыҙҙы көтә”, – тип тә әйтеп ҡарайым. Ҡайһы берҙәре ыңғайға килә. Күптәре ашамай, ныҡ тороп, астан туңып үлеп бөттөләр. Фин разведкаһы ла йоҡламай. Унда бына пурга (көслө буран), эргәләге кешене күреп булмай. Төндә окоптан берәмләп сысҡан урынына тотоп алып китәләр, йоҡомһорап ултырһаң. Һәр ваҡыт уяу булырға кәрәк. Хәҙер беҙҙең ротала ни бары 56 кеше иҫән ҡалды. Бер ваҡыт полевой мунса ҡорҙолар. Мунса тип, шул кейем алмаштырыу өсөн генә инде. Уны фронт линияһынан 500 метр самаһы эскәрәк, тылда, бер үҙәндә, йылға эргәһендә палатка итеп ҡорҙолар. Әҙер булғас, 28 кеше тышта һаҡта ҡалып, 28 кеше, карабиндарҙы пирамидаға теҙеп, йыуынырға кереп киттек. Мин тәүге партияға эләктем. Һәр һалдатҡа йыуынырға ярты тас эҫе һыу, бер күнәк һыуыҡ һыу, бармаҡ башы ҙурлығындай ғына һабын бирҙеләр. Шунан мин йәһәт кенә йыуынып. Бетле әйберҙәремде төрөп ырғытып, уныһы шау бет инде, алмашҡа үҙем менән йөрөткән икенсеһен кейә һалып, тышҡа сыҡтым. Минән саҡ ҡына арттараҡ тағы бер башҡорт ағайы кейенеп бөттө. Мин үҙемдең карабинды тиҙ табыу өсөн сепрәктән билдә бәйләп ҡуя торғайным. Мылтыҡтың номерын ҡарап тиҙ генә ҡулыма ала һалдым. Ағай ҙа алды. Шул арала һаҡта торған икенсе партия һалдаттар, сыҙамай, карабиндарын һөйәп мунсаға керә башланы. Ә эстәгеләр әле ҡайһыныһы һаман мыштырлап йыуынып бөтмәгән, ҡайһы берҙәре кейенә генә башлаған ине. Тап ошо ваҡытты көтөп тороп, тауҙарҙан төрлө яҡтан һыңар саңғыла, йылан һымаҡ шыҡыйып, финдәрҙең батальон разведкаһы килеп баҫты.

Шунан мин мылтыҡтан атып: «Тревога! Окружают!» – тип ҡысҡырғас, ҡайһыныһы ярым кейемдә, ҡайһы береһе шыр яланғас көйө палатканан йүгерешеп сыға башланылар. Ошо ҡым-ҡырыз булған арала, беҙ теге башҡорт ағайы менән ялтанып, бер үҙәктән һыҙат ҡайын төшә, шуның бер ситенә йүгереп, эләгеп өлгөрҙөк. Тегеләр тамам уратып алып атҡан арала, беҙ һирәк сауҡалыҡ буйлап, ҡалҡыуға табан үҙебеҙҙекеләр яғына ярҙам һорарға йүгерҙек. Сауҡалыҡ тиһәң дә, үтәнән-үтә күренеп тора инде. Унда бит кәрлә ҡайындар ғына үҫә. Бер аҙҙан финдәр беҙҙе һиҙеп ҡалып, арттан ҡыуа төштөләр, етә яҙып ата башланылар. Теге ағай бер 20 метр самаһы арттараҡ килә. Ағай тигәс тә, ул да ҡарт түгел инде. Минән шул күп булһа бер-ике йәшкә генә ололор. Әллә ниңә яйыраҡ ҡуҙғала шул, һәләт түгел. Көрт тә яман шул, йырып киләбеҙ. Шәп китеп булмай. Тун кейгәнбеҙ инде: «Минәхмәт, туҡта, ранен булдым», – тип ҡысҡырғас: «Ҡайһы ерең?», – тип һораным: «Ҡулыма!», – тине: «Әйҙә улай булғас, йәһәт, ағай, хәҙер атыу эләктерәләр!», – тигәс, ул арттан йүгерҙе. Ул арала мин тау башына менеп етеп, ятып тегеләргә тоҫҡап ата башланым. Финдәр туҡтап, боҫоп ҡалдылар. Шунан ағай минең эргәгә килеп етте. Яраһын бәйләп, үҙебеҙҙекеләр янына йүгереп барып әйтә һалдыҡ. Әйтеү менәнме ни, финдәр хәҙер тотош ҡырып һалды бит инде беҙҙекеләрҙе. Беҙҙең минометсылар тағы тау аша палатка ҡорған ергә табан ут астылар. Иҫән ҡалғандары булһа ла, барыһы ла ҡырыла инде, мина бит һайлап тормай. Шулай итеп, ошо 56 кешенән икәү генә иҫән ҡалдыҡ. Ә теге ағайҙың ҡулын аҙаҡ киҫтеләр. Минең бер еремә лә зыян теймәне. Бына шулай, тамуҡтан сыҡҡан кеүек иҫән ҡалдым.

Олатайың, оләсәйеңдәр бала саҡтан уҡ өйрәтә торғайнылар йыуынғанда: «Мосолман кешеһенә бер ҡомған йылы һыу, ярты күнәк һыуыҡ һыу ҙа етә. Һыуҙы тәләфләмәй тотонһаң, һауабы ҙур була уның», – тип. Шуға бәләкәйҙән йәһәт йыуынырға ғәҙәтләнгәйнем. Әле лә миңә йыуынырға, күп булһа, 10-15 минут етә. Ул да сәбәп булғандыр инде имен ҡалыуға”.

ИКЕНСЕ ХӘТИРӘ

“Заполярьела, 1942 йылдың аҙағы, «Декабрьский бой» тиҙәр, беҙҙе оборонаға ебәрҙеләр. Ике йылға яҡын Тунтури сопкаһан (түбәсеген) ала алмай ныҡыштыҡ, финдарҙың нығытмаларын. Улар өҫтә торалар, беҙ – аҫта. Шул сопканан бер 3 саҡрым алыҫлыҡта огневая позиция алдыҡ. Мин 82 мм-лы миномет расчетында инем. Хәҙер беҙҙе боеприпас алырға ебәрҙеләр, үҙебеҙ ташыйбыҙ инде. Шунан 5-әр мина алдыҡ, һәр береһе 3-әр кг (15 кг үҙеңдең боеприпасыңдан башҡа), киләбеҙ. Бер 15-ләп кеше. Әҙерәк кенә барабыҙ ҙа туҡталабыҙ. Бына ракетаны ебәрәләр бит, һауала аҫылынып тик тора, бауланып. Тирә-яҡты ныҡ яҡтырта. Инде ут һүнгән һайын, ҡуҙғалайыҡ, тиһәк, тағы аталар финдар, тағы күтәрелә ут. Тағы ятабыҙ инде һис ҡуҙғалмай. Аяғүрә баҫырға бирмәй, шыуған ерҙән шыуышып, йә имгәкләп тигәндәй, ике километр самаһы яфаланып үттек. Байтаҡ кешебеҙ юлда һәләк булды, ҡайныһы яраланды. Уларҙы ла һөйрәкләп, боеприпастарын да алып шыуышабыҙ ҡарҙан. Финдарҙың дүрт блакаузын алғайныҡ. Блакауз тигәне – землянка. Эскә инһәң, шул өй һымаҡ инде – бүрәнә, тыштан да бүрәнә, уртаһына ҡалын итеп таш тултырылған. Өҫтән рельс теҙелеп таш, ер менән нығытылған. Арлыбирле бомбалар алырлыҡ түгел инде. Декабрҙә унда ҡараңғы төн. Поляр төн. Яҡтылыҡты һис күрмәйһең.

Шунан фин разведкаһы күренгәндәй була йыраҡта, бер унлап кеше. Теге ут яҡтыһына салынғандай итә. Блакаузға етеп киләбеҙ. Ярай, унда инеп ҡотолдоҡ. Хәҙер әҙерәк ял иткәс, боеприпастарҙы ҡалдырҙыҡ та, беҙҙе тағы ебәрәләр, хәҙер икенсе яҡҡа – аҫтағы блакауз яғына. Биш һалдат килдек, кеше ҡырылып ята. Әҙерәк ай яҡтыһы бар бит инде, ҡарасҡылары күренә. Улар яғына текә. Бер уйҡыл ер бар, бер 300 метр самаһы үтеүе бик ҡыйын, имгәкләп үтһәң үтеп була инде, баҫҡан килеш үтерлек түгел. Бик күп кеше үлеп ята, сүпләп тик торғандар икән. Беҙ ҡулға төшөргән икенсе блакаузға етһәң – ул ҡышлаҡта ғына яһалған, яр ситендә инде. Был яҡта алған блакауз да ҡая артында ултыра. Шунан берәү йүгерҙе, йөҙ метр ҙа китә алманы, тегеңә эләкте бит. Хәҙер әйтәләр: «Мин китәм, – икенсеһе әйтә, – мин барып ҡарайым. – Мин аҙаҡтаныраҡ китәм, тип торам инде, эстән. Ни булһа ла булыр, ҡай тирәне нисегерәк үтәргә икән тип, ҡарап өйрәнеп торам. Икенсеһе йүгерҙе, шуны үтеңкерәне, тағы тейҙе инде, үлде. Хәҙер өс кеше ҡалдыҡ. Береһе әйтә, – мин барам, – ти. Тағы йүгерҙе уныһы. Уларҙы үтеңкерәп, тағы ялп итеп ҡалды. Унда тейә торған урынды бик һаҡ үтәргә кәрәк икән. Хәҙер икәү ҡалдыҡ. Был иптәш әйтә, – мин барайым әле, мин нисек үтергә беләм, – ти. Китте.

Был бер йүгерә, бер тәгәрәп китә, үлдеме икән тигәс, тағы тороп йүгерә. Ҡарап торам, шунан теге имен сыҡты бит. Хәҙер мин бер үҙем ҡалдым бит инде. Ни булһа ла булыр, Аллаға тапшырып, йүгерҙем. Хәҙер теге йығылған тирәне имгәкләп барам. Барам, барам, барам да ятам. Улар ата, теймәй, өҫтән генә үтә һыпыртып. Саҡ ҡына ҡалҡһаң – тейергә әҙер. Ҡарап ятам өйрәнеп. Нисек үтәргә? Алда уйҡыл ер күренмәй. Шыуышып үтһәң, пулягә эләгәһең. Уйлайым, был урынды бик һәләт үтәргә кәрәк. Шунан торҙом да йүгерҙем. Трассирующий пуля менән аталар: йә алдан үтә, йә арттан үтә. Тағы тәгәрәп китәм, үлгән кеше булып ятам, ап-аруҡ оҙаҡ ҡына «оноттороп», теге мәйеттәр эргәһендә ышыҡланып. Шунан ҡапыл яңынан тороп йүгерәм. Ҡул да буш инде, автомат ҡына, боеприпас алырға барырға булғас. Өҫтә – шинель, тышынан аҡ халат. Шунан һикереп-һикереп шәп итеп йүгерәм дә, ҡапыл туҡтайым. Йә алдан, йә арттан пулялар оса. Тағы тәгәрәп китәм дә, тағы йүгерәм. Шунан теге блакауз янындағы траншеяға етеп һикерҙем. Беҙҙең һалдаттар ҡарап торалар икән. Мин оҙаҡ ятҡас, үлгән икән, тип уйлағандар тәүҙә. Ҡаршы алдылар ҙа блакаузға керһәм, теге һалдат ранен булған инде, үлмәй үтһә лә, арыу тейгән яурынына. Мине ҡараһалар – шинель иләк шикелле. Кешегә һөйләһәң дә, ышанырлыҡ түгел. Алдан да, арттан да вис салғыйҙы тишкән. Арттағы вещмешокты ла, котелокты ла тишкән, теге икмәктәр эргәһенән үткән. Алдан әллә нисек гранатаға теймәгән, аҫтан үткән. Унда тотош шартлар ине, һәләк итәр ине. Үҙемдең бер һыҙырылған ерем дә юҡ. Шулайтып ҡотолдом мин бер ваҡыт. Шулдыр инде, тип уйлайым, әжәлдең икенсеһе”.

ӨЛФӘТ ҠОБАҒОШОВ

(дауамы киләһе һанда)

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...