2025-04-01 (Шәүүәл, 1446 йыл.) №4.
«Ҡадәрул-лааһү үә мәә шәә ә фәғәл»
Мәғәнәһе: «Был – Аллаһтың тәҡдиргә яҙғаны, һәм Ул теләгәнен эшләй».
Аллаһ Илсеһе ﷺ былай тигән: «Көслө мосолман Аллаһу Тәғәлә ҡаршыһында хәлһеҙ мосолмандан яҡшыраҡ − уларҙың һәр береһендә яҡшылыҡ булһа...
Ҡорайыштарҙың Пәйғәмбәргә ﷺ нәфрәте
Хаж мәле яҡынлаша. Ҡорайыштар, Пәйғәмбәр ﷺ тирә-яҡ төбәктәрҙән хаж ҡылырға килеүселәрҙе исламға саҡыра башлар, тип ҡурҡа.
Быны булдырмаҫ өсөн улар, хажиҙарға Мөхәммәд ﷺ тураһында нимә әйтергә, тип бергәләп һөйләшергә йыйыла. Берәүҙәр тәҡдим...
Зәғферән (шафран) − бик файҙалы, үҙенсәлекле, уникаль тәмләткес үҫемлек. Уны тәмләткестәр батшаһы, һәм, шул уҡ ваҡытта, батшалар тәмләткесе, тип тә әйтәләр. Донъялағы иң ҡиммәтле тәмләткестәрҙең береһе һанала. Сөнки 500 г тәмләткес әҙерләү өсөн 75 мең сәскә кәрәк.
Бөгөн зәғферәндең...
Иғтибар! Яңы рубрика! Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙең өйҙәрегеҙҙә һарғайып бөткән фотоһүрәттәр һаҡланыуы бар. Элек иғтибар бирмәһәгеҙ ҙә, олораҡ быуындан һорашығыҙ, бәлки, динебеҙгә, рухиәтебеҙгә ҡағылышлы әллә күпме тарихты бәйән итәлер был фотолар. Шулай була ҡалһа, гәзит биттәрендә...
«Тормош − диңгеҙ, ғүмер – аҡҡан һыу», – тигәндәр боронғолар. Йәшең алға тәгәрәгән һайын, артыңа боролоп ҡарап, шул тормош диңгеҙендә һинең менән бер заманда йөҙгән кешеләрҙе һағынып иҫеңә төшөрәһең. Ҡайһы берҙәре диңгеҙ төбөндә, нурҙар сәсеп, йым-йым итеп ятҡан...