Атайымдың һуғыш хәтирәләре

− Өс хәтәрҙе үтәрһең. Әгәр мин әйткәнде эшләһәң, өс әжәлдән иҫән ҡалып, оҙон ғүмер итәрһең, − тип атайым Милеәхмәт Ғимран улына йәнһаҡлағыс бетеү яҙып биргән Йәкшембәт ауылы әүлиәһе Әхмәтвәли хәҙрәт. “Өс кенә түгел, әллә күпме үлемдән тере ҡалдым Аллаһтың ҡөҙрәте менән”, − тиер ине атайым утлы яуҙа йөрөгән саҡтарын хәтерләгәндә.
Өсөнсө хәтирә
“Беҙҙе, 4000 кешене, һайлаған һымаҡ йүгерттеләр, саңғыла ярыштырҙылар, өйрәттеләр ҙә Новое Военгоға уҡырға ебәрҙеләр. Ай ярым уҡығас, 12-се отдельная морская бригада, 4-се специальный минометный батальонға яҙып Полярный ҡалаһынан Муртовский залив аша фин еренә десантҡа ташланылар. Тәүҙә Финский заливта урынлашҡан порт Владимирға 1200 кеше һыйҙырышлы ҙур караптарҙа алып килделәр. Туҡтап, бер сәғәт тә үмәй, ваҡ катерҙар килде. Һәр катерға 200-әр кеше тейәп, диңгеҙ буйлап алып киттеләр. Барлығы 8000 кеше ҡуҙғалдыҡ. Диңгеҙгә сығып, бер аҙ йөҙөп барғас, һауала йөҙәрләгән самолет күренде. Бомбаға тота башланылар. Бомбить итһәләр, тотош диңгеҙ упҡын кеүек сайҡалып, катерҙар берәм-берәм һыу төбөнә китә. Ҡоро ер булһа, ҡасып йәшенер инек. Бында шул, ҡасан беҙгә лә эләгер икән, тип уйлап бараһың инде, Аллаға тапшырып үҙеңде, белгәнеңде уҡып. Хәҙер бер нисә катер барып төштөк Фин утрауына. Яр ҡаялы. Диңгеҙ сайҡалып торғас, катерҙар яҡын килә алмай.
Оҙон траптар һалып ярға, бер-бер артлы йәһәт йүгерәһең. Арҡала миномет артмаҡланған. Уны шул, өс өлөш бүлеп, өс кеше күтәрә. Барыбер ауыр. Диңгеҙ сайҡалған ыңғайға, трап уйнаҡлап, ҡайһы бер һалдаттар кәүҙәһен тота алмай, сүмәксеп, упҡынға оса. Минең арттан килгән һалдат та ҡолап китте, йәбешәм тип мине лә эләктереп алып китә яҙҙы үҙе менән. Саҡ бауға тотоноп ҡалдым. Шунда уҡ диңгеҙ төбөнә китә инде, упҡынға, арҡала ауыр йөк. Уныһын ысҡындырһа ла, стена кеүек ҡая, боҙло, шыма, тотоноп сығырлыҡ ер юҡ, һыу һыуыҡ. Бына шулай, һуғышҡа ла кермәй, әрәм булалар. Хәҙер ярға сығыу менән корректировщик ҡысҡыра башланы: «Ятығыҙ, боҫоғоҙ!», – тип. 150 самолет бомбить итә, гел ҡыҙыл ҡанатлы. Тәгәрәп китәһең, үлгән кеше булып ятаһың, өҫкә ҡарап, күҙҙе йомоп ҡына. Эй шунда кеше ҡырылды ла инде. Ваҡ-ваҡ таш, өҫтәл ҙурлығындай таштар, гел таш, бер нәмә үҫмәй, йәшенерлек ерле урын юҡ. Өлгөргән кеше шул ҙурыраҡ таш эргәһендә тәгәрәй, күренмәҫкә. Шунан, ул киткәйне, 100 самолет тағы килде. Бер ике-өс йөҙ метр самаһы китмәнек, тағы бомбить итә. Улар бит бомба ғына ташламай, пуля ла яуҙыра. Ни ерең генә түҙһен инде, торғаны тамуҡ. Ғәрәсәт, ҡурҡыныс. Ул киткәйне, тағы 50 самолет, ти корректировщик.
Шул арала беҙ 1-2 километр самаһы шылып ҡалдыҡ. Беҙҙең батальон разведкаһы барып, финдәрҙең командный пункттарына һөжүм итеп, һаҡсыларын алып, офицерҙарын, финский капрал, французский генералды ҡулға алдылар. Уларҙы (5 кешене) беҙ (7 кеше) Муртовский залив эргәһендәге бер ергә һаҡлап алып барҙыҡ. Беҙ 24 км. ер эскә һуғышып үттек. Боеприпастар кәмене, офицерҙар, корректировщиктар үлеп бөттөләр. Беҙҙең боеприпас булмағас, мине лә сығарҙылар корректировать итәргә. Сөнки мин, артиллерист булараҡ, белә инем. Бер ҡалҡыуыраҡ урында, траншеяла мин перескоп менән ҡарайым. Шунан бер йәш лейтенант килде, бинокль менән ҡарай. Әйтеп торам, унан ҡарама, әле генә ике кешене снимать иттеләр тип, әйткәнсә лә түгел, маңлайына тейҙе лә тәгәрәп үлде. Сүпләп тик торалар, бик һаҡ, зирәк булырға кәрәк.
Аҙаҡ мин, коммунист булараҡ, собраниела ишеттем. Был тирәлә генә дошмандың 80 дивизияһы тупланған булған. Уйлап ҡараһаң, 100 меңгә яҡын кеше бит. Беҙҙе күрәләтә ҡыҙған табаға алып барып тыҡҡандар. Ошо операцияла 8 000 кешенән 1 600 кеше иҫән ҡалған, шуның 500-гә яҡыны ғына һау-сәләмәт, ҡалғандары зәғиф, яралы тинеләр. Диңгеҙҙә 14 катерҙы батырғандар.
Дүртенсе хәтирә
Хәҙер мин − артиллерияла. Ҡаты һуғыш бара. Урман эргәһенә ике 45 мм-лы пушка таҡҡан машина менән бер-бер артлы килеп туҡтаныҡ. Урман уртаһындағы ҡалҡыулыҡҡа машина менән үтеп булмай. Шунан командир әйтә: «Берәүһен күмәкләшеп ҡалҡыуға мендерәйек», – ти. Бында туҡтаған ерҙә башҡа һалдаттар ҙа бар, күмәк инде. Ике ботон булһа ла һөйрәрмен, тип, мин дә киттем иптәштәремә эйәреп. Беҙҙең пушка тороп ҡалды. Һөйрәкләп мендерҙек. Ата башланы, тегеләр ҙә ата инде. Әйләнеп килһәк, беҙҙең 12 кеше үлеп ята. Әл дә генә киткәнмен. Үтәнәнүтә тишкесләгән теге машинаның цилиндр блогын. Шунан бер башҡорт егетен төҫмөрләп барып ҡараным да, медальонын алып командирға доложить иттем: «Бына, – мин әйтәм, – Күсәрбаев, Иглин районыныҡы, медальонын алам, ҡайтҡас хат яҙырбыҙ», – тип. Ҡайтҡас та хат ебәрҙем аңлатып. Һуңғараҡ ҡатыны, туғандарынан яуап хаты ла килде, ҡыйын булһа ла, рәхмәт әйткәндәр инде. Бик һәйбәт башҡорт егете ине.
Тағы бер ваҡиға тураһында әйтмәй китмәй булмай. Снаряд шартлағанда киҫәктәре тәнгә һибелеп, төрлө ағзаларыма, ике ҡулыма, ҡорһағыма, үпкәмә үтә кереп, баш һөйәгемде биш тин аҡса ҙурлығындай тишеп, эстән ике күҙ араһына һөйәккә 1,5 – 1,8 мм оҙонлоғонда өс осколка киҫәге ҡаҙалып ҡала. Бик ҡаты яраландым, ярты йылға яҡын алты госпиталдә яттым. Хәҙер миңә операция эшләр алдынан наркоз эшләнеләр, үҙем белеп, ишетеп ятам. Шунда өләсәйҙәрҙе, олатайҙарҙы күрәм. Улар барыһы ла йәш, бер тиҫтер кеүек. Төш тә түгел ул. Бер тар ғына йылға ағып ята. Башҡа бер нәмә лә юҡ. Шуның аръяғында улар: “Миңләхмәт, улым, кил”, – тип мине саҡыралар үҙҙәре яғына. Мин йылғаның биръяғында. Мин улар яғына атлайым, яҡынлашҡан һайын миңә рәхәт, артҡа әйләнһәм – ҡыйын. Йылғаға яҡынлашҡас, уларҙың эргәһенән үтеп әнәйем яҡынлашты. Ул да йәш, уны күргәс, шул тиклем рәхәт, эргәһенә бараһы килә, ул шул һыуҙың аръяғында ғына. Һағышлы ҡараш менән ҡарап торҙо ла: “Улым, Миңләхмәт, бар кире кит. Бында килергә һиңә иртә әле”, – тине. Миңә бик ҡыйын булып китте, алға ла барып булмай, кире лә китеп булмай: “Ахмет, Ахмет!”, − тигәнгә күҙемде асһам, әҙәм баштары күҙемә салынды. Теге хирургтар мине иҫкә килтерә алмай яфаланалар икән. Шунан аңыма килгәс, бер осколка киҫәген ҡыпһыуырға ҡыҫҡан килеш миңә күрһәттеләр: ”Маңлай эсендәге ярсыҡтарҙың береһен генә ала алдыҡ, икәүһе ныҡ ултыра. Ҡуҙғатһаҡ, йә һуҡыр ҡалырһың, йә мейеңә зыян килеүе бар, тип теймәнек. Башҡа ағзаларҙан да ярсыҡтарҙың әҙерәген генә алдылар ҙа, – нержавеющая осколка, май бөрһә, әле йәшәйһең», – тип тағы фронтҡа оҙаттылар. Әле һаман шул осколкалар, башты шекәрәһе генә ҡаплай, шул тишек баш көйө йөрөп ятам”.
Бишенсе хәтирә
“Һуғыш булғас, төрлө хәлдәр ҙә була. Хәҙер мин маршал Рокоссовский етәкселегендәге 2-се Белорус фронты, 19- сы армия, 343-сө уҡсы дивизияһының 372-се айырым истребительный противотанковый дивизионында артиллерияла – наводчик. 1945 йылдың март аҙаҡтары – апрель баштары. Польшала Гданьск порты өсөн ҡаты һуғыш бара. Атҡан саҡта, перелет булып, снаряд дошман тылына төштө. Недолет түгел, унда үҙебеҙҙең яҡҡа төшөр ине. Бер старший лейтенант Чистяков бар ине. Үҙ һүҙле, тотанаҡһыҙ, гел ҡыҙа ла китә, һалдаттарға бәйләнеп, ялҡытып бөткәйне. Шул, дөрөҫ атманың, тип, пистолетын алып, минең күкрәгемә терәне. Мин юғалып ҡалманым, иптәштәр ҙә ымланы.
Автоматымды алдым да: «Һинеке берәү булһа, беҙҙең пуля күп», – тип үҙенә лә тоҫҡаным. Шунан ул үсегеп землянкаға кереп китте. Уның урынына сержант Никитин баҫты. Ул корректировщиктың телефон аша әйткәнен беҙгә еткереп кенә тора. Дошман яҡынлашып килә, 150 – 200 м. ғына ҡалды. Бик ҡаты, яҡындан һуғыш булды. Ҡара сәүкә һымаҡ һибелеп килә немецтәр. Беҙҙең артиллерияның оптический приборы сафтан сыҡты. Оптический прибор ул мына энә һаплаған һымаҡ ҡына күрһәтә, алдыңа ултыртып ҡуя, хатта. Эргәлә тотош расчеты ҡырылып бөткән пушкаға шыуышып барып, шунан ата башланыҡ. Булһа була икән ул һуғышта ла. Ошо бер алышта ғына ла беҙҙең расчет 48 фрицте, 2 тигр танкыны, дошмандың командный пунктын, улар ышыҡланған ике ҡатлы йортто, 1 ел тирмәнен юҡ итте. Дошман сигенде. Теге офицер, ошо һуғыш бөткәнсе, землянканан сыҡмай ултырҙы. Хәҙер мин эстән уйлайым бит инде, нисек был командир менән һуғышты бергә дауам итәргә…
Әмәлгә ҡалғандай, шул уҡ көндө дивизион етәкселегенән капитан Харитонов килде. Ул мине партияға алғайны. Траншея буйлап беҙҙең хәлде, кәйефте һорашып йөрөгәндә, мин унан икенсе хәрби часҡа күсереүҙәрен һораным. Уға алдан әйткәндәрҙер инде, арҡанан һөйҙө лә: «Һин бында кәрәк, беҙ уның үҙен күсерәбеҙ», – тине. Оҙаҡламай күрәбеҙ, был офицерҙың погоны бер йондоҙға кәмегән. Һалдаттар бер-береһенә ҡарап: «Әллә төшкән инде, улайһа ике яғында ла юҡ бит», – тиҙәр. Мин – белмәмеш. Ошо алыш тураһында өлкән лейтенант Степаненко «Боевая вахта» гәзитендә мәҡәлә баҫтырҙы. Ауылға, атай-әсәйҙәргә лә рәхмәт хаты ебәрелде. Уларҙан да яуап хаты килде. Миңә икенсе тапҡыр «За отвагу» миҙалын бирҙеләр. Ә теге офицерҙы, бөтөнләй разжаловать итеп, штрафбатальонға ебәрҙеләр!
Алтынсы хәтирә
Һуғыш ваҡытында, передовойҙан ҡайтҡас, тик ятҡырмайҙар. Хәҙер беҙҙе Архангельскиға, тылға ебәрҙеләр. Ротала ике йөҙгә яҡын кеше, хәҙер беҙҙе ҡыш айы, йүгерттерәләр ҡорал менән, оҙон араға ла, ҡыҫҡаҡ араға ла. Хәҙер оҙон араға йүгерттерәләр. Киләбеҙ йүгереп, урталыҡтан үтеп китеп, иң алда барған бер унлап кеше араһында киләм. Хәҙер алда кеше аҙайғандан аҙая, бер өс кеше башҡаларҙан айырылып алға сыҡтыҡ бит. Эргәнән ярышлап ҡына бер һойҙан урыҫ йүгерә йән-фарман, аяғында йөн ойоҡ ҡына, быймаһын сисеп бәргән дә, мин быйма менән. Минән бер-ике аҙым самаһы ғына алдараҡ килде бит был. Ҡалғандар айырылыбыраҡ арттараҡ килеп етте. Эй көләләр инде беҙҙән офицәрҙәр.
Теге урыҫ дөйә һымаҡ бейек, ә мин эргәһендә ыҡсым кәүҙәле генә булып, аяғыма быйма кейгән көйө бергә тиң килеп еткәнгә мәрәкәләйҙәр. Шунан тоттолар ҙа мине, теге урыҫты ла, барлығы 11 кешене разведкаға ебәрҙеләр финдәрҙең тылына, дошман ғәскәренең расположениеһын белергә. Әгәр мөмкин булһа, берәйһен пленгә алып ҡайтырға, шундай задание бирҙеләр. Поляр төн. Бик күп ара эскә үттек. Бында эргәлә генә фин ғәскәрҙәренең бер төркөмө булып сыҡты. Беҙ үҙ-ара ымлап ҡына һөйләшәбеҙ, офицер урман араһынараҡ кереп боҫорға ҡушты. Беҙгә, ҡуҙғалмаҫҡа, тигән команда бирелде. Бик оҙаҡ ҡуҙғалмай ятҡас, хәҙер беҙ өс тәүлеккә яҡын дошман тылында, йонсоноҡ, йоҡлаған юҡ бит инде, бер аҙ сырым итеп уянып китһәм, эргәмдә бер иптәш һалдат ҡына ята. Ҡалғандар ҡуҙғалғандар, күрәһең, ҡуҙғалырға, тигән команданы ул да, мин дә ишетмәгәнбеҙ, ҡысҡырып әйтергә ярамай бит инде. Ә беҙ бер-беребеҙҙән төрлө йыраҡлыҡта килеп ятҡайныҡ.
Саңғы эҙе бер аҙ күренә, яңыраҡ ҡуҙғалғандарына оҡшай. Тик, бер аҙ бара торғас, эҙ бөтөнләй күренмәй башланы, юлдан яҙлыҡтыҡ. Буранда бүреләр йөрөй ас, эҙәрлекләп киләләр күмәк. Уларға атмайһың, бер пуля булһа ла, һаҡлайһың әле ул. Атһаң, дошманды ла үҙеңә йәлеп итәһең, уныһын да уйлайһың. Хәҙер беҙгә ҡайтыр юлды дөрөҫ табырға кәрәк, бик зирәк, сос, һәләт булырға кәрәк, яңғылыш дошман яғына сығып китеүең бар. Финдәр улар үҙҙәренең тәне кеүек беләләр ерҙе. Бына мин беләм бит үҙебеҙҙең яландарҙы, дөм ҡараңғы булһа ла, шуның кеүек. Улар – үҙ ерендә, беҙгә ҡыйын, беҙҙә ҡайһы берәүҙәр бар – аҙашҡан һарыҡ кеүек. Әл дә генә унда ориентир эшләп була. Унда мына Тимерҡаҙыҡ баш осонда ғына. Шунан Арҡысаҡ, башҡа йондоҙҙарға ҡарап, йондоҙҙар ҙа таныш бит инде, килгәндә үк йондоҙҙарға гел иғтибар итеп килгән инем. Шуға ҡарап ҡайтыр юлды таптым.
Теге иптәштәремдең береһе лә әйләнеп ҡайтманы. Һуңынан батальон разведкаһы барып эҙләп, береһе ранен, ҡар аҫтына күмелеп ҡалған, табып алып ҡайтты. Унда көрт урыны менән бик ҡалын, йомшаҡ, дүртбиш метрға етә. Уларҙы дошман һиҙеп урата башлағас, былар сысҡан кеүек ҡарҙы йырып төшөп төпкә йәшеренгәндәр. Улар тәүҙә винтовканың штыгы менән сәнскесләп эҙләп, аҙаҡ оҙон ҡолғаға штыкты бәйләп сәнскесләп үлтереп бөтөргәндәр. 11 кешенән 2 генә кеше имен ҡайттыҡ. Ул ҡыйын хәлдәр күп булды инде ул. Германия ерендә һуғышҡанда ла шул хәлфә бабайҙың бетеүе арҡаһында, үҙемдең етеҙлегем менән генә иҫән ҡалдым, тип уйлайым”.
ӨЛФӘТ ҠОБАҒОШОВ