Дин һәм сәфәрлеләр

Дин һәм сәфәрлеләр

1811 йылда йәшәгән Сәфәр ауылы халҡы исемлегендә ишан Мансуров сағыла. Тимәк, ул ваҡыттарҙа ауылдың үҙ ишаны булып, кешеләр дини йолалар тотоп йәшәгән. 1851 йылда ике мәсет, бер мәҙрәсә эшләгәнлеге архив документтарында күрһәтелгән. Бер мәсет хәҙерге мәктәп ҡаршыһында, Хәлиҙә Хәмиҙуллина йәшәгән урында, икенсеһе – ҡуяндар аймағында, ларек урынында булған. Ә мәҙрәсә Шакирйән Әхмәтйәнов ултырған урында булған. Был мәсеттәргә 434 кеше йөрөгән. Абдулла Ниғмәтуллин имам-хатиб булып торған.

1883 йылдың 4 мартында үрге мәсеткә Әхмәтйән Ғәбделсатаров имам һәм мөғәллим итеп тәғәйенләнә. Ул үлгәс, уның урынына Мөхәмәтйән Мөхәмәткәримов ҡала. УЛ 1905 йылдың 7 ғинуарынан эшләй башлай. 1893 йылғы Фәйзерахман Әхмәтйәнов, Ғәбделсатаров 1921 йылда апрель айында мәзин итеп ҡуйылалар. Ҡуяндар мәсетендә, архивтан күренеүенсә, 40 йәшлек Әхмәтйән Мөхәмәтрәхимов 1890 йылда имам һәм мөғәллим вазифаһын башҡара. Ә 1910-1914 йылдарҙа Фәтхетдин Әбделғәлиевтың мәзин булыуы күренә. Ҡуяндар аймағындағы мәсеттең төҙөлөүе тураһында Ғәйнетдин Динисламов бына нимәләр һөйләне: – Нисәнсе йылда икәнлеген белмәйем, Түләктә бер туғандар Нәҙелша менән Ғәҙелша йәшәгән.

Шул ике бай Сәфәр ауылында мәсет төҙөргә ярҙам йөҙөнән 40 ат бирә. Был аттар менән мәсет өсөн ағас ташып алырға тейеш булалар. Ололарҙың һөйләүенән шуны ла беләм: 40-сы аттың ҡолаҡбауы булмай сыға. Хеҙмәтселәр тиҙ генә йүкә арҡандан ҡолаҡбауы эшләп ебәрәләр һәм был атты ла эшкә егәләр. Мәсеттең имам вазифаһын Ғәйфулла Сибәғәтуллинға, мәзин булыуҙы Ғәлимуллаға тапшыралар. Ғәйфулла Сибәғәтуллин ишле ғаиләлә тыуған була. Уҡыйым тип, ауылдан сығып китә, Ҡазан ҡалаһында мәҙрәсәлә белем ала. Унда уҡып ҡайтҡас, Учалы ауылының 5-се мәсетендә имам һәм мөғәллим итеп тәғәйенләнә. Ауыл ҡарттары өгөтләп, уны ауылға ҡайтарып алалар. Уның тырышлығы менән ҡуяндар яғында яңы мәҙрәсә һалына. 1901-1902 йылдарҙа була был. Октябрь революцияһынан һуң мәсеттәрҙең манаралары алына, мәҙрәсәләр ябыла һәм яңыса уҡыу индерелә. Мәсеттәрҙе ябыу бигерәк тә 1929-30 йылдарҙа киҫкенләшә. Бер архив ҡағыҙында былай тип яҙылған: «Ауыл халҡы менән һөйләшеп, уларҙың ҡултамғаларын алып, мәсеттәрҙе ябыуҙы ойошторорға». Әммә 1930 йылдың майында уҡ: «Бер ниндәй килешеү-ниһеҙ мәсеттәрҙе ябырға!» - тигән киҫкен ҡарар тағы килеп етә ауылдарға. Шунан һуң халыҡтан һорауһыҙ-ниһеҙ мәсеттәр ябылыуға дусар ителә. Дин әһелдәрен, саҡ ҡына ҡаршылыҡ күрһәтһәләр ҙә, ғаиләһе менән бергә Себергә һөрә башлайҙар. Шундай көндәрҙең береһендә Ямалетдин Ғариповты ҡулға алалар. Ә ул:

«Мәсетте, исмаһам, халыҡ менән һөйләшеп япһаларсы!» – тип кенә ризаһыҙлыҡ белдергән була. Уны хатта атырға хөкөм итәләр, тик, бәхетенә ҡаршы, Өфөлә аҡлап, кире ҡайтаралар. Муллаларҙың баш өҫтөндә ҡара болоттар ҡуйыра башлағас, уларға ярҙамға килеүселәр ҙә табыла. Үрге яҡ мәсеттең йәш муллаһы Мөхәмәтйәрҙе, Илсе ауылы муллаһы менән икеһен Сәфәрҙең Ғилман тигән, Илсенән Таһир исемле йөрәкле кешеләр, ҡасырып, Ҡостанайға тиклем оҙатып ҡуялар. Был ваҡытта ауыл Советы секретары булып эшләгән Ғәзим Мортазин муллаларға үҙе килеп: «Һеҙҙе бөгөн алып китергә киләләр, балаларығыҙҙы йәшерегеҙ. Үҙегеҙ ҙә ауылдан сығып китегеҙ. Инде гел былай ғәҙелһеҙлек хөкөм һөрмәҫ. Мәшхәр баҫылғас, кире ҡайтырһығыҙ», – тип кәңәш бирә. Ғәйфулла мулла, уның кәңәшен тотоп, атын егә лә улы Шәүкәтте ултыртып

Мейәскә сығып китә. Атын һатып шинель ала, һаҡалын ҡырып ташлай. Улына: «Шәүкәт, һин ҡайт, мин ауылда булмаһам, һеҙгә теймәҫтәр. Әгәр алып китһәләр, мин үҙем һеҙҙе табырмын, – ти. – Мине күрмәгеҙ ҙә, белмәгеҙ ҙә». Әммә Шәүкәт, ҡустыһы, үгәй әсәләре репрессиянан ҡотола алмайҙар. Был турала 1924 йылда Төпәй (Кәрим) ауылында тыуған Салауат Харис улы Төпәев беҙгә бәйән итте. Салауатҡа 13 йәш кенә саҡта атаһын ҡулға алалар һәм «халыҡ дошманы» мөһөрө тағып, аталар. Салауат иҫ киткес ауырлыҡтарҙа үҫә. Шуға ҡарамаҫтан, ул белем алырға тырыша. Ауыл мәктәбендә башланғыс мәктәптә уҡый, күрше ауылға һигеҙ саҡрымға йөрөп етене бөтә. Туңғатарҙа ике, Мулдаҡайҙа тағы ике йыл уҡый. Дәрестәрҙән һуң ауыл халҡы өсөн кәрзин үрә, балта һаплай, быйма табанлай, саңғы, конькиҙар эшләй. Ҡуянға ҡапҡан һалып кәсеп итә. Адвокат булырға хыяллана ул, әммә һуғыш башланып китеп, хыялы селпәрәмә килә. Мәктәптә математика, физика, химия, черчение фәндәренән уҡыта. Йәйен колхозда хисапсы булып эшләй. Көҙ етеүгә, уны хәрби хеҙмәткә алалар, сержанттар әҙерләү курсында уҡып, өлкән сержант хәрби дәрәжәһен ала. Уны минометсылар расчеты командиры итеп ҡуялар. Курск дуғаһындағы ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың 23 сентябрендә ҡаты яралана һәм икенсе төркөм инвалидлыҡ биреп, уны ҡайтаралар. Бер йыл колхозда эшләй. 1945-50 йылдарҙа Өфө авиация институтын тамамлай. Ете йыл Өфө моторҙар эшләү заводында бригадир, мастер, һынау станцияһы начальнигы, конструктор вазифаларын башҡара. 1957 йылда Мәскәүгә аспирантураға уҡырға инә. 1962 йылда ул фән кандидаты. Өфөлә фәнни-тикшереү институты филиалында эш башлай. Бында ул өлкән ғилми хеҙмәткәр, бүлек начальнигы урынбаҫары кеүек яуаплы эштәрҙә үҙен һынай. 1970 йылда Өфө авиация институтына доцент бууғып күсә. 1988 йылда хаҡлы ялға сыға. Әммә Салауат Харис улы артабан да йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Иң беренселәрҙән булып, тыуған ауылында атаһының ҡәберенә һәйкәл ултырта. 1991 йылда уны республиканың сәйәси репрессия ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе итеп һайлайҙар. Уның инициативаһы менән Өфөлә репрессия ҡорбандарына һәйкәл асыла һәм «Хәтер китабы» сығарыла. Салауат Харис улы 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, юбилей миҙалдары менән наградланған. Сәфәрҙә йәшәгән Шәүкәт, Ғәли ағалары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Сәфәр ауылы уға яҡын (уның әсәһе Ғәйфулла мулланың өсөнсө ҡатыны була. Һуңынан айырылып Харис тигән ауылдашына кейәүгә сыға).

«Мин Сәфәр халҡы менән бик яҡшы танышмын. Йәноҙаҡов Хәйбулла менән Туңғатарҙа бергә уҡыныҡ, бик һәләтле егет ине. Матур шиғыр яҙҙы. Ильинканан уҡытыусы Әхмәтхан Төпәев менән бергә һуғышҡа алынды. Ғәле ағайым Брест крепосында һуғышты, ҡамауҙа ҡалып, шунда һәләк булды. Шәүкәт ағайым менән Ғәли ағайымды, уларҙың үгәй әсәләрен, мулла ғаиләһе тип, Себергә һөрәләр. Ғәли ағайыма ун дүрт тә тулмаған була. Бер көндө өс урыҫ уны зыяратҡа алып киләләр, кемдеңдер ҡәберен асалар ҙа, шунда малайҙы төшөрәләр. Ҡулына балта тоттороп, мәйеттең ауыҙынан алтын тештәрен алырға ҡушалар. Ҡайҙа барһын үҫмер? Ҡурҡа-ҡурҡа уларҙың ҡушҡаның үтәргә мәжбүр була. Ҡәберҙән сығып килгән Ғәлиҙе кире төртөп төшөрөп, өҫтөнә ашыҡ-бошоҡ ер ырғыталар ҙа үҙҙәре китеп баралар. Үҫмер ике көн, ике төн ҡысҡырып ята, ҡарлығып бөтә. Ғүмере булған икән, уны килеп ҡотҡаралар. Мең михнәттәр күреп ҡайтып төшәләр улар Себерҙән.

Ни өсөн? Ниндәй ғәйеп өсөн? Ғәйфулла Сибәғәтуллин ысынлап та ғаиләһен барып таба». Мәсеттең манараһын актив комсомолдар Нәбиәхмәт Хәлилов, Ғәббәс Иҫәнгилдин, скрипкасы егет Ғизетдин, Вознесенканан бер нисә урыҫ кешеһе, райондан килгән милиционерҙар бысып төшөрәләр. Уны быстырмаҫ өсөн Мәүлит Йәноҙаҡов аяғын ҡуя. Уның аяғына аталар, ғүмерлеккә зәғиф булып ҡала. Үрге мәсетте һуңынан мәктәп итәләр. Ә ҡуяндар аймағы мәсетен ҡутарып алалар һәм клуб итеп күсереп ултырталар. 1994 йылда ул кире мәсеткә әйләнә. Тәүҙә уның имам-хатибы Хәлит Ғарипов була, шунан был вазифаны Наил Тажетдинов башҡара. Был мәсет асылғанға тиклем дә мосолман йолаларын тотоу, дин тотоу туҡталмай ауылда. Ғәлимулла мәзин, Дуҫмөхәмәтов Бәхтиәр, Ямалетдин һәм Иәләлитдин Ғариповтар, Ниғәмәт Ханов, Мөхәмәтйән Миржанов, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Заһира, Фәғилә Хәлимовалар, Хөсниямал Исламова, Фәхриямал Ихсанова, Нәфисә Ҡасимова, Ғәйниямал Мөжәһитова,һуңғы йылдарҙа Рәхилә Ғәббәсова, Ғәззәбаныу Мөхәмәтрәхимова, Фәрзәнә Ҡасимова аяттар уҡып, ауылда дин тәғлимәттәрен аңлатып йәшәйҙәр. Уларҙы хәҙерге көндә йәштәр алыштыра.

(Дауамы 5-се hанда)

ӘҠЛИМӘ САФИНА

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...