Дин һәм сәфәрлеләр

Дин һәм сәфәрлеләр

(Башы 4-се һанда)

ҒӘЛИӘ

Кешеләргә иман, бәхет теләп ултырған Ғәлиә Ханова тураһында бер нисә һүҙ. Ул 1917 йылда Сәфәр ауылында тыуған. Атаһы Сәләхетдин Хисаметдинов ауылда колхоз ойошторолоу менән ҡатыны Рабиғаны алып, бар мөлкәтен биреп, колхозға инә. Икеһе лә ең һыҙғанып эшләйҙәр. Ҡыҙҙары Ғәлиә лә егәрле, тырыш булып үҫә. Ун алты йәшендә Сабир Ханов менән ғаилә ҡороп йәшәп китә. Ире колхозда бригадир була, уҡып килеп, тракторсы булып эшләй башлай. 1940 йылда 28 йәшендә генә мәрхүм булып ҡала. Ҡыҙҙары Фәрзәнә, Фәһимә, Рәүилә менән Ғәлиә апай тол ҡала. Башлана шунан михнәттәр. Башта колхозсыларға аш бешерә. 1942 йылдың көҙөндә Йүрүҙәнгә ағас ҡырҡырға ебәрәләр. Был ваҡытта өлкән ҡыҙы Фәрзәнәгә – 6, уртансы ҡыҙына – 4, кесе ҡыҙына 2 йәш була. Балаларын алтмыш йәшлек әсәһенә ҡалдыра. «Оҙаҡ эшләмәҫһегеҙ, алмаш ебәрербеҙ», – тип йыуаталар. Тик вәғәҙә онотола. 25 йәшлек әсә ғәзиздәрен һағынып, ашауҙан яҙа. Иптәштәре:«Ҡас та ҡайт, өс бала менән ултыртмаҫтар әле», – тиҙәр. Был тылсымлы һүҙҙәр уға ҡыйыулыҡ бирә, ул урмандан ҡасып ҡайта. Күп тә үтмәй, ҡасҡан өсөн судҡа саҡырып ҡағыҙ килә. Ғәзиздәрен ҡосаҡлап, илапһыҡтап ултырған Ғәлиә ишек шаҡығанды ла ишетмәй. Уларға хәрби кейемдәге берәү килеп инә. «Алып китергә килгән», – тип йөрәге ҡыҫыла әсәнең. Тик хәрби ары үтә, бире үтә лә теген машинаһына төртөп күрһәтеп:

– Был кемдеке? – тип һорай.

– Минеке, – ти Ғәлиә.

– Тегенә беләһеңме?

– Эйе.

– Беҙҙең менән хәҙер үк теген машинаңды алаһың да, әйбер тегеү цехында эш башлайһың, беҙ һине ултыртмайбыҙ», – ти теге ир. Ғәлиә мөлдөрәп ауырыу әсәһенә ҡарай. Рабиғә инәй ҡыҙының төрмәнән ҡотолоуына шатланып: «Бар, балаҡайым, бар. Беҙ нисек булһа ла йәшәрбеҙ әле», – ти. Был ябай цех булмай, тегеү фабрикаһы була. Уларға көн һайын берәр комплект хәрби кейем тегергә бирелә. Ял итергә лә ваҡыт бирмәйҙәр, һуғыш бөткәс тә әле, Ғәлиәне ҡайтармайҙар, тик әсәһе мәрхүм булғас ҡына балалары эргәһенә ҡайтып төшә ул. Һуңынан колхозда ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән бер рәттән төрлө эштәр башҡара. Үҙе белгән аят-сүрәләрен гел көйләп йөрөр була. Үҙ алдына ғәрәпсә уҡырға өйрәнә. Кеше мәрхүм булһа, йыназаһын атҡара, аяттар уҡый, ураҙа тота. Сәфәр ауылының ябай бер ҡатыны Ғәлиә Ханова, ауыр эштәрҙән ҡулдары шырауланып бөткән булһа ла, күңеле һәр саҡ саф, изге булып ҡала.

ҒАРИПОВТАР

Белеүебеҙсә, Йәләлетдин менән Ямалетдин – бер туғандар, башланғыс мәктәптең тәүге уҡытыусылары булған. Йәләлетдин Мөхәмәтйән улы 1895 йылда тыуған. Троицкиҙа Зәйнулла ишан асҡан “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлап, ауылға мулла булып ҡайтҡан, мәсеттә имам булып торған. Совет власы урынлашҡас та, мәктәптә балалар уҡытыуын дауам иткән. Ямалетдин Мөхәмәтйән улы 1896 йылғы булған. Ул да Троицкиҙа уҡып сыға. Ағалы-ҡустылы ауылда ағартыу эше, дин ҡанундарын һаҡлау менән шөғөлләнәләр. Һуңыраҡ мәктәпкә махсус белемле, совет власының талаптарына яуап бирерлек әҙерлек үткән белгестәр кәрәк булғас, Йәләлетдин менән Ямалетдин юғалып ҡалмай. Йәләлетдин 1924 йылда Ильинка приискыһына алтын табыу эшенә күсә. Муртыҡтыла хаҡлы ялға сыҡҡансы маҡтаулы шахтер, стахановсы була. Шул уҡ ваҡытта ауылда мулла булараҡ та танылыу таба.

Ямалетдин Мөхәмәтйән улы ауыл Советында секретарь булып эшләй. Ике ул, бер ҡыҙ үҫтерә. Улы Фәрит Өфөлә моторҙар эшләү заводында баш инженер булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Мөхәмәтйән үҙе лә дини кеше – Учалы ауылында мулла булған. Диндарлыҡ – атаһы Ғариф ҡарттан. Заманында атаһы ла мөфтиәттә хеҙмәттә торған. Хәлит Йәләлетдин улы ла – дин кешеһе. Ғәрәпсә уны атаһы уҡырға өйрәтә. Ҡөрьәнде ун өс йәшлек малай үҙ аллы уҡыған. Ете синыфты тамамлағас, Хәлит ауыл Советында секретарь булып эшләгән, һуңынан мәктәптә ун биш йыл буйына бухгалтер булған. Ун алты йыл Муртыҡтыла алтын табыу компанияһында эшләп, шунан хаҡлы ялға сыҡҡан. Дингә юл асылғас, ауыл халҡы 1992 йылда Хәлит Йәләлетдин улын имам итеп һайлай. 2004 йылда Мансур ауылында мәсет һалынғас, шунда имам-хатип итеп һайлана. 2008 йылда уға республика мосолмандары назараты тарафынан «Почетлы имам» тигән исем бирелә. Был танытманы ул Башҡортостанда беренсе булып ала.

Хәлит ағайҙың тормош иптәше Рәмилә Сабирйән ҡыҙы 1931 йылда Мәсетле районының Мәсетле ауылында тыуған. Мәсәғүттә уҡытыусылар әҙерләү институтын тамамлаған. 1952 йылда уны Сәфәр мәктәбенә уҡытырға ебәрәләр. Рәмилә Сабирйән ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу – «уҡытыусы». Утыҙ йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай ул. Тынғыһыҙ эше менән бер рәттән биш бала тәрбиәләп үҫтерергә лә өлгөрә. Хәлит ағай менән бергә 65 йылға яҡын татыу ғүмер итеп, икеһе лә бер-бер артлы өс көн эсендә мәңгелек донъяға күстеләр. Әле һанап үтелгән шәхестәр ваҡытында “мәсетһеҙ мулла” ролендә булдылар, улар арҡаһында ниндәй генә ҡатмарлы, шауҡымлы йылдар булыуына ҡарамаҫтан, ауылыбыҙ халҡы аяттарҙан, йыназаларҙан мәхрүм булманы.

Сәфәр ауылында, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем, түшәккә ятып киткәнсе, күҙҙәре дөмә һуҡырайһа ла, муллалыҡ вазифаһын башҡарыусы Наил хәҙрәтте ауылым халҡы һағынып һөйләй. Ул Йәсинды ятҡа уҡыны. Ул уҡыған саҡта шылт иткән тауыш та булманы, мәжлестәгеләр йотлоғоп тыңланы. Наил Фәттәх улы Тажетдинов 1932 йылда Учалы районы Рысай ауылында тыуған. Мәктәптә ете класты тамалағас та Учалы ауылында урта белем ала. Һуңынан Мәсәғүт ике йыллыҡ уҡытыусылар әҙерләү институтында уҡый. 1961 йылда ситтән тороп Магнитогорск пединститутын тамамлай. Егерме бер йәшендә өйләнә. Ҡатыны Рауза апай менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиләп үҫтерзеләр, тик Рауза апай бик иртә баҡыйлыҡҡа күсте. Н.Ф.Тажетдинов ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай. Ҡунаҡбай, Илсе мәктәптәрендә уҡыта. Илсе мәктәбе директоры була. Ә Сәфәр мәктәбендә 26 йыл директор фазифаһын башҡара. Н.Ф.Тажетдинов Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ислам дине юлына баҫа. Учалы ҡала мәсетендә дин нигеҙҙәрен өйрәнә. 1992 йылдан Сәфәр ауылы мәсетенең имам-хатибы була. Унан һуң имамлыҡ бурысын Солтанов Шакирйән Закирйән улы дауам итә. Ун йыл эшләгәндән һуң ауырыу сәбәпле үҙенең вазифаһын егерме бер йәшлек Руслан Насировҡа тапшыра. Руслан Учалы ҡалаһындағы мәҙрәсәне тамамлаған. Мәктәптә уҡығанда уҡ төрлө дини конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Былтыр Учалы ҡалаһының тау сәнәғәте колледжын тамаланы. Әлеге ваҡытта Өфөләге Рәсәй ислам университетына уҡырға инергә әҙерләнә.

ӘҠЛИМӘ САФИНА

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...