Оҫталыҡ һәм күңел сафлығы

Оҫталыҡ һәм күңел сафлығы

Оҫталыҡ һәм күңел сафлығы

1959 йылдың 1 мартында Башҡортостан телевидениеһының даими тапшырыуҙары башлана. Сирек быуатҡа яҡын ғүмерем телеүҙәктә үтте. Оҙайлы ғына дәүер эсендә кемдәр менән генә эшләмәнем! Аллаһҡа шөкөр, хеҙмәттәштәремдән уңдым, барыһы менән дә уртаҡ тел таптым. Тарихи дата уңайынан уҡыусыларыбыҙ иғтибарына яратҡан коллегаларымдың береһе – "Йома" программаһын эфирға әҙерләүсе монтаж режиссеры, ҡораусы Руслан Нурғаяз улы Ғайнанов менән әңгәмә тәҡдим итәм. Белеме буйынса математика уҡытыусыһы ул, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған, телевидениебыҙҙа 2005 йылдан эшләй. Беренсе көндән ул үҙен заман менән бергә атлап, күп көс һәм техник белем, ижади һәләт талап иткән өлкәлә ең һыҙғанып эшләгән белгес, үҙ эшенең ысын оҫтаһы, ышаныслы, ғәйәт ҙур йөрәкле дуҫ итеп күрһәтеп килә. Ҡасан ҡарама – йөҙө ҡояш һымаҡ нур сәсә, ике тиҫтә йыл эсендә Русланды беҙ бер тапҡыр ҙа ҡараңғы сырай менән, кәйефһеҙ, йылмайыуһыҙ йөрөгәнен осратҡаныбыҙ булманы, билләһи. Күҙебеҙ генә теймәһен! Яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ тураһында бәйән итеүсе программабыҙ бына ошондай оло йөрәкле ир-егет менән ҡорола!

 

– Руслан, телевидениеға килеүеңә ике тиҫтә йыл тулып килә. "Йома" тапшырыуын монтажлау буйынса ла һин рекордсы, беҙ быға һөйөнәбеҙ генә. Эшеңде яратыуың экранда барған ваҡиғаларға битараф ҡалмауың, геройҙарҙың фекерҙәрен ихлас ҡабул итеүеңдә, монтаж ваҡытында балҡып, йылмайып ултырыуыңда сағыла.

– Эйе, рекордсмен тип әйтергә мөмкиндер (ихлас йылмая), һуңғы алты йылда был тапшырыуҙан айырылғаным юҡ. Тәүҙәрәк һәр бер тапшырыуҙы күпме тапҡыр монтажлағаным ҡыҙыҡ һымаҡ ине, һанай торғас, иҫәпте юғалттым инде – эштәрем бихисап!

Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, эш барышында мин ирекһеҙҙән геройҙарҙың тормошона сумып китәм. Сөнки яҡшы монтажлайһы килә. Ә бының өсөн геройҙың тын алышын тойорға кәрәк. Әлбиттә, төшөргән материал менән танышҡас, авторҙар менән һөйләшеп алам. Сюжетты ниндәй кадрҙарға таянып ҡорорға, ниндәй музыка һайларға, әҙер яҙма оҙон йә ҡыҫҡа буламы – барыһы асыҡлана. Эш барышында үҙеңде тамашасы урынына ла ҡуйып ҡарайһың. Әйтәйек, ошолай монтажлаһаҡ, геройҙың тормошон бөтә тулылығында еткерә алырбыҙмы, әҙер фильм йә сюжет йөрәктәргә барып етерме – күп нәмәне хәстәрләй телевидение хеҙмәткәрҙәре.

"Йома" тапшырыуында "Тормош һабаҡтары" тигән рубрика бар. Тап шунда фәһемле яҙмышлы, шәп геройҙар хаҡында бәйән итәбеҙ. Ҡайһы саҡта уларҙың ихтыяр көсөнә, һынауҙарҙы лайыҡлы үтеүҙәренә һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә ҡуяһың! Бер ниндәй ауырлыҡҡа бирешмәй, имандарын һаҡлап ҡалып, алға ғына баралар. Сюжетты әҙерләп бөтөп, йәнә бер ҡарап алғандан һуң, монтажланған яҙма мине йәки берәйһен хисләндерһә, тимәк, мораҙыбыҙға ирештек тигән һүҙ.

 

 

 

Руслан Ғайнановты (уңда) “Башҡортостан телерадиокомпанияһы етәксеһе Рөстәм Зәрәфетдинов бүләкләй

 

 

 

 

– Дини программа геройҙары һәм авторҙары һине нимәгә өйрәтте?

– Һәр көнгә һөйөнөп йәшәргә, күңелһеҙлеккә бирешмәҫкә. Ауыр хәлдән сығыу юлдары бар һәм улар бихисап. Иң мөһиме – бер ваҡытта ла туҡтамаҫҡа, егәрлегеңде егеп, яңылыҡҡа һәм яҡтылыҡҡа табан барырға өйрәтте!

 

– Иң иҫтә ҡалған сюжет йә иһә әлеге программа менән бәйле хәл-ваҡиға хаҡында һөйлә әле.

Һәр бер эш көнө һөйөнөслө мәлдәре менән ҡыҙыҡлы. Төшөрөлгән материалдың етмәгән сағында бик оҙаҡ ултырып монтажлаған осраҡтар ҙа булғылай. Ҡайһы саҡта монтаж ваҡыты һуҙылып, эш көнө бөтә, ә беҙ автор менән өйгә ҡайтырға ашыҡмайбыҙ, сөнки "Йома" тапшырыуына бәйле һәр нәмә ҡыҙыҡ һәм ҡәҙерле минең өсөн! Быны һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ түгел. Иҫтә ҡалған сюжеттарға килгәндә, уларҙың күпселеге мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында. Бер тамсы ла зарланмайса әүҙемдәр, бәхетлеләр, йәшәү дәрттәре ташып тора, мәсеткә йөрөйҙәр! Ғөмүмән, "Тормош һабаҡтары" рубрикаһы геройҙарының бөтәһе лә күңелемә яҡын һәм маҡтауға лайыҡ.

 

– Бер нәмә лә юҡҡа түгел хозур еребеҙҙә, мауыҡтырғыс эшебеҙҙә, Руслан.

– Шулай, тормош юлында осраған һәр бер кеше уҡытыусы. Шул иҫәптән, геройҙарыбыҙ менән бергә эшләгән коллектив та. Төплө, зирәк кешеләр менән аралашып, һәр ваҡыт аҡыл менән эш итеүҙең кәрәклеген аңланым. Һығымта менән ашыҡмайынса, үҙ мөмкинлегеңде һәм килеп сыҡҡан хәлде айыҡ баһалай белергә кәрәк. Һәр мәсьәләне хәл итергә була! Иң мөһиме – ҡыйыу һәм ярҙамсыл булырға, коллективта бер-береңдең фекерен “ишетеп”, эш итергә. Мәҫәлән, тапшырыуҙа барған бөтә сюжеттар, рубрикалар бер логик сылбырға уралып барырға тейеш. Бының өсөн беҙҙең проект етәксеһе Морат Лоҡманов яуаплы. Ошо бурысты ул ғәйәт шәп башҡара. Тапшырыуыбыҙ һәм шулай уҡ бөтә телевидение архивын яҡшы белеп хәл итә ул. "Йома" тапшырыуы – татыу командабыҙҙың ҙур хеҙмәт емеше, техник йәһәттән дә, ижади яҡтан да бик уңышлы проект, тип иҫәпләйем.

 

– Руслан, һиңә матур яуаптарың, ихлас эшең, һәр ваҡыт күтәренке күңелле булыуың өсөн ҙур рәхмәт. Аллаһу Тәғәлә үҙеңә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ныҡлы һаулыҡ, көс-дарман, ғаилә бәхете, фәһемле проекттар насип итһен!

 

Морат Лоҡманов (телерадиожурналист, "Йома" тапшырыуының мөхәррире): "Руслан менән эшләүе ныҡ еңел, сөнки ул үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, саф күңелле, ыңғай кеше лә. Мөьмин мосолмандарға хас сифаттар ярылып ята Русландың холҡонда: ул кеше тикшереп ултырмай, үҙенә ҡағылмаған менән булмай, алдына алғанды еренә еткереп, ихлас үтәй, өҫ башы һәр саҡ ҡараулы, кешегә иғтибарлы. Бына шуның өсөн уның менән эшләүе рәхәт, арытмай, ялҡытмай. Дөрөҫлөктә, ислам диненең рухи ҡиммәттәре тураһындағы тапшырыуҙы тап ошондай кешенең әҙерләп сығарыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки, күңелде нурландырырға тейеш һүҙҙәр, яҙмалар тик саф күңелдән генә сыға. Ашарға әҙерләгәндә лә, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ кәйефһеҙ булһа, йә һуҡранып торһа, ризыҡтың бәрәкәте китә. Оҫталыҡ менән ҡушылған яҡшы һүҙ, яҡты уйҙар иһә, һыйланыр тәғәмебеҙҙе иң тәмле һәм шифалы яһай.

Күңел таҙалығын, гүзәл әҙәпте үҫтерә торған юл – ул Аллаһтың дине. Руслан дуҫыма тулы иман, намаҙ эйәһе булыуын теләйем".

 

Светлана Ғәлиуллина

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...