Бәхет бар!

Ренат Хиләжев – Башкортостанда билдәле йәш эшҡыуарҙарҙың береһе. Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһында тыуған. Уға 37 йәш. Өйләнгән, өс бала тәрбиәләй. 2001 йылдан алып йәмәғәт туҡланыу өлкәһендә эшләй. Башта «Green Plate» кафелар селтәрен асып, халыҡты «натур фастфуд» менән таныштыра. Хәҙерге көндә Өфөлә билдәле «Бәхет бар» («Радость есть») «хәләл» кафеһы менән идара итә.
– Ренат Рафаил улы, һеҙ юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында алғанһығыҙ. Ни өсөн һеҙ, тарих факультетын тамамлаған кеше, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә булдығыҙ?
– Университетта уҡыған саҡта, профессорҙар, аспиранттар артынан күҙәтеп, мин ошондай һығымтаға килдем – уҡыуҙы тамамлағас, йәки сәйәсәт менән шөғөлләнергә йәки эшҡыуар булырға кәрәк. Сөнки тарихсы булып, йәки фән менән генә артабан шөғөлләнеп, мин ғаиләмде аҫрай алмаясағымды асыҡ аңланым. Әлбиттә, мин, ябай ғаиләнән булғас, шулай уҡ тарихсы булараҡ, эшҡыуарлыҡта нимәгәлер өлгәшә алырыма башта ышанманым. Шуға күрә, эшҡыуарлыҡ буйынса мәғлүмәт йыя, үҙаллы өйрәнә башланым. Роберт Кийосакиның китабы миңә бик ныҡ ярҙам итте. Шунан финанс эштәре буйынса тәжрибә туплар өсөн, лизинг өлкәһендә эшләй башланым.
– Ни өсөн йәмәғәт туҡланыу бизнесы менән шөғөлләнергә булдығыҙ?
– Башта мин финанс өлкәһендә офис астым. Эшҡыуарҙарға уларҙың бизнестарына аҡса йәлеп итеү буйынса ярҙам иттем, консультациялар үткәрҙем. Беҙҙең клиенттар күбеһенсә йәмәғәт туҡланыу өлкәһенән инеләр. Улар менән эшләгән саҡта, был бизнестың эс яғын күргәс, киләсәктә ул өлкәлә лә эшләп ҡарарға, тип ниәтләндем. Әммә мин, офистан килгән килемде кафеға һалып, тик килем генә һанармын , тип хыяллана инем. Әммә 2015 йылдағы кризистан һуң, бөтә иғтибарҙы кафеға йүнәлтергә тура килде. Финанс өлкәһендәге офистарҙы яптым.
– «Хәләл» кафеһын асыр алдынан ниндәй әҙерлек алып барылды?
– Әлбиттә, башта кафеның концепцияһын ентекле итеп уйланыҡ. Тота килеп, тойғоларға бирелеп, кафе асырға ашыҡманыҡ. Күп яҡлы иҫәпхисап эштәре үткәрелде. Килем прогнозы төҙөлдө, трафик билдәләнде. Мәҫәлән, кафеның урынын һайлар алдынан, ул ерҙән күпме кеше үтә, эргә-тирәлә нисә хеҙмәткәр эшләй, юғары уҡыу йорттарында күпме студент уҡый, көнөнә күпме машина үтә һәм башҡа мәғлүмәттәр һаналды. Карауанһарай менән генә аренда килешеүе төҙөр алдынан туғыҙ ай һөйләшеү алып барылды.
– Кафеның атамаһын кем уйлап сығарҙы? Һәм, кафены асҡанда, төп маҡсатығыҙ ниндәй булды?
– Һүҙҙәрҙе берәм-берәм хәтерләп ултырғанда, ошо һүҙбәйләнеш килеп сыҡты. «Есть» һүҙе, рус теленән тәржемә итһәң, «бар» тигәнде аңлата, шул уҡ ваҡытта ул «ашау» мәғәнәһе лә. Кафеның төп маҡсаты – халыҡты 100-150 һумға туҡлыҡлы һәм сифатлы, хәләл аҙыҡ менән тәъмин итеү. Ни өсөн бындай хаҡ, тип һораһағыҙ, беҙҙең кафе эргәһендә Республика күҙ дауалау дауаханаһы урынлашҡан. Унда бөтөн райондарҙан дауаланырға киләләр. Ғәҙәттә, ауылдан килгән халыҡ матур, ялтырап торған кафеларҙан ҡурҡа. Сөнки унда күбеһенсә хаҡтар бик ҡыйбат була. Шуға күрә лә мин беҙҙең кафеның ашнаҡсыларына, 100- 150 һумға туҡлыҡлы бер батмус аҙыҡ алырлыҡ меню төҙөргә, тигән бурыс, маҡсат ҡуйҙым. Беҙ ул маҡсатҡа ирештек. Бер мәл беҙҙең кафеға оло йәштәге инәй килеп инде лә: «Ҡыҙым, миндә 100 һум ғына аҡса бар, шуға миңә подлив менән икмәк һәм ҡайнаған һыу ғына бир әле» – тине. Был ваҡытта инәй минең күҙәтеп торғанды күрмәне. Мин кассирға был инәйгә батмусты тултырып аҙыҡ йыйырға ҡуштым. Аш, гарнир, салат, сәй, икмәк – бөтәһен дә һанағас, 98 һум килеп сыҡты. Аҙаҡ инәйгә ике һум тағы ҡайтарып биргәс, уның һушы китте. Йомғаҡлап шуны әйтергә мөмкин, беҙ партнерҙарым менән, буш тойғоларға бирелмәй, ентекле иҫәптәр үткәргәс кенә эшкә тотоноп, кафены уңышҡа килтерә алдыҡ, тип уйлайым.
– Хәҙер пандемиянан һуң хаҡтар үҙгәрҙеме?
– Эйе. Аҙыҡ-түлек менән тәъмин итеүселәр яңы йыл алдынан хаҡтарҙы күтәрҙеләр ҙә аҙаҡ төшөрмәнеләр. Шуға күрә, беҙгә лә хаҡтарҙы әҙерәк күтәрергә тура килде. Бөгөнгө көндә беҙҙең кафела бер батмус аҙыҡтың хаҡы 200 һум тора. – Бөгөн күп кенә эшҡыуарҙар «хәләл» билдәһен бөтөн ерҙә тиерлек ҡулланалар, әммә уның стандарт ҡәғиҙәләрен тейешенсә үтәмәйҙәр. Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ? – Беҙ «хәләл» билдәһен айырып күрһәтергә тырышмайбыҙ. Киреһенсә, йәшерәбеҙ. Ни өсөн тигәндә, әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең йәмғиәт хәләлдең әһәмиәтлеген аңлап етмәй. Улар өсөн аҙыҡ һайлағанда «хәләл» булыуы ныҡ мөһим түгел. Әммә, кемгә таҙа аҙыҡ кәрәк, улар беҙҙе эҙләп табалар. Ғөмүмән алғанда, «хәләл» билдәһен хәҙерге заманда торговый маркаға әйләндереүҙәре менән риза түгелмен. Сөнки, күбеһенсә, ул талаптар үтәлмәй. Әммә улар барыбер үҙҙәрен «хәләл» тип атайҙар.
– Пандемия осорон һеҙ нисек үткәрҙегеҙ?
– Пандемия ваҡытында Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының карантинға ябылыуын белеп ҡалғас, эстә ҡалған табиптарға, пациенттарға бушлай ашатыу ойошторҙоҡ. Был хәйриә акцияһын үткәрер өсөн 300 кг-дан ашыу хәләл аҙыҡ ҡулланылды. Бөтәһе 577 кешелек порция һәм 123 877 һумға төрлө бешерелгән ашамлыҡтар әҙерләнде. Беҙҙең бренд-шеф Әлфиә Суфиян ҡыҙына һәм ошо акцияла ҡатнашҡан бар хеҙмәткәрҙәргә, дуҫтарыма тағы ла бер ҡабат ҙур рәхмәтемде белдерәм. Артабан да мөмкинлек булған һайын дауаханаларға, мохтаж ғаиләләргә ярҙам итеп торҙоҡ. Ғөмүмән, минең эшҡыуарлыҡ осоронда был өсөнсө кризис. Тәүге икеһен мин ауыр кисерҙем. Әммә хаталар өҫтөндә эш үткәргәс, алдан әҙерлек булғанға, был кризиста мин тыныс булдым. Һөҙөмтәлә ла 80% штат хеҙмәткәрҙәрен һаҡлап ҡала алдыҡ.
– Һеҙ, кешене эшкә алғанда, тик мосолмандарға өҫтөнлөк бирәһегеҙме?
– Эшкә алғанда, беҙ уның Аллаһҡа ышаныуын белешәбеҙ. Мосолмандарҙы, христиандарҙы алабыҙ. Атеистарҙы, мәжүсиләрҙе эшкә алмайбыҙ. Шулай уҡ райондан килгәндәргә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Сөнки улар тырыштар, маҡсаттарына ирешә беләләр.
– Хәҙерге көндә һеҙҙең кафеларығыҙға күпме кеше көн һайын килә?
– Пандемияға тиклем 1000 кеше тирәһе килә торған ине. Хәҙер 400 самаһы. Күбеһенсә, студенттар менән хеҙмәткәрҙәр беҙҙең төп клиенттар булып тора.
– Ҡайҙан һеҙ кафе өсөн ит һәм башҡа аҙыҡты һатып алаһығыҙ?
– Кемдәрҙә 100% ысын «хәләл» сертификаты бар, шулар менән генә хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
– Артабан һеҙ ниндәй пландар ҡораһығыҙ? Кафеғыҙҙы франшиза менән таратырға уйығыҙ бармы? Бәлки, яңы концепциялы ресторан тураһында уйлайһығыҙҙыр? Икенсе өлкәлә бизнес асыу тураһында фекерҙәр бармы?
– Әлегә «Бәхет бар» кафеһының артабан үҫешенә яңы үҙгәрештәр индереү тураһында уйлайбыҙ. Әммә раҫланған план юҡ. Шулай уҡ, шәхси рәүештә эшҡыуарҙарға үҙ бизнестарын үҫтереү өсөн, ситтән аҡса йәлеп итеү темаһына консультациялар үткәрәм.
– Ренат Рафаил улы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да һеҙҙең эшегеҙҙә уңыштар, бәрәкәт теләйбеҙ.
ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА
ӘҢГӘМӘЛӘШТЕ