«Әгәр бөгөн туҡтатмаһаҡ...»

«Әгәр бөгөн туҡтатмаһаҡ...»

Хәмзә хәҙрәт менән беҙ махсус хәрби операция биләмәһендә ике тапҡыр барғанда ла осраштыҡ. Барғанда уҡ уның легендар хәҙрәт икәнен ишетә-белә инек. Командирҙар ҙа, һалдаттар ҙа Отец Виктор менән икеһе тураһында иҫ киткес йылы һүҙҙәр һөйләгәйнеләр.

 

 

Беренсе барғанда, ҡайтып китер көндө генә улар менән осрашыу бәхете тейҙе. Улар – ике дин әһеле, ике дин һәм ике ҡараш – бер бүлмәлә йәшәй ине. Һоҡланғыс күренеш был. Бәләкәй генә вагончиктың бер яғында – хәҙрәт, икенсе яғында отец карауаты урынлашҡан. Отец мөйөшөндә тәре һәм башҡа изгеләр йөҙҙәре булһа, мосолман уҙаман яғында йәшел сапан, елән эленгән, намаҙлыҡ, арыраҡ Ҡөрьән китабы урын алғайны. Шулай уҡ ике-өс ҡурай, дини календарҙар, бер нисә түбәтәй күҙгә ташлана. Ә инде ишек яғындағы элгестә яугирҙәрҙең сыбар ай төшөрөлгән шевронлы фуфайкаһы эленгән. Шунда уҡ ҡулдан эшләнгән таҡта кәштәләрҙә палатка, спальник, каска, бронежилеттар бөхтә итеп төрөп һалынған. Хәмзә хәҙрәт менән оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙыҡ.

– Ике йылға яҡын рухи туғаным отец Виктор менән бындабыҙ. Бергәләп фронт линияһы буйлап йөрөйбөҙ, бергә эшләйбеҙ, бер машинала йөрөйбөҙ, бер урында – йә вагончикта, йә блиндажда ҡунабыҙ. Доғалар уҡыйбыҙ, яугирҙәргә рухи, әхлаҡи, психологик ярҙам күрһәтәбеҙ. Беҙҙең ҡоралыбыҙ – изге китап, мосолмандарҙа ул – Ҡөрьән, христиандарҙа – Библия.

 Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған кеше булмайҙыр. Алғы һыҙыҡта ла ҡурҡҡан кешеләр бар. Тик улар үҙҙәре өсөн түгел, ә үлеп ҡалһалар, ғаиләләрен ҡалдырыуҙан ҡурҡа. Күберәге туғандары, әсәләре, ҡатындары, балалары өсөн борсола. Был осраҡта беҙ доға ҡылабыҙ, Аллаһтан ярҙам һорайбыҙ. Был ярҙам итә. Тап ошонда, хәрби хәрәкәттәр барған ерҙә Хоҙайға мөмкин тиклем яҡынайырға кәрәк, – тип һөйләне ул.

 – Үҙегеҙгә ҡурҡыныс түгелме, әллә ҡулығыҙҙағы Ҡөрьән барыһынан да һаҡлаймы? –тип һораным.

– Беҙ ҙә ҡурҡабыҙ. Мәҫәлән, былтыр Кахов ГЭС-ы аша үтеп барған саҡта ҡурҡыныс булды. Дөм-ҡараңғыла, фараларҙы тоҡандырмай, бомбежка аҫтында ике километр юл үтергә кәрәк ине. Юҡ, ут та ҡурҡытманы, ә тейешле батальонға барып етә алмаһам, тейешле доғаларҙы уҡымаһам, ҡурҡыныс булыр ине. Бер тапҡыр Херсон өлкәһендә Виктор атаҡай менән ут аҫтында ҡалдыҡ һәм хәүефте яндағы соҡорҙа үткәрергә тура килде. Бронежилет менән каскала булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, Виктор атаҡайға ярсыҡ тейеп, ул әҙерәк яраланды. Ул саҡта был беҙҙең беренсе ошондай «тәжрибә» ине. Хәҙер беҙ позицияларҙы аңлайбыҙ, ҡасан беҙҙең, ә ҡасан дошмандың артиллерияһы эшләгәнен, кемдең коптеры осоп килгәнен белеп торабыҙ. Шул беренсе тапҡырҙағы кеүек ҡурҡыныс түгел хәҙер. Беҙ һәр ваҡыт Аллаһтан ярҙам һорайбыҙ, үҙебеҙ өсөн дә, егеттәр өсөн дә. Ҡулда – изге китап һәм был ярҙам итә.

Был яу яланында һис тә юҡҡа йөрөмәгәнен дә төплө итеп аңлатты хәҙрәт. «Көнбайыштан тәртипһеҙлек, әхлаҡһыҙлыҡ килә. Улар Ер йөҙөндә бөтә халыҡты ҡурҡытып, үҙҙәренә буйһондороп, әхлаҡи нормаға тура килмәгән ҡанундарын индерергә тырыша. Шуға ҡаршы көрәшәбеҙ һәм Аллаһу Тәғәлә беҙҙең менән риза булыр. Вафат булған һалдаттарыбыҙ барыһы ла шәһит хөкөмөндә булыр, амин, ин шәә Аллаһ.

Илһөйәрлек Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисендә бик матур итеп сағылдырыла: «Ватанды һөйөү һәм уны яҡлау – имандың бер шарты», – тиелә. Тимәк, бөгөн Тыуған илебеҙҙе ана шул шайтандарҙан һаҡларға тейешбеҙ. Был – Аллаһу Тәғәләнән бирелгән оло һынау. Ул беҙгә генә ҡағылмай, бөтә Ер шары халҡына ҡағыла. Бөтә донъя Рәсәйгә ҡарап тора, сөнки Рәсәйҙән башҡа был аламалыҡ менән көрәшкән бер ниндәй ҙә ил юҡ. Беҙ уларға, ин шәә Аллаһ, бирешмәҫбеҙ», – ти хәҙрәт.

Хәҙрәт һөйләгән мөғжизәгә тиң ваҡиға ла туҡтап киткем килә.

2023 йылдың декабрендә Луганск өлкәһе Красный Луч ҡалаһында боҙло ямғыр булып, сымдар туңып, бағаналар, ағастар ауып, ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра. Бында беҙҙең Башҡортостандың гуманитар базаһы, йәғни, логистик үҙәге урынлашҡан. Хәҙрәттең, Отецтың торлағы, баяғы вагончиктары ла ошонда. Был һыуыҡ осорҙа дин әһелдәре, ике аҙнаға яҡын «Башҡортостан» полкында булып, яугирҙәр менән осраша, алғы һыҙыҡҡа тиклем барып етәләр. Үҙҙәре юҡ саҡта торлаҡта ут булмағас, һыуыҡтан торбалар шартлап ярыла. Базалағы егеттәр, хәҙрәттәрҙең ҡайтыуына тип, вагончикты йылытырға була, генератор ебәргәндәр. Генераторға ток ҡеүәтлерәк киткәнме инде, яна хәҙрәттәрҙең йәшәгән урыны... Таң менән дин әһелдәре ҡайтһа, вагончиктан көл дә күмер ҡалған. Юғалтыуға кәйефе төшкән хәҙрәт янына бер яугир – позывнойы «Мирйән» – йүгереп килә:

– Хәҙрәт, янғын аҫтынан бер Ҡөрьән табып алдым, янмаған. Тик тейергә баҙнат итмәнем, – ти.

Бара һалып етәләр. Ҡараһалар, ысынлап та изге китап ята, икәү, тышы, биттәренең ситтәре янған, тик эсе иҫән. Ҡалын китап баҫылып ятһа, эсенә һауа үтмәгәс, янмаҫҡа ла мөмкин, тип уйларға мөмкин. Ниндәй мөғжизә булһын бында, тип әйтергә була. Тик...

– Өсәү ине Ҡөрьән китабы, Илдар исемле яугир никахҡа ҡайтам тигәс, уға бүләк иткәйнем берәүһен. Ә икәүһен... Республика китапханаларынан ебәрелгән нәфис әҙәбиәтте, йәғни, ябай китаптар менән бергә ошо ике Ҡөрьәнде лә ҡағыҙ йәшниккә һалып тултырып ҡуйҙым. Бер сәфәремдә Херсон яғына алып китермен, тип әҙерләгәйнем, үҙемсә. Хикмәт шунда: йәшник тә, ундағы бар китаптар ҙа, йәғни, нәфис әҙәбиәт, янып юҡҡа сыҡҡан, көлө лә юҡ хатта. Үҙең уйла, янғын көслө булған, вагончиктың тимер бағаналары ялҡындан, эҫелектән ҡыйшайған, бөгөлөп киткән, ә Ҡөрьән янмаған. Күргәндәр барыһы ла хайран ҡалды... Тағы ла бер мөғжизә шунда, дин өйрәнә башлағанда «Ислам нигеҙе» тигән китапсыҡ-брошюрам бар ине. Йыртылып, туҙып та киткәйне, уны скотч менән йәбештереп үҙемсә йүнләгән дә булғайным. Туҡһанынсы йылдарҙа дини әсбаптәр бик булманы бит. Бер изге ҡомартҡы урынына күреп, ике тиҫтәнән ашыу йыл, күҙ ҡараһылай күреп, һаҡлап йөрөнөм мин уны. Ул яртылаш янған, ләкин уҡып була. Мөғжизә бит. Хоҙайҙың ҡөҙрәте сикһеҙ, тағы бер тапҡыр быға инанабыҙ, – шулай тип һөйләне Хәмзә хәҙрәт. Ә мин уға ышанам, ныҡлы ышанам, ялҡын теленән биҙәк алған изге китапты ла ҡулға алып ҡараным. Ваҡыт туҙанында туҙмай, һуғыш ялҡынында янмай торған китаптар була. Була!

Махсус операция биләмәһендә мин бер нисә хәҙрәт, муллаларҙы күрҙем. Запорожьела, Кахов һыуһаҡлағысы янында бәләкәй генә манаралы мәсет тә эшләп ҡуйғайнылар беҙҙең Башҡортостан егеттәре. «Мулла» позывнойлы яугирҙең фекерен дә иҫкә төшөргөм килә.

Доставалов батальоны егеттәре менән танышып йөрөгәндән һуң, «Боцман» беҙҙе штабҡа алып китте. Ул ҡала ситендәге ташландыҡ бер йортта урынлашҡайны. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың исемле бүләктәрен яуҙа айырым батырлыҡ күрһәткән алты кешегә тапшырыу тантанаһы булды. Бүләк алыусылар араһында Бүздәк егете «Мулла» ла бар. Намаҙ уҡығанын күреп, егеттәр, уны мулла тип йөрөткәндәр ҙә, шунан алынған позывнойы. 2020 йылдан бирле намаҙҙа. Отделение командиры алғы һыҙыҡта егеттәрҙе ике яғы ла мина менән нығытылған һуҡмаҡтан имен-аман алып сыҡҡан өсөн бөгөнгө бүләккә лайыҡ булған. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғанда, мин уға үтә лә урынһыҙ, үтә лә осло һорау бирҙем:

– Алдында Ҡөрьән ятҡан Хоҙай ҡолоноң, ҡулына ҡорал алып, бәндәләргә төҙәп атыуын дин нисек ҡабул итә икән?

Хәҙер был миңә нәсихәт уҡып, төрлө дини дәлилдәргә таянып, аҡланыу сараһын күрер инде, тип уйлайым үҙем. «Мулла» уйлап та торманы, шунда уҡ иҫ киткес яуап бирҙе.

– Тәүге мәлдә төрлө уйҙар булды. Иң оло иманың – Аллаһу Тәғәлә тип инаныуың, унан һуң халҡым, илем тип уйланыуың, мең яныуың. Шулай бит? АҠШ, Европаның бысраҡ демократияһы, сатанизм, ЛГБТ, йәғни бер енесле никахтар, балаларҙы аҙҙырыу, иблистең саманан сығып шашыуы – кешелек бөгөн үҙ тарихында мәңге күрмәгән бысраҡҡа, гонаһҡа батып ята түгелме? Бөгөн беҙ шуны туҡтатмаһаҡ, Рәсәй иленә лә килеп инәсәк ул. Был һуңғы сара, илебеҙ сигенә килеп еттеләр бит әшәке заттар, шундай хәшәрәтлеккә мылтыҡ тоҫҡарға мәжбүрбеҙ. Башҡаса туҡтатырлыҡ түгел бит. Бөгөн туҡтатмаһаҡ, таҙа, иманлы киләсәкте нисек тәрбиәләй алабыҙ. Улың, шуның улына өйләнәм, тип ҡайтып инһә, үҙең генә түгел, ете быуын ата-бабаң ҡәберенән ҡалҡып сығыр ҙаһа, Хоҙайым ҡушмаһын. Улар беҙҙе мәңге кисермәйәсәк...

Яуап хәтәр, ә хаҡлыҡ – һәр ваҡыттағыса, һәр кемдең үҙенеке. Эй кешелек, аңлы-аңһыҙ кешелек, ниндәй хәлдәргә генә төшөрмәйһең бәндәләреңде. Эй, уйланаһы уйҙарыбыҙ күп... Аллаһҡа һыйын, кешелек, диндә тап хаҡлыҡты, әҙәми зат, тип оран һалғы килә.

 

Мөнир Ҡунафин

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...