Яралы тынлыҡ

Яралы тынлыҡ

Бер мәл әҙиптәр араһында, кеше өсөн иң ҡурҡыныс, иң хәүефле тауыш нимә ул, тигән һорауҙан бәхәс ҡупҡан… Берәүҙәр, әлбиттә, баш осонан сыйлап төшкән бомбалар, снарядтар тауышы, тип яуап биргән. Икенселәр, йәшен йәшенләп, күк күкрәүен телгә алған.

 

Ә бына шул саҡ яҙыусы Владимир Солоухин, күптәрҙе аптыратып, сәғәт тыҡылдауы, тип яуап биргән. Уйлаһаң, тын ғына бүлмәлә тынлыҡты иркәләп сәғәт текелдәүе бер оло кинәнес тә һәм шулай уҡ… һиллекте һиҫкәндереп, «тек-тек» килеүе күтәргеһеҙ шом да һала. Текелдәгән һайын ғүмер ҡыҫҡара бара…

Яуҙа иң ҡәҙерлеһе һәм иң шомлоһо нимә, тиһәләр, күптәр, моғайын да, тынлыҡ тип яуап бирер. Унда һәр яугир аҙым һайын тынлыҡты, дөрөҫөрәге, тынлыҡтың нисек яраланғанын, тынлыҡтың нисек шартлап һынғанын, тынлыҡтың нисек илағанын тыңлап йөрөй, йәшәй.

Доставалов батальонында Ишембай егеттәре менән һөйләшеп торғанда, орудиенан атҡан ҡолаҡты тондорған тауыш сыҡты ла, мин тиҙ генә сүкәйә һалдым. Яугирҙәр был хәрәкәтемә йылмайып ҡуйҙы:

– Ҡурҡма, беҙҙекеләр осорҙо бит, – тип йылмая «Байруш».

– Ҡурҡытты, хәтәр шартлау бит, теҙ быуындарым ҡалтырап төштө, – тим уңайһыҙланып.

– Атыуҙарына, шартлауҙарына өйрәнеп бөткәнбеҙ инде, ҡайҙан, нисек, күпме ваҡыт осҡанына тиклем беләбеҙ, – көлөмһөрәй үҙе. – Автоматик рәүештә һәр тауышты тыңлап ҡына йөрөйһөң.

Һуңынан мобилизацияла булған яугирҙәр янында, алғы һыҙыҡта булғанда ла, әле бында ла шуны аңланым: яу яланында һәр яугир, миномет менән аталармы, «град»тарҙан ебәрәләрме, орудие зыңҡытамы – шунда уҡ тауышынан ут ярсығының ниндәй алыҫлыҡтан ебәрелгәненә тиклем белеп, аңлап тора. Онотолоп китеп, эшенә мөкиббән бирелгән саҡта ла, уның был тауыштарға инстинкты үҙенән-үҙе уяна, барыбер ишетә, барыбер аң дөрөҫ яуап бирә. Тегеләр атһа, бер төрлө ишетелә, беҙҙең «вылет»тар «үҙебеҙҙең» тауыш менән оса. Тәүҙә тауышы ишетелә, аҙаҡ, алыҫлығына ҡарап, 6-10 секунд эсендә килеп төшә тамуҡ киҫәге. Һиңә табан осоп килә икән, йә ағасҡа, йә яныңда ниндәй ышыҡ бар, шунда һыйынаһың, иң йәтеше – окопҡа һылашып ятыуың.

Шуға ла улар тынлыҡтың да, һәр шартлауҙың да, хатта һәр ҡоштоң да моңон ишетәләр.

Шайморатов батальонында урман һыҙатында механик-водитель «Боец» менән машиналарҙы һаҡлау өсөн массеткаларҙың бик тә кәрәклеге хаҡында һөйләшеп торабыҙ. Беҙ ҡысҡырып һөйләшәбеҙ, сөнки − машина тауышы, хәҙер уларға юлға. Шунда ла ҡоштарҙың шашып һайрағаны ишетелә. Хатта эшләп ултырған «Камаз» тауышы ла ҡаплай алмай. Ағастар моңға сорналып тынып ҡалған. Бар урман моңға күмелгән. Мостай әйтмешләй, һайрай, һайрай, күпме наҙ телендә, һайрай үс итеп һуғышҡа, үлемгә.

«Боец» үлемесле ауыр яра алып һәләк булған «Карандаш» тураһында һөйләп торҙо ла, ҡапыл туҡтап:

– Беҙҙең Һүрәм буйында ла, ана, һандуғастар шулай һайрай, – тип ҡуйҙы.

Һуғыш, яу эсенән дә шулай улар кәрәкле моңдо, кәрәкле тынлыҡты тоя белә икән, тип ҡуйҙым. Барыһы ла һөрөм ҡаплаған һауа, ҡолаҡты ярыр әсе һыҙғырыу ғына түгел икән бында.

Доставалов батальонында яугирҙәрҙе бүләкләгәндән һуң, штаб урынлашҡан ихатанан сығып, ситтәрәк торған машинабыҙға киләм. Унда «Генерал» менән «Шәйех», машина ишектәрен асып, тын ғына гәпләшеп ултыра. Яндарында – емеш ағастары, сейә, черешня... Ҡыҙарып, күңелде ҡытыҡлап бешкәндәр. Үрелеп ашағы килә, ярамай. Үҫкән ағаста ағыу-фәлән юҡ инде, аңлашыла, ә төбөндә шартлатҡыс шайтан йәшенеп ятырға мөмкин. Унан бигерәк – тәртип, ярамай икән, ярамай. Әҙәм менән Һауаның тыйылған алмаға үрелеүе арҡаһында, ана, бар кешелек нәфсеһенә туя алмай, бер-береһенә уттар ташлай...

Ҡапыл күк күкрәгән кеүек тауыш ишетелеп китә. Тағы ла шартлаумы?

– Йәшенме ул, әллә шартлаумы? – тип һорайым тегеләрҙән.

– Минеңсә, был йәшен шикелле, әллә шартлаумы шул?

Өсөбөҙ ҙә тын ҡалып тыңлайбыҙ. Күктән килә тауыш. Йәшен. Тәбиғи тауыш, эйе, йәшен! Барыбыҙ ҙа ипләп кенә йылмаябыҙ. «Генерал» хатта руль артынан килеп сыҡты.

– Ысынлап, йәшен. Ҡалай шәп. Как здорово!

Күккә бағам. «Быныһы Аллаһ ебәргән йәшен».

Йәшен йәшнәй, тип һөйөнгән юҡ ине әле бығаса. Йәшнә, әйҙә, үҙеңсә шаула, кеше ихтыярынан азат булып күкрә! Һин тынлыҡты боҙмайһың, киреһенсә, күңелемә тыныслыҡ килтерәһең.

Тынлыҡ хаҡында һүҙҙе тележурналист Илдар Юлдыбаев һөйләгән хәтирә менән тамамлағым килә. Кременной яғына барғанда, юлда һыналған кафе бар. Һыналған, тим, сөнки һәр урында ашап та булмай, ышаныслы ашханаларға инәһең. Улар күп тә түгел, шулай ҙа... диверсанттар йоҡламай, аш ҡаҙанына ағыу ҙа һалырға мөмкиндәр бит.

– Ана шул кафела ашап ултыра инек, ҡапыл бер ҡатындың ҡулында сабыйы әсе итеп илап ебәрҙе. Геү килеп торған кафе ҡапыл тынып ҡалды. Күптән бәпес илаған тауышты ишетмәгән яугирҙәр ашауҙан туҡтаны. Беҙҙең өҫтәлдәгеләр ҙә ҡалаҡтарын ҡуйҙы. Шул саҡ «13-сө»: «Уф, ҡалай кинәнес. Бәпес илай, был, исмаһам, ысын тормош. Ҡалай ҡыҙҙарымды һағынып киттем. Илауы ла танһыҡ», – тигәйне, барыбыҙ ҙа йылмайып ебәрҙек. Беҙгә лә рәхәт ине.

– Ул иламай, ул саф тауышы менән иртәгәгә ауаз һала. Егеттәр, донъяла әле йәшәргә була! Был моңло тауыш һиллек ул, – һәр ваҡыттағыса фәлсәфәле һығымта яһай «13-сө».

Донбасс еренең сейәләре ҡыҙарып бешкән ине. Тик үрелеп ҡапманым. Ҡулымда сәғәт текелдәй: «Тек-тек, тек-тек»... Ошо тауыштан да сейәләр нисектер һытылып китер ҙә, ҡан сәсрәр, ҡан тамыр кеүек... Яралы тынлыҡтан. Бигерәк ныҡ бешкән, тулышҡан ине.

 

Мөнир Ҡунафин

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...