Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып

Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып

Тәбиғәттең матур урынын төйәк иткән халыҡтың үҙе йәшәгән урынын тағы ла күркәмерәк, мөһәбәтерәк, илаһийыраҡ итергә теләүе ғәжәп хәл түгел. Был хәл – тәбиғи. Һәр кем үҙе йәшәгән урынды матур күргеһе, кешеләрҙе ошо матурлыҡ менән һоҡландырғыһы киләлер, тип уйлайым.

Башҡортостандың бер яҡ ситендә урынлашҡан Баймаҡ районы Ирәндек тауы теҙмәләре араһында ауыл-ауыл булып йәйрәп ята. Бына шул йәйрәп ятҡан күркәм ауылдарҙың береһе Ниғәмәт ауылында ла шул күркәмлеккә лайыҡ эшсән, сабыр холокло, тырыш һәм йүнсел кешеләр бик күп.

Минең һеҙҙе таныштырырға йыйынған геройым ауылдаштары араһында ябайлығы, әммә бөтмөр ҡылыҡлы, уйлағанын тормошҡа ашырмайынса, ярты юлда туҡтап ҡалмай торған ынтылышлы кеше булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Әгәр ҙә ауылға килгән ят кеше «Тимерйән ҡайҙа тора?»– тип ҡыҙыҡһынһа, яуап биреүсе мотлаҡ тәүҙә: «Сәскә үҫтереүсеме?» – тиер һәм үҙенең башҡаларҙан алда ауылдашы Рәшит улы Тимерйән Кашапов тураһында яҡшы фекер әйтә алыуына ҡыуанғандай, тәфсирләп аңлата башлар. Был, әлбиттә, ауыл кешеһенә хас ғәҙәт, уның тәбиғи ҡылығы.

Сәскә үҫтереүгә килгәндә, был ауылда бөтә ҡатын-ҡыҙ, бер-береһе менән ярышып тигәндәй, йортон сәскәләр менән биҙәй, һәм быға һоҡланмай мөмкин дә түгел. Ә инде һораша башлаһаң, һәр береһе ихласлап сәскә үҫтереү серҙәре тураһында һөйләргә тотонор. Ә бына Тимерйәндә ундай ғәҙәт юҡ, әллә ауылда сәскә үҫтереүсе берҙән-бер ир затынан булғанға шулаймы − аңлатыуы ҡыйын. Уның ихатаһы, беренсенән, шундай һоҡланғыс проект буйынса төҙөлгән һәм биҙәлгән: ихатаның тыш яғына, балалар уйнаһын өсөн, ҡом түгелгән, ҡышҡыһын ул ошонда уҡ кескәйҙәргә тау эшләп ҡуя. Ихатаға ингәс, машина йөрөргә урта юл, уң яҡта емеш ағстары теҙелеп киткән, яндарында йәшелсә, емеш-еләк түтәлдәре уңыш бирә, ҡышҡылыҡҡа улар ныҡ ҡына итеп тәрбиәләп ябыла. Уларға туңыу янамай.

Урамдың уң яғында өйгә текәлеп тағы ла күркәмерәк баҡса ултыра. Был баҡса айырыуса үҙенә йәлеп итә. Унда инһәң, үҙеңде ожмах баҡсаһына эләккәндәй тояһың. Сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ унда! Тимерйәндең бер ғәҙәте бар: ҡайҙа ниндәй матур сәскә күрә, шуның орлоғон мотлаҡ табып, үҙендә үҫтерә башлай. Башта үҙ баҡсаһында, артабан ауылдаштарына ла тарата. Сәскәләрҙән арттараҡ сейә, слива, груша, алма ағастары теҙелгән. Иртә яҙҙан алып ут яғып йылытыла торған теплицала иһә борос, помидор, ҡыяр кеүек йәшелсәләр март башында уҡ сәскә атып, уңыш бирергә әҙерләнә башлай. Бөтмөр хужа был эштәр менән бер рәттән үҙ хужалығында йөҙләп ҡуян, ҡош-ҡорт, һыйыр малдары тәрбиәләй. Ҡуян үрсетеп, уны ризыҡ итеүсе берҙән-бер кеше ул ауылда. Был шөғөлдө хаҡлы ялға сығырҙан 4-5 йыл алда башлағайны, хәҙер ун йыллап ошолай, барыһына өлгө күрһәтеп донъяһын алып бара. Тағы ла уны башҡаларҙан айырып торған оҫталығы – ауылға килгән тәбиғи газды өйөнә индергәс тә, газ менән йылытыла торған мунса эшләп алды. Күптәр әле быға баҙнат итә алмағанда, ул заманса мунсанан рәхәтләнеп файҙалана һәм туғандарын да һәр аҙна мунсаға саҡырып алып, уларҙың рәхмәттәрен алып йәшәй.

Тимерйән тураһында яҙманы уҡығандар, моғайын, ул һөнәре буйынса, агроном, йәки инженерҙыр, тип уйлар. Һис тә улай түгел. Ул ябай тракторсы булды, унан һуң байтаҡ йыл фермала эшләне, шул осорҙа ул атаһынан бала ғына саҡта отоп алған мейес сығарыу оҫталығын иҫенә төшөрөп, ауыл кешеләренең бик күптәренә мейес сығарып бирҙе. Тәүге сығарған мейесенең янғанын, төтәйме-төтәмәйме тип, тулҡынланып күҙәтеп торғаны әле лә хәтерендә. Ә бит уның атаһы, Рәшит Акмалетдин улы, алты балаһын етем ҡалдырып, был донъянан киткәндә, Тимерйәнгә (иң өлкәне) ун дүрт кенә йәш ине. Шулай итеп, балаларҙың һәр береһенә сабый саҡтан уҡ, әсәләре Фәриҙә Ғәфүр ҡыҙына ярҙамсы булып, тормош көтөү серҙәрен өйрәнергә тура килде. Тимерйән Рәшит улы 55 йәшенә тиклем эш араһында кешеләргә мейес сығарҙы. Һәм бына шул саҡта...табиптар уға яман шеш ауырыуы диагнозы ҡуя. Ләкин ул төшөнкөлөккә бирелмәй. Ике тапҡыр операция яһата. Артабан үҙендә йәшәү көсөн юғалтмай, тырышып-тырмашып, сир менән көрәшә. Рух ныҡлығына һынау була был. Һәм ул Аллаһ ҡөҙрәте менән ауырыуҙы еңә. Йәшәргә һәм бары тик башҡаларға кәрәкле кеше булып йәшәргә, тигән теләге булған кешеләргә генә Хоҙай көс бирәлер, һәм ундай кешеләр ауыр сирҙәргә лә, башҡа хафа-ҡайғыларға ла бирешмәй йәшәргә һәләтле булалыр.

Ҡатыны Әлсимә Зәйнулла ҡыҙы менән улар ике ҡыҙ, бер ул үҫтерҙе. Өфөлә йәшәүсе оло улдары Венер менән Гөлнур килендәре ике ҡыҙ үҫтерәләр. Уртансы ҡыҙы Венера Илшат кейәүе менән Сибайҙа йәшәй ике ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Кесе ҡыҙы Рәмилә Айҙар кейәүе менән Белорет районы Бриш ауылында йәшәй, бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр.

Ете ейән-ейәнсәргә ҡартатай булған Тимерйән әле лә балаларына йорт төҙөшөргә, үҙе белгән эштәре менән ярҙам итергә ынтылып тора. Улар ҙа атай булған, етмеш төрлө эш белгән, етмеш төрлө уй менән йәшәгән кешегә ярҙам итергә тип, йыш ҡына ҡайтып киләләр.

Бына шундай изге күңелле, матур хыяллы, мең төрлө һөнәр эйәһе йәшәй Ниғәмәт ауылында.

Рәйсә Иҫәнбаева, Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы.

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...