Белемгә ынтылыш

Белемгә ынтылыш

Совет заманында дин тыйылған ваҡыттарҙа ике яҡ ҡартатай-өләсәйҙәр ҙә намаҙлы, ураҙалы булдылар. Уларҙың Ҡөрьән уҡыуҙарын, дини йолаларҙы башҡарыуҙарын, иң беренсе «Ихлас» сүрәһен ятлатыуҙарын күреп үҫеү олоғайған көнөмдә Рәсәй ислам университетына алып килде. Имтихан шарттарын уңышлы үтеп, парта артына ултырҙым.

 

Төрлө һөнәр эйәләре, төрлө кимәлдәге белемле егеттәр һәм ҡыҙҙар. Биш йыл уҡыу дәүерендә, бер-беребеҙгә ныҡлы терәк булып, ярты һүҙҙән аңлап торған, бер алманы бишкә бүлерҙәй дуҫтарға әйләндек. Группаның старостаһы Азамат Фәрухшин ихлас күңелдән туғыҙ йәшендә намаҙға баҫҡан булған. Аллаһ юлынан барыусы курсташыбыҙ. Ихлас, ярҙамсыл. Күп уҡый. Юғары белемле химик. Бер нисә дипломға эйә. Оҫта ойоштороусы, һәр беребеҙҙең яҡын дуҫы һәм терәге. Остазыбыҙ, деканыбыҙ Радмир хәҙрәт Таюповтың яҡын ярҙамсыһы булды.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан старостабыҙ Ирина Зәйләева. Юғары белемле табип, яңы тыуған сабыйҙарҙы ҡабул итә. Уның дин юлында булыуы, Ҡөрьәнде алып уҡыуҙары эшендә лә, ғаиләһендә үҙ балаларын тәрбиәләүҙә лә ныҡ ярҙам итә. Улы Ибраһим менән ҡыҙы Мәрйәм – мәктәп уҡыусылары. Университетта үткән төрлө кисәләрҙә әсәләре менән бергә ҡатнашып, белемдәрен күрһәтәләр. Иптәше Радмир ҙа Аллаһ юлында.

«Аллаһ Ризалығы өсөн белем алып, өйрәнгәндәрҙе балаларға биреп ҡалдырыу – ҙур сауап. Тимәк, белемебеҙҙе, килер быуынды юғалтмаясаҡбыҙ», – ти курсташым Эльвира Ахунова. Пенсия фондының Дим биҫтәһендә етәксе вазифала эшләүсе, һәр ваҡыт белемгә, яңылыҡҡа ынтылыусы ханым Дим районы «Мәҙинә» мәсетендә үҫмер ҡыҙҙар, оло йәштәге апайҙар-инәйҙәр өсөн курстар ойоштороп, иман нурын тарата. Тормошонда ниндәй генә ауырлыҡтарға осраһа ла, ул Аллаһу Тәғәләнең Рәхмәтен, Ярҙамын тойоп йәшәй. Университетта үткән һәр бер байрамға йәм, йән биреүсе, барлыҡ курс ҡатын-ҡыҙҙарын туплаусы ул Эльвира ханым. Диплом алдым, тип ҡәнәғәтләнеп ҡалманы, ситтән тороп Болғар академияһы теология факультетында уҡыуын дауам итә.

 

 

 

 

 

Айгөл Атнабаева-Хәйрулла юғары белемле педагог булараҡ Ҡөрьән Кәримде камил рәүештә өйрәнеп кенә ҡалманы, диплом эшен яҙҙы. Еңелерәк итеп уҡырға өйрәнһендәр өсөн, тәжүид ҡағиҙәләрен өйрәнеп, методик ҡулланма әҙерләне. Дәрескә иртәрәк килеп, йәки иртәнсәк иртә менән ваҡыт табып, беҙгә уҡырға өйрәнергә ярҙам итте. Бик ярҙамсыл, нескә күңелле, тырыш Айгөл ханым ял көндәре балаларға һабаҡ өйрәтә, сауаплы эш башҡара, ҡарауһыҙ ҡалған оло йәштәге апайҙарға ярҙам итә.

Эльмир Хазиғәлиев – Әлшәй районы Хәнйәр ауылы егете. Йөҙөнән нур бөркөлөп торған курсташым бик тырыш, ярҙамсыл, йомарт күңелле. Тыуған ауылында мәсет төҙөтөп, һәм мәғрифәтсе Шиһабетдин Мәржәни исемен мәңгеләштереп, баҡса булдырҙы. Ауылдаштарын дин юлына әйҙәп, ғилем тарата. Быйыл ауылдарының 100 йыллығын билдәләп үткәндә, уның Аллаһ юлындағы эшмәкәрлеге мөфтөй Тәлғәт Тажетдин тарафынан юғары баһаланды.

Али Ардуғанов ҡулына диплом алып, Туҡай мәсетендә хеҙмәт күрһәтә башланы. Уның эшмәкәрлеге менән халыҡ бик ҡәнәғәт. Мәсеттә изге ғәмәл ҡылыуын күреп шатланабыҙ.

Булат Ғәфиуллин бик талапсан, айырыуса, имтихандарға ныҡлы әҙерлек менән килеп, һәр бер билет һорауына ҡыҫҡаса һөйләп, аңлатып сыға торғайны. Бик рәхмәтлебеҙ, изгелегенә Аллаһ Риза булһын!

Руслан Әхмәҙуллин Өфөлә ты-уып үҫкән, юғары юридик белемгә эйә. Егет кешегә етмеш һөнәр ҙә әҙ, тип, курсташыбыҙ Руслан кеүек ғилемле, ҡулы һәр төрлө эш рәтен белгән егеттәргә әйтәләр. Алдынғы ҡарашлы Русланыбыҙ бергә уҡыу дәүерендә хаж сәфәрен ҡылырға ла өлгөрҙө. Беҙгә зәм-зәм һыуы алып ҡайтып эсереп, бүләктәр биреп ҙурланы, сауабы насип булһын!

 

 

 

 

 

Рәшит Шәңгәрәев динле ғаиләлә тыуып үҫкән егет. Аллаһ Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): «Ир булһынмы, ҡатын-ҡыҙмы − кем, Аллаһҡа иман килтереп, изге ғәмәлдәр ҡыла, уны яҡшы тормошта йәшәтербеҙ». «Үҙем өсөн ғилем алам», – ти Рәшит. Уның да эше – кешеләргә ярҙам итеү, ул видеограф. Раббым, һәр беребеҙгә эшебеҙҙән, тормошобоҙҙан ҡәнәғәтлек насип итһен.

Азат Шәйәхмәтов – Туймазы ҡалаһынан. Үҙ эшен белеп, еренә еткереп башҡарыусы эшҡыуар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ғүмерҙе белем үә ғилем һәм мәғрифәт юлына бағышларға бойорҙо: «Ғилемде бишектән алып ләхеткә ҡәҙәр өйрән», – тип васыят ҡылыуын яҡшы аңлай һәм тырышып белем алды.

Хөрмәтле хәҙрәттәребеҙ, мөғәллимәләребеҙ, һеҙҙән алған белем, ғилем донъяһының шифалы тамсылары булып, беҙҙең аша халҡыбыҙҙың рухи сәләмәтлегенә дауа булыр, ин шәә Аллаһ.

Аллаһу Тәғәлә Ҡөҙрәте алған ғилемдәребеҙҙе хәйерле ҡылып, илгә тыныслыҡ, балаларға тәүфиҡ, милләт-ара татыулыҡ, ғаиләләргә бәхет, һәр беребеҙгә донъя һәм ахирәт бәхет үә сәғәҙәттәрен насип итһен.

Беҙ уҡыған киске уҡытыу бүлегенең деканы Радмир хәҙрәт Таюповтың юғары ойоштороу һәләте, һәр беребеҙгә өлгө булып, киләсәктә дингә хеҙмәт юлында сағылыш табыр, ин шәә Аллаһ.

Беҙҙең өсөн эшләгән изгелекле эштәрегеҙҙе Аллаһ ун тапҡырға, хатта ете йөҙ тапҡырға арттырып, әжерен бирһен: «Әл-Бәҡара» сүрәһенең 201-се аятында әйтелгәнсә, Аллаһ Риза булһын!

Ҡартатайым йыш ҡына ҡабатлай торғайны: «Кеҫәндә йөҙ һум аҡса булмаһын, йөҙ дуҫың булһын», – тип. Мин үҙемә күпме береһенән-береһе изгелекле, береһенән-береһе ғилемле дуҫтар таптым, шуның менән бәхетлемен.

 

Фәриҙә Әбсәләмова

Өфө районы

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...