Дуңғыҙ майы

Дуңғыҙ майы

Сватово яғына юлланғанда «Ун өсөнсөнө» көтөп хәл бөттө, тигәйнем инде. Көтә-көтә бер заман асығып киттек. Вәдүттең иреп лыҡылдап ятҡан ҙур киҫәк салоһы һәм бер буханка икмәк сығып ятты.

 

Бында дуңғыҙ майын ашау гонаһ түгелме икән, тип бер аҙ бәхәсләшеп торҙок та, яу шарттарында ярайҙыр ул, ишеү мосафирҙарбыҙ, тинек тә, ҡалын-ҡалын итеп ҡырҡып, икмәк өҫтөнә һалып, «еф-фәреп» ҡуйҙыҡ. Тамаҡҡа торманы, майлап ҡуйған кеүек кенә инеп ятты. Бер сама күңелдәр көрәйеп китте, шулай ҙа ваҡыт яй үтә. Унан бигерәк күңелгә ҡыйын, сусҡа майын ашап гонаһҡа батманыммы икән, тип уйланам. Ҡайҙа барһам да, доға-аяттар ғына уҡып йөрөйөм, әле килеп... их түҙмәнем. Гонаһ булды, шикелле. Тәғәйен урынға барып урынлашҡас та, кәрәкте бирә башланы, бәҙрәф яратҡан урынға әйләнде, «конкретно» таҙарындым. Тәүлек тирәһе сәй эсергә лә ҡурҡыта, барыһы ла туран-тура... Ишеү «передок»та 18 кг бронжилет, ауыр каска кейеп көн оҙоно йөрөйбөҙ. Түҙҙем, һалдаттар менән бер ни булмағандай һөйләштек. Шулай ҙа күңелдә бер шом ҡалды, дуңғыҙ майы гонаһ булды, шикелле. Шунан бирле оронған юҡ.

Беҙҙән һуң көҙөн Артур дуҫым Дәүләтбәков барып ҡайтты операция биләмәһенә. Шулай уҡ ҡаҙылыҡ менән бергә сало ла һалып алған. Яугирҙәр өҫтәленә ҡуйғас, «Сәлим» позывнойлы яугир (Туймазы ҡалаһынан), кәрәкмәй, дуңғыҙҙыҡын кире ал, мин булмағанда ашарһығыҙ, тип кенә бойорған. Һуңынан: «Нишләп улай ҡәтғи?» – тип һорап һөйләткән тарихын.

Унан алда «Сәлим» ике чечен егете менән ҡаты ҡамауҙа ҡала. Бер нисә көн үҙебеҙҙең яҡҡа сыға алмай бер булалар. Чечен егеттәре именлек һәм ҡотолоу юлдарын бирсе, Аллам, тип теләп йыш-йыш доғалар уҡып, намаҙҙар ҡылып та өлгөрәләр икән. «Сәлим» уларға ҡарай ҙа, дуҫтарым, минең исемдән дә ҡәҙерле генә берәй аятығыҙҙы әйтеп, доға ҡылығыҙ әле, тип үтенә. Тегеләр, уның өсөн берәй насар ғәҙәтемде ташлайым, тип һүҙ бирергә кәрәк, тиҙәр. Яҡташыбыҙ төрлөһөн уйлай, эскелек, тәмәке, ситкә йөрөүҙәрҙе ташлап, намаҙға баҫам тиһәң, эш ҙурға китә, үтәп булмаҫҡа мөмкин, тип уйлай. Өҫтә үлем һағалап торғанда, алдашырға ла ярамай. Шунан, аптырап, дуңғыҙ майынан баш тартам, үлер хәлгә етеп асыҡһам да, ауыҙыма ла алмайым, тип һалдыра. Уның ҡарарын бик етди ҡабул итә бәләгә тарыған дуҫтары, уның исеменән дә доғалар уҡыйҙар. Ҡабул була доғалар, дүртенсе көнгә үҙебеҙҙең яҡҡа сығып ауалар. Һүҙендә тора «Сәлим», салоны бөтөнләй онота, күңеле яйлап дингә ынтыла, хәҙер үҙе яттан доғалар уҡый. Ташлағайным дуңғыҙ майын, таптым әле күңел яйын, ти ул хәҙер. Дөрөҫ тә, иман ул − әҙәп, хәләл ризыҡ ҡына түгел, ул рух та, еңелмәҫ рух та! Артур дуҫым салоһын бесәйҙәргә бирергә мәжбүр була...

 

Мөнир Ҡунафин

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...