Аллаһтың миһырбанлы сәғәте

Аллаһтың миһырбанлы сәғәте

Алғы һыҙыҡҡа китергә йыйынабыҙ. Сватово яғына. Фронт линияһынан йыраҡ урынлашҡан Красный Лучтағы базала ятабыҙ.

 

«Ун өсөнсө» юҡ та юҡ. Көтөк булып бөттөк. Кисектергеһеҙ эше бар, тинеләр. Будкалар янындағы һары сейә күләгәһендә ултырып та торабыҙ, машина эсенә инеп һуҙылып та ятып ҡарайбыҙ. Егеттәр тәмәкеләрен һүндермәй, тиерлек.

– Һуғыш үҙе ваҡытты белдерә ул. Ҡабаланмағыҙ. Күп йөрөйбөҙ, беләбеҙ. Беҙ китәбеҙ, снаряд килеп төшә, бер нисә урында шулай булды. Фартовый ағайҙарығыҙ янығыҙҙа, – тип беҙҙе тынысландыра оператор Вадим Исламов.

Бер тарихты беҙ беләбеҙ. Ошо Красный Лучтың уртаһында емерек ҙур йорт бар. Ҡунаҡхана ул. Ҡарайып йәмһеҙ һәм йәнһеҙ булып ултыра. 2022 йылдың 24 июлендә был урынды украина хәрбиҙәре M142 HIMARS америка ракеталары менән утҡа тота. Артиллеристар билдәләүенсә, был киҫкен утсыҡтар 83,6 саҡрым алыҫлыҡтан, Бахмут ҡалаһынан, ебәрелгән. Совет заманында эшләгән ҡунаҡхана ныҡлы булып сыҡҡан, күрәһең, емерелеп, таралып төшмәгән. Уның янындағы тиҫтәнән ашыу объект, йорттар ныҡлы зыян күргән. Тыныс тормошта йәшәп ятҡан ҡалаға нимә тип атырға. Күрәһең, ҡунаҡханала хәрбиҙәр йә башҡалар булған, шуға тоҫҡанылармы икән? Моғайын, урындағы берәй диверсант координаттар менән шундай хәбәр ебәргәндер. Тап шул көндә БЮТ журналисы Азат Саҙриев үҙенең юлдаштары менән ошо ҡунаҡханаға урынлашырға тейеш була. Теркәлеп, урын алырға ғына торһалар, Шайморатов мәктәбе уҡыусылары (ул бынан 17 саҡрым алыҫлыҡта) Башҡортостанға ял итергә юллана, шуны барып төшөрөгөҙ әле, тигән хәбәр алғас, ҡунаҡханаға һуңғараҡ килеп урынлашырбыҙ әле, тип Петровское ауылына китәләр. Репортаж эшләргә китеүҙәре генә уларҙы ҡотҡарып ҡала.

– Китеүебеҙгә ун минут та үтмәне, «бом» – ҡот осҡос шартлау тауышы яңғыраны. Ҡунаҡхананың өҫтөнә генә ракета төшкән. Нисектер, беҙҙе Хоҙай һаҡлап ҡалды, – тип һөйләгәйне был турала беренсе осрашыуҙа уҡ Азат. Шула-ай.

Беләм мин дә, Шайморатов батальонында булғанда, старшина «Дикий» ҙа иҫкәрткәйне.

– Төнөн генә сығаһығыҙ бит алғы һыҙыҡҡа. Үлеп ҡалырмын, тигән уйҙар буламы? – тип һорағайным унан.

– Юҡ, ысынлап әйтәм, юҡ. Улай тип уйлаһаң, иң һәйбәте – инмәй торорға. Көтөргә, күңелеңде тыңларға кәрәк, ул үҙе әйтәсәк. Аллаһ иҫкәрткәс кенә ҡуҙғалыу хәйерле, – тигәйне.

Ниһайәт, көткән машинаһы күренде. «Ун өсөнсө» – Бадранов төшөп барыбыҙ менән ҡосаҡлашып күреште.

– Әҙерһегеҙме? 

– Әҙербеҙ. Көтөп арыныҡ, – тибеҙ.

– Бындай юлға ҡабаланып сығырға ярамай. Хоҙайҙың кешегә мәлендә ярҙам итә торған миһырбанлы сәғәте бар, шуны сабыр ғына көтөргә кәрәк. Күпме һынағаным бар, Раббым уны нисектер белдерә ул, – тип һөйләйәсәк һуңынан Азат Шамил улы.

Аллаһтың миһырбанлы сәғәте. Беҙҙе шул һаҡлай, тик ул мәлде тоя, аңлай белергә кәрәк.

– Бер полкҡа килдек. Апрелдә булды был хәл. Полк командиры, Башҡортостандан вице-премьер килгән, тип һөйөндө. Башҡортостан егеттәренә дәүләт наградалары килгәйне, әйҙәгеҙ, һеҙ килгән мәлде файҙаланып, тантаналы тапшырыу ойошторайыҡ, яугирҙәрҙең рухы күтәрелер, тип күрше ауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл янында ойошторорға булып киттеләр, – тип һөйләне Бадранов. – Риза булдым. Кискеһен килгәйнек, бүләктәрҙе иртән тапшырырға тейешбеҙ. Төнөн – дошмандан «радиоперехват»: ниндәйҙер ауылдағы һәйкәлдең аныҡ ҡына координаттарын ебәрегеҙ, иртәгә унда халыҡ йыйыла, ҙур бер түрә килгән, тинеләр. «Ракетный удар» яһарға йыйыналар. Шунан беҙ планды үҙгәрттек, яугирҙәрҙе башҡа урында башҡа шарттарҙа бүләкләнек.

Аллаһ иҫкәрткәнме?!

Иртәгәһенә төштән һуң, алғы һыҙыҡта булып, снаряд шартлауы аҫтында ундағы егеттәр, уларҙың эштәре менән танышҡас, арып, полк командиры блиндажы янында арманһыҙ булып, түңәрәк яһап килеп ултырабыҙ. Бронежилетты сиске, бер нисә минутҡа булһа ла касканы һалып ултырғы килә, тик ярамай.

Азат Шамил улы уйланып ултырҙы ла, былай тип һөйләп алып китте:

– Нисек бында Аллаһ ҡөҙрәтенә ышанмайһың... Белогорловка аҫтындағы бер ауылда беҙҙең батальондың КП-һын (командирский пункт) «вычислили», эйе, ҡайҙа урынлашҡанын аңдып белгәндәр. Әллә һатҡандарҙыр... Обстрел башланды, бер нисә сәғәт бик ҡаты барҙы. Был ауылда бер кем дә йәшәмәй, шуға буш торған өйҙәргә ҡунаҡлағайныҡ. Ғәҙәттә, командирҙар пункты фронт линияһында урынлаша һәм уны табып юҡ итеү дошмандың иң мөһим бурыстарынан һанала. Аңлашыла инде, сөнки алыш, яу менән был пункт идара итә. Дошман снарядтар осора ғына. Украиндарҙың, иғтибар итһәгеҙ, өйҙәре самандан ғына, «украинская мазанка» тиҙәр. Уныһы ер һелкенеүҙән емерелергә тора. Обстрел тынды. Иҫән ҡалдыҡ. Һуңынан сығып ҡараһаҡ, күҙ алдына килтерәһегеҙме, КП эргәһендә, өй тирәләй, йәғни периметр буйлап, 21 снаряд шартлаған. Тик береһе лә өйгә төшмәгән. Бер ут ярсығы етә ине... Мөғжизә. Шунан нисек Аллаһҡа ышанмайһың...

Ике йыллыҡ командировкала мин йөҙҙәрсә яугир менән осрашҡанмындыр, шуларҙың күбеһе дин юлында, аят-доғаларҙы түш кеҫәләрендә генә йөрөтәләр ине. Һәм тағы шуныһы – араларында күптәре һуғышҡа тиклем Изге Китапты тотоп та ҡарамаған, Аллаһҡа ла күңел һалып ышанмаған.

Бер яугирҙең, «Кабо» ине шикелле: «Минең бында һәр саҡ Аллаһҡа һыйынғым килә. Хатта нәфрәтем дә юҡ. Юҡ, ҡулым ҡанға батманы, киреһенсә, таҙарынған кеүекмен мин был һуғышта», – тигән мәғәнәле һүҙҙәре мәңге онотолмай.

 

Мөнир Ҡунафин

2026-04-01 (Шәүүәл, 1447 йыл.) №4.


Шәүүәл айы

Рамаҙан айынан һуң Шәүүәл айы башлана. Рамаҙанда иһә һәр хаҡ мосолман күберәк изегелектәр эшләп ҡалырға ашыҡһа, тырышһа, Шәүүәл айы ла беҙгә ошо яҡшылыҡтарыбыҙҙы тағы ла арттырырға, байытырға мөмкинлек бирә. Бәлки, тотҡан ураҙаларҙа хата-кәмселектәр булғандыр, йә ҡайһы бер көндәре тороп ҡалғандыр,...


Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтә

Намыҫлы кеше – ырыҫлы кеше. Яҡшы менән юлдаш булһаң – эшең бөтөр, Яман менән юлдаш булһаң – башың бөтөр. Нәфсе шайтан – аҡыл иман Иҫән саҡта йөрөп ҡал, был донъяны күреп ҡал. Аҡсаң булмаһа ла, выжданың булһын. Сәләм бирмәгән бер оятлы, яуап бирмәгән мең оятлы. Күлдең...


Асығауыҙ

Кәрәк була: 230 г он 100 г ҡаймаҡ 70 г аҡ май 50 г шәкәр 1 йомортҡа 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) ванилин семтем тоҙ   Әҙерләү: Иләнгән онға ҡоро ингредиенттарҙы ҡушып болғатығыҙ. Һалҡын аҡ майҙы ҡырғыстан үткәрегеҙ ҙә он менән бер массаға ингәнсе ыуығыҙ....


Шайтан яҙмалары

Ай-ай-ай Бөгөн минең менән ныҡ насар бер хәл килеп тыуҙы. Ай-ай-ай. Мин илайым, сөнки миңә бик ҡыйын. Нисек иламайһың инде? Ай-ай-ай. Бер ай элек, Мәхсә менән Мәрзиәнең араһын боҙор өсөн, ниҙәр генә эшләмәнем. Ул саҡта ҡыҙҙар тасма тас килеп ирешкәйне, ә бөгөн ҡабат дуҫлашып киткәндәр. Әйҙәгеҙ,...


Хакимдарҙың золомлоғонан ҡурҡҡан кеше әйтә торған доға

«Аллааһүммә раббәс-сәмәәүәәтис-сәбғи үә раббәл-ғәршил-ғәҙыиим, күн лии жәәран мин (ошо ерҙә кемдән ҡурҡһа, шуның исемен атау кәрәк) үә әхзәәбиһии мин халәәьиҡик, ән йәфрута ғәләййә әхәдүн минһүм әү йәтғаа, ғәззә жәәрукә үә жәллә ҫәнәәьүк, үә ләә иләәһә илләә әнт». Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ, ете күктең...