“Һәр күлдәкте изге ниәт менән тегәм...”

“Һәр күлдәкте изге ниәт менән тегәм...”

“Матурлыҡ - донъяны ҡотҡарыр” тигәнде һәр беребеҙ ишетеп белә. Ошо һүҙҙәр Ислам донъяһында ла бөгөн сағылыш таба. Мәҫәлән, хәҙерге йәштәр араһында никах тантанаһына ентекле итеп әҙерләнеү үҙе бер матур йолаға әйләнде. Никахта хәҙер йәш ҡыҙҙы селтәрле күлдәкһеҙ, шифон яулыҡһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Республика кимәлендәге никах компаниялары араһында билдәле “Мирраль” фирмаһының хужабикәһе Римма Байтимерова менән ошо турала әңгәмә ҡорҙоҡ.

− Римма, һин ҡасан Аллаһтың ҡушҡандарын үтәү тураһында уйлана башланың? Быға нимә сәбәпсе булды?

− Мин Ырымбур өлкәһендәге Медногорск ҡалаһынан. Ябай эшселәр ғаиләһенән. Дин тураһында мин беренсе тапҡыр әхирәттәремдән ишеттем. Улар Аллаһ, дин нигеҙҙәре тураһында һөйләй торғайнылар. Әммә ул ваҡытта мин бер нәмә лә аңламаным. 2005 йылда институтта уҡыған сағымда аралашып йөрөгән егетем бер көндө мин йәшәгән бүлмәгә килде лә, намаҙ үтәй башланы. Башта мин аптырап ҡалдым. Сөнки быға тиклем мин ундай хәрәкәттәрҙе күргәнем юҡ ине. Ул тамамлағас, мин ентекле итеп унан намаҙ тураһында һораша башланым һәм ҡыҙыҡ өсөн мин дә үтәп ҡарарға булдым. Мин уның артынан, ул нисек эшләй, шул килеш ҡабатланым. Ысынында, иҫ киткес тойғолар булды. Шунан күңелдә нимәлер үҙгәрҙе лә, миңә Ислам дине бик ҡыҙыҡ була башланы һәм мин был юлдан барырға кәрәк икәнлегенә инандым. Оҙаҡламай, мин намаҙға баҫтым, нимә ул хәләл, хәрәм тураһында белдем.

− Туғандарың дингә килеүеңде нисек ҡабул итте?

− Минең күңелемдә үҙгәрештәр барған саҡта, мин тыуған ҡаламдан 500 саҡрым алыҫлыҡта йәшәй инем. Шуға күрә әсәйем минең яулыҡ ябыныуымды аҙаҡ ҡына, мине күрергә килгән көндө генә белде. Ул көндә мин юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулыма диплом алдым. Әлбиттә, ул бик ныҡ аптыраны. Ул, икенсе дәүер кешеһе булараҡ, мине аңламаны. Башта, кире яулыҡһыҙ йөрө, яҡшы эшкә урынлаш, тип өгөтләй ине. Торабара минең яңы тормошома риза булды. Хәҙер ата-әсәйем үҙҙәре лә дингә тартыла башланы, сүрәләр ятларға тырышалар.

− Бынан туғыҙ йыл элек һин үҙеңдең шәхси эшең менән шөғөлләнә башланың. Никахҡа һәм көндәлектә кейә торған күлдәктәр тегеп, хәҙер һин Рәсәй кимәлендә билдәлелек яуланың. Бөгөнгө көндә һин ниндәй һығымталарға килдең?

− Был туғыҙ йыл эсендә мосолман кейемдәре баҙары, әлбиттә, ҡырҡа үҙгәрҙе. 2010 йылдарҙа динле ҡыҙҙар өсөн йүнләп кейемдәр ҙә юҡ ине. Никах өсөн күлдәктәр тураһында тик сикле даирә генә белә ине. Күбеһенсә, никахҡа ябай кейем менән яулыҡ ябынып ҡына баралар ине. Мин, дизайнер булараҡ, ательены асҡанда, иң башта никах күлдәктәре индустрияһын үҫтереүгә өлөш индереү өсөн бар көсөмдө һалдым. Иң тәүге коллекцияларҙа аҡ йәки аҡһыл көрән төҫтәрҙәге күлдәктәр генә булды. Шунан мосолмандар өсөн көндәлек күлдәктәре лә тегә башланым. Төп конкуренттар булып ул саҡта Төркиә, Мысыр кейемдәре булды. Бер аҙҙан сит илдәрҙән алып килеүе килемһеҙ була башлағас, беҙҙең Рәсәй мосолман дизайнерҙары никах өсөн күлдәктәр тегә башланы. Нимәһе ҡыҙыҡ, башта никах күлдәктәрен тик динле ҡыҙҙар ғына тектерә ине, бер аҙҙан, дингә баҫмаған ҡыҙҙар араһында никах күлдәктәренә мода башланды. Хәҙерге көндә күп кенә йәштәрҙең ирекле, аңлы рәүештә Аллаһ йортона барып, ғаилә ҡора башлауҙары мине ныҡ һөйөндөрә. Һуңғы өс йылда мин күлдәктәрҙе ҡыйбатлы, сифатлы туҡымаларҙан тегәм. Бигерәк тә селтәрҙәргә иғтибар итәм. Уларҙы Дубайҙан, Төркиәнән һатып алам. Әлбиттә, хәҙер һәр никах коллекцияһын тегеүе ҡатмарлашты, әммә эш барышы ла ҡыҙығыраҡ, сөнки уйланаһың, эҙләнәһең, мөмкин тиклем нәзәкәтле һәм үҙенсәлекле өлгөләр менән эшләргә тырышабыҙ. Көндәлек кейемдәр араһында ла хәҙер үҙгәрештәр бар. Ябай күлдәктәрҙән тыш спорт стиле үҫешә, джинса һәр саҡ модала. Шулай уҡ классик костюмдарҙы ла йыш тегә башланыҡ.

− Һинең фирмаң “Мирраль” исемен йөрөтә. Ул нимәне аңлата?

− 2011 йылда интернетта социаль селтәрҙәр үҫешә башлағас, миңә үҙемдең сәхифәмде берәй нисек итеп атарға кәрәк ине. Шул ваҡытта Людмила исемле әхирәтем менән оҙаҡ ҡына баш ваттыҡ. Шунан исемдәребеҙҙән “Мирра” тигән исем уйлап сығарҙыҡ. Әммә нимәлер етмәгән һымаҡ ине. Шунан тағы “л” хәрефен ҡушып ҡуйҙым да, күңелем тынысланды. Был исем Төркиәлә ирҙәр араһында иң йыш осраған исем булып сыҡты.

− Эшеңдең төп маҡсаты нимәлә?

− Беренсенән, кәләштәрҙе оло ваҡиғалы көндәрендә матур кейемдә тағы ла матурыраҡ һәм бәхетлерәк итеү. Икенсенән, ошо мосолман кейеменең бәрәкәте менән йәштәр Исламды аңлаһындар ине, тип теләйем. Ғөмүмән, һәр күлдәкте теккән саҡта, минең күңелдә изге ниәт. Аллаға шөкөр, минең күҙәтеүем буйынса, күбеһе, беҙҙең кейемдәрҙе кейә торғас, аҙаҡ дингә килә.

− Пандемия осорон һеҙҙең компания нисек кисерҙе?

− Әлбиттә, беҙҙең компания ла ул осорҙа ҡыйын хәлдә булды. Һатыуҙар туҡтаны. Ике ай буйы бутиктарым эшләмәне. Әммә ҡайһы бер тегенселәрем менән битлектәр тектек. Ул ваҡытта уны мин гражданлыҡ бурысым һымаҡ тойҙом. Сөнки башта битлектәр етмәй ине бит. Улар менән беҙ ҡалалағы етештереүсе ойошмаларҙы тәъмин иттек.

− Яңы коллекцияларҙы сығарыр өсөн һин ҡайҙан илһам алаһың?

− Мин матурлыҡты, гүзәллекте яратам, улар миңә көс бирә. Шулай уҡ тәбиғәт илһамландыра. Сәнғәт ярҙамында ла яңы идеялар килә. Әлбиттә, мода яңылыҡтарын ҡалдырмайым. Мин йышыраҡ селтәр менән эшләйем. Ҡайһы саҡта уға ҡарауым етә, минең башымда төрлө ҡыҙыҡлы образдар барлыҡҡа килә башлай. Әлбиттә, ижади бушлыҡ та булып ала. Ҡайһы бер туҡымаларым икешәр йыл буйы мине көтөп ята торғайны.

− Һинең уңышыңдың төп сере нимәлә? Нисек итеп ғаиләлә лә, эштә лә өлгөрәһең?

− Барыһы ла Аллаһтан инде, әлхәмдүлилләһ. Башта Ул, шунан минең маҡсаттар тора. Әлбиттә, барыһын да бергә алып барыуы ҡыйын, әммә Аллаһу Тәғәлә ярҙамы менән эш алға бара. Мин күберәк ижад кешеһе булғанға, ҙур амбициялар артынан ҡыумайым. Булғанына шөкөр итәм. Аллаһ Тәғәлә эштәремде күпмегә үҫергә мөмкинлек бирә, шуның менән ризамын. Үҙ өҫтөмдә туҡтауһыҙ эшләргә тырышам. Төрлө тренингтар, курстар үтеп торам.

− Балаларыңды ниндәй нигеҙҙәргә таянып тәрбиәләйһең?

− Беҙҙең ғаиләлә мотлаҡ үтәлә торған бер ҡағиҙә бар − иртәнге ашты бөтә ғаилә менән ултырып ашау. Шуға күрә иртәнсәк ҡабаланмай ғына балаларыбыҙ менән өҫтәл артында аралашабыҙ, үҙ-ара тәъҫораттар, фекерҙәр менән бүлешәбеҙ. Кисен, йоҡлар алдынан, бергәләшеп китаптар уҡыйбыҙ. Ғөмүмән, улар менән тығыҙ аралашабыҙ. Уларҙы уйланырға, фекерләргә, тирәяҡты күҙәтергә өйрәтәм. Күберәк уларҙы мосолмандар мөхитендә тәрбиәләргә тырышам.

− Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Римма. Һиңә артабанғы эшеңдә уңыштар теләйем.

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА

ӘҢГӘМӘЛӘШТЕ

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...