Мәсет – ауылдың ҡото!

Мәсет – ауылдың ҡото!

Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылын күптән күрге килә ине. Берҙән, «Әс-Сәләм» гәзитен һәр өй һайын тиерлек алдырып уҡыуҙары йәнгә ҡыуаныс бирһә, икенсенән, бында бик боронғо мәсет булыуы ылыҡтырҙы.

Урындағы халыҡтың әйтеүенсә, бөгөн 23 йортҡа ҡалған Түбәнге Яйыҡбай заманында бик ҙур ауыл булған.

1605 йылдарҙа уҡ телгә алынған өс зыяратлы был ғәжәйеп күркәм ауылдың тарихы ла бик бай булып сыҡты.

 

Ата-бабаларҙан ҡалған изге ҡомартҡы

Ныҡлы ҡарағастан төҙөлгән Иман Йорто архив документтарында беренсе тапҡыр 1861 йылда телгә алына, әммә элекке ауыл имамы Харис Мусиндың яҙмаларында түбәндәгеләр бәйән ителә: «Минең ҡайным Кәримов Һиҙиәт Мөхәмәтша улының һөйләүе буйынса, 1800 йылдарҙа был ауылда бик уҡымышлы Көрәй исемле диндар йәшәгән. Хаж сәфәренән ҡайтҡас, ул Әмәндәк йылғаһы бу-йында мәсет төҙөргә ниәтләй. Ауылдаштары Көрәй хажиға ихлас ярҙам итә. Шулай итеп, 1808-1810 йылдарҙа беренсе мәсет сафҡа инә».

Мәсеттең бөгөнгө имам-хатибы Рәмил Хәсәнов түбәндәгеләрҙе һөйләне: «Архив документтарындағы мәғлүмәттәр буйынса, Көрәй хажи 1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң тағы бер тапҡыр хаж ҡыла. Ул 1826 йылда баҡыйлыҡҡа күскәс, атаһының эшен ҙур ғилемгә эйә булған Мөхәмәтша хәҙрәт дауам итә. Алдынғы ҡарашлы Мөхәмәтша үҙенең улы Һиҙиәтте лә бөйөк шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың данлыҡлы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡытып сығара. Һиҙиәт хәҙрәт 1898-1956 йылдарҙа Яйыҡбай мәсетендә имам вазифаһын башҡара. Уның халыҡ араһында абруйы шул тиклем ҙур була, тәрән аҡыллы, миһырбанлы, кешелекле булғаны өсөн уны барыһы ла ихтирам итә.

Совет йылдарында мәсеттәрҙе емереп, дин әһелдәрен эҙәрлекләү башланғас, Яйыҡбайҙағы мәсетте клубҡа әйләндерергә ҡарар сығаралар. Был эшкә ҡәтғи рәүештә ҡаршы булған хәҙрәт тә төрмәгә оҙатыла.

Аллаһ Йортон емерергә баҙнат итеүселәр мөғжизәгә юлыға. Улар мәсет стенаһынан аҡтарырға теләгән таҡталар, емереүселәрҙе һеңгәҙәтә һуғып, кире ҡаҡлығып тик тора икән. Ҡобараһы осҡан активистар башлаған эштәрен ташлап ҡаса».

1932 йылда ауылға әйләнеп ҡайтыу менән Һиҙиәт хәҙрәт мәсет эштәрен яйға һала, шунда уҡ йома хөтбәләрен дә үткәрә башлай. Артабан уның эшен Ғиниәт Буранбаев, Суфьян Дәүләтҡоловтар дауам итә. Әммә эштәр гел уң ғына бармай. Илдәге сәйәсәткә ярашлы, мәсеттең ташландыҡ хәлгә килгән, хатта иген келәте булып хеҙмәт иткән саҡтары ла була. Туҡһанынсы йылдарҙа, үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, мәсет эштәре йәнә йәнләндерелә.

Бөгөнгө көндә ата-бабаларҙан ҡалған ҡомартҡы мәсет Түбәнге Яйыҡбай ауылында халыҡтың берҙән-бер йыйылыр урыны ул. Ҡасандыр гөрләп торған мәктәп тә, ферма ла, медпункт та, клуб та күптән ябылған. Ә 2018 йылда Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән ҡабаттан төҙөкләндерелгән ике манаралы боронғо мәсет, тирә-яҡҡа нур сәсеп, һаман да халыҡты иманға әйҙәүен дауам итә.

 

«Үҙе Хәсән, үҙе – сәсән!»

Мәсеттең имам-хатибы Рәмил Хәсәновты ауылдаштары яратып ошолай нарыҡлай икән. «Һәр көнөбөҙ ағайымдың яңы шиғыры менән башлана. – ти бер туған һеңлеһе Рәмилә. – Әйткәндәре уйға һала, иманға әйҙәй:

Аллаһҡа бойһонмаусының

Йөрәге таштай ҡата.

Иблис шайтан ҡотҡоһо

Уның күңеленә ята.

Ул кеше шәһүәттән,

Гонаһтан ләззәт ала.

Зиһене зәғифләнеп,

Ғәрип хәлендә ҡала.

Аллаһҡа итәғәт иткәндең

Гүзәл исеме мөхсин.

Тәүбәгә килеү әҙәбе

Мосолман өсөн мөһим! »

«Бала сағым ошо мәсет эргәһендә уйнап үтте, – ти Рәмил хәҙрәт. – Шулай тиһәм дә, ғибәҙәт йортона яҡынлаһаҡ, ҡурҡыңҡырай инек. Мәсеттән түгел, Аллаһу Тәғәләнән! Артыҡ шаярып, ярамаған эш ҡылып, Раббыбыҙҙы асыуландырып ҡуймайыҡ, тип. Ауылыбыҙ борондан дини йолаларҙы ныҡ һаҡланы. Иманлы олатайҙар күп ине. Тиҫтерҙәрем Сәғит менән Рәйестең олаталары гел, ни эшләптер, мине тубығына ултыртып ала. Үҙ ейәндәре уларға яҡынламай ҙа эргә-тирәләй йүгереп йөрөй. Олатай миңә, ете-һигеҙ йәшлек балаға, һәр саҡ, ниңәлер: «Дуҫым!» тип өндәшер ине. Дингә, мәсеткә ылығыуым шунан башланғандыр ҙа инде».

Рәмил Сәфәрғәли улы һөнәре буйынса уҡытыусы икән. 40 йыл педагогик стажы булған Рәмил Хәсәнов Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре кеүек юғары исемдәргә эйә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнгән.

Түбәнге Яйыҡбай мәсетендә имам-хатип итеп ун биш йыл элек мәхәллә мосолмандары һайлап ҡуйҙы, ул саҡта әле мәктәптә лә уҡытып йөрөй инем, ти абруйлы хәҙрәт.

Өлгөлө ғаилә башлығы булараҡ та ихтирам ҡаҙанған ул. Хәләл ефете Ғәлиә Әғзәм ҡыҙы менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.

Аллаһу Тәғәлә Рәмил Сәфәрғәли улына һәләтте өйөп биргән. Ул республика кимәлендәге халыҡ йырҙарын башҡарыусылар, ҡурайсы, ҡумыҙсы, өҙләүселәр бәйгеһендә лә уңышлы майҙан тота. Халыҡ-ара сәсәндәр бәйгеһендә лә һынатмай:

«... Алты, тигәс тә, ни яҡшы?

Алтын көмөшкә тиңләрлек

Илең булһа, шул яҡшы.

Ете, тигәс тә, ни яҡшы?

Ете быуын туғаныңды танып торһаң,

Шул яҡшы..»

«Дин әһеленә халыҡ менән бергә булыу мөһим, – ти Рәмил хәҙрәт. – Динебеҙ ҙә барһын, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ ҙә, йолаларыбыҙ ҙа һаҡланһын. Дини тәрбиә лә, ғаилә тәрбиәһе лә, мәктәп тәрбиәһе лә бергә үрелеп барырға тейеш. Мәктәптә 25 йыл дауамында директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләгәс, ошо юҫыҡта күп уйланырға тура килде. Балаға рухи тәрбиә биреү ҙә, әхлаҡи тәрбиә биреү ҙә, дини тәрбиә биреү ҙә бик кәрәк. Береһен алып ташлап, береһен алға сығарып булмай. Ошо йүнәлештәрҙең барыһын бергә уҡмаштырғанда ғына, дөрөҫ тәрбиә бирергә була.

Ғаилә ҡиммәттәрен генә алайыҡ. Атай-әсәйҙәребеҙ ниндәй матур өлгө булды беҙгә. Мин әсәйемдең ҡасан йоҡлағанын да хәтерләмәйем. Беҙ 11 бала үҫтек. Һәр беребеҙгә матур тәрбиә бирергә тырышты, тәүфиҡ төшөнсәһен күңелебеҙгә һеңдерҙе. Ә атайыбыҙға ҡарата булған мөнәсәбәте ниндәй ине! Ғаилә – күп нәмәнең башы. Хатта туған телгә һөйөү ҙә ғаиләнән башлана!» Түбәнге Яйыҡбай ауылының йәмиғ мәсете имам хатибы Рәмил Хәсәновтың һәр фекерендә оло кинәйә, тос фекер бар. Был уның иман нуры менән һуғарылған шиғыр юларында ла асыҡ сағыла:

«Йән менән тән тоташып,

Алған тәүге һулышын.

Кеше тип аталған зат

Башлай ерҙә тормошон.

Шәриғәт ҡанундарын

Аллаһ Ергә ебәргән.

Нәфсене камил тотоу,

Тора әхлаҡ, ғилемдән.

Яҡшылыҡ та, боҙоҡлоҡ та

Нәфсенең сифаттары.

Камиллыҡҡа саҡыра

Аллаһтың китаптары».

Дини йолаларҙы тоғро һаҡлаған Түбәнге Яйыҡбай ауылындағы Аллаһ Йортонан күңел тыныслығы, рухи көс, илһам алып, ҡайтыу яғына йүнәлдек. Юл үргә артылғас, изгеләр төйәгенә тағы бер ҡайырылып ҡарарға йөрьәт иттем: унда аҫта, ошо йылдар дәүерендә, ни күрһә лә, бирешмәгән боронғо мәсеттең илаһи нурҙары, күҙгә күренмәгән ҡалҡан рәүешендә, ауыл өҫтөнә һирпелгәйне.

 

Зөлфиә Ханнанова

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.   Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо...


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...