Ябай 5 һанының ҙур сере

Ябай 5 һанының ҙур сере

Ябай 5 һанының ҙур сере

Мәктәптә уҡыған һәр бала «5»-ле билдәһенә ҡыуана, ата-әсәһе лә уның уңыштарына һөйөнә. Барыбыҙ ҙа, «5»-ле билдәһен уҡыусының тырышыуы, уңыштары өсөн иң ҙур баһа, тип ҡабул итәбеҙ. Ә ысынында иһә, биш һаны менән Аллаһ беҙгә лә ҙур аҡыл, дәрес биргән!

 

Аҙнаның бишенсе көнө – йома, ул бар мосолман өммәтенең байрам көнө, Аллаһ ризалығы өсөн ғибәҙәттә булыу, мәсеттәргә барып, йома намаҙҙарын уҡыу көнө. Һәр йома көн мәсеттә йәмәғәт менән намаҙҙар уҡыу иманды нығыта, тәҡүәле булырға өйрәтә, күңелде сафландыра, таҙарта. Ысынлап та шулай! Бер йыл буйы йәйәү, ямғырҙа ла, буранда ла, Аллаһ ризалығы өсөн йома намаҙын ҡалдырмай, мәсеткә йөрөнөм: изге доғалар уҡый-уҡый, аҙан һәм имамдың илаһи вәғәздәрен тыңлай-тыңлай, күҙҙән йәштәр тама-тама, Раббының биргәненә шөкөр итә-итә, рәхмәттәр әйтә-әйтә, күңелем тынысланды, күп һорауҙарға яуап таптым, һәм, иң мөһиме – мин яңғыҙ түгел, Аллаһ ярҙамынан ташламай – шуны аңланым!

«5» һанының сере бының менән генә бөтмәй әле. Ислам диненең биш терәген һәр мосолман яҡшы белә:

- Беренсеһе – Аллаһтан башҡа ғибәҙәт ҡылына торған зат юҡ һәм Мөхәммәд салләллаһу ғаләйһи үә сәлләм – Уның илсеһе, тип шәһәҙәт килтереү. Әлеге нигеҙҙе ҡыҫҡаса шәһәҙәт тип йөрөтәләр.

- Икенсеһе – көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡыу.

- Өсөнсөһө – Рамазан айында ураҙа тотоу.

- Дүртенсеһе – ярлылар файҙаһына зәҡәт биреү.

- Бишенсеһе – мөмкинлегең булһа, ғүмерҙә бер тапҡыр хаж ҡылыу.

Әлбиттә, тәүге өс шартты бар мосолман да мотлаҡ үтәргә тейеш. Мөлкәтең булһа һәм хәлеңдән килһә, дүртенсе һәм бишенсе шарттарҙы ла үтәргә кәрәк. Бына беҙ ҡулға китап алдыҡ, ти. Биш бармаҡ менән беҙ уны ныҡлап тотабыҙ, дүрт бармаҡ менән дә тотоп була. Ә бына өс, ике бармаҡ менән китапты тотоуы ҡыйыныраҡ. Бер бармаҡ менән бөтөнләй тотоп булмай. Тормош – китап, ул да биш терәктә ныҡ, ышаныслы, ҡаҡшамаҫ була, тора. Ислам диненең биш терәге – Аллаһтың рәхмәтенә яҡынайыу юлы, һәр мосолмандың тормош нигеҙе ул. Уны үтәүҙе беҙҙең ҡулдағы биш бармаҡ көн дә иҫкә төшөрөп, төшөндөрөп, әйтеп тора бит!

«5» һанының тағы бер сере һәр мосолман көн һайын уҡырға тейеш биш ваҡыт намаҙҙа ла әйтелгән. Аллаһҡа шөкөр, быйыл август айында намаҙға баҫҡаныма туғыҙ йыл була. Намаҙға баҫыу ғына, тип әйтмәҫ инем. Аллаһ биргән ғүмерҙең мәғәнәһен аңлау, һәр көнгә рәхмәтле булыу ул һәр намаҙ! Һәм һәр намаҙҙың мин аңлаған биш фазиләтен әйтеп үтәһем килә.

  1. Биш тапҡыр намаҙ – ул көнөнә биш тапҡыр Аллаһтың биргәненә рәхмәт әйтеү, шөкөр итеү. Һин барһың, ишетәһең, күрәһең, бай, мул тормошта йәшәйһең. Әлбиттә, был байлыҡты һиңә Аллаһ биргән, бүләк иткән. Байрамдарҙа беҙгә бүләк ителгән гөлләмә өсөн әллә күпме рәхмәт әйтәбеҙ, ҡыуанабыҙ. Ә Раббыбыҙ биргән оло бүләк – тормош, ғүмер өсөн Уға рәхмәт әйтергә онотабыҙ. Әллә ғүмерҙең ҙур бүләк икәнлеген аңламайбыҙмы икән?
  2. Һәр намаҙ алдынан тулы тәһәрәт алаһың. Йыуынаһың, һөртөнәһең. Биш тапҡыр һәр бер ҡулдың, аяҡтарҙың бармаҡ араларын һыйпап, һыпырып үтәһең. Заман табиптары ла хәҙер беҙгә көн дә бармаҡ араларына массаж эшләргә тәҡдим итә, сөнки тап бармаҡ араларында бик күп нервы күҙәнәктәре үтә икән. Ә беҙ тулы тәһәрәт алған һайын массаж эшләйбеҙ түгелме? Көнөнә биш тапҡыр йыуынһаң, бар бысраҡтар йыуылып төшә, йөҙ-ҡул таҙа була. Тәһәрәт тәнде таҙартһа, намаҙ – күңелде, йөрәкте.
  3. Көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡығанда төрлө тормош мәшәҡәттәренән әҙ генә айырылып, бөтмәҫ ваҡ-төйәк эштәрҙе ситкә ҡуйып тораһың. Сөнки һине ғаләмдәрҙе барлыҡҡа килтереүсенең Үҙе – бөйөк Аллаһ менән «һөйләшеү» көтә. Хәҙер психологтар ҙа көнөнә бер нисә минут бар проблемаларҙы онотоп, төрлө медитация, ял минуттары ойоштороп алырға кәңәш итә. Намаҙ – ул беҙгә Аллаһ биргән, рөхсәт иткән тән һәм күңелдең «ял ваҡыты». Кем һиңә ҡамасаулай ошо файҙалы минуттар менән файҙаланмаҫҡа?
  4. Намаҙ ваҡытында беҙ өс төрлө: баҫып, тән менән алға эйелеп һәм сәждә ҡылып, Илаһҡа рәхмәттәр әйтәбеҙ. Уның һәр бере ҙур мәғәнәгә эйә. Сәждәгә киткәндә инде беҙ тән менән йомарланыбыраҡ төшөп, баш эйәбеҙ. Әйтерһең дә, әсәнең ҡарынында ятабыҙ. Әллә киреһенсә, әсә ҡарынында уҡ бала сәждә ҡыламы икән? Табиптар әйтеүенсә, сәждәгә киткәндәге кеүек ятыуҙың да ҙур файҙаһы бар: өс секунд эсендә ҡан баштың бөтә күҙәнәктәренә лә үтеп инә, етә, һауа менән байыта, хатта бөйөр ҙә өс секунд «аҫылынып» тороп, ял итә икән. Шуға лә хәҙер медицина белгестәре, көнөнә бер нисә минут шулай эйелеп, бөйөрҙө ял иттереп алырға кәңәш итә.
  5. Һәр намаҙ эсендә Ҡөрьән аяттары уҡыла, салауаттар әйтелә. Аҙаҡ та доғалар уҡыйбыҙ, тәсбих тартабыҙ. Башта аяттарҙы уҡыһаҡ, аҙаҡ әкренләп ятлайбыҙ, һөйләйбеҙ. Белгестәр билдәләүенсә, хәтерҙе үҫтереү өсөн кеше көн дә шиғырҙар ятларға һәм яттан һөйләргә тейеш. Яңыраҡ ҡына япон белгестәренең фекерләүҙе, аҡыл ҡеүәһен үҫтереү буйынса кәңәштәре менән танышҡайным. Мин уларҙан ҙур аҡыллы кәңәштәр көткәйнем, әлбиттә. Тик унда иң ябай алым – көнөнә 10-15 минут китапты ҡысҡырып уҡыу – тәҡдим ителгәйне. Сөнки кеше ҡысҡырып уҡығанда, ул хәрефтәрҙе күрә, уҡый, ишетә, аңлай – бер юлы мейенең бер нисә рецепторы әүҙем эшләй. Шулай уҡып, ул фекерләү процесын активлаштыра, үҫтерә икән. Намаҙ ваҡытында уҡылған аяттар, аҙаҡтан уҡыған Ҡөрьән сүрәләре хәтерҙе, фекерләүҙе үҫтереү өсөн иң файҙалы алым түгелме?

Эйе, мин биш ваҡыт намаҙҙың биш кенә фазиләтен аңлатырға тырыштым. Уның бөтмәҫ файҙаһын, көсөн, ҡеүәтен бер Аллаһ Үҙе генә белә! Һәм һәр намаҙ һайын ошо илаһи ҙа, оло ла серҙе Ул бәндәһенә аңлатырға, еткерергә тырыша! Ысынында, Аллаһ – бөйөк, ҡөҙрәтле, рәхимле бит!

Айһылыу Сирбаева, Дыуан районы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...