Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы»

Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган теүәл бер тәүлеккә үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатып тора ла һуңынан һығымта яһала: кем юҡ саҡта хужа үҙен нисек тойған? Тап шуға ҡарап, ул ҡайһы органдың үҙе өсөн мөһимерәк булыуын билдәләргә тейеш.

Тәүгеләрҙән булып күреү һәләте үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Бер тәүлек үткәндән һуң хужа шундай һығымта яһаған: «Артыҡ нәмәне күрмәгәс, нәфсемде тыя алдым, рәхәтләнеп ял иттем...» Бер тәүлек буйына ишетмәгәндән һуң хужа: «Ҡолағы тыныстың йәне тыныс икән. Бындай рәхәтлекте бер ҡасан да тойғаным булманы. Ҡатыным да ҡолаҡ итемде ашай алманы», – тип белдергән. Еҫ һиҙеү һәләте бер тәүлеккә юғалып торғандан һуң, хужа: «Элек тәмле ризыҡтың еҫенән ҡотола алмайынса эт булғанмын икән. Еҫе юҡтың, ҡоҫо ла юҡ, эс бүҫкәреп, тын алып ҡалдым», – тигән. «Эй, Хоҙайым, бирмә аҡыл, алйотлоҡҡа ни етә», тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр икән, тигән оран ташлаған тәүлек буйына уйланыуҙан азат булғандан һуң хужа. Ә инде тәүлек буйына туҡланмай һәм һыу эсмәй торғандан һуң хужа: «Бына, исмаһам, ураҙа тоттом. Быға тиклем нисәмә тапҡыр уҡталып, туҡталып ҡалғайным», – тип шатлығы менән уртаҡлашҡан.

Бына сират һулыш алыу һәләтенә килеп еткән. Танау һәм ауыҙ аша тын юлы бикләнеп тә өлгөрмәгән, хужаның йәне сыға яҙған, ул һулыш алыу һәләте алдында тубыҡланып ялбарырға тотонған: «Зинһар өсөн, мин һинһеҙ бер генә минут та йәшәй алмайым. Ҡалған барлыҡ һәләттәремдән: күреүемдән, ишетеүемдән, еҫ һиҙеүемдән, уйҙарымдан, ризыҡтан баш тартам, тик һин генә мине ташлап китә күрмә...»

Бәхәс ошо ерҙә өҙөлгән. Был риүәйәтте ни өсөн килтерҙем һуң мин? Йәйҙәр хәҙер бигерәк эҫе. Һәр кем һулыш алыуҙың ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлап, ҡалған нәфселәрен ауыҙлыҡлай алһа ине, тием. Аллаһу Тәғәлә һынай беҙҙе, ошо рәүешле тәбиғәтте, һауаны, сафлыҡты ҡәҙерләргә өйрәтә. Кеше өсөн иң мөһиме — һулар һауа. Әгәр ҙә һулыш алыу туҡтап ҡалһа, ҡалған барлыҡ ҡиммәттәр юҡҡа сыға.

 

359-сы күҙәтеү: «Барыһы өсөн дә түләргә кәрәк!»

Өлкән кластарҙа уҡығанда, өс йыл рәттән комбайнсы булып эшләгән атайыма штурвалсы-ярҙамсы булып йөрөнөм. Бигерәк тә иген һуғырға төшкән тәүге көн ҡыҙыҡлы бер йолаһы менән иҫтә ҡалған. Тәүге бункерҙы тултырғас, ташыусы машина килеп еткәнсе, байтаҡ ҡына игенде атайым баҫыу өҫтөнә бушата торғайны. Минең күҙҙәр маңлайҙа бит инде.

–Ни өсөн улайтаһың, атай, иген әрәм була бит. Агроном ағай бит игендең бөртөгөн дә юғалтмаҫҡа кәрәк, тип һөйләй, – тием атайымдың был ҡылығын нимәгә юрарға белмәйенсә.

– Ергә үҙ өлөшөн бирергә кәрәк, балам, – тип йылмая атайым.

– Һуң, атай, иген әрәм була бит...

– Серегән хәлдә лә ергә ашлама була. Йомрандар ҙа, ҡоштар ҙа өлөшлө...

– Ерҙә йыйылмай ҡалғаны ла етә бит, атай...

– Уныһы Аллаһу Тәғәләнеке, ә быныһы беҙҙән ергә зәҡәт...

... Уңыш йыйыу мәле етһә, атайымдың ошо һүҙҙәрен һәр ваҡыт иҫкә төшөрәм. Быйыл да. Эйе, барыһы өсөн дә түләргә кәрәк шул.

 

358-се күҙәтеү: «Бесәйҙәр дәүләте бюджеты»

Бесәйҙәр тормошон ситтән күҙәтһәң, ҡыҙыҡ ҡына фекерҙәр башҡа килә. Инә бесәй, үҙе нисек кенә ас булмаһын, тырнағына эләккән ризыҡты шундуҡ балаларына ҡалдыра. Балалары бишәү икән, бишәүһенә лә берәр сысҡан тотоп бирә. Әгәр ҙә сысҡан берәү генә икән...

Ул сағында сысҡанды аулаҡ урынға алып ҡасып ашай ҙа, ризығын балаларына «һөтләтә» тигеҙ итеп бүлеп бирә. Бесәйҙәр дәүләте бюджеты, шулай итеп, уның һәр гражданына тигеҙ итеп бүлеп бирелә. Бесәйҙәрҙең олигархтары ла булмай. Беҙ уларҙан шул тиклем артта ҡалғанбыҙмы, әллә алға киткәнбеҙме?

 

Әхмәр Үтәбай күҙәтеүҙәренән

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...