Кеше күңеле – даръя...

Кеше күңеле – даръя...

Көтмәгәндә бәхәс ҡупты. Юҡ барҙан. Кемдең манараһы бейек, кемдең нимәһе яҡшыраҡ, тигәндәй. Фекерҙәр, дәғүәләр, кем кем тураһында нимә уйлай, кем кемгә ниндәй баһа ҡуя. Күҙәтәм, өндәшмәйем. Ике көн дауам итте «алыш». Өсөнсө көн бәхәсте башлаусы ике «көрәшсене» ғәйепләп, мине фекер алышырға саҡыра. «Һуң был «һуғышты» һин башланың бит», – тим. «Эйе, мин башланым. Тик минең бында бер ғәйебем дә юҡ», – ти. «Нисек юҡ? Һин – баҡсасы. Йылынып та бөтмәгән ергә әҙер булмаған орлоҡтар сәстең. Зәғиф үҫентеләр сыҡты. Ул үҫентеләрең мул уңыш бирмәҫ. Уларға тәрбиә кәрәк. Һинең «һуғышсыларың» да шулай», – тим. Ризалашманы. Аңлатып еткерә алманым, ахырыһы...

***

Танышымдың улы эш эҙләй. Ай ғына түгел, йыл үтте. Мине осратҡан һайын, ғәйепле төҫ менән: «Эш һаман табылманы”, – ти. «Эшләйем, тигән кешегә эш күп бит ул», – тим. Тәҡдимдәр әйтәм, эш вәғәҙәләгән ойошмалар менән һөйләшәм. Егетемә бер нимә лә оҡшамай. Сәбәптәре күп. «Мин бөтәһенә лә шылтыраттым, башҡалар ҙа шулай йәшәй. Берәү ҙә миңә аҡса бирә алмай», – тигәс, шаҡ ҡаттым. «Һин кешенән аҡса һоранаһыңмы, әллә эш эҙләйһеңме?» – тигәс, баш түбән эйелде. «Туғаным, үҙ икмәгеңде хәләл көсөң түгеп, үҙең табырға тырыш, кешенән һоранып йөрөмә», – тигәс, юғалды. Инәйем:»Аҡса таш аҫтында, ә таш Ғазраилдең баш аҫтында», – тип әйтә торғайны. Ҡайҙа ла ҡулыңдан килгәнсә тырышырға кәрәк.

***

Ураҙаға әҙерләнәбеҙ. Һеңлемдең туғыҙ йәштәр тирәһендәге улы ҡыҙыҡһынып тыңлап йөрөй. Ураҙа тоторға теләк белдерә. «Һин әле бәләкәйерәк, әлегә ярамай, ун ике тулғас, тота башларһың», – ти инәһе. «Мин һаман да ураҙа тотмайынса, ун ике йәш тулғанын көтөп ултырайыммы?» – тигәс, ризалаштыҡ. Бала ураҙаға инде. Ҡалаға ҡунаҡҡа килгәйне, өлкәндәргә эйәреп, «Хәмзә» мәсетенә хәтемгә йөрөнө. «Оло бабайҙар минең менән ҡул биреп күрешәләр», – тип шатланып ҡайтҡан була. Ураҙаның һуңғы көнөндә ауылға ҡайтырға тура килде. «Мәсеттәге ифтар ҡалды, юҡҡа алып ҡайтып киттегеҙ мине», – тип үпкәһен белдерҙе. Күңелендәге ошо кескә генә орлоҡтар, мәле еткәс, шытым бирер, ныҡлап намаҙға баҫыр, тигән өмөт- ҡуҙ менән йәшәйбеҙ хәҙер.

ГӨЛЗӘМИНӘ КӘРИМОВА

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...