Шөкөр итәйек!

Шөкөр итәйек!

ӘлхәмдүлиЛләһ, беҙҙең юлыбыҙ – дөрөҫ юл. Бының өсөн беҙ Аллаһу Тәғәләгә шөкөр итергә тейешбеҙ, сөнки бөтә нәмә лә Уның теләге менән эшләнә. Был юлға баҫтырып, мәрхәмәт күрһәткәне өсөн Раббыбыҙға рәхмәтле булырға кәрәк. Аллаһтың рәхмәте беҙ Уға шөкөр иткән һайын арта. Аллаһу Тәғәлә беҙҙең иманыбыҙҙы нығытһын, Үҙенең мәрхәмәтен арттырһын өсөн, һәр ваҡыт шөкөр итергә тейешбеҙ. Беҙгә килгән барлыҡ яҡшы нәмәләр – Аллаһ ниғмәттәре.

Имандың яртыһы − шөкрәнә, яртыһы – сабырлыҡ. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ шундай һүҙҙәре бар: "Шайтан изге ғәмәл ҡылмаған, шөкөр итмәгән кешенең малын әҙ итеп күрһәтер. Уның дәүләте тау хәтле булһа ла, уның күҙенә гел әҙ булып, бөтөр һымаҡ күренер, бер ҡасан да ҡәнәғәтлек хисе таба алмаҫ",– тине. Кем шөкөр итә, ул һәр ваҡыт ота, кем шөкөр итмәй, күп нәмә юғалта. Аллаһу Тәғәлә Үҙе һаҡлаһын!

Аллаһтың ниғмәттәре артып торһон өсөн шөкрәнә кәрәк. Әлеге ваҡытта күп кешеләр шөкөр итмәйҙәр. Уларға күпме бирелһә лә, риза түгелдәр.     

Аллаһ Тәғәлә дөрөҫ юлдан барырға насип итһен. Унан нисек тайпылмаҫҡа? Шөкөр итеп, сөнки бөтә яҡшылыҡ шөкөр итеүҙән арта.

Аллаһу Тәғәлә шөкрәнәлә-ребеҙҙе даими ҡылһын, ин шәә Аллаһ.

 

Рәхимйән Ғәләүетдинов, Белорет районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...