Балаларым мине дингә алып килде

Балаларым мине дингә алып килде

Балаларым мине дингә алып килде

Ҡыуандыҡ районының Башҡорт Ҡансураһы ауылында тыуып үҫтем мин. Әле 67 йәштәмен. 23 йыл буйы Ырымбур ебәк комбинатында технолог булып эшләнем. Ул ваҡытта дин тураһында уйларға ваҡыт та булманы. Әммә Аллаһҡа гел ышанып йәшәнем.

Тәүҙә балаларым, үҫеп еткәс, үҙ аллы намаҙға баҫып, динде өйрәнә башланылар. Ун йыл элек улым: «Әсәй, йәнеңде ҡотҡар!» – тип мине иҫкәртә башланы. Башта аңламай инем ул һүҙҙәрҙе. Мин шулай яман әсәй микән, тип тә уйлап бөттөм. Шунан яйлап, балалар ярҙамы менән намаҙға баҫып, дин менән ҡыҙыҡһынып киттем. Әлхәмдүлилләһ, Ырымбурҙағы «Рамаҙан» мәсетендә өс йыл буйы Фаруҡ хәҙрәттән дин нигеҙҙәрен өйрәндем.

Хәҙерге көндә «Хөсәйениә» мәҙрәсәһенең һуңғы курсында ситтән тороп уҡыйым. Ислам минең тормошта беренсе урынды алып тора, сөнки динһеҙ йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәйем. Бөгөнгө донъя мәшәҡәттәре кешене ныҡ баҫа. Тегене, быны өлгөрмәй башлаһам, кейәүем гел генә миңә: «Был донъяла нимәгә өҫтөнлөк бирәһең, башта шуны дөрөҫ билдәләргә кәрәк», – тип иҫкәртә. «Ҡиәмәт көнөнә әҙерлән, ғәмәл дәфтәреңде яҡшы ғәмәлдәр менән байыт!» – тип киҫәтеп тора. Ысынлап та, башта, Аллаһ өсөн, тип ниәт ҡылһаң, донъя мәшәҡәттәре үҙенән-үҙе хәл ителә. Шулай итеп, диндә тәртипкә өйрәндем. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Совет власы осоронда ла динде һаҡлап ҡалырға тырышҡан. Минең әсәйемдең ҡартәсәһе йәшереп намаҙын уҡыған, ураҙа тотҡан.

Ул әсәйемә туғыҙ йәшендә «Фәтихә» сүрәһен йәшереп кенә ятлатҡан. Хәҙер әсәйемә 87 йәш, ул да намаҙын ҡалдырмай. Шул «Фәтихә» сүрәһен гел иҫемдә тоттом, ти. Хәҙерге заманда кеше ауырып китһә, йә берәй ҡыйын хәлгә тарыһа, Аллаһу Тәғәләне шунда уҡ иҫләй башлай. «Һин нишләп Уны иҫләйһең һуң?» – тип һорар инем. Ундай фекерле кешеләргә мин Ҡиәмәт көнө, ғәмәл дәфтәре тураһында аңлатырға тырышам. Әлхәмдүлилләһ, улым менән киленем дә, ҡыҙым менән кейәүем дә, ейәндәрем дә – барыһы ла иман юлында. Ейәнсәремдең яулыҡ ябынып йөрөгәнен күреп ҡалған бер таныш ҡатын, миңә бер көн һорауҙар менән ябырылды.

«Нишләп ейәнсәрегеҙҙе улай итеп ҡаплап торған кейемдә йөрөтәһегеҙ? Һеҙ уға һайларға хоҡуҡ бирмәйһегеҙ», – тип әйтеп һалды. «Минең ейәнсәрем йәтим түгел. Уны ата-әсәһе тәрбиәләй. Бәләкәйҙән уға дин ҡанундарын аңлаталар, бәләкәйҙән тәртипкә өйрәтәләр», – тип яуап бирҙем. Диндә булған кеше – ул әҙәпле, ихлас, алсаҡ кеше була. Унан бер ҡасан да тирә-яғындағыларға насарлыҡ булмаҫ, тип иҫәпләйем.

ХӘМИҘӘ ТЕҮӘЛБАЕВА

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...