Йыуылып та, юйылмаған доға

Йыуылып та, юйылмаған доға

Беҙҙең тормошта төрлө хикмәтле лә, тылсымлы ла хәлдәр, күренештәр булып тора. Уны һәр кем үҙенсә аңлай, фаразлай. Минеңсә, ошондай хикмәтле күренештәр аша Аллаһ үҙенең барлығын белдерә, аңлата. Илаһи көс беҙҙе бер аҙға туҡтап, уйлап, дөрөҫ аҙым эшләргә өйрәтә. Сөнки Аллаһ − Ҡөҙрәтле, Рәхимле, Хикмәт Эйәһе. Был хәҡиҡәтте һәр иманлы кеше аңлап тора.

 

Күрше ауылда булған бер хәл иҫкә төштө. Ни сәбәптәндер, бер йортта көслө янғын сыға. Бар йыйған йыһаз-мөлкәт янып бөтә: ҙур яңы йорт, автомобиль, аҙбар, мунса. Хужалар бер нимәһеҙ урамда тороп ҡала. Тик икенсе көн янғын урынын ҡарарға килһәләр, иҫке бер дипломатты табып алалар, нисектер ул янмай ҡала. Һәм эсен асып ҡараһалар, унда изге Ҡөрьән китабы була. Был Ҡөрьән өләсәләренән ҡалған һәм оҙаҡ йылдар шкаф башында дипломат эсендә ятҡан булған. Бар донъянан көл-күмер генә ҡала, ә изге китап иҫке дипломат эсендә янмай. Бына ҡайҙа ул Хоҙайҙың ҡөҙрәте!

Аллаһтың ҡөҙрәтен, мәрхәмәтен һәр көн үҙебеҙ ҙә күреп торабыҙ, тик иғтибар итмәйбеҙ. Яңыраҡ ҡына булған хәлде лә һөйләп үтәһе килә.

Улым менән киленем йыраҡ ҡалала йәшәйҙәр. Йәйге ялға, отпускыға, ҡайтҡанда, ҡоҙағый уларға доға яҙып бирә. Улым күлдәгенең түш кеҫәһенә һалып ҡуя ул доғаны. Оҙон юлдан һуң арып ҡайтып, әйберҙәрен йыуып, ял итеп алырға була балалар. Кер йыуыу машинаһын ҡабыҙғас ҡына, ҡоҙағый яҙған доға кеҫәлә киткәнен иҫкә төшөрәләр. Тик инде уны бер нисек тә алып булмай, машина ҡабыҙылған, геүләп эшләп ултыра. Кер йыуылып туҡтағас та, иң беренсе теге күлдәкте сығаралар һәм кеҫәһенән ҡоҙағый яҙған доғаны күреп иҫтәре китә: ул доға шул көйө, ҡағыҙға бер нимә лә булмаған, бер хәрефе лә юйылмаған була. Улым аптырап миңә шылтырата: «Әсәй, иҫ китте, доғаға бер нимә лә булмаған, шул көйө ҡалған!» − ти, ҡыуанып. Мин дә бер аҙ аптырап ҡалдым, шунан ҡоҙағыйға шылтыратып, һораштым. Бәлки, ул берәй ныҡ, йыртылмай торған ҡағыҙға, йәиһә юйылмай торған ручка менән яҙғандыр, тип уйлайым әле. Ҡоҙағый: «Оҙон юлға сығып баралар балалар, шунда ашығып ҡына бер дәфтәр битен табып, ябай ручка менән, иҫтә булған “Әл-Фәтиха”ны ғына яҙҙым» – тигән була! Бына ҡайҙа ул Аллаһтың ҡөҙрәте! Ихлас күңелдән яҙылған, уҡылған Уның һәр һүҙе ҙур илаһи көскә эйә, беҙгә терәк тә, ярҙам да ул Хоҙайҙың һәр һүҙе, аяты!

Ошондай хикмәтле хәлдәрҙе кемдер тормошта булған ябай күренеш тип кенә ҡабул итә, шуға ла бик иғтибар итмәй, дөрөҫ һығымта эшләмәй. Аллаһ бөтәһен белеп тора, шуға ла ошондай хәл һәм күренештәр аша ул бәндәһен иҫкәртә, киҫәтә, аңлата. Янмай торған Ҡөрьән Кәрим китабы, йыуылып та, юйылмаған доғалар Аллаһ берәү генә, Уға тиңдәр юҡ, Илаһи көс барлығын беҙгә белдерә бит! Иманға килергә, тик Аллаһҡа табынырға, ышанырға тағы ниндәй дәлилдәр килтерергә кәрәк икән беҙгә, әҙәм балаһына?!

 

Сирбаева Айһылыу, Дыуан районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...