Әжәл менән яғалашҡанда

Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр күңел түрҙәрен яулап өлгөргәйне инде.

 

Дингә килгән кешеләрҙең күбеһе бөгөн дәһрилек йылдарында нығып ҡалған ошондай насар ғәҙәттәрен тейәп килә: ялған һөйләү, һауаланыу, мин-минлек, яла яғыу, яҡындарыңды көйҙөрөү, борсоуға һалыу, кешенән көнләшеү, кеше менән бәхәсләшеү, асыу-ярһыулы булыу, ҡыҙып китеү, эсеңдә асыу һаҡлау, кеше ҡайғыһына ҡыуаныу, яла яғыу, кемгәлер бәйләнеү, юҡҡа рәнйетеү, оятһыҙ һөйләшеү, нәфсеңде тыймау, шөкөр итмәү, киреләнеү, үҙ һүҙеңде генә дөрөҫ тип һанау, ғәфү үтенгәнде ғәфү итмәү, Аллаһтың язаһынан ҡурҡмау... Ошондай насар ғәҙәттәр ҡанына һеңгән иманһыҙланған бәндә, бар нәмәгә ҡарата ла иғтибарын юғалтып, битарафланып, вайымһыҙланғандан вайымһыҙлана баралыр... Ошо урында Бөрйән районының үҙәге, Иҫке Собханғол ауылында булған хәл-ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрөп үтһәк, яҙмабыҙ тәрбиәүи яҡтан тәьҫирлерәк булыр. Ғүмере буйына яңғыҙ йәшәгән уҡытыусыны һәм мәҙәниәт өлкәһендә вазифалы дәрәжәлә эшләгән ирҙе, еҫләнә башлағас ҡына белеп ҡалып, һуңғы юлға оҙаталар. Тимәк, улар үҙҙәре лә, Ҡөрьән тәғлимәте биргән ошондай өгөт-нәсихәтте: «Күршеңдең хәл-әхүәлен тәүлегенә өс мәртәбә инеп бел, күршеләр үҙ-ара татыу йәшәһә, Аллаһу Тәғәлә икеһенә лә бәрәкәтле донья бирер», – тигән әйтемдәрҙе белмәй тереклек иткәндәр. Эргә-тирәһендә йәшәгәндәрҙең дә мәрхәмәтһеҙ, изгелекһеҙ булыуҙарын дәлилләй был йөрәк өшөткөс факттар. Миңә, туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлай башлаған, оло йәшәйеш тәжрибәһе үткән шәхескә, динде фәндән айырыуҙың кешелеккә бер нәмә менән алмаштыра алмаҫ юғалтыуҙар алып килгәненә инанғандан-инана барырға тура килде. «Шәжәрә тәрбиәгә эйә» китабына мәғлүмәттәр йыйып йөрөгәндә, тетрәндергес ваҡиғаға шаһит булдым. Архангел районында биш ағай-эненең береһендә, шәжәрәһен яҙып алғандан һуң, иң оло ағаһының мәғлүмәттәре яҙылмағанын белеп, ҡайҙа йәшәй ул, тип һорау биргәс: «Ауылдың теге урамы башында йәшәй. Ун һигеҙ йыл инде бер-беребеҙҙең хәл-әхүәлен белешкән юҡ. Шуға балаларының исемдәрен белмәгәс, бөгөнгөләрен әйтеп яҙҙыра алманым», – тине. Мин, әлбиттә, бер саҡрымға һуҙылған урамдың теге яҡ башында йәшәгәнде эҙләп табып, мәғлүмәттәрен яҙып алып, Шәжәрә китабына урынлаштырҙым. Нишләп ул формала йәшәйһегеҙ, тигәнерәк һорау биреп маҙаһыҙламаным. Сөнки миңә, әҙ-мәҙ изге Ҡөрьән тәғлимәтен өйрәнгән шәхес булараҡ, был ике фәнни яҡтан юғары белемлеләрҙең, дини белемдәре булмау арҡаһында, выж-данын юғалтып тереклек итеүҙәре мәғлүм ине. Ҡөрьән тәрбиәһе булмаған кешенең күңеле – мәйет, тип бушҡа ғына әйтелмәгән бит Изге Китапта. Күңелендә Ҡөрьән тәрбиәһе булмағандың, аңы томаланып, өгөт-нәсихәтле һүҙҙәрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдыралыр ул.

Ғәҡидә – ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә, инаныу ғилеме тип тәржемә ителә. Кешенең хис-тойғоларын юғары көскә инандырыуҙы маҡсат итеп ҡуя был фән. Иң беренсе кеше, дин өйрәнә башларҙан алда, ошо донъяны, бар ғаләмде барлыҡҡа килтергән Бөйөк Аллаһтың барлығына ышанырға тейеш. Шунан һуң ғына: “Әл-Ҡәмәр” сүрәһенең 49-сы аятында әйтелгәнсә, һәр нәмәне үлсәүгә һалып яралтҡанға инанып, ғибәҙәттәр ҡылыу башлана. Совет идеологияһы, дин тотҡан халыҡтың балаларын динһеҙлеккә өйрәтеп, өс быуын дауамында өлөшләтә атеистар барлыҡҡа килтерә алһа ла, үҙе теләгәнсә тәрбиәүи эштәр башҡара алманы. Тиң хоҡуҡлылыҡ яулаған ғаиләләр, характерҙары тап килмәү арҡаһында, тиҙ арала тарҡалдылар. Беҙ үҫкән осорҙа (1950-1970 йылдар) үҙебеҙҙең ауылдан йә күрше ауылдан, фәлән ауылдан фәлән исемле егеттең әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡаны ишетелеүгә, уның бер ай эсендә өйләнеүен йүкә телефондар таратыуға, ике-өс ай үтеүгә, айырылышыуҙары, береһе айырғанды икенсеһе алыуы ишетелеп торҙо. Шуныһы, ул заманда, хәҙерге кеүек, берәү ҙә ғүмерен заяға үткәрмәне, ҡулдан-ҡулға күсә торғас, эҙләгәнен тапҡандар, балалары барлыҡҡа килгәс, улар хаҡына йәшәп алып китһәләр ҙә, бер-береһенә ҡарата тоғролоҡ һаҡлай алманылар. Уйлай белеү һәләтенә эйә булғандарға бер танышым менән булған хәлде һөйләп бирһәм, күптәр тәьҫири һабаҡ алыр. Әрме хеҙмәтенән ҡайтып төшөү менән, сит райондан урман эшенә килгән ҡыҙҙы оҡшатып өйләнде ул. Партком, урман хужалығына ике йәш көстөң өҫтәләсәген белеп ҡалғас та, дирекция, профком менән кәңәшләшеп, күптән түгел һалынған йорттарҙың береһенән квартира бирҙергәс, урман хужалығы складынан, йәшәйеш кәрәк-яраҡтарын, бысаҡ-балғалағына тиклем алып, һин дә мин йәшәп алды ла киттеләр. Бер үк ваҡытта йоҡларға ятып, бер үк ваҡытта тороп, бер бригадта эшләп ҡайтҡандарға балалары тыуғанға тиклем ғауғалашырға сәбәп булманы. Татыу йәшәгән, һөйөшмәк ғаиләләрҙә балалар бер-бер артлы йыл һайын тыуыусан, аралаштырып игеҙәктәр ҙә тыуа. Ун йылда – һигеҙ бала. Һигеҙенсе балаһы тыуып, уны үҫтерә башлағас, башланды үҙ-ара ғауғалашыу... Ир таң һарыһынан тороп эшкә китә. Киске сәғәт етеләрҙә генә, арманһыҙ булып өйөнә ҡайтып инә. Ярты тәүлектән артыҡ ҡырҡ саҡрым арауыҡтағы делянкаларҙа эшләгәндәрҙең ҡатындарының ни ҡылғандарын белеү мөмкинлеге юҡ. Был ир ҙә, ҡатыны боҙоҡ юлға баҫҡанға тиклем, тауыш-тынһыҙ ғына йәшәне. Дүртенсе балалары яҡты донъяға морон төртөп, декрет срогы бөтөп эшкә сыҡҡас, сәйерһенеп ҡаранылар уларға. Дүрт балалы ҡатын, бил быуарынан ҡар кисеп, урман эшендә йөрөһөн әле?! Коммунизмға таба алға барған Совет илен мәсхәрә итеү бит был! Йүкә телефон, был хәлде Райкомға еткергәс, партком секретары менән ошондай тонда һөйләштеләр: «Кисекмәҫтән күп ғаиләле ҡатынға эш урыны табаһың, тапмаһаң, үҙең эш урыны менән хушлашаһың»... Нишләргә? Урман хужалығы ҡасабаһындағы балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә күрһәтелгән штат кимәлендә комплектта. Тырыша торғас, партком менән профком тапты эш урыны ҡатынына. Үҙәк шифахананың баш табибы йыйыштырыусы итеп алырға ризалашты. Бында ла баш табиптың был ҡатынға райондаш булыуы ярҙам итте. Ярҙам итте лә... күмәк балалы ғаиләнең тарҡалауына сәбәпсе булды. Һөлөк кеүек сибәр шәфҡәт туташы менән йәшәһә лә, булғанына ҡәнәғәтләнмәй, ҡомһоҙлоғона барып, төрлөләндереүҙе маҡсатлаштырҙы. Техничкалар эшмәкәрлегендә графиклы эш режимы барлыҡҡа килтереп, төнгө сменала ваҡытында теләгенә иреште. Дин тәрбиәһе бирелмәү арҡаһында кеше хыянат юлына баҫһа, ғәмәлдә аҙғандан-аҙа бара. Был ғаилә йәшәгән ҡасабала күпселеген, эскелек һаҙлығына батып, көнөн-көнгә ялғап йәшәгәндәр тәшкил иткәс, ғорурлығын юғалтып, хыянат итеүсене үҙ сафтарына ихлас ҡабул иттеләр. Ире, тәжрибәле механизатор булараҡ, тәүлек әйләнәһенә ағас олондарын машиналарға тейәү буйынса оператор булып эшләгәс ни, эш хаҡы юғары, өҫтәүенә айлыҡ, квартал премияларға лайыҡ була. Йорт хужаһы эшкә китеү менән, урта йәштәрҙәге йомроҡай ҡатындың график буйынса эшкә бармаған көнөндә һә тигәнсә үҙе кеүектәр йыйыла. Дөйөм ятаҡханала йәшәгән, яңы эшкә урынлашырға килгән ирҙәр ҡатнашлығында, баш төҙәтеү, күңел асыу, ләззәтләнеү мәшғүллеге башлана. Көнөн-төнөн тиргә мансылып, эшләп йөрөгән ир, тиҙ арала ғына ҡатынының, эскелеккә бирелеп, үҙен-үҙе ҡарамай, әшүәтләнә барыуын һиҙмәне. Ә маңлайынан ғүмере буйына тир сығармаған интеллигент райондашы, төрлөләндереү сәғәтендә һиҙенде лә, күңелендә ытырғаныу ғәләмәте барлыҡҡа килгәндер, шул көндән башлап, уны күрмәмешкә, белмәмешкә һалышты. Башҡалар менән ләззәтләнеүҙең тәмен тойған ҡатындың, ирен эшкә оҙатыу менән, һуҡмышланып алһа, кемдер менән булғыһы ғына килеп торҙо. Ҡыҙмасаланыу өсөн аҡса сығарырға кәрәк. Иҫәпленең ҡуйы теүәл, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, эш хаҡы алғас, ғаиләнең айлыҡ сығымдарын тиненә тиклем иҫәпләп барған абышҡаһы, ҡатынының һуңғы осорҙа самаһыҙ, ғаилә бюджеты аҡсаһын тотона башлағанын һиҙенһә лә, ҡысҡырышыу, дәғүәләшеү фәҡәт асыуын ҡабартасағын, көфөрлөккә төшөрөүе ихтималлығын аңлап, түҙемлелек, сабырлылыҡ күрһәтте. Сабыр төбө – һары алтын, тиһәләр ҙә, яуызлыҡ кәрәгенән артыҡ шашынһа, йомшаҡ, изге күңеллене лә ярһытып, ҡабындырып ебәрә икән шул... Баш балаһы, ун беренсе синыфта уҡып йөрөгән ҡыҙы, мәктәпкә кейеп барырға аяҡ кейеме юҡлығын әйткәс, үҙ-ара ғауғалашыу барлыҡҡа килде ғаиләлә.

– Нимәгә туҙҙырҙың? Мин бит һиңә үткән айҙа уҡ, шул балаға шуны алырға кәрәк тигәс, барыһын да иҫәпләп, ашауға тотоноуҙан тыш аҡса бирҙем.

– Бирмәнең. Һин бөхил, һуңғы осорҙа леспромхоздың ике яҡлы итеп ике ғаиләгә тәғәйенләнгән квартираһы күмәк ғаиләләр өсөн тар, өй төҙөйөм, тип һыҡмырланып аҡсаны әҙ бирәһең.

– Әсәй! Күрәләтә алдашма. Һин бит атай биргән аҡсаны, шешәләштәрең менән бергәләп эсеп бөттөң.

Ғәмәлдә, ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда тиҙерәк ярһыусан, әсә ҡыҙының сәсенәп матҡып алып, уңлы-һуллы бәргесләргә тотондо. Бындай хәлдә сабырлы ир ҙә, түҙемлеген юғалтып, ҡатынына бер-ике тондорҙо. Тик урман эшендә сыныҡҡан ирҙең ҡул көсө тос ине шул. Иҫен юғалтҡанды тиҙ ярҙам машинаһында шифаханаға оҙатырға тура килде. Мейе һелкенеү диагнозы ҡуйылып, оҙаҡ ҡына ятты ул шифаханала. Ирҙе, әлбиттә, ярһыуланғаны өсөн ун биш тәүлеккә ултыртып сығарҙылар. Ә кеше, эскелек һаҙлығына батып, аҡылын юғалтһа, аҙғынланғандан-аҙғынлана бара. Ҡатыны, шифахананан дауаланып сығыу менән, элеккесә эсеүен, хыянат итеүен дауам итте. Тотанаҡһыҙлығы арҡаһында, иренән бер нисә мәртәбә туҡмалып, шифаханаға ятып дауаланғандан һуң, психик ауырыу ир менән йәшәү мөмкин түгел, тип ялыу яҙҙы. Райондаш баш табип, документлаштырып, «ҡурҡыныс» сирлене Белорет психбольницаһына оҙатыу яғын хәстәрләне. Алты ай дауамында, һап-һау көйөнсә, таш стенаға ҡарап ятырға мәжбүр булғандың ҡатынына ҡарата ныҡ хәтере ҡалғандыр. Иреккә сыҡҡас, ғаиләһенә ҡайтманы. Йыйған аҡсаһына ер алып, бәләкәйерәк өй төҙөп инде лә, вафатына тиклем үҙ аллы йәшәп, ғаиләләнгән ҡыҙҙарына, нәҫел-нәсәбәһенә ярҙам итеп, мохтаждарға кәңәш биреп, изгелекле, мәрхәмәтле юлда көн итте. Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: «Бәхеттең дүрт төрө бар: намыҫлы ҡатының, иркен йортоң, яҡшы тоғро дуҫың һәм яйы килеп тороу», – тигән. Хеҙмәт юлында тырышып эшләгәс, яйы килеп торһа ла, ул ир, тоғро ҡатыны булмау арҡаһында, шәхси бәхет барлыҡҡа килтерә алманы. Совет Хөкүмәте етәкселеге, диндең бар яҡлап та тәрбиәүи әһәмиәтен аңламай, динде фәндән айырыуы арҡаһында, етмеш йылға һуҙылған дәүер эсендә халыҡ йәмғиәт ҡағиҙәһе нигеҙендә йәшәмәне. Һәр кем, белдеклеләнеп, үҙенсә йәшәү рәүешен һайланы. Ата – улды, әсә ҡыҙҙы белмәү сифаттары барлыҡҡа килде. Ә бит бер уйлаһаң, тәндең ағзалары бер-береһенә мохтаж булған кеүек, был донъяла йәшәгән осорҙа әҙәм балаһы тормош көтөү өсөн бер-береһенә мохтаж. Кешеләр бергәләп йәшәгәндә генә ихтыяждары һә тигәнсә үтәлә. Нәҫелдәре ишләнеп, йәшәү рәүеше сәләмәтләнә. Бергә йәшәүҙең әҙәбе, йәшәйеш шарттары, ҡағиҙәһе һәм ҡануны барлыҡҡа килә. Бер-береңә ҡарата иғтибарлылыҡ, бер-береңде хөрмәт итеү, үҙ-ара инсафлылыҡ, ярҙамсыллыҡ барлыҡҡа килә. Бергә йыйылыуҙың маҡсаты – бер кеше эшләй алмаған эштәрҙе эшләү, ярҙам итешеү һәм кәрәкле кәңәштәр бирешеү, милләт, Ватан хеҙмәттәрен уртаҡлашыу. Шуның өсөн дә бындай сәғәттәрҙә ярҙам күрһәтеүҙе, бындай эштәрҙә ҡатнашыуҙы йәнегеҙ өсөн шөкөр тип белегеҙ! Әҙәм балаһы яңғыҙы аҙ булһа, ҡарындаш һәм дуҫтары менән күп. Әгәр бындай сәғәттәрҙә йәмғиәткә хеҙмәтегеҙ теймәһә, барлығығыҙға ҡарағанда юҡлығығыҙ артыҡ, тип ҡәтғи иҫкәртә йәмғиәттең йәшәйеш ҡағиҙәһе.

 

(Дауамы бар)

 

Зөфәр Толомғужин

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...


Сабир хәҙрәт

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә...


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...