Ожмахта ла бергә булайыҡ!

Ожмахта ла бергә булайыҡ!

Ожмахта ла бергә булайыҡ!

Беҙ барыбыҙ ҙа был донъяға һынау өсөн ебәрелгәнбеҙ. Кеше ошо ғүмерендә йөҙ йыл йәшәһә лә, бер яҡтан ғына сығып уйлаһаң, ул бик әҙ ваҡыт. Икенсе яҡтан, бер быуат ул күп тә һымаҡ.

 

Бөтә Ғаләмгә рәхмәт өсөн ебәрелгән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Алтмыш өс йәштән үткән һәр кешенең ғүмере ул Бөйөк Аллаһу Тәғәләнең бүләге, Рәхмәте». 63 йәште үтеп, һаман да намаҙға баҫмай, Ғаләмдәр Хужаһының Ҡушҡанын үтәмәй йөрөү ул – тәкәбберлек. Тормошта тик ике юл. Берәүһе – Ожмахҡа илтеүсе Аллаһ юлы булһа, икенсеһе – Тамуҡҡа алып барыусы иблис юлы.

Ожмах юлы күп тырышлыҡ талап итә. Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәләнең Ҡушҡанын үтәп, Берлегенә, Барлығына ышанып, намаҙ уҡып, зәкәт биреп, ураҙа тотоп, хаж ҡылып йәшәү һәр мосолмандың фарыз ғәмәле.

Ҡәҙерлеләрем! Бөйөк Илаһыбыҙ барыбыҙға ла һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаның ﷺ өммәтенән булып, Хаҡ юлда хәйерле, бәрәкәтле, иманлы ғүмер кисереп, Әхирәттә лә Йәннәт түрҙәрендә барлыҡ мосолмандар менән осрашырға насип әйләһен! Әмин!

 

Гөлсинә әл-Сәлүи (Йәнегетова)

Әбйәлил районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...