Ислам динендә үҙидара һәм шәхестең үҙ-үҙен танып белеү тураһында

Ислам динендә үҙидара һәм шәхестең үҙ-үҙен танып белеү тураһында

Әнәс еткереүенсә Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Туба ағасы үҙ етешһеҙлектәре менән мәшғүл булыу арҡаһында башҡаларҙың етешһеҙлектәренән һаҡланған кеше өсөн тәғәйен» (Әл-Баззар 3225)

 

 

Шәхестең үҙидаралығын күп кенә хәҙерге ғалимдар менеджерҙар, идарасылар функциялары сиктәрендә генә ҡарай. Әммә үҙидаралыҡ шәхестең эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәренә лә ҡағыла һәм уның үҫешенә йоғонто яһай. Призма теорияһы аша үҙидара һәм үҙ-үҙеңде танып белеү асылына тәрән төшөнгәндә, кешенең бөгөнгөһө һәм киләсәге араһында һәр ваҡыт ниндәйҙер айырма барлығын күрергә мөмкин. Йәғни, һүҙ − уның шәхси һәләттәренең һөҙөмтәлелегенә тәъҫир итеүсе ҡулланылмаған һәм тормошҡа ашырылмаған мөмкинлектәр тураһында.

 

Билдәле булыуынса, маҡсатҡа, уңышҡа һәм ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙең төп асҡысы – тап Аллаһу Тәғәлә ярҙамында үҙ-үҙең менән идара итеүҙә һәм үҙ-үҙеңде танып белеүҙә. Был процестың төп маҡсаты – Аллаһ, кеше һәм йәмғиәт файҙаһына үҙ потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн шәхестең мөмкин тиклем үҙ-үҙен камиллаштырыуы.

Үҙидаралыҡ − шәхестең күп яҡлы эшмәкәрлегендә үҙенең һәләттәрен һәм мөмкинлектәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында, аңлы рәүештә үҙ-үҙенә йоғонто яһауҙа. Үҙидара тураһында Аллаһу Тәғәләнең күп кенә һүҙҙәрен килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, Ул ﷻ мосолмандарға: «Һеҙ кешеләрҙе изгелеккә һәм диндарлыҡҡа саҡыраһығыҙ, ә үҙегеҙ тураһында онотаһығыҙмы? Һеҙ бит китап уҡыйһығыҙ. Аңламаҫһығыҙмы ни?» – тип мөрәжәғәт итә («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 44-се аят).

Үҙ-үҙең менән идара итеү һәм үҙ-үҙеңде танып белеү буйынса белем алыу мәсьәләләре һәм өйрәнеү этаптары төп компоненттарҙың береһе. Сөнки үҙе менән идара итә алмаған кеше башҡалар менән дә һөҙөмтәле идара итә алмаясаҡ. Шуға күрә үҙ өҫтөңдә эшләүҙе Аллаһу Тәғәлә ярҙамында маҡсатлы, аңлы һәм системалы рәүештә алып барыу тип ҡабул итергә кәрәк.

Ысынында, кешенең үҙ-үҙен танып белеүе һәм үҙен үҙгәртеүе Аллаһ ризалығы өсөн һәм социаль шарттарға, йәмғиәт талаптарына яраҡлашыуҙың тәбиғи процесы булырға тейеш. Йәғни, ул йәшәү һәм хеҙмәт өсөн кәрәкле сифаттарҙы үҫтерә һәм ҡамасаулаған үҙенсәлектәре өҫтөндә эшләй.

Әлбиттә, үҙ-үҙең менән идара итеү ҡатмарлы эшмәкәрлек, уны камиллаштырыу өсөн күп ваҡыт һәм көс талап ителә. Бында шәхестең ниәтенән, әҙерлегенән, белеменән, яңы мәғлүмәтте үҙләштерә алыуынан, психологик хәленән күп нәмә тора. Шула й уҡ үҙ өҫтөңдә эш эҙмә-эҙлекле булһа ғына, ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә була. Бының өсөн ихтыяр көсө кәрәк, әлбиттә, тора бара ул нығынасаҡ һәм, маҡсатҡа табан йүнәлгәндә, ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы үтеүе еңел буласаҡ.

Үҙидара − тик бер кеше өсөн генә мөһим ғәмәл, тип иҫәпләргә ярамай, быны иң тәүҙә йәмәғәт функцияһын үтәүсе әһәмиәтле эшмәкәрлек тип ҡабул итергә кәрәк. Шулай уҡ шәхестең үҙ-үҙен аңлы рәүештә тәрбиәләүе – ул маҡсатлы, ҡиммәтле процесс.

Үҙ-үҙең менән идара итеү теләге барыһында ла башта уҡ барлыҡҡа килмәй, кеше, үҙен аңлап, был тормошта үҙенең ниндәй урын биләүе тураһында уйлана башлағас, үҙ аллы йәшәй башлағас, мөһим була башлай.

Шулай уҡ үҙидара тик йәштәргә генә кәрәк, өлкәндәр барыһын да белә, тигән яңылыш фекерҙәр осрай. Был дөрөҫ түгел. Һәр кем, хатта олоғая барғандар ҙа үҙ өҫтөндә эшләргә тейеш. Һәм уларҙың бай тормош тәжрибәһе, аҡылы, ихтыяр көсө арҡаһында, һөҙөмтәләре лә яҡшыраҡ һәм тиҙерәк буласаҡ.

Үҙеңде танып белеү тураһында Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә бик күп әйтелә. Аллаһ Рәсүле ﷺ һәм уның сәхәбәләре юғары әхлаҡлы, рухи яҡтан бай булыр өсөн, үҙ-үҙеңде тәрәндән өйрәнергә һәм үҙ-үҙең менән идара итә белергә өндәйҙәр. Уларҙың фекеренсә, кеше, үҙ-үҙен өйрәнеүҙең бөтә этаптарын үтмәйенсә тороп, ҙур рухи уңыштарға өлгәшә алмаясаҡ.

Күп кенә ғалимдар үҙ-үҙеңде танып белеү – ул Аллаһты танып белеү сараһы тип иҫәпләй. Һәм был фекер менән мин тулыһынса килешәм. Бынан сығып, үҙ-үҙеңде танып белеү, үҙидаралыҡ кешегә юғары һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн аныҡ, етди сара булып тора.

Аллаһу Тәғәлә изге Ҡөрьәндә: «Һәм Беҙ уларға тирә-яҡтағы мөғжизәләребеҙҙе, уның хәҡиҡәт икәнлегенә улар инанғансы, күрһәтәсәкбеҙ. Раббыңдың һәр нәмәгә Шаһит булыуы етмәйме?» («Фуссыиләт» сүрәһе, 53-се аят).

Изге Ҡөрьәндең икенсе урынында: «Ер йөҙөндә инаныусылар өсөн дәлилдәр һеҙҙең үҙегеҙҙә бар. Күрмәйһегеҙме ни?» («Әҙ-Ҙәрийәт» сүрәһе, 20-21-се аяттар).

Был аяттар кешегә үҙ-үҙен танып белеү кәрәклеген һәм мөһим булыуын аңлата. Ул барыһын да үҙе аша үткәреп, үҙ-үҙенә идара итеү принциптарын ҡулланып, үҙенең етешһеҙлектәрен бөтөрөү өсөн күп нәмәләр эшләргә һәләтле.

Һис шикһеҙ, Аллаһу Тәғәләне бары тик үҙеңде өйрәнеү аша ғына танып белергә мөмкин, һәм Уны танып белеү − рухи яҡтан үҫер өсөн иң кәрәкле һәм ышаныслы сара. Бары тик Аллаһу Тәғәләне өйрәнеү аша ғына иманлы кеше үҙендәге насар сифаттарынан арына һәм үҙендә күп кенә ыңғай сифаттарҙы үҫтерергә ынтыла, сөнки Аллаһ иң камил атрибуттар сығанағы булып тора.

 

«Ислам фәне: шәхестең үҙидаралығы»

Мөхәммәт Букар Гамидуллаев

 

Ләйсән Бәхтиева тәржемәһе

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...