Нәҡшбәндиә тәриҡәте

Нәҡшбәндиә тәриҡәте

Нәҡшбәндиә тәриҡәте

Төплө белемгә өлгәшеү хикмәте ҡайҙалыр ситкә китеп уҡыуҙа ғына түгел, бәлки, ҡайҙа ла үҙ тырышлығыңа бәйлелер – быны Зәйнулла шәкерт уҡыуын Троицкиҙа үҙ алдына камиллаштырыуы, артабанғы үҙ ижтиһад-тырышлыҡтары менән раҫлай. Ул, ахыр сиктә, 1858 йылда мәҙрәсә һабаҡтарын бөтөрөп, тейешле имтихандарын тапшырып, Аҡҡужа ауылында имам-хатиб булып китә. Шул уҡ йылды мәҙрәсәлә мөҙәрис булып дәрестәр бирә башлай. Шулай, төрлө мәҙрәсәләрҙә ун һигеҙ йылғаса һуҙылған оҙон-оҙаҡ уҡыу-моталәғәләре тамамланып, ғүмеренең иң ҙур һәм төп осоро – тормош мәҙрәсәһе һабаҡтары асыла.

 

Имаматлыҡ, дини һабаҡ эштәре менән генә хушһынмайынса, бер заман Зәйнулла донъя-һөнәр кәсебе, сауҙа менән дә шөғөлләнеп ала. Ләкин күберәк мутлашыуға ҡоролған алыш-биреш кәсебендә файҙа урынына зыян күреп, табыштан бигерәк бурысҡа батып, был хәйләле-гонаһлы хаяһыҙ эштәрҙән оҙаҡламай ваз кисә.

Шулай ҙа Зәйнулланың Аҡҡужа (Аҡхужа) ауылындағы ун йыллап ғүмере сағыштырмаса тыныс, һәүетемсә үткән кеүек. Имам-хатиб эшен белеп, мәсеттә намаҙын, йома көндәрен, дин ғибәҙәттәрен, йолаларын фарыз ҡағиҙәләренсә ипле алып бара. Мәҙрәсәлә һабаҡтарын да еренә еткереп, дин ҡағиҙәләрен шәкерттәре зиһененә, күңелдәренә һеңдерерлек итеп үткәрә. Ауыл халҡы имамдарынан, шәкерттәре мөҙәристәренән бик мәмнүн. Яҡшы исем-аты, изгелектәре үҙ төбәктәрендә билдәле.

Зәйнулла имам белемен һаман үҙ алдына мөкәммәләштереү менән мәшғүл. Үҙенә кәрәкле һирәк осрар китаптарҙы Бохаранан, атап әйткәндә, Бохараға күскән әшнәһе хажи Рахманҡолов хәҙрәт аша алдырып тора. Бигерәк тә тәсаууф ғилемен, Нәҡшбәндиә тәриҡәтен мауығып өйрәнә. 1859 йылда Сарҙаҡлы ауылының шәйехе Ғәбделхәким хәҙрәткә мөрит булып, был тәриҡәтте мөршиде ярҙамында үҙләштереп, бөтә тәриҡәт баҫҡыстарын үтеп, оҙаҡламай үҙе мөрит тәрбиәләргә ижазатнамә (аттестат) алыуға өлгәште. Шулай үҙенә мөршид, ишан тигән оло нам өҫтәлә.

Утыҙ йәшенә яңы яҡынлап килгән имам-хатиб, мөршид, юғары дин әһеле ғаиләһен дә ишәйтеп өлгөрҙө. Ошо ҡәрйәлә атаҡлы Аҙнасура ишандың туғандарынан Гөлбәғиҙә исемле ҡыҙ менән никахлашты. Бер аҙ торараҡ ошо уҡ Аҡҡужаның Әхмәт бин Зөлҡәрнәй тигән ҡырыҫыраҡ холоҡло кешеһенең Мәфтүхә исемле ҡыҙын икенсе бисәлеккә алып ебәрҙе. Бер-бер артлы балалары тыуа, әммә күбеһе сабый саҡтарынан уҡ донъя ҡуя торҙо. Утыҙ йәше тулғанда, йәш ишан өсөнсөгә өйләнә.

Әммә кескәй ауыл-ҡәрйә даирәһе генә күңелен исламға, тәриҡәткә биргән Зәйнулла шәйехте һис мөрхәтһендермәй. Уның уй-хыялдары тар ғаилә, ҡәрйә кәртәләренән, тормоштоң ваҡ-төйәк ығы-зығыларынан биҙеп, юғарыраҡ һәм алыҫыраҡ тарафтарға, изге ерҙәргә ынтыла, пәйғәмбәрҙәр иленә хаж ҡылғыһы килә. Тик мохтажлыҡтары, аҡса юҡлығы ҡанаттарын киҫә ине.

Тәҡәтһеҙ уй-теләктәрен, күрәһең, Хоҙайы ишеткәндер, бер мәл хажға юл төшә бит. Изгелектәре өсөн бер ҡаҙаҡ байының аҡсаһына бәдәл хажын ҡылып ҡайтыуын үтенәләр Зәйнулла ишандан. Бер туған ағаһының улы Муса ахун менән бик теләп изге юлға сығып китәләр 1869 йылдың йәйендә. Август башында Истанбулға барып юлығалар.

Зәйнулла алдан ниәтләп сыҡҡан, күрәһең, Истанбулда оҙаҡҡа туҡталалар. Ул атаҡлы төрөк шәйехе Әхмәт Зыяутдин бин Мостафа Көмөшхәнәүи менән күрешә. Уның мөрите булып, ҡырҡ көн, ҡырҡ төн буйы Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең ғаҡлый, рухи, физик сынығыу баҫҡыстарын үтә: доғаларын, ғибәҙәттәрен үтәй, тәғлимәтен үҙләштерә.

Олуғ шәйех, Көмөшхәнәүи мөршидтең дәрестәрен һәм фатихаһын алғаны, ғәрәпсәне белгәне Зәйнулла мөриткә хаж сәфәре ҡапҡаларын көн элгәре асып ҡуя: Мәккә-Мәҙинәләрҙә хаж ҡылыуҙары уның рухын бөтәйтә, бик күп юлдаштар, теләктәштәр табыша, үҙе һәр ерҙә ғилеме, тәҡүәлеге менән хөрмәт ҡаҙана. Ҡайтышлай, Истамбулда мөршиде ҡаршыһындағы һәйәттә имтихан тотоп, Нәҡшбәндиә тәриҡәтен таратырға иджазәтнамә ала.

Шулай итеп, 1870 йылдың йәй башында тыуған яғына, Аҡҡужа ҡәрйәһенә Зәйнулла Рәсүли исем-шәрифтәр, дәрәжәләр менән яңы сифатта ҡайтып төшә. Ул хәҙер тулыһынса әш-шәйех Зәйнулла хажи бин Хәбибулла ән-Нәҡшбәнди тип ололап атала башлар.

Шәйех Зәйнулла хажи 1870 йылдың көҙөндә Нәҡшбәндиә тәриҡәтен ныҡлап уҡытырға һәм таратырға тотондо. Унан һабаҡ алыр өсөн тирә-яҡ ауылдарҙан бик күп мөриттәр йыйылды. Мәҙрәсәһендә шәкерттәре күбәйҙе. Хатта ки остазы Ғәбделхәкимдең танылған мөриттәре лә, ялынып-ялбарып, Зәйнулла мөршидкә мөритлеккә күсә башланы. Шәйех-ишандың фатихаһын алыр, доғаларын ишетер өсөн генә лә алыҫ-алыҫтарҙан мөьминдәр ағылыр булып китте. Йәйгеһен сәхрәләргә сығып үткәргән байрамдары меңләп кеше йыйылған ғибәҙәт тамашаларына әйләнер ине. Мөриттәре, мөьминдәре шәйех-ишандары һүҙенән, доғаларынан күңелдәренә ниндәйҙер йыуаныс, рухтарына ҡеүәт табалар, иман, инаныстарын нығыталар ине. Бындай рухи тәьҫирҙең хикмәте ниҙә һуң? Нәҡшбәндиә тәриҡәте нимәгә нигеҙләнә? Шуларға яуап эҙләп ҡарайыҡ әле.

Башта Нәҡшбәндиә тәриҡәте, уның ижадсыһы тураһында мәғлүмәт биреп үтәйек.

Мөхәммәт Фазыл әл-Бохари әл-Нәҡшбәнди (1314 йылда тыуған) – Урта Азияла тәсаууф-суфыйсылыҡ тәғлимәтен таратыусы, үҙ исемендәге тәриҡәтен барлыҡҡа килтергән атаҡлы дини ғалим. Уның остазы булып мәшһүр суфыйсы Сәйет Әмир Ҡолғәли һанала.

Мөхәммәт Нәҡшбәнди, суфыйсылыҡтың донъянан ваз кисеүгә, пессимизмға һәм мистикаға ҡоролған йәсәүиә тәриҡәтенә ҡапма-ҡаршы йәки айырмалы рәүештә, үҙ өйрәтмәһендә донъяуилыҡты, йәшәү оптимизмын һәм пантеизмды алға һөрә.

Нәҡшбәндиә тәриҡәте, йәсәүиәгә ҡапма-ҡаршы рәүештә, донъяның фанилығын, мәғәнәһеҙлеген түгел, киреһенсә, күркен, кешенең донъяла фәҡәт бер тапҡыр йәшәүен, мәғәнәле ғүмер һөрөүен яҡлай. Әҙәм ғүмер ҡәҙерен күреп, донъя ләззәттәрен татып, Хоҙай биргәндәрҙән тулы файҙаланып йәшәргә тейеш, тип бара ул. Бәндәнең рухы менән Аллаһҡа, булмышы менән тәбиғәткә яҡын булғанлығы фарыз, ти.

Ошоларҙан сығып, Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең нигеҙе дүрт әсасҡа ҡорола. Уларҙы ғәҙәттә хилүәт вә йәмәғәт, сәфәр вә ватан, ҡараш вә аҙым, хуш вә мәл, тип атайҙар. Хилүәт вә йәмәғәт тигәне әҙәмдең хилүәттә яңғыҙ үҙ алдына йомолоп йәшәүен түгел, уның халыҡ араһында, йәмәғәт эсендә бергәләп йәшәүен хуплау менән бәйле. Яҡшылыҡ йәмғиәттәлер, бер-береңә үҙ-ара ярҙам итеп йәшәүҙәлер, ти Нәҡшбәнди. Кеше үҙ ҡул көсө менән, хәләл тир түгеп ғүмер һөрөргә тейеш. Инсанға яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ ҡылып, миннәтле тороу, хеҙмәт менән тормош ҡороу лазым, ти ул. Әҙәм мохтаждарға шәфҡәт ҡулы һуҙырҙай мәрхәмәтле булһын.

Сәфәр вә ватан тигәне − әҙәмдең ил-ерҙәр күреп, сәйәхәт ҡылып, төрлө ил, кешеләр тормошонан үрнәк һәм ғибрәт алып йәшәүен теләүе. Донъяға киңерәк ҡараш ташлап, тәбиғәт байлыҡтарын яҡшы белеп, тейешенсә файҙаланып көн күрергә хаҡлы икәнлекте раҫлай.

Ҡараш вә аҙым – әҙәм һәр аҙымын ҡарап, уйлап атларға тейеш, һәр аҙымын белеп баҫһын, тигән мәғәнәләрҙе белдерә. Бәндәнең яңылыш юлға, тайғаҡ һуҡмаҡтарға төшмәүен иҫкәртә.

Хуш вә мәл – ғүмер сикле һәм ваҡытлы, уның һәр мәленең ҡәҙерен белеп мәғәнәле йәшәмәк хуш, тигән төшөнсәләргә бәйләнешле.

Йыйып әйткәндә, Нәҡшбәндиә тәриҡәте тәғлимәте кешеләрҙе тормоштоң ҡәҙерен белеп, үҙ ҡул көсөң менән намыҫлы йәшәргә, көсөңдө, һаулығыңды юҡҡа-барға зая итмәйенсә, донъяла яҡшы исем-ат алып, мәғәнәле һәм сәләмәт ғүмер һөрөргә өндәй. Ул шул йәһәттән донъяуи, оптимистик рухлы, прогрессив тәғлимәт. Дин, Аллаһ кешенең рухи зат икәнен үҙенсә танытыр һәм ҡеүәтләр илаһи маһиәт тә.

Был тәриҡәттең ғибәҙәттәре нигеҙҙә ун өлөштән ғибәрәт булып, ундың туғыҙы кешене рухи һәм физик сыныҡтырыуға, һәйбәт әҙәп-әхлаҡ сифаттары тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

 

Ғайса Хөсәйенов

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...