Данлы уҙаман Уйылдан
Аҫылғужин Уйылдан мулла 1899 йылда Бөрйән районының Үрге Нөгөш (Ямаш) ауылында Мөхәмәҙиә һәм Мәфрузә Аҫылғужиндар ғаиләһендә доньяға килә. Атаһы Мөхәмәҙиә Мөхәмәтғази улы заманына күрә бик уҡымышлы, абруйлы кеше була. Ҡатмарлы хәл-ваҡиғалар килеп тыуһа, халыҡ йыйындарында ауыл-
даштары һәр саҡ, кәңәш һорап, уға мөрәжәғәт иткәндәр. Ата һөнәре улға мираҫ, ти. Мөхәмәҙиә олатай улы Уйылданды бәләкәйҙән эшкә ҡатынҡы итеп тәрбиәләргә тырышҡан, үҙе менән бергә йөрөтөп, урман эшенә, умартасылыҡ һөнәренә өйрәткән.
Ул, балаһының тырыш, зирәк булыуын күреп, Зәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтшаһ хәҙрәттең Көҙән ауылы мәҙрәсәһенә уҡырға ебәргән. Уйылдан мулланың бер туған һеңлеһе Толомғужина Ишбикә апай һөйләгәндәрҙән: «Атайым ҙур кәүҙәле кеше ине. Һәр саҡ аҡ күлдәк, аҡ ыштан кейҙе. Уҡымышлы булды. Оҙайлы ваҡыт ямғыр яумай торһа, тышҡа сығып тәкбир әйтер ине. Баҡсаһында йөҙләп баш умартаһының бал ҡорттары гөжләп торҙо. Ныҡ йомарт кеше ине ата-йым, ҡорт ҡарай башлаһа, бал ашарға балалар йыйылып китер ине. Ағайымды уҡытыр өсөн атайым бар көсөн һалды. Аҡса юҡ, элек түләп уҡыттылар бит. Йыш ҡына улының эргәһенә барып йөрөнө. Ағайым Ҡыҙыл Мәсеттә лә оҙаҡ уҡыны, шуға ла һуңыраҡ өйләнде».
Уҡыуын тамамлап, тыуған ауы-лына ҡайтҡас, Уйылдан бабай Мәҡсүт ауылы муллаһы Ҡыҙрасов Хәйеритдин ҡыҙы Зәғифәгә ойләнэ. Элек муллалар дин әһелдәренең ҡыҙҙарын хәләл ефет итеп алырға тырышҡандар. Ундай ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙҙар үҙҙәре лә белемле, итәғәтле булғандар. Зәғифә инәйҙең атаһы менән әсәһе тирә-яҡта даны таралған бик уҡымышлы, абруйлы кешеләрҙән һаналғандар, халыҡты төрлө ауырыуҙарҙан дауалағандар. Ҡотан ауылынан Ырыҫбаева Хәҙисә инәй Хәйеритдин мулла тураһында ошоларҙы бәйән итте: «Хәйеритдин бабай күпте белгән, бик уҡымышлы, изге йәнле кеше ине. Бала саҡта тәнемә әҫпе ҡалҡҡас, атайым менән әсәйем мине Хәйеритдин бабайға алып барҙылар. Элек Иҙел буйында ҡабырсаҡтар тулып ята торғайны. Бабай ҡабырсаҡтарҙы йыйып килтерҙе лә ваҡ ҡына итеп онтап, мине өшкөрөп. тәнемдең әҫпе ҡалҡҡан урындарына һалды. Әҫпеләрем ҡул менән һыпырып алғандай юҡ булды».
Хәйеритдин мулла кирәмәттәр күрһәтеү һәләтенә лә эйә булған. Ата менән әсә Зәғифә инәйгә матур тәрбиә менән бер рәттән тәрән дини белем дә биргән. «Күрше генә йәшәнек, шул тиклем татыу булдыҡ. Еңгәм ағайымдан өс йәшкә оло ине. Ул да ныҡ уҡымышлы булды. Дауаланырға тип, төрлө яҡтан күпләп ауырыуҙap килерҙәр ҙә, тәрбиәһе килешә, тип, ҡыуанып ҡайтып китерҙәр ине», – тип һөйләне Уйылдан бабайҙың бер туған һеңлеһе Ишбикә апай.
Хәйеритдин мулла Уйылдан бабайҙы ла бик күп һәләттәргә өйрәткән. Әсәйем Зәғифә инәйҙең атаһы менән әсәһе тураһында ошоларҙы һөйләгәйне:
– Хәйертдин бабай менән Йомабикә инәй икеһе лә оҙон буйлы матур кешеләр ине. Кәшәләгә Бербикә инәйгә ҡунаҡҡа килеп йөрөгәндәре хәтерҙә. Хәйеритдин бабай оҙон ҡуңыслы аҡ ойоҡ кейер ине. Әбейенең башында һуғылған матур аҡ шәл әле лә күҙ алдымда тора. Аслыҡ ваҡытында әбей менән бабай Мәҡсүттән Ямашҡа Зәғифә апайға йәйәүләп килергә сыҡҡандар. Күжә йылғаһының ярһып ташып аҡкан сағы булған. Йылғаны кисеп сығырға хәлдәре етмәгәндер инде, Хәйеритдин бабай яр башында үлеп ятҡан, әбейе башындағы аҡ шәлен сисеп бабайҙың өҫтөнә япҡан булған. Хәйеритдин бабай Күжә йылғаһы буйында ерләнгән. Йомабикә инәйҙе оҙаҡ эҙләп таба алманылар. Зәғифә апай атаһы менән әсәһенең фажиғәле һәләк булыуын бик ауыр кисерҙе.
Нәҙершин Мөхәмәтғәли бабай-ымдың һөйләүе буйынса, Уйыл-дан мулла һуңынан, ҡәйнәһенең һөйәктәрен йыйып алып, Суҡтау башына ерләгән.
Тыуған яғыбыҙҙың күркәм заты Уйылдан әүлиә хәләл ефете Зәғифә инәй менән, кешеләрҙең йәнен дә, тәнен дә дауалай-дауалай, изгелектәр өләшә- өләшә, бөтә ғәмгә өлгө булып, ҡулға-ҡул тотоношоп, матур, татыу тормош юлы үттеләр. Улар Сәмәрә, Зәйнәп исемле ҡыҙҙарға, Ишмөхәмәт, Рәсүл атлы улдарға ғүмер биргәндәр. Үкенесле: тормош бер көйө генә бармай шул, һикәлтәләре лә, ҡаршылыҡтары ла күп уның. Зәғифә инәй ныҡ итеп ауы-
рып киткәс, балаларының, хәләл ефетенең ризалығын алып, Уйылдан мулла атайымдың ике туған апаһы Мәрйәм инәйгә өйләнде.
Иман – ул кешенең йөҙ аҡлығы ла, тормош күрке лә икәнлеген нисәмә йылдар дауамында халҡыбыҙҙың аңына һеңдереп тороусы, күңеле күлдәй киң, изгелексән табип-мулла, әүлиә Уйылдан бабайыбыҙ 1982 йылдың 27 майында, халҡында үҙе тураһында һағынып ҡына һөйләрлек иҫтәлектәр ҡалдырып, мәңгелек йортҡа күсте. Әүлиәбеҙ беҙҙең замандың юғары аң кимәлендәге дин әһелдәренең һуңғыларынан булғандыр, тип уйлайым, сөнки башҡа бер ерҙә лә бер ваҡытта ла уның кеүек кешеләрҙе осратҡаным да, ишеткәнем дә булманы. Аллаһу Тәғәләнең зиһен иңләмәҫлек ҡөҙрәттәре күп. Күңеле саф, матур, әҙәм йәнле кешеләргә генә Хоҙай Тәғәлә шундай мөғжизәле, тылсымлы һәләттәр биргәндер. Ғәжәп итерлек бит: ундай дин әһелдәрен ниндәй остаздар уҡытты икән? Шундай шәкерттәр әҙерләгән остаздар үҙҙәре ла бөйөктәрҙән-бөйөк шәхестәр булғандарҙыр.
Изгелектәре – халыҡ хәтерендә
Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, миңә Үрге Нөгөш башланғыс мәктәбендә балалар уҡытырға тура килде. Уйылдан бабайҙың өйө йәшәгән фатирымдан әллә ни йыраҡ түгел ине. Мулла бабай мыҡты, урта кәүҙәле, бик итәғәтле, сабыр холоҡто кеше булып хәтеремдә ҡалған. Үҙемдең бала саҡта булып үткән хәл-ваҡиға тураһында ла һөйләмәй булдыра алмайым. 1965 йылдың яҙы ине. Игеҙәк ҡустым менән һеңлемдең кеше әүрәтерлек булып үҫеп килгән саҡтары. Кәшәләнән Күсәпов Басир бабайым килгән, беҙҙә ҡуна ятып, бүрәнә ҡырҡа.Төнөн тороп атын ҡарап керә. Әсәйем:
– Ағай, йәш балалар янында төнөн елпенеп йөрөмә, ауырыу эйәртәһең бит, – тип, әллә нисә тапҡыр иҫкәртһә лә, урман эше ауыр шул, бөтә ышанысы атында булғас, бабай сығып ҡарап йөрөмәйенсә лә булдыра алмағандыр инде. Ул ваҡытта Уйылдан бабай ауылыбыҙҙа эпилепсия менән ауырыған бер еңгәне өшкөрөп дауалай ине. Әсәйем шуға ла үрһәләнеп, Басир бабайҙың төнөн сығып йөрөүен өнәп еткермәгәндер, күрәһең.
Игеҙәк туғандарымдың береһе, ете айлыҡ Әхмәҙи ҡустым, көнөнә әллә нисә тапҡыр, аңын юғалтып, тартышып ауырый башланы.
– Ҡайҙан ғына килеп эләкте был ауырыу. Затыбыҙҙа былайтып ауырыған кешеләр булғаны юҡ. Әйткәнемде тыңламаның бит, ағай, әрәм генә булды инде балам, – тине әсәйем, күҙ йәштәренә төйөлөп.
Балаң ауырығанда, ғәзизеңә ярҙам ҡулы һуҙа алмау, үҙеңде көсһөҙ тойоу – әсә өсөн иң әсе ғазаптарҙың береһелер. Шул саҡтағы әсәйемдең моңһоу күҙ ҡараштары бер ҙә онотолмай. «Тере ҡалһа ла, ярты кеше булыр инде был бала», – тип, үҙ алдына йәш аралаш һөйләнгәнен ишетеп, йөрәгем әрнене.
Бер көндө Иҫке Собханғолдан табиптар килделәр, йәш балаларҙың һаулығын тикшереп йөрөйҙәр икән. Уларҙы күргәс, шул тиклем ҡыуандым, бына инде ҡустымды шәбәйтерҙәр, тип өмөтләндем. Әсәйем:
– Был баланың йөрәге ауырта бит, ентекләп ҡараһағыҙ ине, – тип үтенде.
Улар ҡустымдың йөрәген тыңлап ҡаранылар ҙа:
– Юҡ, был бала һап-һау, бер ниндәй ҙә ауырыуы юҡ, – тип сығып киттеләр. Йөрәгемдә бәләкәй генә өмөт сатҡыһы ла һүнде, донъябыҙ емерелгәндәй булды. Әсәйем:
– Белмәйһегеҙ шул, – тине, өмөтһөҙлөккә бирелеп.
Май айы ине. Мин – һеңлемде, әсәйем ҡустымды күтәреп, йәйәүләп Ямашҡа Уйылдан бабайға киттек. Өйөнөң эсе туп-тулы кешеләр булһа ла, Уйылдан бабай менән Зәғифә инәй беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Ситтән, Ишембай яҡтарынан да дауаланырға тип бик күп кешеләр килгәйне. Әсәйем менән ҡустымды Уйылдан бабай үҙҙәрендә ҡалдырҙы, һеңлемә зәхмәт һуғылыр, тип миңә туғандарҙың берәйһенә барып йәшәп торорға ҡушты. Зөлфиә һылыуымды күтәреп, Вафир ағайымдарға барҙым. Уйылдан бабай ҡустымды тәрбиәләгәнсе, өс-дүрт көн тирәһе уларҙа йәшәп торҙоҡ. Ҡайтыр саҡта халыҡ табибы:
– Артығыҙға боролоп ҡарамағыҙ, ауырыу эйәрмәһен, килгән юлығыҙҙан түгел, икенсе юлдан ҡайтығыҙ. Йоҡлар алдынан ишек-тәҙрә, мөрйәләрегеҙҙе «Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим», − тип, ныҡ итеп ябығыҙ, бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ, – тине.
Беҙ шулай эшләнек тә инде.
Әсәйем йоҡлар алдынан, мулла ҡушҡанса, ишек-тәҙрәләрҙе, мөрйәләрҙе ябып ҡуйҙы. Тышта ҡурҡыныс, ямаҡай итеп бесәй мыяулаған тауыштар ишетелде. Өйгә ҡайкас, ҡустым бер генә тапҡыр ауырыны ла, башҡаса ауырыманы.
(Дауамы бар)