Тарих биттәрен йәнә барлап...

Тарих биттәрен йәнә барлап...

Тарих биттәрен йәнә барлап...

Башҡорттар араһында әүлиәлек институты булғанлығын, әүлиәләрҙең күп булыуын ғалимдар төрлөсә аңлата. Мин дә үҙ фекеремде әйтеп үтәйем.

 

Ғөмүмән, белгестәр фекере буйынса, Ислам дине Урал-Иҙел буйына, Башҡортостан еренә VII-VIII быуаттарҙа уҡ инә башлаған. Тарихи мәғлүмәттәрҙән сығып ҡарағанда, Ислам башҡорттарға Урта Азия аша юл алған. Ә инде Урта Азияға килгән Ислам диненең төп тамырҙары – тәриҡәт, суфыйсылыҡ юлы. Шуға ла беҙҙең еребеҙгә килгән мосолман динен таратыусылар башлыса Әбү Хәнифә мәҙһәбенә ҡараған суфыйҙар, тәриҡәттә тороусыларҙан булған.

Әйтергә кәрәк, Йәсәүиә тәриҡәте XII быуатта уҡ киң билдәлелек ала. Беҙгә Ислам дине VII-VIII быуаттарҙа уҡ килһә лә, уның көсәйеүе XII-XIII быуаттарға тура килә. Тап шул дәүерҙәрҙә Йәсәүиә, әҙ генә һуңғараҡ Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең башҡорт иленә килеүе билдәле, шуның өсөн дә халҡыбыҙ диндәге юлын, инаныуҙарын баштан уҡ тәриҡәт юлы менән бәйләгән. Әлбиттә, Әбү Хәнифә мәҙһәбенең ғәрәп булмаған халыҡтарҙың изгелеккә өндәүсе йолаларын, байрамдарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, әгәр ҙә улар Ислам диненә ҡаршы килмәһә, бөтөнләй инҡар итмәүе был ерҙәрҙә бөйөк тәғлимәттең ныҡлап урынлашыуына килтергән.

Икенсенән, башҡорт халҡының милли үҙ аңы, әҙәбе ошо суфыйсылыҡҡа бик яҡын. Донъяға ылыҡмай, уны алға ҡуйып, башҡаны ташлап, ниндәйҙер ҙур диуарҙар ҡороп, алтын-байлыҡҡа ынтылып йәшәмәгән халҡыбыҙ, һәм, дөйөм алғанда, әле лә шулай дауам итә, тип тә әйтергә булалыр. Бар булмышы Аллаһу Тәғәлә биргән ер, тәбиғәт байлығы, ғөрөф-ғәҙәт менән ҡәнәғәт булып, булғанынан ҡәнәғәтлек кисереп көн күргән! Шуғалыр ҙа суфыйсылыҡ тәғлимәте башҡорт халҡының милли фиғеле менән бәйлелер, тип уйлайым. Ошо сәбәпле Иҙел-Урал буйы башҡорттары диндә суфыйсылыҡ аша нығынған, булмышын уның менән бәйләгән. Башҡорттар менән оҙаҡ йылдар тығыҙ дуҫлыҡта торған, башҡорт йәйләүҙәрендә байтаҡ йылдар йәшәгән, ҡымыҙ менән дауаланған һәм тап башҡорт мосолмандары аша Исламға яҡынайған бөйөк урыҫ яҙыусыһы Лев Толстой үҙенең «Ильяс» тип аталған хикәйәһендә башҡорттарҙың тормошҡа ҡарашының суфыйсылыҡ менән бәйле булыуын күрһәтеп һүрәтләүе, әлбиттә, осраҡлы хәл түгел.

Мин бала саҡтан Мөжәүир хәҙрәттең исемен ишетеп, өшкөргән тоҙон ялап үҫтем. Күп балалы ғаиләлә төпсөк малай булдым. Иҫләүемсә, ауылда дарыухана ла, дауахана ла булманы. Ауырып китһәк, әсәй шул тоҙҙо һөйрәп сығара ла, хәҙрәт олатайҙың тоҙо, тип ялата торғайны. Килешә торғайны! Үҙебеҙҙе яҡшы итеп тойоп киткәнебеҙ хәтерҙә. Күп кенә ауырыуҙарға дауа шул тоҙ булды. Яҙып биргән доғаларын, бетеүҙәрен дә ҡуллана торғайныҡ. Әсәйем менән атайым, башҡа бик күптәр рәтендә, Мөжәүир хәҙрәт аша Аллаһтың шифаһын эҙләп сәфәр ҡылғандар. Мәҫәлән, менингит менән ауырып киткән бер ағайымды больницала «безнадежный»ҙар иҫәбенә индергәстәр, уны хәҙрәт олатайға бер нисә тапҡыр алып барып өшкөртөп дауалағандан һуң, йүнәлеп китте, тип һөйләгәндәрен иҫләйем.

90-сы йылдарҙа дин ҡайтанан күтәрелгәс, фәнни күҙлектән кемдәр Исламды беҙгә алып килгән, кемдәр һаҡлаған икәнлеге тураһында ҡыҙыҡһынып, өйрәнә башланыҡ. Шул иҫәптән, Баймаҡ районы Бәхтигәрәй (Манһыр) ауылында йәшәп, шунда донъя ҡуйған Мөжәүир хәҙрәт кем булған ул, тигән һорау ҙа тыуҙы. Бөгөн килеп шуны әйтергә була – Мөжәүир хәҙрәт – ул ИСЛАМ ДИНЕН ҺАҠЛАУСЫ! Илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың хәле бик ҡатмарлы ваҡытта, динде, руханиҙарҙы ҡыйырһытҡан заманда, эҙәрлекләүҙәр осоронда, көс табып, үҙе лә репрессияға эләгеп, һынмайса, диненә тоғро ҡалып, ошо ҡиммәтәрҙе күҙ ҡараһылай һаҡлап ҡалып тапшырған кеше ул Мөжәүир Сиражетдинов! Дини йолалар, әҙәп, намаҙ, ураҙа үтәүҙәре үрнәге менән генә түгел, ихлас йөрәкле олатай халыҡты доғалары, өшкөрөүҙәре, табип булараҡ халыҡҡа ярҙам итеүе менән халыҡты дини ҡиммәттәргә ылыҡтырҙы, Исламға мөхәббәт уятты!

Яҡын-тирәне алып ҡараһаҡ, ул йәшәгән осорҙа дауаханалар булманы тиерлек. Кескәй ауылдарҙа кешеләр медицина ярҙамына мохтажлыҡ кисерҙе, 40-50 мең кешегә бер больница, уныһы ла район үҙәгендә генә булған. Мөжәүир хәҙрәт шундай шарттарҙа хеҙмәт итеп, бөтә һәләтен егеп, халыҡҡа ҙур ярҙам күрһәткән, ғүмерен бағышлаған изге кеше ул. Шуға ла уның тарихын өйрәнергә, уның ысулдарын белергә, йәш быуынға уның тормошон, тәжрибәһен үрнәк итеп ҡалдырырға тейешбеҙ.

Тарихи күҙлектән Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың тормошо, эшмәкәрлеге быға тиклем яҡшылап өйрәнелмәгән ине. Крайҙы өйрәнеүселәр иһә халыҡ-тан йыйылған мәғлүмәттәргә генә таянып яҙып сыҡтылар. Хәҙрәт олатай хаҡында бер нисә китап та нәшер ителде. Уларҙы тарихсы булараҡ тикшереп ҡарағас, ҡайһы бер хаталарын күрҙем. Һәм дә Мөжәүир хәҙрәттең тормошон тарихи архивтарҙа өйрәнә башланым.

Әйтергә кәрәк, Мөжәүир хәҙрәттең тыуған йылын билдәләү мәсьәләһе айырыуса ҡатмарлы булып сыҡты. Быға тиклем баҫылған яҙмаларҙа был йәһәттән төрлө фекерҙәр яңғыраны, тыуған көнөн аныҡ белеүсе бөтөнләй булманы. Ҡәбер ташында тыуған йылы – 1876 йыл тип яҙылған. Шуға таянып, краеведтар, журналист-яҙыусылар Мөжәүир хәҙрәттең тыуған йылын 1876 йыл, вафат булыуын 1967 йыл, йәнәһе, 91 йәшендә мәрхүм булған, тип яҙып сыҡтылар.

Ошоно һәм башҡа мәғлүмәтте дөрөҫләү өсөн мин Өфөләге Башҡортостан милли архивында 1876 йылғы документтарҙы эҙләүҙән башланым. Билдәле булыуынса, архивта 1830-сы йылдарҙан башлап мәсеттәрҙә алып барылған метрик китаптар һаҡлана. Уларҙа теге йәки был ауылда кем тыуған, кем вафат булған, кемгә никах уҡылған, йә кемдең ғаиләһе тарҡалған кеүек мәғлүмәттәрҙе теркәп барғандар. Ул китаптарҙа мәсеттең ҡасан төҙөлөүе, имамдары, мөәзиндәре хаҡында ла мәғлүмәт осрай. Әгәр ҙә ауылда мәсет булмаһа, мәғлүмәттәрҙе эргәләге ҙурыраҡ ауылдағы йома намаҙы башҡарыла торған йәмиғ мәсеттә (соборная мечеть) яҙып барғандар.

Шулай итеп, ҡәбер ташының яҙыуы буйынса күрһәтелгән йылдың документын алып ҡарай башлағас, 1876 йылдыҡында Мөжәүир Уйылдан улы Сиражетдинов тигән исемде таба алманым. Яҡын тирәләлер, халыҡтың фекере бер-ике йылға яңылыш булыуы мөмкин, тип уйланым, 1877 йылды алып ҡараным, әммә унда ла Мөжәүир исеме булмай сыҡты. Аҫҡараҡ төштөм, тик 1875 йылда ла тапманым эҙләгәнемде. 1870 йылға барып еттем, унда ла юҡ! Хәҙрәт олатай улай уҡ боронғо кеше түгел дә инде, тип икенсе яҡҡа китеп, документтарҙы юллай башланым. Шулай эҙләнеп, өйрәнә торғас, 1882 йылға барып етеп,унда ниһәйәт Мөжәүир Уйылдан улынын тыуыуы хаҡында ғәрәп графикаһында иҫке башҡорт теле менән яҙылған метрикаһына юлыктым. Был яҙмаға ярашлы, Мөжәүир Уйылдан улы Сиражетдинов 1882 йылдың 9 ғинуарында, беҙҙең стилгә күсерһәк, 21 ғинуарында донъяға килгән. Шулай итеп, эҙмә-эҙлелекле тарихи тикшеренеүҙәрем аша Мөжәүир Уйылдан улы Сиражетдиновтың тыуған көнөн һәм йылын дөрөҫләй алдым. Атаһы – Уйылдан Сиражетдин улы, әсәһе – Мәрғүбә Рамаҙан ҡыҙы тип күрһәтелгән. Үҙем өсөн дә, халҡыбыҙ өсөн дә ҡыуаныслы хәл, ҙур яңылыҡ булды был асыш! Тарихи дөрөҫлөк хаҡына бөйөк шәхесебеҙҙең тыуған көнө, ата-әсәһенең тулы исемдәре билдәле хәҙер, Әлхәмдүлилләһ.

Мөжәүир хәҙрәт тураһында сибайҙар шәп спектакль ҡуйҙы. Лира апай Яҡшыбаеваның китабы ла бик матур, халыҡ араһында йөрөп, иҫ китмәле бай материал туплаған әҙибәбеҙ. Мөжәүир хәҙрәттә дауаланған, янында йәшәгән халыҡтан, балаларынан яҙып алынған иҫтәлектәрҙең әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ. Әммә Лира Яҡшыбаеванын һәм крайҙы өйрәнеүселәрҙең яҙған мәғлүмәттәре һәм тарихи ысынбарлыҡ араһында төрлө айырмалыҡтар килеп сыҡты. Шуға ла тарихи дөрөҫлөк хаҡына ундағы ҡайһы бер хаталарҙы төҙәтеп үткем килә. Мәҫәлән, уларҙың баҫмаларында Мөжәүир хәҙрәт, йәнәһе, лә ябай ғына ғаиләлә үҫкән, тормош хәле бик үк яҡшы булмаған, йәш сағында ярлы ғына йәшәгән, һөйгән ҡыҙын байҙарҙан ҡурсалаған, беренсе ҡатыны вафат булғас, икенсеһенә өйләнгән, тигән фекер яңғырай. Совет власы өсөн әүҙем көрәшеп йөрөгән һымаҡ та күрһәтелеп, быға ниндәйҙер акцент ҡуйылған. Тарихи факттарға таянып, Мөжәүир хәҙрәттең тормошоноң улай булыуын мин шик аҫтына алдым. Ни өсөн тигәндә, 1927 йылғы бер документтан күренеүенсә, 1925 йылда Мөжәүир хәҙрәттең 2 ҡатыны, мулла булыуы, хәлле йәшәүе тураһында яҙылған, шул арҡала уның һәм ҡатындарының һайлау хоҡуҡтарынан мәхрүм ителеүе хаҡында ҡарар ҙа ҡабул ителгән. Шулай итеп, бынан күренеүенсә, Совет власы урынлашыуға 6-7 йыл ваҡыт үткән, Мөжәүир Уйылдан улы ошо ауылда йәшәгән, һәм ул бер үк ваҡытта Гөлйемеш һәм Өммөгөлсөм исемле ҡатындары менән донъя көткән. Ә бит ул ваҡытта бик хәлле генә мосолмандар ике ҡатын алып йәшәй алған! Һәр береһенә тәғәйенләнгән йорт, мөлкәт, кейем, биҙәүестәр, мал, ер һ.б. булырға тейеш бит инде мосолман ҡанундары буйынса. Шуға күрә ярлы булмаған хәҙрәт, мохтажлыҡ кисермәгән.

 

(Дауамы бар)

 

 

Фуат Сөләймәнов,

тарих фәндәре кандидаты, Сибай ҡалаһы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...