Әхмәҙиә суфый

Әхмәҙиә суфый

Әхмәҙиә суфый

Хәҙерге беҙ йәшәгән заманда, Әлхәмдүлилләһ, динде тыйыу юҡ. Ауыл-ҡалаларҙа яңынан-яңы мәсеттәр асыла, аҙан тауыштары илаһи моң булып яңғырай. Иман нуры бәрәкәтле еребеҙгә тарала.

 

Булған бит шундай ҡәһәрле ваҡыттар: бер-бер артлы мәсет манараларын ауҙарып, дини китаптарҙы яндырып, дин әһелдәре Себергә һөрөлгән. Мосолман ҡәрҙәштәр йәшереп намаҙ уҡыған, ураҙа тотҡан. Аят уҡытҡанда, тәҙрәләр ҡоролған. Ана шул дәүерҙә лә Раббыһына тоғро ҡалған, дин юлынан тайпылмаған, халыҡҡа хеҙмәт иткән, сабыйҙарға аҙан менән исем ҡушҡан, өйләнешкән парҙарға никах уҡыған, баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙе ҡәҙерләп, мосолман дине буйынса тәрбиәләп ерләгән муллаларыбыҙ.

Ана шул ҡуш йөрәкле хәҙрәттәребеҙ арҡаһында, беҙҙең динебеҙ, дини ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ бөгөнгә тиклем килеп еткән, һәм беҙ – хәләл парҙарҙың хәләл балаларыбыҙ. Уларҙы Себер бурандары ла, төрмәләр ҙә имандан, ихсандан, исламдан баш тартырға мәжбүр итә алмаған. Уларҙың халҡыбыҙға күрһәткән хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, сауаптарын насип итһен Хоҙайым.

Бер мең туғыҙ йөҙ алтмыш беренсе йылдың август төнө. Көнө буйы йүгереп уйнап, арып йоҡлап киткәнмен. Ҡәртәсәйемдең шыбырлап ҡына:

− Тор әле, ҡыҙым, тор, ҡартатайың ауырып китте,– тигәненә, йоҡоло күҙҙәремде асам да тороп ултырам.

Минән алда тороп кейенгән Асия апайым менән аръяҡта йәшәгән мулла олатайҙы саҡырып килергә кәрәклеген аңлайым, шуға бер ни өндәшмәй кейенәм. Апайым менән шулай ете төн уртаһында, Әхмәҙиә олатайҙарға китәбеҙ. Олатайҙарға еткәс, ҡапҡаны асып, урамға инәбеҙ ҙә, ишектәрен туҡылдатабыҙ, оҙаҡ көттөрмәй, оло йәштә булыуына ла ҡарамай, ҡараңғы төндә беҙ икәүҙе етәкләп, Әхмәҙиә суфый беҙгә юллана.

Ул ҡартатайыма йәсин уҡый, янында ултыра, һуңғы һулышын алғас, күҙҙәрен йомдороп, йүнәтеп һала. Зыяратҡа барып, ислам дине ҡанундары ҡушҡан буйынса, мәйетте ерләшеп, өсөн уҡығас ҡына ҡайтып китә.

Ана шундай, кешелекле, ысын дин кешеһе ине, Һунарғолов Әхмәҙиә суфый.

Әхмәҙиә Әхмәтша улы Һунарғолов бер мең һигеҙ йөҙ һикһән дүртенсе йылда тыуған, белемле, көслө мулла ине. Уны Әхмәҙиә суфый тип йөрөтә торғайнылар. Әйткәнемсә, беҙҙең ауылда заманында яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушыусы ла, никах уҡыусы ла, һуңғы юлға тәрбиәләп оҙатыусы ла шул олатай ине. Ул өшкөрөп тә дауаланы, бетеү ҙә яҙҙы. Олатайға сират тороп күренәләр ине. Хижама яһағаны, һөлөк һалғаны ла хәтерҙә. Әхмәҙиә олатай ауырыған малдарҙы ла һауыҡтыра торғайны. Ул ҙур кәүҙәле, көрәк һаҡаллы, бәһлеүәндәй олпат кәүҙәле кеше ине.

Хәҙрәтебеҙ төрлө һөнәргә эйә, алтын ҡуллы ир уҙаманы булып танылған аҡһаҡал булды. Мөгөҙҙән тараҡ эшләне. Беҙҙең быуын кешеләре, ул һары ғына үтә күренмәле баш тарағын, моғайын, иҫләйҙәрҙер. Олатай ағас эшенә лә маһир ине: ыңғырсаҡ, дуға, тәгәрмәс туғындары яһаны. Тире эшкәртеп яһаған сбруйҙары, күҙҙең яуын алырлыҡ, матур, тип маҡтай торғайнылар замандаштары.

Үткән быуатта ауылда баҡса үҫтереу юҡ ине, Әхмәҙиә суфый тәүгеләрҙән булып, йәшелсә үҫтерҙе, йәшелсәләре, емештәре ишелеп уңа торғайны.

Хәләл ефете Нәғимә инәй менән алты балаға ғүмер биреп, ике ҡыҙ, дүрт улға татыу йәшәрлек аҡыл бирҙеләр. Ауылда үҙҙәре күптәргә өлгөлө ғаилә булып ғүмер иттеләр. Балалары шул заманда ғәрәпсә уҡый беләләр ине: ҡыҙы – Мансура апайҙың Ҡөрьән уҡығанын ишетеп, хайран ҡалғаным булды.

Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылында ғүмер иткән дин әһеле Әхмәҙиә Әхмәтша улы Һунарғоловтоң хеҙмәте, уның абруйы онотолмай. Уның изге ғәмәлдәре беҙҙең күңелдә, халыҡ хәтерендә, оло быуын кешеләренең хәтирәләрендә һаҡлана. Бер ниндәй сикләүҙәргә, тыйыуҙарға ҡарамай, тыуған халҡына ҡылған изгелектәре инде күптән баҡыйлыҡҡа күскән Әхмәҙиә олатайҙың үҙенә баһалап бөткөһөҙ сауаптар булып ҡайтһын!

 

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...