“САЛЛӘЛЛАҺУ ҒӘЛӘЙКӘ, ЙӘ МОСТАФА МӨХӘММӘД!..”

“САЛЛӘЛЛАҺУ ҒӘЛӘЙКӘ, ЙӘ МОСТАФА МӨХӘММӘД!..”

Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм – ғаләмдәрҙең әфәндеһе, пәйғәмбәрҙәрҙең солтаны, ике изге мәсеттең имамы, ике донъяға мәрхәмәт өсөн бар ителгән. Ҡөрьән Кәримдә шулай тиелә (Мәғәнәһе): “Аллаһ Үҙе һәм фәрештәләре пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтәләр, әй мөьминдәр, һеҙ ҙә пәйғәмбәргә салауат һәм сәләм әйтегеҙ!” (33:56).

 

“Мәүлид” – тыуыу, тыуған ваҡыт мәғәнәһен аңлата. Мәүлид кисәһе – донъяға һуңғы Пәйғәмбәр Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең тыуған көнө.

 

Мәүлид байрамын үткәреүҙең дөрөҫлөгөнә дәлилдәр

Беренсе дәлил: Пәйғәмбәре-беҙҙең (Уға Аллаһтың рәхмәте һәм сәләме булһын) мәүлиден үткәреү − Аллаһ тарафынан һайланған Пәйғәмбәргә шатланыуҙыр, хатта шундай шатлыҡ сәбәпле кафыр ҙа файҙа тапҡан. Ҡәбәхәт, яуыз кафыр булған Әбү Ләһәбтең һәр дүшәмбе көнө йәһәннәмдәге ғазабы еңеләйтелә, сөнки ул Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тыуыуы хаҡында шатлыҡлы хәбәр килтергән Сүвәйбәне ҡоллоҡтан азат иткән (Бохари).

Икенсе дәлил: Аллаһтың Рәсүле ﷺ үҙенең тыуған көнөн үҙе лә ҙурлаған, йәғни, үҙенең тыуғаны өсөн Аллаһҡа рәхмәтен белдергән һәм уны Аллаһ тарафынан бүләк ителгән оло ниғмәт итеп ҡабул иткән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тыуған көнөн ураҙа тотоп билгеләп үткән (Мөслим).

Өсөнсө дәлил: Аллаһу Тәғәлә Үҙе мосолмандарҙы Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтергә һәм сәләм еткерергә саҡыра (“әл-Әхзәб” сүрәһе, 56-аят).

Дүртенсе дәлил: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ заманында шағирҙар Аллаһ Рәсүле (Уға Аллаһтың рәхмәте һәм сәләме булһын) янына килеп, Уға бағышланған мәдхийәләрен уҡый торған булғандар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уларҙың был эшенән бик ҡәнәғәт булған һәм был ғәмәлдәрен хуплаған.

Бишенсе дәлил: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ йома көнөнөң үҙенсәлектәре тураһында шулай тигән: “Был көндө Әҙәм  яратылған”. Бынан шундай нәтижә сығарырға була: әгәр Аллаһ пәйғәмбәрҙәренең ҡайһыһының булһа ла донъяға килгән көнө асыҡ билгеле булһа, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ул көндө ҙурлаған, ололаған. Ә Рәсүлдәрҙең иң лайыҡлыһы, пәйғәмбәрҙәрҙең иң яҡшыһы – Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ донъяға килгән көндө, ниндәй дәрәжәлә ололарға кәрәк һуң?

Алтынсы дәлил: мәүлид – ул бар илдәрҙең дә дин ғалимдары һәм мосолмандары хуплаған ғәмәл. Уны ер шарының һәр мөйөшөндә билгеләп үтәләр, уны билгеләп үтеү шәриғәт буйынса ла талап ителә. Хәҙистә әйтелгәнсә: “Мосолмандар яҡшы тип иҫәпләгән һәр нәмә – Аллаһ алдында ла яҡшы, мосолмандар насар, лайыҡһыҙ тип иҫәпләгән әйберҙәр – Аллаһ ҡаршыһында ла насар, лайыҡһыҙ” (Әхмәд).

Етенсе дәлил: дингә индерелгән һәр бер яңылыҡ тыйылған була алмай. Әгәр был шулай булһа, Әбү Бәкер, Ғүмәр һәм Зәйедтәрҙең (Аллаһ уларҙан риза булһын) Изге Ҡөрьән Кәрим текстарын йыйып туплауы, унан һуң был текстарҙы, Ҡөрьәнде яттан уҡыусылар вафатынан һуң, юғалтмаҫ өсөн, ҡағыҙ биттәрендә теркәүҙәре тыйылған ғәмәл булып иҫәпләнгән булыр ине. Шулай уҡ, Ғүмәрҙең : “Ниндәй гүзәл яңылыҡ керетелә”, – тип әйтеп, кешеләрҙе Рамаҙан айында тәрәүих намаҙы уҡыу өсөн бергә йыйыуы ла, манараларҙан аҙан әйтеп, кешеләрҙе намаҙға саҡырыу ҙа, Ҡөрьән һәм хәҙистәрҙе уҡыған ваҡытта дөрөҫ уҡыу өсөн, тәжүид ҡағиҙәһен һәм ғәрәп теленең грамматикаһын өйрәнеү ҙә, мәктәп һәм шифаханалар өсөн биналар төҙөү ҙә йәки ондо иләр өсөн иләктән файҙаланыу ҙа тыйылған булыр ине. “Исламға яҡшы традиция (шәриғәткә ҡаршы булмаған изге ғәҙәт) керетһә, ул кешегә шуның өсөн әжере булыр һәм үҙенән һуң шул яҡшы ғәҙәткә эйәргән һәр кемдең әжере лә ул керетеүсе кешегә насип булыр. Шул уҡ ваҡытта, эйәргән кешеләрҙең дә әжере кәмемәҫ” (Мөслим).

Һигеҙенсе дәлил: мәүлид ваҡытында мосолмандар бер урынға йыйылалар, Аллаһты зекер итәләр, бер-береһенә бүләктәр бирешәләр, Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтәләр, Пәйғәмбәребеҙҙең тормошон, ғәмәлдәрен, мөғжизәләрен, әхләҡ-әҙәбен бәйән итеп, уға оҡшарға тырышалар.

Туғыҙынсы дәлил: Пәйғәмбә-рҙең ﷺ мәүлиден ололау – Аллаһ Рәсүле ﷺ тураһындағы хәтирәләрҙе торғоҙоу булып тора, ә ул Исламда рөхсәт ителгән ғәмәл. Мәҫәлән, хаж ҡылырға барған ваҡытта күп йолаларҙы башҡарыу, тарихи ваҡиғаларҙы хәтерҙә яңыртыу, тарихи урындарға сәйәхәт ҡылыу (Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһынан үтеү, таш ырғытыу, Мина үҙәнендә ҡорбан салыу һ.б.). Былар бөтәһе лә бик күптән булып үткән тарихи ваҡиғалар менән бәйле. Мосолмандар хәҙер ҙә элекке замандағы кеүек уларҙы башҡарып, улар тураһындағы хәтерҙе яңырта.

Беренсе мәртәбә мәүлид шәрифәне һижри хисап менән 600-сө йылда Әрбил ҡалаһы әмире Әбү Сәғит Күкбүри ибне Ғәли ибне Биктикин (Аллаһтың рәхмәтендә булһын) уҙғарған. Ул, меңдәрсә һарыҡ салып, халыҡҡа күп ләззәтле ризыҡтар таратып, Рәсүл әкрам Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең мәүлиден үткәрә торған булған.

Әғләметдин Ғәзизов, Әминә Ноғоманова-Ғәзизова,

Сибай ҡалаһы

 

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...