Мөхәррәм айының өҫтөнлөктәре

Мөхәррәм айының өҫтөнлөктәре

Мөхәррәм айы − һижри йыл иҫәбе буйынса йылдың тәүге айы. Иманлы кеше тормошонда был ваҡыт арауығы бик мөһим урын алып тора, сөнки мөьмин ғүмеренең бер өлөшө булған уҙған йыл эсендә ҡылынған ғәмәлдәрен анализлай, хата, кәмселектәре өсөн истиғфар итә, йәғни, Аллаһ Раббыһының ярлыҡауын һорай.

 

Пәйғәмбәребеҙ хәҙрәти Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең икенсе хәлифәһе Ғүмәр радыйаллаһу ғәнһү әйтте: «Һеҙҙән хисап алынғанға тиклем үҙегеҙҙән хисап алығыҙ, һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ үлсәнгәнгә тиклем үҙегеҙ ғәмәлдәрегеҙҙе үлсәгеҙ».

Һижри йыл башында мөьмин мосолман шулай уҡ алдағы йылды Аллаһу Тәғәлә риза булырҙай изге ғәмәлдәр менән уҙғарырға ниәтләй, ниәтен бойомға ашырыу өсөн Раббыһынан мөмкинлектәр биреүен һорай.

Имам Ғазали үҙенең «Ихъя» китабында: «Әгәр мөхәррәм айын тәғәт (Аллаһҡа түбәнселек менән, буйһоноусан) – ғибәҙәттә уҙҙырһаҡ, уның бәрәкәтенең йылдың башҡа айҙарына ла етеүен өмөт итә алабыҙ», − тип яҙа. Мөхәррәм айында ҡылған изге ғәмәлдәре өсөн Аллаһу Тәғәлә бәндәләрен йомарт бүләкләй, күп сауаптар бирә. Был айҙа ураҙа тотоу айырыуса сауаплы. Имам Мөслимдән риүәйәт ителгән хәҙис шәрифтә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ әйтте: «Рамаҙандан һуң ураҙа тотоу өсөн иң хәйерле ай – мөхәррәм айы». Имам Нисаи үҙенең хәҙистәр йыйынтығында яҙа: «Әбү Зарр радыйаллаһу ғәнһү һөйләй: «Мин Аллаһ Рәсүленән ﷺ, төндәрҙең һәм айҙарҙың ҡайһыһы өҫтөн, тип һорағас, ул әйтте: «Төндөң иң хәйерле өлөшө – уның уртаһы, ә айҙарҙың иң хәйерлеһе – Аллаһу Тәғәләнең айы − Мөхәррәм». Ғалимдар әйтеүенсә, был хәҙис шәрифтә Рамаҙандан башҡа айҙар тураһында һүҙ бара.

Мөхәррәм айын башҡа айҙарға ҡарағанда өҫтөн иткән бер сәбәп – Ғәшүрә көнө. Ул Мөхәррәмдең унынсы көнөнә тура килә. Әбү Ҡатада радыйаллаһу ғәнһү риүәйәт иткән хәҙис шәрифтә Мөхәммәд ﷺ әйтте: «Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотоу мөьмин кешенең уҙған йыл дауамында эшләнгән гонаһтарын юя». Ғалимдар әйтеүенсә, был хәҙис шәрифтә бәләкәй гонаһтар күҙ уңында тотола.

Ғәшүрә көнө – бәрәкәтле көн. Был көндә бик күп пәйғәмбәрҙәр ауыр һынауҙарҙан ҡотолғандар. Мәҫәлән, Муса (ғәләһис-сәләм) һәм уның халҡы Фирғәүендең йәберләүенән, Әйүп (ғәләйһис-сәләм) ауыр сирҙән ҡотолған һ. б.

Яңы 1446 һижри йылыбыҙ, Мөхәррәм айыбыҙ, Ғәшүрә көнө-бөҙ бөтәбеҙгә лә ҡотло булһын, мосолман ҡәрҙәштәр! Изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ, ғибәҙәттә, доғала булайыҡ, яҡшылыҡҡа, Раббыбыҙҙың ризалығына ынтылайыҡ, рәхмәтенән өмөт өҙмәйек! Яңы йылдарыбыҙ, яңы көндәребеҙ барсабыҙға ла ил, донъя тыныслығы, йән тыныслығы килтерһен!

 

Рамаҙан Оморҙаҡов

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...