Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мосолман һәр ваҡыт Аллаһу Тәғәләгә яҡынайырға ынтыла. Бигерәк тә мөбәрәк айҙарҙа. Шундай әһәмиәтле осорҙоң береһе булған Мөхәррәм айында ла, күп көс һалып, айырыуса ҙур тырышлыҡ күрһәтеү оло сауапҡа эйә. Мөхәррәм һүҙе ғәрәп теленән «хәрәм» (ярамай, тыйыла) тип тәржемә ителә. Ә ни өсөн хәрәм икән?

 

Был турала бер нисә фекер бар:

– Ошо осорҙа, дошман һөжүменән һаҡланыуҙан тыш, ҡорал тотоп, һуғыш асыу тыйыла, шуға ла был айҙы әл-Мөхәррәм тип атағандар. Был иң ышаныслы һәм дөрөҫ фекер.

– Был айҙа Йәннәт Иблис өсөн тыйыла.

– Сөнки башҡа хәрәм айҙарҙағы кеүек үк әл-Мөхәррәмдә лә гонаһтар өсөн яза көслөрәк. Был айҙың фазиләте (өҫтөнлөгө) хаҡында Ҡөрьән-Кәримдең аяттары һәм Рәсүлебеҙ ﷺ Сөннәте бәйән итә. Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә Үҙенең Китабында бына нимә ти (мәғәнәһе): «Ысынлап та, Аллаһтың ай һаны Күктәр менән Ерҙе яратҡан көнөндәге китабында – ун ике ай. Шуларҙың дүртеһе – хәрәм ай. Шул айҙарҙа үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылмағыҙ».

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Мөхәррәм − Аллаһу Тәғәләнең айы. Шуға күрә һәр мосолман был айҙы мөмкин тиклем күберәк ғибәҙәттә үткәрергә тырышырға тейеш.

Имам әл-Ғәзәли (уны Хүжәтүл исламия – «Исламдың дәлиле» тип атағандар) «Ихйә» китабында былай тип яҙа: "Мөхәррәм айын ғибәҙәт ҡылыуҙа үткәрһәң, уның бәрәкәте башҡа айҙарға ла етер, тип ышанырға мөмкин". Был айҙа ураҙа тотоуҙың сауабына килгәндә, имам Мөслим шундай хәҙис килтерә: «Рамаҙан айынан һуң иң яҡшы ураҙа – Мөхәррәмдә –Аллаһ айындағыһы». Шул айҡанлы имам Нәүәүи ҙә үҙенең «Зәүәид үр-Рәүзә» китабында былай тип яҙа: «Мөхәррәм айы ураҙа тотоу өсөн иң лайыҡлы айҙарҙан һанала».

Бер заман Ғәли ибне Әбүталиб янына бер сәхәбә килеп: «Эй мосолмандар әмире! Рамаҙандан һуң ураҙа тотоу өсөн ҡайһы ай лайыҡлыраҡ?» – тип һораған. Тәҡүәле хәлфә былай тип яуап биргән: «Аллаһ Рәсүленә ﷺ шундай һорау биргәндә, ул былай яуап ҡайтарған: «Әгәр Рамаҙандан һуң ураҙа тотһаң, уны Мөхәррәм айында тот. Ысынында, Аллаһтың был айында тәүбәләр ҡабул ителә».

Ибне Ғәббәс еткергәнсә, Аллаһ Илсеһе ﷺ былай тигән: «Мөхәррәм айындағы бер көнлөк ураҙа башҡа айҙарҙа тотолған утыҙ көндән өҫтөн. Шулай уҡ Рамаҙан айындағы бер ураҙа тотош Мөхәррәм айы буйына тотолған ураҙанан лайыҡлыраҡ». Һижри календарҙы башлаған айҙа үтәй торған сөннәт ғәмәлдәрҙең береһе – ул Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотоу. Ибне Ғәббәс әйтеүенсә: «Мин бер ҡасан да Аллаһ Илсеһенең ﷺ Ғәшүрә көнө һәм Рамаҙан айындағы кеүек ураҙа тоторға ашҡынғанын күргәнем булманы" (әл-Бохари).

Мәҙинә ҡалаһына һижрәт ҡылғас, Рәсүлебеҙ ﷺ урындағы йәһүдтәрҙең Мөхәррәм айының унынсы көнөндә ураҙа тотоуҙарына иғтибар итә һәм ошо көндө ололау сәбәбен һорай. Улар Муса ғәләйһис-сәләмдең һәм Израиль халҡының Фирғәүен һәм уның ярандарынан тап ошо бәрәкәтле көндө ҡотолоуҙары тураһында һөйләп бирә. Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәләгә рәхмәтле Муса ғәләйһис-сәләм шул көндән башлап ураҙа тотҡан. Ошо хаҡта ишеткәс, Раббыбыҙ Пәйғәмбәре ﷺ: «Башҡаларҙан әүәл Муса ғәләйһис-сәләмде хөрмәт итеүгә мин яҡыныраҡмын», – тип әйткән. Шул ваҡыттан башлап, ошо көндә Рәсүлебеҙ ﷺ ураҙа тотҡан һәм өммәтенә лә ҡушҡан (әл-Бохари).

Үҙ сиратында сәхәбәләре Аллаһ Илсеһенә ﷺ: « Йә Рәсүлүллаһ ﷺ, был көндө йәһүдтәр ҙә, насраниҙар ҙа хөрмәт итә», – тигәнгә, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ түбәндәге яуабын ҡайтарған: «Киләһе йыл, әгәр Аллаһ бирһә, туғыҙынсы һәм унынсы көндәрҙә ураҙа тотасаҡбыҙ». Әммә, киләһе йыл еткәнсе, Аллаһ Рәсүле ﷺ вафат була» (Мөслим).

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә беҙгә башланып торған йылда ла матур эштәр башҡарырға, уларҙы ишәйтер өсөн етерлек көс-ҡеүәт, мөмкинлектәр бирһен, Мизанда ауыр тартасаҡ изге ғәмәлдәребеҙҙе тағы ла арттырырға ярҙамдарын насип итһен.

 

Мөхтәрәхмәт Мөхәмәтов,

Светлана Ғәлиуллина тәржемәһе

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...