Шәүүәл айында изгелектәр ҡылып ҡалайыҡ!

Шәүүәл айында изгелектәр ҡылып ҡалайыҡ!

Шәүүәл айында изгелектәр ҡылып ҡалайыҡ!

Рамаҙан айы тамамланыу менән Шәүүәл айы башлана. Шәүүәл – Аллаһу Тәғәләнең бүләкләү айы. Уның беренсе көнөн беҙ ураҙа байрамы тип йөрөтәбеҙ, был ваҡытта байрам итәбеҙ, икенсе, өсөнсө көнөндә лә байрам кәйефе китмәй.

 

Алты көнлөк сөннәт ураҙаһы – был айҙың иң ҡәҙерле мәле, ул мосолмандарҙың тормошонда мөһим урын алып тора. Әбү Һөрәйрә  еткергән мөбәрәк хәҙис-шәрифтә Аллаһ Илсеһе ﷺ: «Рамаҙан айын тулыһынса ураҙа тотоп, Шәүүәл айында йәнә алты көн ураҙа тотҡан кешегә Аллаһу Тәғәлә бер йыл ураҙа тотоу сауабын насип итә», – тигән (Мөслим).

Мосолман бер ай фарыз ураҙаһын үтәй, һәм дә уны үтәп бөткәс, рәхәтләнеп ял итә. Һуңынан үҙен тағы ла ҡулға алып, ихлас күңел менән тағы ла ураҙаға ҡайта. Гонаһлы тормошона кире ҡайтмай, изге ниәтен тағы ла яңырта һәм изгелектә икәнен раҫлай, был ғәмәле менән бәндә икәнлеген күрһәтә – бәндәселеген раҫлай.

Бына ни өсөн Шәүүәлде – бүләкләнеү, бүләк алыу ваҡыты, тип йөрөтәләр, сөнки алты көнлөк ураҙа өсөн Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә шундай оло әжер-сауаптар әҙерләгән бит.

Шәүүәл айында алты көн тотҡан ураҙабыҙҙың әжер-сауабы бик ҙур булһа ла, Рамаҙан айының фарыз ураҙаһын алыштырмай ул. Уның дәрәжәһе бер йыллыҡ ғибәҙәт менән сағыштырыла ғына. Рамаҙан айында ураҙа тотоу фарыз. Аллаһ Илсеһе ﷺ был айҙы ҙурлап иғтиҡаф та ҡыла торған булған икән. Изгелектәр, күп ғибәҙәт ҡылыу урынлы был айҙа.

Иғтибар итегеҙ: хәҙис-шәрифтә әйтелгәнсә, был нәфел ураҙаның тәү шарты – мосолман кешеһе тәү нәүбәттә Рамаҙан айының ураҙаһын тотоп ҡуйырға тейеш. Шуға ла иң беренсе – Шәүүәл айында Рамаҙан айында тотолмай ҡалған көндәребеҙгә, фарыз ураҙаларыбыҙға ҡаза ҡылыу кәрәк. Шунан ғына Шәүүәл айын-да тотола торған алты көнлөк ураҙаны ла тотоп, сөннәт ғәмәлен үтәү маҡтаулы.

Шәүүәл айы тураһында тағы ла бер нисә һүҙ. Аллаһу Тәғәлә алты көн эсендә бөтә мәхлүктәрҙе, барса нимәләрҙе бар итте. Әгәр ҙә бәндә алты көн ураҙа тотоп, Аллаһ ҡаршыһында бәндәселек күрһәтһә, үҙенең ҡоллоғон раҫлаһа, Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә был ҡолона ерҙә һәм күктә һәм уның араһында күпме мәхлүкәт бар – шулар һанынса әжер-сауабын насип итер.

Һижрәнең тәүге йылында Шәүүәл айында Аллаһ Рәсүле Мөхәммәд ﷺ Ғәйшә әсәбеҙ  менән никахлашты. Ошо хәл тураһында Ғәйшә  былай тигән: «Был айҙа мин Рәсүлүллаһ ﷺ менән никахлаштым һәм бәхетле булдым! Бөтә мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының да, ошо айҙа кейәүгә сығып, бәхетле булыуҙарын теләйем».

Һижрәнең өсөнсө йылында Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ағаһы Хәмзә , шәһит булып, әхирәткә күсте.

Аллаһыбыҙ һәр беребеҙгә камил иман насип әйләһен! Мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем, ғафил булмайынса, Аллаһ Раббыбыҙ биргән форсаттан файҙаланып, күберәк изгелек ҡылып өлгөрәйек!

 

 

Нурмөхәмәт Нуриев

Өфө районы Булгаков ауылының йәмиғ мәсете имам-хатибы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...