Аллаһ ﷻ айы - мөбәрәк Рәжәб

Аллаһ ﷻ айы - мөбәрәк Рәжәб

Рәжәб айы – Аллаһу Тәғәләнең үҙ ҡолдарына Киң Рәхмәтен күрһәткән өс изге айҙың (Рәжәб, Шәғбән, Рамаҙан) беренсеһе. Быйыл ул 23 ғинуарҙа башланды. Изге айҙарҙа Аллаһ ﷻ изге эштәр, ғибәҙәт өсөн са-уаптарын арттырып бирә, оло ниғмәттәре менән бүләкләй, ысын күңелдән тәүбә иткәндәрҙе ғәфү итә. Шулай итеп, Хөкөм көнөндә Мизанда үлсәнәсәк яҡшы ғәмәлдәребеҙҙе ишәйтеү өсөн иң шәп ваҡыт башланып тора. Ошо матур форсат менән файҙаланмай ҡалһаҡ, һис шикһеҙ, отолорбоҙ.

 

 

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләтү үә сәлләмдең хәҙистәренең береһендә былай тиелә: «Үлем алдынан тыныс, донъя менән хушлашҡанда шайтандан һаҡланып, иман менән ҡалғығыҙ килһә – ураҙа тотоп, тәүбә ҡылып, ошо айҙарҙы хөрмәт итегеҙ». Рәжәптең тәүге көнөндә күк көмбәҙендә яңы айҙы күреү менән Аллаһ Рәсүле ғәләйһис-сәләтү үә сәлләм илһамланып: «Йә Аллаһ! Рәжәб һәм Шәғбән айҙарында фатихаңды бир һәм Рамаҙан айына барып етергә насип ит», – тиер булған.

Шулай уҡ Рәжәб динебеҙҙә әшһүр-әл-хәрәм, йәғни изге, һуғыш тыйылған айҙарҙың (Рәжәб, Зөлҡағиҙә, Зөлхизә, Мөхәррәм) береһе һанала. Бынан тыш, был айҙа ике мөһим ваҡиға булған: Рәжәптең тәүге йомаһында – Рәғәиб кисендә – Мөхәммәт салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең ата-әсәһе Абдуллаһ менән Әминәнең никахҡа инеп, шул уҡ төндә Әминә Ваһаб ҡыҙы Рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләтү үә сәлләмгә уҙған. Яҡшы ғәмәлдәр өсөн күп сауапҡа ирештергәнгә күрә, Рәжәпте Аллаһ айы тип йөрөтәләр. Бер хәҙистә шулай тиелгән: «Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, Рәжәб– Аллаһу Тәғәләнең айы. Рәжәб айында бер көн булһа ла ураҙа тотоусынан Аллаһ Риза булыр».Үрҙә яҙылғанса, айҙың беренсе йома төнө Рәғәиб кисе тип атала. Хәҙистә әйтелә: «Рәжәптең тәүге йомаһында, Шәғбәндең уртаһында, йомаға ҡаршы, Ураҙа ғәйете һәм Ҡорбан байрамы алдынан булған биш төндә доғалар ҡабул була».

«Рәжәптең беренсе төнөн йәнләндергән кешенең йөрәген донъя менән хушлашҡанда Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәткә сорнар. Яңы тыуған сабыйҙай гонаһһыҙ ҡалыр ул. Һәм ул Йәһәннәм утына лайыҡ 70 мең кешегә шәфәғәт биреү хоҡуғын алыр», – тиелә икенсе хәҙистә. Шулай уҡ тап ошо айҙың 27-се төнөндә Аллаһ Рәсүле ﷺ Әл-Исра һәм Әл-Миғраж ҡылған (Мәккәнән Әл-Ҡудсиға күсеп, шундағы Әл-Аҡса мәсетенән күккә күтәрелгән).

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...