Мөхәррәм айының иң сауаплы көнө

Мөхәррәм айының иң сауаплы көнө

Әлхәмдүлилләһ, изге Мөхәррәм айына ла аяҡ баҫтыҡ. Йыл башында ҡылынған ғәмәлғибәҙәттәребеҙҙең, изге эштәребеҙҙең әжер сауаптарын Аллаһу Тәғәлә бик күп мәртәбәләргә арттыра. Был айҙың унынсы көнөн Ғәшүрә көнө тип йөрөтәләр ( ғәрәпсәнән «әшәрә»«ун» тип тәржемә ителә).

Бөйөк көндә Аллаһу Тәғәлә Күк һәм Ерҙе, Ғәреш һәм Көрсиҙе, фәрештәләрҙе, атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яратҡан. Пәйғәмбәрҙәр тарихына ҡағылышлы күп мөһим ваҡиғалар тап Ғәшүрә көнөнә бәйле. Ахырызаман да ошо көндә буласаҡ.

Ғәшүрә көнөн нисек үткәрергә

Был көндө саҙаҡа таратыу, яҡындарҙы, бала-сағаны ҡыуандырыу, Ҡөрьән уҡыу, башҡа яҡшы ғәмәл башҡарыу − хәйерле эш. Әбү Кәтәдә әл-Әнсари һөйләүенсә, Рәсүлебеҙ ﷺ Ғәшүрә тураһында һорашыусыларға: «Ошо көндөң ураҙаһы үткән йылдың гонаһтарын юя», − тип яуап биргән (Мөслим). Әбү Сәйет әл-Худри еткергән хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотасаҡ кешенең үткән һәм артабанғы йылдарҙағы гонаһтары юйыла, Ғәшүрә көнөндәгеһе бер йылдың гонаһтарын юҡ итә» (әт-Тәбәрани).

Ибне Ғәббәс еткергән хәҙистә Ғәшүрәнең һәм ошо көндә тотасаҡ ураҙаның өҫтөнлөгө хаҡында бына ни тиелә: «Мәҙинә ҡалаһына һижрәт ҡылғас, Рәсүлебеҙ ﷺ урындағы йәһүдтәрҙең Мөхәррәм айының унынсы көнөндә ураҙа тотоуҙарына иғтибар итә һәм ошо көндө ололау сәбәбен һорай. Улар, был көндөң улар өсөн бәрәкәтле булыуын, сөнки тап ошо көндө Аллаһу Тәғәләнең Муса ғәләйһиссәләмде һәм Израил халҡын Фирғәүен һәм уның ғәсҡәренән ҡотҡарыуын һөйләп бирә». Ошо хаҡта ишеткәс, Раббыбыҙ Пәйғәмбәре ﷺ : «Башҡаларға ҡарағанда Муса ғәләйһис-сәләмде хөрмәтләргә мин яҡыныраҡмын», − тип әйткән. Шул ваҡыттан башлап, ошо көндә Рәсүлебеҙ ﷺ ураҙа тотҡан һәм быны өммәтенә лә ҡушҡан. Мосолмандарҙың ғибәҙәте йәһүдтәрҙекенән айырылып торһон өсөн, Ғәшүрә көнөнә өҫтәп, тағы ла бер көн (Мөхәррәм айының 9-сы йәки 11-се көнөндә) ураҙа тоторға бойорған.

ӘҘИЛ ИБРАҺИМОВ

Светлана Әбсәләмова тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...