ТӘНДЕҢ ЗӘКӘТЕ – УРАҘАЛЫР

ТӘНДЕҢ ЗӘКӘТЕ – УРАҘАЛЫР

“Әй мөьминдәр! Һеҙҙән алда йәшәүселәргә ураҙа тотоу фарыҙ ителгән кеүек, һеҙгә лә һәр йыл бер ай ураҙа тотоу фарыҙ ителде, моғайын, ураҙаны ҡалдырыуҙан йәки ураҙаға кәмселек килтереүҙән һаҡланырһығыҙ” (2:183; Бохари; Мөслим).

 

 

Ураҙа Минең өсөн тотолор, шуға күрә уның әжерен дә Мин генә бирермен (Бохари; Мүслим; Әбү Дәүд; Нәсәи; Тирмиҙи).

 

Ураҙа тоторға тейешле, бурыслы булған кешеләр:

1) Үҙен мосолман тип һанаусы. 2) Психик яҡтан һау кеше.

3) Бәлиғ йәшенә етеүсе. 4) Сәфәрҙә булмаусы.

 

Ураҙаның дөрөҫ булыуы өсөн үтәлергә тейешле шарттар (ураҙаның фарыҙдары):

1) Ниәт итеү (теләгән телдә әйтеү рөхсәт). Ниәттең дөрөҫ булыуы шарт, йәғни “Ас тороп, бер аҙ ябығырмын йәки һауығырмын һ.б.” ниәт менән тотһа, Аллаһ әжер– сауабын насип итмәй.

2) Ураҙа тотоуҙың ваҡытын белеү.

3) Ураҙаны боҙған эштәрҙән таңдан алып ҡояш байығанса тыйылып тороу.

 

Ураҙаны боҙмай торған эштәр:

− Әгәр кеше онотоп (яңылышып) һыу эсһә, ашаһа (ҡапһа) йәки яҡынлыҡ ҡылһа.

– Мисүәк йәки теш соҡоғос менән теш таҙартыу.

– Күҙгә һөрмә тартыу.

– Мыйыҡ майлау.

– Тәнгә (тире, ҡул, иренгә һ.б.) крем, май һөртөү.

– Врач– гинекологта тикшерелеү.

– Ҡан алдырыу (хиджама)

– Ҡан биреү (донор).

– Сәскә, парфюмер әйберҙәрҙе еҫкәү.

– Ирекһеҙҙән (теләктән тыш) танауға һәм ауыҙға ингән саң һәм төтөндө йотоу.

– Сәхәр ваҡытында ҡабул ителгән дарыу тәме.

– Һыу ингәндә, йыуынғанда, ҡойонғанда (йылға, ванна, душ, мунса) ҡолаҡҡа һыу инеү.

– Күҙгә дарыу тамыҙыу.

– Төкөрөктө (шайыҡ) йотоу.

– Ирекһеҙ ҡоҫоу

– Теш араһына ҡыҫылған, борсаҡ бөртөгөнән бәләкәй аҙыҡ киҫәген йотоу.

– Тамаҡҡа алмай ғына (“ғырғылдатмай”) һыу менән ауыҙ сайҡау

– Эҫе көндә һыуыныу өсөн һыу ҡойоноу.

– Мунсала (ванна) һабын менән йыуыныу.

– Ир– егеттәрҙең поллюцияһы.

– Теш һурҙырыу йәки пломбалау.

– Яраға май һөртөү.

– Һуштан яҙыу.

– Бәләкәй балаға аҙыҡ сәйнәп биреү.

 

Мәкрүһ (хупланмаған) эштәр:

– Һүгенеү, талашыу, бәхәсләшеү, буш һүҙҙәр һөйләү.

– Гөнаһ эштәр эшләү.

– Иреңде (ҡатыныңды) ҡосаҡлау һәм үбеү.

– Һағыҙ сәйнәү.

– Теште теш пастаһы менән таҙартыу.

– Төкөрөктө йыйып, махсус рәүештә йотоу.

– Әгәр күп тапҡыр тапшырылған ҡан биреү йәки алдырыу организмды хәлһеҙләндерһә.

– Мунсала (саунала), хәл бөткәнсе, оҙаҡ йыуыныу.

– Һыуға (күл, диңгеҙ һ.б.) сумыу.

– Ике көн рәттән сәхәр эсмәү йәки ифтар ҡылмау .

– Аш– һыуҙы тәмләп ҡарау.

 

Түбәндәге сәбәптәр буйынса ураҙа боҙолһа, быны төҙәтеү өсөн (Ураҙа байрамы үткәс) ҡаҙа ураҙаһын көнгә– көн тотоу ҙа етә:

– Әгәр онотоп берәй ризыҡ ҡапһа йәки бер йотом һыу йотһа, һуңынан иҫенә төшөп: “Әй ураҙам боҙолдо инде”, − тип ашап– эсеүен дауам итһә.

– Ашауға яраҡһыҙ булған әйберҙәр (ҡағыҙ, тупраҡ, йөн һ.б.) йотһа.

– Ифтар ваҡыты (аҡшам намаҙы) еткән, тип яңылышып ауыҙ асһа.

– Сәхәр ваҡытында, таң атмаған әле, тип яңылышып ашап– эсеүен дауам итһә.

– Танауына йәки ҡолағына дарыу тамыҙһа.

– Ауыҙҙы сайҡағанда йәки танауҙы йыуғанда, һыу эләкһә.

– Сит ҡатышма (ҡар, ямғыр, саң бөртөктәре) эләгеп йыйылған төкөрөктө йотоу.

– Ураҙаны мәжбүр ителеү йәки ҡурҡытыу менән боҙоу.

– Яһалма рәүештә (көсләп) барлыҡҡа килтереп ҡоҫоу.

– Теш араһына ҡыҫылған борсаҡтан ҙур булған аҙыҡ киҫәген йотоу.

– Клизма ҡуйыу.

 

Ураҙаны боҙоуҙа түбәндәге эштәр сәбәпсе булһа, быны төҙәтеү өсөн (Ураҙа байрамы үткәс) ҡаҙа ураҙаһын (көнгә көн) һәм кәффәрат (ғәфү ителеү) ураҙаһын тоторға кәрәк:

– Бер сәбәпһеҙ ашау.

– Бер сәбәпһеҙ эсеү.

– Тәмәке тартыу.

– Дарыу ҡабул итеү (таблетка йотоу).

– Енси яҡынлыҡ ҡылыу.

– Укол (туҡлыҡлы) эшләтеү.

Был эштәрҙе эшләгән кешегә түбәндәге кәффәраттәрҙең береһен үтәү тейешле:

1) Бер ҡолдо азат итеү;

2) Йәки 60 көн тотош (туҡтауһыҙ) ураҙа тотоу. Ир кеше ураҙа тотоуын өҙһә, яңынан башлай, ә ҡатын– ҡыҙ күреме килеү сәбәпле ураҙа тотоуын өҙһә, таҙарынғас, артабан тотоуын дауам итә;

3) Йәки 60 фәҡир мосолманды ике тапҡыр (иртәнге һәм киске аш) ашатырға тейешле.

 

Ураҙа тотоу фарыҙ булмаған кешеләр:

– Ауырлы ҡатын;

– Бала имеҙеүсе ҡатын

– Ураҙа тоторға хәленән килмәүсе өлкән кеше;

– Ураҙа тоторға хәленән килмәүсе ауырыу кеше;

– Сәфәрҙә булыусы (мосафир).

 

Ураҙаны ҡайтарып (возмещение) тотоусылар:

– Күремдән таҙарынған ҡатын-ҡыҙ.

– Бала тапҡандан һуң килгән ҡандан таҙарынған ҡатын

– Бала имеҙгәндән һуң (бала имеҙеү ике йыл).

– Сәфәрҙән әйләнеп ҡайтҡас .

Рамаҙан айында юғарылағы сәбәптәр менән тотолмай ҡалған көндәре булыусылар, тәүҙә ҡалған ураҙаларын тотоп бөтөрөргә тейештәр, шунан һуң ғына Шәүүәл айының ураҙаһын тоторға мөмкин.

Был кешеләр ураҙаны көнгә көн (ҡаҙа ураҙаһы) ҡайтара. Мәҫәлән, өс йәки ете көн күреме килгән ҡатын– ҡыҙ, Рамаҙан ураҙаһы байрамынан һуң өс йәки ете көн ҡаҙа ураҙаһын тотоп ҡуйырға тейеш.

– Ауырыуынан һауығыусы.

– Хәлһеҙләнгән өлкән кеше.

Әгәр был кешеләр даими хәлһеҙ, хроник ауырыулы йәки һауығыуҙарына өмөттәре булмаһа “фидийә” (ғәфү ителеү– искупление) түләп (үәжиб ғәмәл), үҙҙәренең ураҙа тотоу бурысын юйырға тейештәр.

 

Иртәнсәк “сәхәр” (таң) ашау һәм эсеү тәртибе:

1) Сәхәр эсергә тороу, сөнки унда бәрәкәт бар.

2) “Имсәәк” (төн ваҡытының бөтөүе һәм таң ваҡыты инеүе) ваҡытына тиклем ашап-эсеү.

Ашап-эсеүҙе иртәнге намаҙға (әл– Фәжер) тиклем тамамларға, йәғни ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда ашап-эсеп бөтөрөргә һәм ниәт итергә.

3) Ураҙа тотоуға ниәт итеү (доғаны төрлө телдә ҡылыу мөмкин): “Нәүәйтү ән асуумә саумә шәһри Рамәҙаанә минәл фәж(е)ри иләл мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәәлә” (Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн, Рамаҙан айының ураҙаһын таң ваҡытынан башлап, ҡояш байығансы тоторға ниәт иттем).

 

Ифтар (ауыҙ асыу) тәртибе:

1) Аҡшам (әл-Мәғриб) намаҙына аҙан әйтеү (Бохари; Мөслим).

– Әгәр аҙан әйтеүсе ир кеше булмаһа, намаҙ ваҡытын гәзиттәрҙән һ.б. ҡарарға мөмкин.

2) Финик емеше йәки һыу менән ифтар ҡылыу.

– Ризыҡ ҡабул итеүҙе емеш-еләктән башлау, йәғни емеш- еләкте ит, картуф, һалма кеүек ауыр һәм оҙаҡ эшкәртелә торған ризыҡтарҙан алда ашай башлау.

Фәнни асыш Пәйғәмбәрҙең ﷺ хәдисен раҫлай: ас ҡарынға ашалған татлы емеш-еләкте (финик, алма, банан һ.б.) организм тиҙ һәм еңел һеңдерә, организм энергия, көс менән тәьмин ителә, күҙҙең күреү һәләте арта, шулай уҡ йөрәккә файҙалы йоғонто яһай.

− Ифтар ҡылыуға ашығығыҙ, − тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең хәдисендә (Бохари; Мөслим; Тирмиҙи), йәғни һуңлап киләсәк саҡырылған кешеләрҙе көттөрөп, ҡунаҡтарҙы ваҡытында ифтар ҡылдырмай һуңлатыу − ҙур гонаһ.

– Ураҙа тотҡан кешене Рамаҙан айында ауыҙ асырға тип ҡунаҡҡа саҡырыу, бик сауаплы эш.

3) Бер аҙ ашап алыу.

4) Ифтар доғаһын ҡылыу (доғаны төрлө телдә ҡылыу мөмкин): “Аллааһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыйкә әфтартү фәғфирлии мәә ҡаддәмтү үә мәә әххартү” (Әй, Аллаһ, Һинең ризалығың өсөн ураҙа тоттом, Һиңә генә иман килтерҙем, Һиңә генә тәүәккәл иттем, Һинең ризығың менән ифтар ҡылдым һәм минең үткән һәм киләсәк гөнаһтарымды ғәфү ит) (Әбү Дәүд; ибн Мәжжәһ).

5) Аҡшам намаҙын (3 рәкәғәт фарыз һәм 2 рәкәғәт сөннәт) уҡыу.

6) Йәсиғ намаҙына тиклем ашап-эсеү (тәраүих намаҙын мәсеткә барып уҡыусылар өсөн бер аҙ ашығыу, йәғни етеҙерәк булыу кәрәк).

 

Рамаҙан айында уҡыла торған доғалар:

1) Беренсе ун көн − рәхмәт көндәрендә: “Раббиғфир үәрхәм үә әнтә хайрур-рахимин” (Әй, Раббым, мине һәм мөьминдәрҙе ярлыҡа һәм рәхмәтеңде насип ит. Һин рәхмәт итеүселәрҙең иң хәйерлеһе) (23:118).

2) Икенсе ун көн − мәғрифәт көндәрендә: “Әстәғфируллааһә рабби мин күлли ҙәнбин үә әтүбү иләйһи” (Аллаһу Тәғәләнән мине бар гөнаһтарымды ярлыҡауын һорап тәүбә ҡылам һәм ҡылған гөнаһтарым өсөн үкенәмен).

3) Өсөнсө ун көн − Йәһәннәм утынан ҡотолоу көндәрендә: “Аллааһүммә әжирнә минән-нәр” (Әй, Аллаһ, мине Йәһәннәм утынан һаҡла).

 

Тәраүих (“ял итеп алыу, тәнәфес”) намаҙы:

– Тәраүих намаҙын уҡыу сауаплы сөннәт ғәмәл (ибн Мәжжәһ).

– Тәраүих намаҙын йортта уҡыу тәртибе:

1) Аҙан (ир-егеттәр өсөн).

2) Ҡамәт (ир-егеттәр өсөн).

3) Йәсиғ намаҙының 4 рәкәғәт фарыҙын уҡыу.

4) Йәсиғ намаҙының 2 рәкәғәт сөннәтен уҡыу.

5) Тәраүих намаҙын уҡыу (8 йәки 20 рәкәғәткә тиклем уҡыу мөмкин).

– Тәраүихтең һәр бер 4 рәкәғәтен уҡығандан һуң “ял итеү”, йәғни тәсбих әйтеү йәки тыңлап ултырыу мөстәхәб (хупланған, яҡшы) ғәмәл.

6) 3 рәкәғәт витр үәжиб намаҙын уҡыу.

– Шулай уҡ тәраүих намаҙын витр үәжиб намаҙынан һуң да уҡыу мөмкин.

 

– Тәраүих намаҙын мәсеттә уҡыу тәртибе:

1) Аҙан.

2) Ҡамәт.

3) Йәсиғ намаҙының 4 рәкәғәт фарыҙын имамға ойоп (эйәреп) уҡыу.

4) Йәсиғ намаҙының 2 рәкәғәт сөннәтен уҡыу (һәр кем айырым уҡый).

5) Тәраүих намаҙын 2 йәки 4 рәкәғәт тип ниәт итеп (имам иғлан итәсәк), имамға ойоп уҡыу.

6) “Ял итеү”, йәғни тәраүихтең һәр бер 4 рәкәғәтен уҡығандан һуң тәсбих әйтеү йәки тыңлап ултырыу мөстәхәбтер: “Сүб(е)хәәнә ҙил мүлки үәл мәләкүүт. Сүб(е)хәәнә ҙил ғиз-зәти үәл ғәҙамәти үәл ҡуд(е)рати үәл кибрийәәәәьи үәл жәбәруут. Сүб(е)хәәнәл мәликил хәй-йил-ләҙии ләә йәмүүт. Сүб-бүүхүн ҡуд-дүүсүр- раб-бүл мәләәәәьикәти үәр-руух. Ләә иләәһә илләл-лааһү нәстәғфируллааһ. Нәсьәлүкәл жән-нәтә үә нәғүүҙү бикә минән-нәәр” (Бар маҡтауыбыҙ ерҙәге һәм күктәге мәхлүкәткә хужа булыусы Аллаһу Тәғәләгә. Ғиззәт, ҡөҙрәт, ололоҡ эйәһе булған Аллаһу Тәғәләгә маҡтау булһын. Бөтә маҡтауыбыҙ ғәләмдең батшаһы һәм тере булыусы Аллаһу Тәғәләгә генә. Аллаһу Тәғәлә бар кәмселектәрҙән таҙа, Бөйөк, фәрештәләрҙең һәм Ябраил фәрештәнең Раббыһылыр. Бер Аллаһтан башҡа иләһ юҡ, беҙ Аллаһу Тәғәләнән гөнаһтарыбыҙҙы ғәфү итеүен һорайбыҙ. Йә Аллаһ, Һинән Йәннәтте һорайбыҙ һәм Йәһәннәм утынан Һиңә һыйынабыҙ).

7) Тәраүих намаҙы 20-се рәкәғәт тамам булғансы шул тәртиптә дауам ителә.

8) 3 рәкәғәт витр үәжиб намаҙын имамға ойоп уҡыу (фәҡәт Рамаҙан айында ғына витр үәжиб намаҙы йәмәғәт менән уҡыла).

 

“Ләйләтүл-Ҡадр” (Ҡәҙер төнө):

– Ҡәҙер кисәһе Рамаҙан айының ҡайһы көнөндә булыуы асыҡ мәғлүм булмаһа ла, Рамаҙан айының 27-се төнөнә тура килеүе мөмкиндер, йәғни 21, 23, 25, 27, 29-сы таҡ кистәрҙең береһендә Ҡәҙер кисе булыуы ихтимал.

– Башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең өммәтенә бындай кисә бүләк ителмәгән.

– Ҡәҙер кисе һуңғы ун төндә. Ул төн асыҡ була, эҫе лә, һыуыҡ та түгел. Болот, ямғыр һәм ел булмаҫ.

– Ҡояш иртән, ҡыҙыл булып, күҙҙе сағылдырмайынса ҡалҡыр.

– Мосолман ғалимдары әйтеүенсә, Ҡәҙер кисәһендә эт өрөүе ишетелмәҫ, йондоҙҙар атылмаҫ.

– Был төндә фәрештәләр ергә төшә, уларҙың һаны ер өҫтөндәге бөтә булған ваҡ таштарҙың һанынан да күп булыр (Әхмәд).

– Был кисәлә дүрт рәкәғәттән торған нәфел намаҙы уҡылһа, бик сауаплы: беренсе рәкәғәттә − бер мәртәбә “әл-Фәтихә” һәм өс мәртәбә “әл-Ҡадр” сүрәһе, ә икенсе рәкәғәттә – бер мәртәбә “әл-Фәтихә” һәм өс мәртәбә “әл-Ихлас” сүрәһе уҡыла.

– Намаҙҙан һуң бер мәртәбә: “Аллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, Ләә иләәһә илләл-лааһү үәллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр үәлил-ләәһил хәмд” (Аллаһ бөйөктөр, Аллаһ бөйөктөр. Аллаһтан башҡа иләһ юҡтыр. Аллаһ бөйөктөр, Аллаһ бөйөктөр. Бар маҡтау Уға ғына хастыр), тип әйтеү.

– Һуңынан:

1) Йөҙ мәртәбә – “әл-Ҡадр” сүрәһен уҡыу.

2) Йөҙ мәртәбә – “әш-Шәрх” сүрәһен уҡыу.

3) Йөҙ мәртәбә – “Сүб(е)хәәнәл-лааһи үәлхәмдү лилләәһи үә ләә иләһә илләл-лааһү үәл-лааһү әкбәр, үә ләә хәүлә үә ләә ҡуү– үәтә илләә бил-ләәһил ғәлий-йил ғәҙыым” (Бар кәмселектән таҙа булыусы Аллаһҡа маҡтау, Аллаһтан башҡа иләһ юҡ. Аллаһ һәр нәмәнән ололор. Һис көс һәм ҡеүәт юҡтыр, фәҡәт бөйөк булыусы Аллаһу Тәғәлә менән генәлер) тәсбихен (Бохари; Мөслим) әйтеү.

4) Пәйғәмбәребеҙгә салауат (33:56) әйтеү.

5) Йөҙ мәртәбә: “Аллаһүм-мә ин-нәкә ғәфүү-үн кәрим, түхиббүл ғәфүә, фәғфү ғән-ни” (Әй, Аллаһ. Һин ғәфү ҡылыусыһың, ғәфү ҡылырға яратаһың, мине ғәфү ит), тип пәйғәмбәрҙең Ҡәҙер кисәһендә ҡылған доғаһын уҡыу (Тирмиҙи; Нәсәи; ибн Мәжжәһ).

6) Изге доғалар ҡылыу (Мөслим).

 

Әминә Ноғоманова-Ғәзизова, Сибай ҡалаһы

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...