Стәрлетамаҡта – ҠалаТуй!

Стәрлетамаҡта – ҠалаТуй!

Ҡорбан ғәйете көндө Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ҡаранай Моратов урамында урынлашҡан “Мөхәммәтсәлим” мәсете биләмәһе гөж килеп торҙо, бында беренсе тапҡыр «ҠалаТуй-2022» байрамы уҙғарылды.

Ни генә юҡ ине бында: байрамса биҙәлгән сәхнә, аш-һыу етештергән, милли тирмәләр, шәжәрәләр аллеяһы, “Мәргән уҡсылар”, “Ҡара ҡаплан” көрәше, ат сабышы, мотоциклдарҙа уҙышыу майҙансыҡтары, кәсепселәр йәрминкәһе.

Байрам ғәйет намаҙы менән башланып китте. Ҡорбан ғәйете хөтбәһен тыңлағандан һуң, сара сәхнәлә дауам итте. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин: «Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым! Һәр эшебеҙҙә Аллаһу Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә насип итһен. Стәрлетамаҡта мәҙрәсәбеҙ эшләп килә, тиҙҙән дүртенсе мәсет төҙөлөп бөтәсәк, ИншәАллаһ. Дин булған ерҙә һәр ваҡыт тәртип. Уны киләсәк быуындарға лайыҡлы тапшырырға ынтылайыҡ», – тип байрамға фатихаһын бирҙе. Артабан байрамға йыйылыусыларҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, Стәрлетамаҡ муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын үтәүсе Евгений Волков, абруйлы дин эшмәкәре Салауат Яппаров, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы мосолмандары имам-хатибы Ришат хәҙрәт Рафиҡов ихлас сәләмләне.

«ҠалаТуй-2022» байрамында Стәрлетамаҡта йәшәгән барса милләт вәкилдәренә лә иғтибар бүленде. Улар, башҡорт тирмәләре йәнәшендә үҙ майҙансыҡтарын булдырып, килгән ҡунаҡтарҙы милли аштары менән һыйланы, үҙ халҡының мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы.

Көнө буйы барған байрам тамашаһын Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлбинә Сафуанова һәм «Юлдаш» радиоһынан Йәмил Ишмөхәмәтов бик оҫта һәм рухлы итеп алып барҙы. Өфөнән килгән ҡунаҡтар – «Әс-сәләм» гәзите мөхәррире, шағирә Зөлфиә Ханнанова, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтовтың сығыштары байрамдың бәҫен күтәрҙе.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе сәхнә йондоҙҙары Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Шәһиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғафуан Фәйзуллин, йырсы Инсаф Ғәлимов, ҡурайсы Миңлеғәли Хәсәнов һәм ҡала ағинәйҙәренең сығышын тамашасылар һәр ваҡыттағыса яратып ҡабул итте.

Байрам майҙансыҡтарында әүҙем ҡатнашҡандар төрлө-төрлө бүләктәр алып ҡыуанды, улар араһында сертификаттар, ял итеү өсөн путёвкалар, ресторанға ике кешелек талондар, спорт кубоктары, грамоталар, спорт өсөн тауарҙар, бейсболкалар, футболкалар, көрәшселәр өсөн традицион приз – һарыҡҡа тиклем бар ине.

Шулай итеп, Стәрлетамаҡтағы Роберт Бикәнасов, Салауат һәм Артур Яппаровтар, Рафаэль Мифтахов, Альберт Камилйәнов, Руслан Йәнбирҙин, Радик Зарипов, Таһир Ибраһимов, Альбина Насырова, Наилә Сәфәрғоловаларҙы (сараның режиссеры) берләштергән “Берҙәмлек” эшлекле кешеләр клубы тарафынан беренсе тапҡыр ойошторолған милләт-ара “ҠалаТуй-2022” байрамы гөрләп үтте. Иманға өндәгән, туған телебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә һөйөү тәрбиәләгән, барса халыҡтарҙы дуҫлыҡҡа-татыулыҡҡа өндәгән был матур сара барыһының да күңелендә яҡты эҙ ҡалдырҙы.

Бындай байрамдар киләсәктә лә үткәрелһен ине, тигән изге ниәттә рухи күтәренкелек менән таралышты стәрлетамаҡтар.

Ләйсән Бәхтиева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...