Беҙ барыбыҙ бергә – Мөхәммәд ﷺ өммәте!
Беҙ барыбыҙ бергә – Мөхәммәд ﷺ өммәте!

Рабиғел әүүәл айының Һижри календаре буйынса егерменсе көнөндә баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙғарылған Мәүлит байрамы шығырым тулы залда үтте. «Бөйөк әҙәп эйәһе» тип исемләнгән был күркәм байрамды Ҡөрьән аяттары уҡып, Хәбир хәҙрәт Фәҡиев башлап ебәрҙе. Волга буйы төбәктәрендә Дағстан мөфтөйәте вәкиле Израил Мөхәммәдбасиров мөфтөй Әхмәд хажи Абдулаевтың сәләмен еткереп, Рәсәй һәм Башҡортостан диниә назараттарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
«Мәҙинә» мәсете (Дим районы) эргәһендәге балалар һәм тау яғынан килгән «Ансар» төркөмө башҡарыуында яңғыраған мөнәжәттәр байрамдың бер биҙәге булды. «Әс-Сәләм» гәзите лә был күркәм сараға ҙур бүләк әҙерләгәйне. Бәләкәй хажға путевканы Өфө ҡалаһында йәшәүсе Әлфирә Юнысбаева отто. Хәйер, был күңел байрамынан бер кем дә буш ҡайтмағандыр. Бигерәк тә Дағстан яғынан килгән абруйлы дин ғалимдарының сығышы береһен дә битараф ҡалдырманы. Уларҙы ҡыҫҡаса һеҙҙең иғтибарығыҙға ла тәҡдим итәбеҙ.

Шамил Усманов: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ донъяға килгән ай, ул әлбиттә, бар айҙарҙан да айырылып тора. Беҙ был айҙа ҙур шатлыҡ кисерәбеҙ. Ә бит Аллаһ Илсеһенең ﷺ донъяға килеүенә беҙ Мәүлит айында ғына түгел, һәр айҙа ҡыуанырға тейешбеҙ. Бер тапҡыр Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ үҙенең сәхәбәләре Әбүбәкер һәм Ғүмәр ибне Хаттабтан һораған: «Һеҙ мине үҙегеҙҙән һәм үҙегеҙгә тәғәйен булған барса әйберҙәрҙән дә нығыраҡ яратыр инегеҙме?» Әбүбәкер : «Мин Һине миңә тәғәйен барса әйберҙәрҙән дә һәм үҙемдән дә нығыраҡ яратам», – тип яуап биргән. Тура һүҙле Ғүмәр ибне Хаттаб «Йә Мөхәммәд, мин Һине миңә тәғәйен һәр нәмәнән нығыраҡ яратам, әммә Һине үҙемдән дә нығыраҡ яратыу ҡеүәһенә эйә түгелмен», – тигән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: «Ул сағында һинең иманың әлегә камил түгел!» Бына хәҙер беҙ үҙебеҙгә шундай һорауҙы биреп ҡарайыҡ, беҙ Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ үҙебеҙҙән дә нығыраҡ ярата алабыҙмы икән? Күптәребеҙ: «Эйе, мин Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ үҙемдән нығыраҡ яратам», – тип, яуаплар. Әммә был хәҡиҡәткә тура килә микән? Беҙ яҡындарыбыҙҙы ҡалдырып йыраҡҡа китһәк, бер аймы, ике аймы үткәс, Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ һағына башлайбыҙмы? Юҡ, беҙ балаларыбыҙҙы һағына башлайбыҙ. Ни өсөн Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ түгел? Сөнки беҙ уның тураһында бик аҙ беләбеҙ. Уны яратыр өсөн беҙгә Уның тураһында күберәк белергә тырышырға кәрәк. Уның тураһында күберәк белгән һайын, беҙҙең һөйөүебеҙ ҙә арта ғына барасаҡ. Пәйғәбербеҙгә ﷺ булған һөйөүебеҙ беҙҙең иман кимәленә бәйле. Беҙ ни тиклем иманлыраҡ булһаҡ, шул тиклем Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтенә нығыраҡ эйәрәбеҙ.
Мөхәммәдрәсүл Гимбатов: ХХI быуатта – күңел төшөнкөлөгө хөкөм һөргән дәүерҙә йәшәйбеҙ. Фекер йөрөтөүҙең Көнбайыш моделе беҙҙе шәхес булараҡ юҡҡа сығара. Сөнки ул беҙҙе был тормоштан бөтә нәмәне лә алырға, нәфсе ҡоло булырға, хайуани теләктәреңде ҡәнәғәтләндерергә өндәй. Шунан башҡа был ерҙә бер ни кәрәкмәй, ти. Ошо моделде беҙгә кинофильмдар, йәнһүрәттәр аша яйлап ҡына аңыбыҙға һеңдерәләр. Беҙҙең балалар яйлап ошо идеялар менән баштан-аяҡ һуғарыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкәндәр баларының ниндәй донъяла йәшәп ятҡанын уйлап та бирмәй. Ә бит бөгөнгө 15 йәшлек кенә үҫмерҙәр шул тиклем күп бысраҡлыҡты күреп өлгөргән. Хатта ни теләһә, шуны ҡылған элекке батшалар үҙ ғүмерендә күреп өлгөрмәгән әхлаҡһыҙлыҡты бөгөнгө дәүерҙәге йәш балалар күптән танып белә. Һис аптыраралыҡ түгел, ошондай дөрөҫ булмаған моделле тормошта йәшәүселәр меңдәрсә физик һәм психологик ауырыуҙарға дусар.
Бөгөн бөтәһенең дә бәхетле йәшәгеһе килә. Күбеһе бәхет күп итеп аҡса эшләүҙә тип уйлай, әммә был дөрөҫ түгел. Етеш йәшәгән көнбайыш илдәрендә ни өсөн үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыусылар күбәйгәндән күбәйә һуң? Бәхет нимәлә? Көнбайыш илдәре тәҡдим иткән моделдә Аллаһу Тәғәләгә бөтөнләй урын ҡалдырылмаған.
Был донъяла ни өсөн йәшәргә тейеш икәнлеген аңлаған кеше генә бәхетле була. Мәҫәлән, ошо залда ултырғандарҙың барыһын да күҙ асып йомған арала бер самолетҡа тейәп осороп ебәрҙеләр икән, ти. Ә унда йәнең теләгәнеңде эшләргә мөмкин. Асыҡһаң стюардесса ашарға килтерә, күңелле ял итергә теләһәң уйын приставкаларын тәҡдим итә. Әммә кеше бер аҙға ғына албырғай ҙа, һорауға бирелә: «Беҙ ҡайһы тарафҡа осоп китеп барабыҙ? Беҙ нисек был самолетҡа килеп эләктек? Ғөмүмән, самолет менән кем идара итә?» Ә бит нимә теләһәң, шуны бирәләр. Һин был самолетта үҙеңде бәхетлемен тип әйтә алаһыңмы? Мин самолетты миҫалға ғына килтерҙем, ә бит асылда беҙ барыбыҙ ҙа самолетта осоп китеп барабыҙ. Беҙҙең Ер планетаһы шулай уҡ космос карабы кеүек бит. Уның бары масштабтары ғына ҙурыраҡ. Ул да Ҡояш тирәләй осош яһай. Һорау: беҙ был карапта нимә эшләйбеҙ һуң ул? Нишләп беҙ үлем кисерәбеҙ һәм үлгәндән һуң ҡайҙа булабыҙ? Һәм һеҙгә шул ваҡыт әйтәләр: «Был һорауҙарҙы бирмәгеҙ. Тормоштан бөтә нәмәне лә алығыҙ!» Аллаһу Тәғәлә әйтә (мәғәнәһе): «Мин ер йөҙөндә үҙемдең урынбаҫарымды (наместник) ҡалдырҙым», – ти. Ул бит тәү атабыҙ Әҙәмде ерҙә яралтмаған, Ожмахта яралтҡан. Беҙҙең йәнебеҙ ҡайсаҡ шул тиклем ҙур һағыш кисерә, ул Йәннәтте һағынып зарыға.
Кеше дөм ҡараңғы урманда аҙашты икән ти. Осраған икенсе кешенән унан сығыу юлын һорай. «Был урмандан сығыу юлы юҡ!» – тиһәләр, кеше тағы ла нығыраҡ төшөнкөлөккә бирелә. Икенсе юлсы осрап: «Был урмандан сығыу юлы бар, әйҙә, күрһәтәм!» ти. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһи ссәләм дә беҙгә ҡотолоу юлын күрһәткән. Тик беҙ бөгөнгө йәмғиәттә Исламды швед өҫтәленә әйләндергәнбеҙ. Кеше тулыһынса ғибәҙәт ҡылмай, теләгәнен генә эшләй. Диндәге юлың намаҙ уҡыуға ғына ҡайтып ҡалырға тейеш түгел. Беҙ исламды тулыһынса ҡабул итергә тейеш. Дин йәки нәфсе алдында һайлау торһа, беҙ нәфсе яғына ауышабыҙ, сөнки нәфсене беҙ Пәйғәбәребеҙ Мөхәммәд сәлләлаһу ғәләйһи ссәләмгә ҡарағанда нығыраҡ яратабыҙ. Бөгөнгө әхлаҡһыҙлыҡ, замана сирҙәре хөкөм һөргән саҡта ислам –ул ҡотҡарыу ҡулсаһы (спасательный круг). Тулы иманлы булған кеше генә үҙен бәхетле һанай ала.
Мөхәммәд Мансуров: Беҙ Әхирәткә күскәс, Аллаһу Тәғәләнең 40 һорауының береһе шул булыр: «Тере сағыңда кешеләр ҡараған ерҙәрҙе матурларға тырыштың, ә Мин ҡараған урынды матурлау буйынса нимә эшләнең?» Кеше 20-30 йыл буйы һәйбәт булып күренеп йөрөргә мөмкин, Ҡарап торғанда диндә лә тырышлыҡ һала: йәмәғәт намаҙҙарына йөрөй. Әммә йөрәгендә бөтөнләй икенсе ниәт булыуы бар. Мәҫәлән, ул кемдеңдер уны маҡтауын теләй, ул саҡта ҡылған ғибәҙәттәре бер ниндәй ҙә файҙа килтермәйәсәк. Бер изге кеше утыҙ йыл дауамында беренсе рәттә намаҙ уҡып йөрөгән. Берҙән-бер көндө ул һуңлаған. Ул быға шул тиклем оялған һәм икенсе рәткә баҫып намаҙын уҡыған. Һәм шул намаҙынан һуң, тәүге намаҙҙарымды ихлас уҡымағанмындыр тип ҡурҡып,утыҙ йыл дауамындағы намаҙҙарын яңынан тергеҙгән. Хатта дүрт мәзхәб буйынса китаптар яҙған бөйөк дин ғалимы имам Шәрағани йөрәкте сәләмәтләндереүгә мохтажлығын аңлаған. Йөрәкте сәләмләндереү – ул нимә була? Тассауф – йөрәкте таҙаларға өйрәтеүсе ғилем. Был фән нәфсе өҫтөндә эшләргә өйрәтә. Үҙенең йөрәген таҙалаған кешеләр генә башҡаларға ыңғай йоғонто яһау ҡеүәһенә эйә, бары улар ғына изгелеккә өндәй ала. Әммә ундайҙарға ҡарата бөгөн көслө тәнҡит һәм хатта ҡай саҡта хатта агрессия ҡулланалар. Тағы шуны әйткем килә. Дин бер төбәктә генә сәскә атмай. Бер ерҙә ислам юриспруденцияһы үҫешһә, икенсе ерҙә Ҡөрьәнде матур итеп уҡыуҙа алға киткәндәр. Һәр ерҙә нимәнелер Аллаһ* күберәк бирә, шуның өсөн беҙ бер-беребеҙгә мохтажбыҙ. Заманында шәйех Зәйнулла Рәсүлевтан Дағстан ерҙәренән килеп белем алыр булғандар. Беҙ бер-беребеҙҙән өйрәнәбеҙ. Беҙ барыбыҙ бергә – Мөхәммәд өммәте. Беҙ берҙәм булғанда, бер-беребеҙгә таяныс булғанда ғына ғына камил өммәт булсаҡбыҙ.