Зөлҡағиҙә – хәрәм айҙарҙың береһе

Зөлҡағиҙә – хәрәм айҙарҙың береһе

Эш менән ваҡыт тиҙ үтер, тиҙәр халыҡта. Эйе, оҙаҡламай, 21 майҙа, һижри календарыбыҙ буйынса Зөлҡағиҙә айы башлана. Хаж ҡыла торған ваҡыт тиҙәр уны, шулай уҡ Зөлхизә, Мөхәррәм һәм Рәжәп айҙары менән Зөлҡағиҙә хәрәм айҙарҙан һанала, йәғни ошо осорҙа Аллаһу Тәғәлә һуғыш, талаш-тартыш, низағлашыу һәм ҡанлы үс алыуҙы тыя.

 

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә Ҡөрьән-Кәримдә әйткән (мәғәнәһе): «Хаж ҡылыу мәғлүм бер айҙарҙа (Шәүүәл, Зөлҡағиҙә һәм Зөлхизә айының тәүге ун көнөндә) була» («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 197-се аят).

Аллаһу Тәғәлә Үҙенең Китабында беҙгә хаж ҡылыуҙың фарыз икәнлеген асыҡтан-асыҡ әйтә (мәғәнәһе): «…Юлын тапҡан (көсө еткән, хәленән килгән) кешеләрҙе Аллаһ шунда (Хажға) барырға бурыслы итте» («Әл-Ғимран» сүрәһе, 97-се аят). «…көсө еткән, хәленән килгән» тигән һүҙҙәр хажға йыйынған кешенең матди яҡтан мөмкинлеге бармы-юҡмы икәнлеген, сирлеме-түгелме икәнлеген, юлдың хәүефһеҙлеген күҙ уңында тота.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ бер тапҡыр хаж ҡылған. "Хәджәтүл-Үәдә", йәғни "хушлашыу хажы" тип аталған ғәмәлде ул һижрәттең 10-сы йылында үтәгән.

Ғөмрә, йәғни кесе хажға килгәндә, күп сәхәбәләрҙең һөйләүе буйынса, Мәҙинә ҡалаһында ғүмер иткән осорҙа Аллаһ Илсеһеﷺ был ғәмәлде дүрт тапҡыр бойомға ашырған. Һижрәттең 6-сы йылындағы «Хүдәйбиә ғөмрәһе»н үтәргә Рәсүлебеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләренә Мәккәнең мөшриҡтәре ныҡ ҡамасау итә, һәм уларға кире әйләнеп ҡайтырға тура килә. "Тәхәллүл" ҡорбанын ғына салып өлгөрәләр шул ваҡытта. Киләһе йылда мосолмандар башҡарылмай ҡалған ғөмрәне үтәп ҡуйыр өсөн йәнә Мәҙинәнән Мәккәгә табан юл тота. Шунан һуң Пәйғәмбәребеҙ ﷺ киләһе йылда тағы ғөмрәгә юллана, изге сәфәрҙе Таиф һәм Мәккә араһында ятҡан Джирана урынынан башлағанға күрә, был ваҡиғаны "Джирана ғөмрәһе" тип атайҙар. Дүртенсе ғөмрәһен Аллаһ Рәсүле ﷺ үҙенең аҙаҡҡы хушлашыу хажында ҡылған.

Шулай булғас, Зөлҡағиҙә айының төп үҙенсәлеге – һөйөклө Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге өс ғөмрәһенең тап шул осорҙа башҡарылыуында. Аҙҙаҡы хаж менән ғөмрәһе Зөлхизә айында ҡылынһа ла, изге сәфәр тап Зөлҡағиҙә айында башланған була.

Аҙаҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был донъянан үткәс, хаҡ динле Ғәйшә әсәбеҙ ҙә, сәхәбәләр ҙә һәм уларҙан һуң килгән әс-сәләф, йәғни тәҡүәле быуын, вәкилдәре лә, Уның Сөннәтенә эйәреп, ғөмрәне изге Рамаҙан айында түгел, һәр ваҡыт Зөлҡағиҙә айында ҡылырға тырышҡан.

Бер риүәйәт буйынса, "Әл-Әғрәф" сүрәһенең 142-се аятында бәйән ителгән 30 көн тигәне Зөлҡағиҙә айына тап килә, бына уның мәғәнәһе: «(Ғибәҙәт ҡылыр өсөн) Мусаға утыҙ төн вәғәҙә иттек һәм уға ун төндө өҫтәнек». Был аятта Зөлҡағиҙәнән һуң башланған Зөлхизә айының тәүге ун көнө хаҡында һүҙ бара.

Аллаһу Тәғәлә барыбыҙға ла үрҙә һаналған айҙарҙың бәрәкәтен биреп, изге Ҡәғбәтуллаға барып етеп, мөбәрәк ерҙәрҙә хаж ҡылыу өсөн юлыбыҙҙы асһын, Фатихаһын бирһен! Илаһи әмин!

 

Адиль Ибраһимов

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....